Тәүге һөйөү, тәүге осрашыу…
«Ебәк тирмә» – ҡыҙ-ҡырҡын тирмәһе, ул еңгәләр, апайҙар, ағинәйҙәр фәһем бирә торған тирмәгә әйләнер тип өмөт итәм. Сәңгелдәгенән үк сабыйға тәрбиә эше алып барылыуы фольклорыбыҙҙан ап-асыҡ күренә. Сабыйҙы һикертеп, һәпсүкләп уйнатҡанда уҡ таҡмаҡланған һүҙҙәргә иғтибар итәйек: «Ҡыҙым-ҡыҙым, ҡыҙ кеше, ҡыҙыма килер йөҙ кеше, йөҙ кешегә бирмәмен, алып китер бер кеше».
Әсә ҡыҙ ғынаһының күрмәлекле, күптәр күҙе төшөрлөк булып үҫеп етеүен юрап ҡына ҡалмай, уның бер генә кешегә тоғролоҡ һаҡлап ғаилә ҡорорға тейешлеген дә хәләл һөтө менән һеңдерә.
«Ҡарабаш турғай, тәҙ(е)рәне ҡуймай, һин дә егет, мин дә егет, кәләш алып булмай», – тигән үсекләмеш иһә кесе йәшенән үк ир балаларҙы ғаилә ҡора алмау хурлыҡ икәнлегенә инандырып үҫтерә. Өйләнеүҙең мотлаҡлығы, тәртип-низамы мәҡәлдәрҙә ифрат тос әйтелгән: Өйләнмәгәндең тамыры ҡорор. Яҡшы ат бығауһыҙ йөрөмәҫ, алама атҡа тышау ҙа теймәҫ. Арғымаҡтың билгеһе – ҡаҙы йыймаҫ, ял йыйыр, яман егет билгеһе –ҡатын алмаҫ, мал йыйыр. Өйләнмәгәндең өйө булмаҫ, өйө булһа ла, иле булмаҫ. Өйләнеү – көйләнеү. Дәртһеҙ кеше – күҫәк, йәрһеҙ кеше – ишәк. Донъя күрке – йәр менән. Өйләнмәгәндән аҡыл һорамайҙар. Күреүебеҙсә, бер мәҡәл икенсеһен тулыландыра, көсәйтә, һәр кемгә «асҡыс» табырға мөмкинлек бирә, ә өйләнеү-өйләнмәү аҡыл бизмәне лә булып тора икән бит. Ҡыҙ баланы яңғыҙ ҡалдырыу уғата тыйылған, уны ғаиләле итеү тағы ла яуаплыраҡ һаналып, өҫтәмә ҡәтғи талаптар ҡуйылған. Ғәҙәттә, уны бик йәшләй кейәүгә бирергә тырышҡандар, шуғалыр ҙа өгөтләү һүҙҙәре лә ниндәй нәзәкәтле: Ҡыҙ егеткә ҡушыла – ебәк булып ишелә. Еткән ҡыҙ кейәүҙән ҡурҡмаҫ. Сәскәне ваҡытында өҙөү фарыз. Хатта буласаҡ хәләле бик иш-йоп булмағанда ла инандырырлыҡ һүҙҙәрен тапҡандар: Алама булһа ла, ир яҡшы. Ҡарт булһа ла, ирең булһын, алама булһа ла, өйөң булһын. Ҡарт ҡуйынында ҡалас бар, йәш ҡуйынында ҡамсы бар.
Никах исламда иҫ киткес юғарылыҡҡа ҡуйыла: ул милләттең нигеҙен барлыҡҡа килтереүсе шарт, ә өйләнеүсе – милләтен һәм динен яратҡан шәхес. Ижәпләнеү – ғәм алдында ғаилә өсөн яуаплылыҡ алыу, милләтте һәм үҙ барлығын дауам итеү өсөн эшләнгән фиҙакәр аҙым.
Бөгөн йәштәр күберәк үҙҙәре табыша, үҙҙәре барыша. Быға тәбиғи итеп ҡарайбыҙ. Әммә бөгөн дә уларѓа ололар күҙе, кәңәше бик тә кәрәк. Ваҡ ҡына нәмәләр ҙә кеше яҙмышына ҙур йоғонто яһауы, уйламаған яҡҡа бороп ебәреүе мөмкин. Нисек кейенергә, үҙеңде нисек тоторға тип баш вата ҡыҙҙар, ошо хаҡта һорауҙар ҙа биргәндәре бар. Нисек кейенергә? Әлбиттә, ҡойоноп, сәстәрҙе килешле итеп матурлап, таҙа, ҡупшы эске кейемдәр кейеп алыу зарур! Эске кейемеңде бер кем күрмәһә лә, был үҙеңде ышаныслы тоторға мөмкинлек бирә. Һис шикһеҙ, яңы колготка кей. Яңылыш күҙе китеп ҡуйыуы ла бар, һаҡлыҡҡа икенсеһен һалып ал. Мотлаҡ күлдәк кейергә тырыш – һөйгәнең һине енестәш итеп түгел, наҙлы ҡыҙ бала итеп күрһен. Эшләпә кейеп, күҙгә ташланып барған брошкалар, яһалма сәскәләр таҡма – был һине ҡылансыҡ йәки сәйер итеп күрһәтеүе ихтимал. Етди егеттәр тәбиғилекте хуш күрә. Хушбуйҙы бик һаҡлыҡ менән файҙалан, ул танау ярып барырға тейеш түгел. Бел, донъялағы иң яҡшы хушбуй – ул таҙа тән еҫе.
Үҙеңде нисек тоторға? Бында ла иң мөһиме – тәбиғилек. Ҡыланма. Ярамһаҡланма ла. Үҙ баһаңды бел. Егетең ишетерлек кенә итеп һөйләш. Ир-ат һинең дөрөҫ ашау-ашамауыңа бик иҫе китмәүе мөмкин, әммә лар-лор ҡысҡырып һөйләшкән, аҡырып көлгән ҡатын-ҡыҙ янында ул оҙаҡ тормаҫҡа тырышасаҡ. Егетеңде ныҡ оҡшатһаң да, иҫәр кеше кеүек янында күп көлмә, ауыҙыңды йыйып ала алмай йылмайма. Осрашыуға саҡырған икән, тимәк, оҡшата. Артыҡ ҡыланып, фекерен үҙгәртеп ҡуйма. Эстән генә “мин матур, мин ипле, мин аҡыллы” тип үҙеңде дәртләндереп тор. Әлбиттә, күҙле бүкән шикелле ҡатып та ултырма. Нимә хаҡында һөйләшергә? Тәүге осрашыуҙа уҡ эс серҙәреңде, элек ғашиҡ булып йөрөгән егетең хаҡында ярып һалма. Ул әле һинең өсөн ят кеше. Уның элекке бәйләнештәрен дә һорашма. Аҡыллы егет элекке хаталарын ҡабатламаҫ, һинең менән ул үҙен башҡаса тотор. Элеккеләрҙе белеп, көйөнөп йөрөү һиңә ниңә кәрәк?!
Әгәр элек кем менәндер осрашҡан булһаң һәм был хаҡта ул белһә, элеккеләр һинең өсөн хәҙер бөтөнләй әһәмиәтһеҙ икәнен белгерт. Футбол, машина, эсемлектәр тураһында, был хаҡта күп белһәң дә, тәүге осрашыуҙа һөйләшә торған хәбәр түгел.
Ғәҙәттә, тәүге осрашыуҙа тормош юлын һорашалар, ни менән ҡыҙыҡһыныуҙы, ни уҡығанды белешәләр. Уртаҡ шөғөлдәр ҙә асыҡланыуы мөмкин. Үҙең тураһында берәй әһәмиәтһеҙ генә ҡыҙыҡты һөйләргә була. Тик ауыҙыңа һыу уртлап ултырма, аңла, ундай ҡыҙ янында егеткә күңелһеҙ ҙә, йәпһеҙ ҙә. Ењел генє һорауҙар бир: отпускыңды йә каникулыңды ҡайҙа үткәрәһең; барған ереңдә нимә оҡшаны; сит илдә булғаның бармы; берәй илгә йәшәргә китер инеңме? Шул көндәрҙә булған ваҡиғалар хаҡында ла фекер алышырға була. Уның ҡарашы менән килешһәң дә, ә бына минең әхирәтем икенсе төрлө уйлай, тип уны нығыраҡ асылырға мәжбүр ит. Бөтөнләй ғәҙәти булмаған һорау биреп тә, һөйгәнеңдең рухи ҡиммәттәрен асыҡларға мөмкин. Әйтәйек, кеше йәшәмәгән утрауға барып эләкһә, тере ҡалыр өсөн нимәләр эшләр инең, тип һорап, уның көтөлмәгән хәлдәргә ни кимәлдә әҙерлеген аңларға була. Көтөлмәгән һорауҙар бир, әммә тәбиғи һәм ябай булып ҡал. Онотма, һин – матур, һин – аҡыллы, һин – ипле, һин – нурлы. Бындай ҡыҙға ғашиҡ булмау мөмкин түгел.

Гүзәл СИТДИҠОВА.
Теги: