Тыуасаҡ йылға теләктәр
Һәр йылдан беҙ яҡшылыҡ, яҡтылыҡ көтәбеҙ. Йондоҙнамә буйынса Аждаһа билдәһе аҫтында тыуыусылар уны ниндәй өмөттәр менән ҡаршылай икән?
Ғайса ХӨСӘЙЕНОВ,
академик, Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы:
– Минең фекеремсә, күп кеше ярты ғүмерен вайымһыҙыраҡ йәшәп үткәрә: бала сағы күберәк уйын менән үтә, мәктәп йылдары белем алыуға китә. Йәш саҡта иш эҙләү, өйләнешеү, донъя ҡороу, балалар үҫтереү менән мәж булабыҙ. Былар әҙәмдең Хоҙай ҡушҡан, тормош бойорған бурысы.
Оҙон тормош юлы кисергән кеше булараҡ, үткәндәремә күҙ һалам да, аңлы ғүмеремде йәштән үк маҡсатлы йәшәүгә йүнәлтә алғанмындыр, тигән һығымтаға киләм. Белем, юғары ғилем баҫҡыстарын үттем, оло исем, дәрәжәләргә өлгәштем. Матур ғаилә ҡорҙом, һөйөклө ҡатыным Нуриям менән бергә балалар үҫтерҙек, уларҙы юғары белемле иттек, донъя ҡороуҙарына ла ярҙам ҡылдыҡ. Тормошта йола-хөрәфәттәргә әллә ни иғтибар итмәгән кеүекмен. Инаныстарым аныҡ аңымда, уй-күңелдәремдә булды. Халыҡ йолаларын хөрмәт иттем, әммә асыҡ уй-ҡараш, оло маҡсаттарҙы ғәмәлгә ашырыу менән йәшәнем.
Йондоҙлоҡ буйынса кеше холҡон, ғүмер ағышын билдәләүҙәре менән әллә ни килешмәһәм дә, йондоҙнамә халыҡтың йөҙәр, меңәр йыл дауамында һыналған тормош тәжрибәһе емешелер, тип уйлайым. Үҙем һаман донъялағы яңылыҡтар менән танышып барырға тырышам, китап, гәзит-журналдар уҡыйым.
Йондоҙнамәгә лә һирәк-мирәк күҙ һалам.
Көнсығыш юрауҙары буйынса Аждаһа мифологик зат һанала. Ҡытайҙа Аждаһа – аҡыл һәм мәңгелек билдәһе, шуға күрә лә был йыл уҙған ғүмергә баһа биреү, ниндәйҙер кимәлдә уйланыу, фәлсәфә итеү өсөн бирелгән ваҡыттыр, тип уйлайым.
Яңы йылда кешеләрҙең аҡылға таянып эш итеүен, ваҡыт мәғәнәһенең ҡәҙерен белеүен теләйем. Аждаһа яңы уңыштар, оло ҡыуаныстар алып килһен!
Римма ҮТӘШЕВА,
БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты, Башҡортостандың атҡаҙанған табибы, медицина фәндәре кандидаты:
– Йондоҙнамәгә һирәк күҙ һалам. Тормошта йондоҙҙарға түгел, ә үҙеңә ышанырға кәрәктер. Ғөмүмән, холоҡто хасил иткән төп сифаттарға ғаиләлә нигеҙ һалына, тигән фекерҙәмен. Йондоҙҙар нимә генә вәғәҙә итмәһен, һәр кемдең – үҙ юлы, үҙ маҡсаты, һәм көс түкмәйенсә быға өлгәшеү мөмкин түгел.
Киләһе йыл Аждаһа йылы булған өсөн генә түгел, ә 60 йәшлек матур юбилейымды ҡаршылауым менән дә ҡәҙерле. Ошо йәшемә лайыҡлы аяҡ баҫыуым, үткәндәрем, бөгөнгөм һәм киләсәгем өсөн, тәү сиратта, атай-әсәйемә рәхмәтлемен. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, атайым беҙҙең уңыштарҙы күрә алманы. Ә 83 йәшлек әсәйем әле һаман күңелемде нурландырыусы, борсолоуҙарымды баҫыусы изге йән булып ҡала. Уның ярҙамсыллығына, егәрлелегенә, зирәк аҡылына һоҡланам. Тормошобоҙҙоң күркәмлеген, бөтөнлөгөн дәлилләүсе ике улыбыҙ, ейәнебеҙ Хәсән бар. Нәҫелдән-нәҫелгә тупланып килгән матур һыҙаттарҙы улар байытыр һәм киләсәк быуынға тапшырыр, тигән ышаныстамын. Иң мөһиме – балалар бәхете. Үҙем гинеколог булып эшләгәндә Яңы йылды операция өҫтәле артында ла ҡаршылаған мәлдәр булды. Ә 3 ғинуар – минең тыуған көнөм. Ул да йыш ҡына эштә үтә ине. Өйҙә саҡта ла теләһә ҡайһы минутта дауаханаға саҡыртып алыуҙары мөмкин икәнен белеп йөрөйһөң. Кеше һиңә үҙен генә түгел, ә иң ҡәҙерлеһен – тыуасаҡ сабыйының ғүмерен дә ышанып тапшыра бит. Эшеңә лә, ғаиләңә лә тейешле иғтибар бүлеү өсөн тырыштың-тырышбулыу кәрәк. Мин быға ирешә алдым. Шуға тыныс күңел һәм киләсәккә төбәлгән оло маҡсаттар, ышаныстар менән Яңы йылға аяҡ баҫасаҡмын, Алла бойорһа.Байрам өҫтәлендә, һәр ваҡыттағыса, ҡаҙ урын аласаҡ. Эргәһенә үҙем яратҡан турамалар әҙерләп, емеш-еләк, йәшел тәмләткестәр ҡуясаҡмын. Ғәҙәттәгесә ғаилә дуҫтарыбыҙ ҡунаҡҡа килер, моғайын. Куранттар һуҡҡанда иң матур теләктәр әйтеләсәк. Аждаһа йылы бөтәбеҙгә лә бәхет, тыныслыҡ, изгелек, бәрәкәт алып килһен!
Заһир ВӘЛИТОВ,
Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры актеры, Башҡортостандың халыҡ артисы:
– Мин үҙем йондоҙнамә менән ҡыҙыҡһынмаһам да, Аждаһа йылында һәм Саян йондоҙлоғо аҫтында тыуғанымды беләм-белеүен. Кемдеңдер: “Сағып әйтеүең – Саяндан, йомартлығың – Аждаһанан”, – тигәне хәтеремдә.
Мин бәләкәй саҡта ҡыйыуһыҙ инем. Шул йомоғораҡ булыуым арҡаһында йыш ҡына ҡыйынлыҡтарға тарый торғайным. Ләкин бер мөғжизәле ваҡиға миңә үҙ көсөмә ышанырға ярҙам итте. Мәктәптә Яңы йыл кисәһе бара. Йөрәгемде әсир иткән ҡыҙҙы һоҡланып күҙәтәм, әммә янына барып, һүҙ ҡушырға ла баҙнат итмәйем. Көтмәгәндә ул мине бейеүгә саҡырмаһынмы! Ҡыуанысымдан йөрәгем дарҫлап тибә, тәнем ҡалтырана. Сибәр ҡыҙ янында килбәтһеҙ күренәм кеүек. Бейегәндә, яңылыш аяғына баҫып, ботинкаһының бауын тағатҡанмын. Ситкәрәк китеп, ул минән ботинкаһының бауын бәйләттерҙе лә яңағымдан үбеп: “Һин бит матур, яҡшы егет, улай оялсан булма”, – тип тылсымлы тауышы менән ҡолағыма шыбырҙаны. Шул минутта мине алмаштырҙылармы ни! Йөрәгемә йылылыҡ эркелде, беләктәремә көс тулғандай булды. Һуңынан башҡалар менән аралашҡанда ла, актер һөнәрен үҙләштереп, сәхнәлә ролдәр уйнағанда ла,
тормошомда мөһим ҡарарҙар ҡабул иткәндә лә ошо ҡыҙҙың моңло тауышы,
ҡолағымда яңғырап, мине ҡыйыу булырға әйҙәп торҙо, әйтерһең дә. Тәүәккәл булырға өйрәндем мин.
Яңы йылды һөйөклө ҡатыным Минсәриә апайығыҙ менән Жуково биҫтәһендәге йортобоҙҙа ҡаршыларбыҙ, тип ниәтләйбеҙ. Инде ун йыллап Францияла йәшәгән ҡыҙҙарыбыҙ Айгөл менән Айһылыу, ейәнсәребеҙ Юлиә скайп аша беҙҙе ҡотлаясаҡ.
Хоҙай Тәғәлә һаулыҡ насип итһә, 75 йәшемә пьеса ижад итергә уйым бар. Әле автобиографик китап яҙам. Аждаһа йылы дәртләнеп йәшәргә, ижад итергә көс бирһен, ныҡлыҡ насип итһен. Ҡыҙҙарыма, ейәнсәремә бәхет, уңыш теләйем. Яратҡан театрыбыҙға матур репертуар яҙһын!
Эльмира САМАТОВА,
Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театры актрисаһы:
– Ике ҡыҙым һәм мин үҙем дә йондоҙнамәне уҡырға яратабыҙ. Аждаһа изгелекте, ғәҙеллекте сағылдыра. Ул кешелек хаҡына тоғро хеҙмәт итә, тыныс саҡта бер кемгә лә теймәй, үҙәгенә үтһәләр, сығырынан сығып туҙына. Мин үҙем Аждаһа йондоҙлоғо, Һыуғояр билдәһе аҫтында тыуғанмын. Кешеләргә ҡарата миһырбанлылыҡ, ярҙамсыллыҡ – Аждаһаға хас сифаттар.
Яңы йылда әйтелгән теләктәр бойомға аша, тиҙәр. Мин, балалыҡ йылдарымдағы кеүек, һаман да мөғжизәгә ышанам. Хәтеремдә, миңә 15 йәш ине, әхирәттәрем менән Яңы йыл төнөндә күрәҙәлек итергә булып киттек. Борон йәшәгән ниндәйҙер бер яҙыусының йәнен саҡырабыҙ, йәнәһе. Тәрилкә, майшәм алдыҡ, аҡ ҡағыҙға хәрефтәр яҙып сыҡтыҡ. Утты һүндереп, өҫтәл тирәләй теҙелеп ултырҙыҡ та яҙыусының йәнен саҡыра башланыҡ. Бер ваҡыт янып ултырған майшәм гөлт итеп ҡалды ла тәрилкә ҡап уртаға сатнап ватылды. Ҡурҡышыбыҙҙан икенсе бүлмәгә сығып ҡастыҡ. Ә тегендә асыҡ форточка, шомло тауыш сығарып, бер ябыла, бер асыла. Былай ҡалдырырға ярамай бит инде: бүлмәгә кире инеп, яҙыусының йәнен ҡыуырға тура килде. Шунан, белгән доғаларыбыҙҙы уҡый-уҡый, Яңы йыл ҡаршыланыҡ. Ошо хәлдән һуң ҡабат күрәҙәлек менән шөғөлләнмәнем. Ябай кешеләргә был билдәһеҙ донъяға ҡағылырға ярамайҙыр. Үҙ ҡулдарың, күңел нурың менән тыуҙырылған мөғжизәгә инаныу зарур.
Яңы йылды ғаиләбеҙ менән ҡаршылаясаҡбыҙ. Ҡыҙҙарым Милана менән Камилла табын ҡорорға ярҙам итәсәк. Өҫтәлдә, йыл да ҡабатланған ғәҙәткә ярашлы, мотлаҡ 12 төрлө ризыҡ урын аласаҡ. Бер-беребеҙгә иң яҡты теләктәр әйтеп, киләсәккә ниәттәребеҙҙе барлаясаҡбыҙ. Иң мөһиме – сәләмәтлек, ғаилә татыулығы!
Альбина ҒӨБӘЙҘУЛЛИНА
яҙып алды.

Теги: