Туҡлыҡлы ла, тәмле лә
Былау, дымлама, нарын, лағман... Урта Азия халыҡтарының ризыҡтары ҡабатланмаҫ үҙенсәлеккә эйә. Туҡлыҡлы ла, тәмле лә ашамлыҡтарҙы әҙерләп күрһәтеү тәҡдиме менән Өфөләге “Хәләл” ашханаһына мөрәжәғәт иттек. Директоры Таһир хажи Шәрипов та, ашнаҡсылар ҙа тәҡдимебеҙҙе ҡыуанып ҡабул итте һәм журнал уҡыусыларыбыҙға бер нисә ризыҡ төрөн бешереп күрһәтте.
Дымлама
10 кешегә: 3 килограмм һарыҡ ите, 2 килограмм картуф, 2 килограмм кәбеҫтә, 1 килограмм кишер, 1 килограмм помидор, 1 килограмм татлы борос, 1 килограмм һуған, тәменсә һарымһаҡ, тәмләткестәр (ҡыҙыл һәм ҡара борос, кинза, кардамон), тоҙ алына.
Итте ҙур киҫәктәргә ҡырҡып, ҡаҙанға һалабыҙ. Йәшелсәләрҙе эре киҫәктәргә бүләбеҙ. Артабан ҡатлап ит өҫтөнә ошо тәртиптә һалабыҙ: һуған, картуф, кәбеҫтә, кишер, борос, помидор, һарымһаҡ. Һәр ҡатлам өҫтөнән самалап тоҙ һәм тәмләткестәр һибеп барабыҙ. Һыу ҙа, май ҙа кәрәкмәй, барыһы ла үҙ һутынды бешә. Яй ғына утта әҙер булғансы быҡтырабыҙ.
Нарын
10 кешегә: 1,5 килограмм ит, 300 грамм башлы һуған, 1 килограмм он, 1 йомортҡа, 10 грамм тоҙ, самалап һыу алына.
Итте бешереп алабыҙ.
Онға йомортҡа, тоҙ, самалап (онға ҡарап) һыу һалып, ҡаты ҡамыр баҫабыҙ. Нәҙек итеп йәйеп, туҡмас ҡырҡабыҙ. Уны бешереп алабыҙ. Һуғанды ярымҡулсалап ҡырҡып ит эргәһенә һалабыҙ, 10 минут бешереп алабыҙ.
Тәрилкәгә туҡмасты, Һаламлап йәки шаҡмаҡлап туралған итте Һалабыҙ, һурпа ҡоябыҙ. Ҡара борос һибәбеҙ, йәшел тәмләткес үләндәр менән биҙәйбеҙ.
Самса
10 кешегә: 2 килограмм он, 100 грамм үҫемлек майы, 150 грамм һары май, 50 грамм тоҙ, 400 грамм һыйыр ите, 200 грамм һуған, 1 йомортҡа кәрәк.
Он, тоҙ, үҫемлек майы, һыу менән артыҡ ҡаты итмәй генә ҡамыр баҫабыҙ. Нәҙек кенә итеп, бер нисә миллиметр ҡалынлыҡта, ҡамырҙан йәймә йәйәбеҙ. Йәймәнең өҫтөнә һары май яғып, урама итеп урайбыҙ. Ике сәғәткә һыуытҡысҡа ҡуйып торабыҙ.
Һыуытҡыстан алып, ҡамырҙы 80 грамм самаһы ауырлыҡтағы киҫәктәргә бүлеп сығабыҙ ҙа һәр береһен айырым йәйәбеҙ. Ҡатламдары күренеп торорға тейеш.
Эслек өсөн итте ҡул менән ваҡ ҡына итеп турайбыҙ (ит турағыстан үткәргәндә, тәме икенсерәк килеп сыға). Һуғанды ла ваҡ киҫәктәргә турайбыҙ. Ҡара борос, тоҙ һалабыҙ.
Йәйелгән ҡамырға эслек һалып, өсмөйөш рәүешендә урайбыҙ. Өҫтөнә йомортҡа яғабыҙ һәм кунжут орлоғо һибәбеҙ. 180 градусҡа
тиклем йылытылған мейескә ҡуябыҙ. Өҫтө алһыуланып бешеп сыҡҡансы тотабыҙ.
Һурпалы лағман
10 кешегә: 500 ит, 500 грамм картуф, 600 грамм торма, 200 грамм татлы борос, 100 грамм ҡуҙаҡлы фасоль, 100 грамм сельдерей, 200 грамм томат пастаһы, 1 баш һарымһаҡ, тәмләткестәр, тәменсә тоҙ кәрәк. Ҡамыр өсөн 1-1,5 килограмм он, 1-2 йомортҡа,тоҙ, һыу кәрәк.
Итте, һуғанды үҫемлек майында яртылаш әҙер булғансы ҡыҙҙырабыҙ. Торманы һаламлап ҡырҡып ит өҫтөнә һалабыҙ, томат пастаһын өҫтәйбеҙ һәм ҡыҙҙырыуҙы дауам итәбеҙ. 10 минуттан татлы боросто өҫтәйбеҙ. Тағы ла 10 минуттан ҡуҙаҡлы фасолде, сельдерейҙы ҡушабыҙ. 10 минут ҡыҙҙырғандан һуң 1,5 литр һалҡын һыу һалабыҙ һәм 25 минут бешерәбеҙ.
Онға тоҙ, һыу, йомортҡа һалып, ҡамыр баҫабыҙ. Ул билмәндеке кеүек тығыҙлыҡта булырға тейеш. Ҡамырҙы баҫҡас, ярты сәғәткә ултыртып торабыҙ, шунан алып тағы баҫабыҙ һәм ярты сәғәткә ултыртып торабыҙ. Шунан 2 сантиметр ҡалынлығында йәйәбеҙ, өҫтөнә һары май һылайбыҙ. 2 сантиметр киңлегендәге таҫмаларға ҡырҡып сығабыҙ. Йәйенке һауытты майлап, ҡамырҙы спираль рәүешендә урынлаштырабыҙ. Өҫтөн майлайбыҙ һәм икенсе ҡат ҡамырҙы урынлаштырабыҙ. Өҫтөн майлап, целлофан менән ҡаплайбыҙ һәм 0,5 – 1 сәғәткә ел теймәҫ урынға ултыртып торабыҙ. Алып, таҫмаларҙы ҡулдар менән тәгәрәтәбеҙ (ҡамыр йәйгәндә уҡлауҙы тотҡан кеүек итеп), һуҙабыҙ, шулай оҙон итеп һуҙылғансы дауам итәбеҙ. Ҡалынлығы 0,2 сантиметр самаһы булырға тейеш. Һурпала бешереп алабыҙ.
Тәрилкәгә һурпаһы менән бергә һалабыҙ. Табынға йәшел тәмләткес үләндәр, киҫәктәргә бүлеп ҡырҡылған һарымһаҡ менән бирәбеҙ.
«Ғуйру» лағманы
10 кешегә: 500 грамм ит, 400 грамм татлы борос, 700 грамм помидор, 300 грамм һуған, 1-2 баш һарымһаҡ, 5 балғалаҡ соя соусы, тәменсә тәмләткестәр, тоҙ кәрәк.
Итте үҫемлек майында ҡыҙҙырып алабыҙ. Һуғанды – ярымҡулсалап, борос, помидорҙы эре киҫәктәргә ҡырҡып, иткә өҫтәйбеҙ һәм бер нисә минут ҡыҙҙырабыҙ. Тәмләткестәр, тоҙ, борос өҫтәйбеҙ. Ярты литр һурпа һалып(мотлаҡ түгел), ҡайнау хәленә еткерәбеҙ һәм уттан алабыҙ.
Ҡамырҙы тәүге рецептағыса әҙерләйбеҙ һәм һурпала бешереп алабыҙ.
Табынға йәшел тәмләткес үләндәр, киҫәктәргә бүлеп ҡырҡылған һарымһаҡ менән бирәбеҙ.

Гөлшат ҠУНАФИНА яҙып алды.
Теги: