Ҡулында – ҡот, телкәйендә – ҡөҙрәт

Ҡулында – ҡот, телкәйендә – ҡөҙрәт «Ун һигеҙ йыл буйы тик-томалға кешенән ҡурҡып яфаландым. Ниндәй генә дауаханаларҙа ятманым, ҡайһы ғына өшкөрөүсегә йөрөмәнем. Ышанаһыңмы юҡмы, ярты йыл элек ошолай яңғыҙым урамға, кеше араһына бөтөнләй сыға алмай инем. Сәйерлегемдән ялҡып, ирем ташлап китте. Эсһәң ҡыйыулыҡ өҫтәлә, тип һыраға ла әүәҫләндем, шул арҡала эшһеҙ ҡалдым. Инде төңөлөр сиккә еткәндә, бында, Башҡортостанда йәшәгән туғандарым, ҡунаҡҡа килгән саҡта Альбина ханыма алып барҙы. Шул осрашыу таралмаҫтай тойолған ҡайғыларҙан арындырҙы бит. Бына әле Сорғоттан ҡотҡарыусыма рәхмәтемде белдерер өсөн махсус рәүештә килдем”, – тип шатлығы менән уртаҡлашты осраҡлы танышым Айгөл.

Традицион булмаған алымдар менән дауалаусы Альбина Ишбулатова хаҡында элек тә ишеткәнем булһа ла, күрешергә тура килгәне юҡ ине. Ябайлығы, иплелегенә ҡарағанда башҡа­ларҙың тауҙай бәләләрен сүктерә алған ҡөҙ­рәтле ҡатын тип әйтмәҫһең дә үҙен. Ергә һәр кем үҙ тәғәйенләнеше менән килә. Асылыңдан ҡасып ҡараһаң да, Хоҙай Тәғәлә барыбер һине кәрәк юлға сығарып ҡуялыр. Альбина ханымдың да яҙмышы ябай түгел.
Республиканан тегенсе-модельер һөнәрен үҙләштереү өсөн Һамар ҡа­лаһына ебәрелгән тєүге төркөмдә ул да була. Матур ғына итеп уҡып бөтөп, ҡулына диплом ала, шул яҡтарҙа һөйгәнен осрата. Тормош иптәшен йүнәлтмә менән төпкөл бер ауылға ебәргәстәре, уның артынан юллана. Шулай итеп, Баймаҡ һылыуы үҙе лә уйламаҫтан, алыҫ яҡтарҙа донъя көтә башлай, мәк­тәптә уҡыта, кибет һалдыра, өс һыйыр һауа, улын ҡарай.

Быуындан-быуынға күсә килгән бағымсылыҡ һәләтен генә, тырышһа ла, йәшереп, баҫып тота алмай. Ауылдаштарының мал-тыуарын имләһенме, бала-сағаны дауалаһынмы, тәүҙә кешеләргә белдермәй генә атҡарһа ла, беҙ тоҡта ята буламы инде. Яйлап күрше-тирә ауылдарҙан да килә башлайҙар. Тыуған яҡтарына ҡайтҡан саҡта Ырғыҙҙа һыу индем, Ырғыҙ буй­ҙарында ял иттек, тип һөйләгән­дәренә иғтибар итеп, әсәһе уларҙың нәҫеленең дә революциянан һуң тап шул Ырғыҙ буйҙарынан күсеп килеүен һөйләй. Үҙе лә белмәйенсә затының боронғо төйәгенә килеп төпләнеп йәшәп ятыуын асыҡлау уға тағы ла көс бирә. Эргә-тирәләге башҡорт ауылдарын йөрөп, милләттәштәренә ярҙам итә башлай. Ун йыллап элек яҙмыш елдәре уның ғаиләһен Өфө яҡтарына ташлай. Еңел булмай, әлбиттә, барыһын да яңынан башларға әллә күпме көс талап ителә. Яйлап фатир йүнләп, эшен асып ебәрә. Ҙур ҡалала төрлө бағымсылар ҙа, экстрасенстар ҙа етерлек, конкуренция ла көслө. Альбина ханымдың Мәскәүҙә дүрт йыл уҡып алған «Ғәҙәти булмаған ысулдар менән дауалаусы», тигән рәсми дипломы булыуы ла, кешелекле һәм кеселеклеге лә уны өҫ­төнлөклө итә. Һылыу һәм һәләтле башҡорт ҡыҙы­нан кеше өҙөлмәй. Ҡала офисында ғына бик­ләнеп ултырмай, йәһәт кенә йыйынып, төрлө райондарға ла сығып ки­тә. Өләсәһенән отҡан боронғо имләүҙәр­ҙе ҡулланып дауалай ул. Бигерәк тә балаларға килешә икән уның ҡул ҡото. Сабыйҙар күп осраҡта илап аптырата, уларҙың уйламаған ғына нәмәләрҙән ҡурҡып ҡоттары оса, йыш ҡына ата-әсә уның сәбәбе хаҡында уйлап та бирмәй. Ҡот ҡойғанда, йөнтәҫ, ирәм­һеҙ уйынсыҡтар төшә, ти, күҙ тейеүҙән дә тәҙрә тире һөртөү, сәс ҡылы өтөү һымаҡ тәү ҡарашҡа үтә ябай ғәмәлдәр менән һауыҡтыра.

Шулай бәхетле генә йәшәп ятҡанда тәҡдир уны ҡаты һынауҙарға дусар итә. Бер нисә йыл хәлһеҙ һәм дарман­һыҙ булдым. Хәсрәттәремдән быуын яҙа алмам, тип уйланым. Хоҙайҙан ныҡлыҡ һәм ышаныс һораным. Ғазаптар һәм күҙ йәштәре аша үтеп, яйлап аңымды һилләгәс, моғайын да, был ҡайғылар миңә үҙ бәләләрен тейәп килгән кешеләрҙе нығыраҡ аңларға ярҙам итер өсөн һалынғандыр, тип, күрәһеләремә күнеп, бер нисә йылдан һуң яңынан элекке һө­нәремә тотондом. Кемдер йәшел йыландан ар­балған ирен ҡотҡа­рыуҙы үтенә, бәғзеһе яңылышып ғаиләһенән киткән балаларының атаһын ҡайтарыуҙы һорай, кемдер балаһын алып килә. Барыһына ла хәлемдән килгәнсә ярҙам ҡулы һуҙырға тырышам. Кемгә­лер шундуҡ килешә, кемдер яйлап һа­уыға, үҙгәреш тойманым, тиеүселәр ҙә була. Хоҙайға ҡаршы барып булмай, дауаларымдың килешеү-килешмәүе лә – бары уның ғына ҡулында. Кеше ниндәй генә диндә булмаһын, иң беренсе иман ныҡлығына, тәүфиҡ­ҡа ынтылырға тейеш, ти ҡулының ҡото, теленең ҡөҙрәте менән ябай кешеләрҙең тормошон еңеләйтергә тырышҡан сабыр аҡыллы ханым.

Гөлнара БУРАНҠАЕВА.



Теги:




Яңы һан



Журнал архивы



Һеҙҙең мөнәсәбәт

Сайттың яңы дизайны оҡшаймы?



Тауыш бирергә Һөҙөмтәләр



Мы в Одноклассниках
Мы на Facebook