Ата йорто
“Тупрағы баҫылып өлгөрмәгән, кәҫләнеп, ярмаланып ятҡан оҙонса ҡәбер эргәһендә туҡтайбыҙ. Зиһенем бер томалана, бер яҡтыра: мине һауаға сөйөр көслө ҡулдар; хикмәтле әкиәттәре менән арбар яғымлы тауыш; икмәк, ҡыр, үлән еҫе аңҡыған йылы ҡуйын; яландарҙан килгән суҡ-суҡ еләк-күстәнәстәр; оҙон күкрәксәгә ятып, тегер-тегер тәгәрәгән тәгәрмәстәрҙә бәүелә-бәүелә, алдына башымды һалған килеш уның Ирәндек тауҙарындай оҙон, юғары, ялан һауаһылай иркен, наҙлы йырҙарын тыңлап барыуҙар – береһе лә ҡабат булмаясаҡ. Уларҙың бөтәһен дә бына ошо сөм-ҡара тупраҡ баҫҡан. Әсәйем, бер ус дымлы тупраҡ алып, күкрәгемә баҫа – йәнемә ҡәбер һалҡынлығы үткәреп, ҡайғымды баҫырға, онотторорға итә, күрәһең”. Был өҙөктө мин тәүге әҫәрҙәремдең береһе “Туғай тулы бәпембә” исемле хикәйәмдән алдым. Яҙыусының булмышы уның әҫәрҙәре буйлап сәселә-үрелә килә торғандыр. Бала сағыңда, үҫмер йылдарыңда күңелеңде нимә тетрәндергән – башта шул шытып сыға бит. Мине иһә ғүмерем буйына атайымдың яратыуы һәм уны юғалтыу һағышы оҙатып килә. Әгәр ул мине ныҡ иркәләмәгән булһа, был юғалтыу ул ҡәҙәр ауыр ҙа булмаҫ ине, бәлки...
Юҡ, беҙ етемлек күреп үҫмәнек. Уныһы хаҡ. Бер кем дә беҙҙе йәберләмәне, ҡаҡманы, үгәйһетмәне. Бары тик ауыр эшкә (ауылда, бигерәк тә ул саҡта, һуғыштан һуңғы йылдарҙа, еңел эш юҡ та ине инде) иртәрәк егелдек. Венера апайым, курс бөтөрөп, II Этҡол ауылына, йәғни урман башҡорттары яғына, иген келәттәренә лаборантка булып китте; ун биш йәшлек Фирҙәүес апайым фермаға быҙау ҡарау эшенә тотондо; ғаиләлә берҙән-бер ир бала – Илдар ағайым – Түбә урта мәктәбендә VIII класта уҡый башлаған еренән кире ҡайтты, һөтсөлөк фермаһына ун өс йәштән эшкә төштө. Кейәүгә сыға, китә торған апайҙарҙан тороп ҡалған “вазифалар” миңә ҡала торҙо; дүртенсене бөткән йәйҙә ағайымды хеҙмәткә алдылар (ул дүрт йыл хеҙмәт итте) – уның йөгө лә башкөллө миңә күсте. Хәтеремдә, шул йәйҙе, һигеҙле салғы күтәреп, сабынлығыбыҙға инәү һалырға киттем. Инәү генә һалам тигәнсе, кеше булмағас, бөтә сабынлыҡты бер үҙемә “һыпырып һалырға” тура килде. Мал ҡарау, утын әҙерләү, бысыу, ярыу – бөтәһе лә минең өҫтә булды. Хәҙер үҙемә ҡайһы саҡ: “Әгәр ете йәшем тулыр-тулмаҫтан атайҙы юғалтмаған булһам, яҙмышым ни төрлөрәк булыр ине икән?” – тигән һорауҙы бирәм. Юрауы ҡыйын. Ә бына үҙемдән олораҡ ғаилә ағзаларының яҙмышы, моғайын, икенсе төрлөрәк булыр ине ул. Бигерәк тә ағайымдыҡы: ундағы хәтер, зирәклек менән әллә ниндәй уҡыу йорттарына ингән булыр ине ул. Сибәрҙәрҙән-сибәр Фирҙәүес апайым яҙмышына ла атайҙың булмауы үҙ эҙемтәләрен һалмай ҡалманы, әлбиттә.
Бая әйткәнемсә, әсәй беҙгә етемлек күрһәтмәне. Хәтеремдә, беҙҙең урамда мин үҫкән йылдарҙа атайлы кешеләр булманы тиерлек. Атай үлгән йылды микән, икенсе йылынамы, минән бер ун биш йәшкә өлкән апай арбала китеп барған апа (бабай) артынан:
– Атай! Балтаң ятып ҡалған, атай! – тип ҡысҡырҙы. Шаңҡыным. Һушымды йыйғас, тышҡы усаҡ эргәһендә йөрөгән әсәйем янына зыйлап йүгереп индем дә:
– Әсәй, әсәй! Ә нишләп ул Нәсихә апайҙың атаһы бар?! Ул бит инде ҙур! – тип хәбәр һалдым.
Әсәйем ни тип яуап биргәндер – иҫтә ҡалмаған. Тик мин ошо хәлдән һуң атайһыҙлыҡ һәр кем өлөшөнә төшкән бәлә түгел икәнен аңланым. Эйе, аҙаҡ мәктәпкә уҡырға төшкәс, атайһыҙлыҡтың өҫ-баш, монаят айырымлыҡтарына ла килтереүен тойҙом: аталы балалар быйма кейәләр, өҫтәрендә – магазин пальтоһы, йә саңғы, йә конькиҙары бар, портфелдәре – күн... Улар дәрес ваҡытында “бөгөн кем миңә утын бысышыр” тигән борсоулы уйҙар менән үҙҙәренең кәйефен төшөрмәй; яҙ, малдың бесәне бөткәс, “бөгөн һыйыр нимә ашар?” тигән уйҙар менән бөтөрөнмәй. Балаларҙа – балалар ҡайғыһы, ә миндә – оло кеше хәстәре. Миндә Алыҫ Көнсығышта хеҙмәт иткән Илдар ағайыма яҙған хаттар һаҡлана. Уларҙы 5-6 класс уҡыусыһы яҙған тип әйтерлек түгел. Яҙыуы – балаларҙыҡы, йөкмәткеһе – хәсрәт баҫҡан оло кешенеке.
Ауырлыҡтар әҙәмде иртә олоғайта, сәләмәтлеккә лә кире йоғонто яһамай ҡалмай, ләкин, икенсе яҡтан, сыныҡтыра ла. Әсәйем һәр ваҡыт: “Әсәле бала етем түгел!” – тип әйтеп, ныҡып ултырыуы рухты һындырмағандыр. Икенсенән, атайҙың үҙе тере саҡтағы яратыуы һаҡлағандыр мине.
... Кис. Атай эштән ҡайтып ингән. Етеле йә унлы шәм яҡтыһында ағай, апайҙар дәрес әҙерләй. Мин – атай өҫтөндә. Күкрәге – сәхнә. Ике ҡулы – ике ҡурсаҡ. Шул ҡулдарҙы кейендереп, әртис яһайым. Ул һөйләгән әкиәттәрҙе тамашаға әйләндерәм; ятыр алдынан сәй эсәбеҙ. Мин – атайҙың елкәһендә. Башы – өҫтәл. Мин, йәнәһе, урындыҡта ашъяулыҡ тирәләй ултырып түгел, ә өҫтәл артында сәй эсәм.
– Исмаһам, ошо балаға бер тапҡыр булһа ла “ҡуй!” тиһәңсе?! – ти әсәйем.
Атай өндәшмәй. Сабыр. Дүрт йылдан ашыу яу юлдарында үлемдең күҙенә ҡарап, иле өсөн ҡалҡан булып ҡалҡҡандар ғына, бәлки, был сабырлыҡҡа эйәлер? Ҡыш ошолай үтер булды. Ә йәйҙәрен – беҙ арбала. Атай – бригадир. Бесән өҫтө етһә, яланда ҡайтмай ятабыҙ. Атай – бесәнселәр менән, мин ҡыуыш ҡарауыллайым. Төшкөгә ҡайтыуҙарына йә еләк, йә сейә йыйып булашам. Күп түгел, көсөмә ҡарап инде. Иң ҡыуаныслыһы – мин уны алыҫтан уҡ күреп алам да ҡаршы йүгерәм, атай, эйелеп, мине ат өҫтөнә тартып ала. Ҡанат үҫеү бына ошо була инде бала өсөн! Кис малайҙар ат эсерергә йылғаға саба. Атай мине үҙенең ҡола бейәһенә мендерә. Ат башҡа аттар артынан күндәм генә ҡуҙғала, мин йыш-йыш ҡына, ҡулын артына ҡаушырып, беҙҙе күҙәтә-күҙәтә эйәргән атайыма ҡарап алам:
– Әйҙә, малҡай!
Юртып ҡына бара ҡола бейә. Атай – яҡында ғына, шуға күрә тамсы ла ҡурҡмайым!
Бәндә үткән тормошон һағыныусан, идеаллаштырыусан инде ул. Әммә йылыға йылан да эйәләй, тиҙәр. Бала күңеле үҙен яратҡанды ла, яратмағанды ла ныҡ тойоусан. Яратыу бар ерҙә эскерһеҙлек, һаулыҡ та, бәхет тә бар. Атай үҙе үлһә лә (ул кешеләр ғүмерен ҡотҡарған саҡта һәләк булды), беҙҙең ғаиләлә бер-береңә хөрмәт һәм яратыу, ярҙам, татыулыҡ сифатында йәшәүен дауам итте. Атай менән әсәй ҡалдырған ошо мираҫтың ололоғон беҙ йәшәй-йәшәй төшөнгәндән-төшөнә барабыҙ.
Яңыраҡ Илдар ағайымдың (ул Сибай ҡалаһында йәшәй) 75 йәшлек юбилейын үткәрҙек. Атайыбыҙҙың балалар яратыуын ул үҙ балаларына бирҙе. Уландары инде 50-гә етһә лә, ағайым өсөн улар әле булһа бала. Илмирға ла, Әмиргә лә үҙенең өйөнә яҡын нигеҙҙәр ҡороп, йорттар һалышты. Көндәлек эштәрен дә, төштәрен дә һәр саҡ күҙ уңында тота атай кеше. Улым ҡайҙа – ҡулым шунда, тигәнде иҫенән сығармай ул бер ҡасан да. Беҙ ҙә, уның ҡыҙ туғандары, ағайыбыҙҙың сибек яурындарына таянып “ир еттек”. Уға арҡаланып, мин урта мәктәпте (Түбә ҡасабаһына 25 саҡрым араны йәйәү йөрөп) тамамланым, университеттың көндөҙгө бүлегендә уҡып, юғары белемле филолог булып сыға алдым. Илдар ағайым атайҙың әсәйгә: “Таңсулпанды уҡыт”, – тигән васыятына тоғро ҡалды, ярҙамынан ташламаны.
Яҙмыш ҡушыуылыр инде, беҙ, өс ҡыҙ бала, төрлө тарафтарҙа ғүмер кисерәбеҙ. Ағайҙың йорто – төп йорт. Байрамдарыбыҙ ҙа, йолаларыбыҙ ҙа шунда атҡарыла. Йыл да килеп, йыйылып баш эйә, күҙ төптәрен сылатып, хәтер яңырта торған тағы бер урын бар: ул атай ҡәбере. Йәнәшәһендә – әсәй.
“Ағас тирмән ауыр була –
Беләккәйҙе талдыра.
Ата йорто яҡын була –
Йөрәккәйҙе яндыра”.
Был йырҙы мин ҡара йәшемдән ишетеп үҫтем. Көн дә, мәктәптән ҡайтыу менән, әсәй, ағас тирмәнде – ботома, үҙемде, тирмән менән бергә урындыҡтан шылып төшөп китмәһен тип, билемдән уратып стенаға бәйләп, бойҙай тартырға ултырта ине. Сей бойҙай тартыу ҡурмас тартыу түгел – беләк тала. Шуға күрә был йырҙы минең ише беләктәрен талдыра-талдыра тирмән тартҡан ҡыҙҙар сығарғандыр, тип уйлай торғайным. Баҡһаң, улай ғына түгел икән: ата йорто тирмән тартып ҡарамағандар өсөн дә берҙәй эҫе, берҙәй ҡәҙерле. Ни генә тимә, ир-ат – ғаилә генә түгел, тотош ил ҡото. Илдең олтаны ла улар, солтаны ла. Ғаиләлә атаң ҡото менән ҡотланып, нурланып һәм илһамланып, “тормош” тип аталған ҙур юлға сығаһың. Арый башлаһаң, кәрең бөтә барһа, йәнә уға килеп йығылаһың. “... Байтаҡ йылдар уҙғас, күп юлдар үткәс, диңгеҙ хәтле һыуҙар кискәс, ата-әсәйем, инәйҙәрем оҙатып ҡалған оло йортҡа тағы килермен. Үҙҙәрен дә, ғүмер иткән донъяларын да таба алмағас, оло юл менән үргә, зыяратҡа күтәрелермен. Исемдәре уйылған таштарҙың бер-береһенә күрше генә тороуҙарын күрермен дә, аяҡ остарына сүгәләп, былай тип өндәшермен:
– Тегендә үҙегеҙҙе тапмағас, аяғым ошонда тартты. Бәғзеләрегеҙҙең нигеҙе лә юҡ хатта...
– Юҡ, ҡыҙым, беҙ барбыҙ. Беҙ – ербеҙ, тыуған тупрағыңбыҙ, игелекбеҙ. Күпме йылдар үткәс тә беҙҙе эҙләп килгәнһең икән, беҙ һинең йәнеңә лә шул рәүешле уйылғанбыҙ. Беҙ – йыр ҙа, икмәк тә, беҙ – мәңгелек, беҙ – иман! – тигән ауаз ишетермен”. 80-се йылдар башында “Башҡортостан ҡыҙы” журналында башлап донъя күргән “Күгәрсен йыры” исемле хикәйәмдә шулай яҙғанмын. Эйе, ата ҡото, ата йорто булып, күңелебеҙгә уйылған, йөрәккә үрелгән. Ҡәҙимге бәндәнән ырыҫлы әҙәм яһаған ҡот. Ҡотло рухҡа һыйынып йәшәү – үҙе оло бәхет. Бәхетлеләрҙән иһә донъяға тик бәхет бөркөлә...

Таңсулпан ҒАРИПОВА.
Теги: