Мәскәү башҡорто

Зөлфирә ҠАҘАҠБАЕВА – Баймаҡ районы Бөрйән-Йылға ауылында тыуған. Биш бала әсәһе, Йылайыр районының “Ауыл уттары” гәзитендә хәбәрсе булып эшләй. Башҡортостан Яҙыусылар һәм Журналистар союздары ағзаһы. “Сиселмәгән сер” (2004), “Хыялға илтер һуҡмаҡ” (2011) проза китаптары авторы.

Хикәйә

Тормош ваҡ-төйәк осраҡлыҡ­тарҙан тора, тиеүҙәре дөрөҫтөр: ваҡ-ваҡ ярсыҡтарҙан иҫ китмәле гүзәл әйберҙәр эшләп булғандай, эреле-ваҡлы, мөһим йә бигүк кәрәкмәгән, йәнде йылытырлыҡ йәки күңелде өшөтөрлөк ваҡиға­ларҙан кешенең тормошо төҙөлә, яҙмышы ярала. Кәримәнеке ке­үек...
Кәримә
Кем ул Кәримә тиһегеҙме? Минең класташым ул, яп-ябай ҡыҙ. Мәктәпте уртаса ғына тамамлағас, унда төртөлөп, бында төртөлөп ҡараны ла, Башҡортостанда бер генә училище, техникум да мөсһөҙ генә белемле ҡыҙҙы уҡырға ҡабул итергә теләмәгәс, күрше Ырымбур өлкәһенә сығып китте һәм... юҡ, юғалып ҡалманы, институтҡа уҡырға инде лә ҡуйҙы. Ярай әле, инеүен-ингәс, ташламаны, мәктәптәге кеүек үк этеп-төртөп уҡып бөттө. Стипендия алмаһа ла, бирешмәне, апаһы ярҙам иткеләштереп торҙо.

Уҡып бөтөр-бөтмәҫ, шәп кенә егетте эләктереп, кейәүгә сыҡты ла, егеттең районына эшкә ҡайттылар. Ауыл хужалығы институтын бөткән ирен совхозды етәкләргә ҡуйғандар, директор бисәһе булып маҙырап йәшәй, тигән шыш-быш ишетелеп ҡалды. Шунан һуң Кәримәне күрмәнем, дөрөҫөрәге, ҡыҙыҡһынманым да.
Сирек быуат үткәс һабаҡташымды осратырмын да танымаҫмын, тип башыма ла килтермәнем. Хәйер, баштан һөйләйек әле.
Мәскәүгә юл төштө. Нимәгәме? Туйға. Мәскәү вуздарының береһендә уҡып йөрөгән улым кәләш алды ла, ғүмеремдә бер булһа ла Ҡыҙыл майҙанды, Кремлде күреү насип булды. Киленебеҙ баш ҡаланыҡы түгел-түгеллеккә, үҙебеҙҙең Башҡортостан ҡыҙы, Аллаға шөкөр. Һәм улар үҙҙәре өсөн ҙурҙан ҡупмай ғына, бәләкәй генә бер студент ашханаһында (беҙҙең өсөн иһә хайран ҙур һәм ҡыйбат!) туй яһап ташланылар.

Шуныһы аптыратты: йәштәр үҙҙәре һүҙгә лә, бейеүгә лә, ярыш–марыш ойоштороуға ла һәләк шәп булһалар ҙа, алып барыусы саҡырғандар ине. Уныһы шар ҙа мар алып бара, телгә бөткән нәмә икән, бер минут тынғылыҡ бирмәй, әйтәгүр. Беҙ, ундай шау-шыуға өйрәнмәгән ауыл бисәһе менән ауыл ирекәйе, уны тыңлаған да юҡ, ҡолаҡ геүләп, баш зыр әйләнеп, иҫ китеп тик ултырабыҙ. Беҙгә иғтибар иткән кеше лә юҡ, туй башланғанда ғына бер-ике ауыҙ һүҙ әйттергәйнеләр, уныһын да тел аңҡауға йәбешеп, йүнле-башлы әйтеп тә булманы әле. Ир тигәнем, лыс тир булып, “за вас” тип эсергә генә көс тапты...
Шулай аңҡы-тиңке булып ултырғанда, “Можно я вам погадаю?” тип, юҡ, Аллаға шөкөр, сиған түгел, баяғы ҡатын тора. Тамада.

Ни әйтергә белмәй аптырап, ауы­ҙымды асҡансы был оҙон, хәтәр матур тырнаҡлы нескә бармаҡтары менән минең өс һыйыр һауып, тиҙәк түгеп, бесән эшләп, колорадо ҡуңыҙы менән көрәшеп, ярғыланып бөткән, йәшелле-күкле ҙуп-ҙур, иләмһеҙ ҡулымды тотоп та алды. Мин ыҡ-мыҡ иткәнсе, ул урыҫсалап:
– О-о, балаларығыҙ күп икән, ауылда йәшәйһегеҙ, тормошоғоҙ матур, – тип һөйләй ҙә башланы. (Минең ҡулды күргән кеше ауылдан икәнде әйтер инде!) Унан минең бер аҙ мыҫҡыллап, ышанмай ҡарауымды тойоп, ауыҙын ҡолағыма терәне:
– Бер кем дә белмәгән серегеҙҙе әйтәйемме? – Шул ҡәҙәр тәмле хушбуй еҫе бәрелде, танауымды тартып, ныҡ итеп еҫкәгәнемде һиҙмәй ҙә ҡалдым.
– Шанель №5, – тип өлгөрҙө һап-һары сәсле, мода журналынан төшкән һылыу ҡыҙ. – Шәп! Оҡшаймы? – Унан саҡ ҡына уйланғандай итте лә, – ә сере­геҙ шул: һеҙҙе студент ваҡытығыҙҙа бер егет үлә яҙып яратҡан. Һеҙ уға ризалыҡ бирмәгәс, үҙ теләге менән теге донъяға олаҡҡан. Уның артынан саҡ ҡына һеҙ ҙә китмәй ҡалғанһығыҙ. (Был тиклемен утыҙ йылға яҡын донъя көт­кән ирем дә белмәй. Ғүмергә ете йоҙаҡ аҫтына бикле, үҙем менән ҡәбергә китер серҙе асҡан күрәҙәсегә ауыҙымды яба алмай, былай ҙа ҙур күҙҙәремде – битеңдә күҙеңдән башҡа бер нәмә лә юҡ, тиҙәр – шар асып төбәлеүем сибәр­кәйҙең күңеленә хуш килде, ахыры, йылмайып ебәрҙе! – Ышандыңмы минең көсөмә?! – Аңшайыуҙан һаман тел­гә килә алмайым. – Ышанмаһаң, тағы бер йәшерен сереңде асам?
– Юҡ-юҡ, кәрәкмәй, ышандым.

– Ә һеҙ? – ҡыҙыҡай серле күҙҙәрен шул ҡәҙәр мөлдөрәтеп иремә төбәлде, минән дә матурыраҡ ҡатын-ҡыҙ күреүгә күҙе күнекмәгән байғошомдоң сәстәре үрә тороп (сәстәре генәме икән әле, кем белә?!), тамағына тығылған төйөр­ҙө йота алмай хитланғансы, тамадабыҙ наҙлы селтерәп кенә көлөп, иремдең яурынына ярым асыҡ тығыҙ түштәре менән һөйәлде: – Минең күрәҙәселегемә ышанаһығыҙмы?

Бындайын да хисле тауышты ишет­мәгән, илерткес еҫте еҫкәмәгән бахырғынам, телһеҙ ҡалып, йыланға арбалғандай, һылыуҡайҙы йоторҙай булып төбәлде.
– Ә һеҙ ҡатынығыҙға хыянат итә­һегеҙ икән, – тимәһенме был. – Икенсе ерҙә йәнә бер ҡатынығыҙ, йәғни һө­йәркәгеҙ, бар һәм улығыҙ үҫә. – Иремдең шул тиклем ҡобараһы осто, бер секундта сәстәре ағарыр инде йә инфаркт була күрмәһен, тигән уй үтте башымдан.
Уның был халәтен күргән ҡыҙсыҡ оҙаҡ итеп көлдө лә:
– Йөрәгегеҙ туҡтамаһын берүк, шаярттым. Һеҙгә кем ҡараһын ошо бисә­геҙҙән башҡа, – тип беҙҙе бер секундта ысынбарлыҡҡа ҡайтарҙы.
– Ә киләсәгебеҙ? Киләсәк тураһында әйтмәҫһегеҙме? – Мин мөмкинлекте файҙаланып ҡалырға ашыҡтым, ҡасан шундай экстрасенс осрай әле.
– Киләсәктеме? Киләсәктә – туй! – Сибәркәй нәзәкәтле генә итеп, актрисалар шикелле яһалма ҡыланып, ҡулдарын ян-яҡҡа йәйҙе, миңә эйелеп, – үкенескә күрә, ошо ир йораты менән үлгәнсе бергә йәшәйәсәкһең һәм, иң мөһиме, бәхетле генә! – тип шыбыр­ҙаны ла, тағы сылтыраны.
Минең алйот шикелле мәғәнәһеҙ, аптыраулы ҡарашыма, икебеҙгә алмаш-тилмәш күҙ йөрөттө лә:
– Неужели һин мине танымайһың? – тип һораны, бығаса шытырлатып урыҫса ғына лыбырҙаған мәрйәм, яп-ябай, башҡортсалап.
– Танырға тейешменме?
– Эйе, мин бит Башҡортостандан. Сеп-сей Баймаҡ башҡорто. Шул тирә­нән эҙлә, – ти был.
Бер кем дә башыма килмәне.
– Һаман да әйтә алмаһаң, спорить итә­беҙ. Тәк, еңелһәң, бына... ул мине баштан-аяҡ ҡараны ла, йүнле нәмә тапмағас, бармаҡтағы туй балдағына төрттө:
– Ошоно бирәһең. Таныһаң, минең беләҙекте алаһың. (Уның ҡулындағы ваҡ ҡына ҡаштарҙан ялтырап торған, яҫы алтын биҙәүесте һинд киноларынан тыш күргәнем дә юҡ!). Арзан түгел, уны һатып, Өфөлә өс бүлмәле фатир алырға була.
Юҡ, таныманым. Ә һеҙ, хөрмәтле уҡыусылар, моғайын, аңлағанһығыҙ­ҙыр, был минең хөрт кенә уҡыған класташым – Кәримә булып сыҡты. Нисек Карина булып китеүе – үҙе бер тарих.

Карина
Нисек кенә һабаҡташым менән ҡыҙыҡһыныуым көслө булмаһын, баш­ҡаса уның менән туй мәжлесендә һөй­ләшергә форсат сыҡманы. Ҡайҙан бул­һын инде ундай форсат, тамада кешенең бер минут та буш ваҡыты юҡ бит ул. Әйтергә кәрәк, үҙенә тигән аҡсаны Кәримә-Карина тулыһынса эшләне: шәп алып барҙы, беҙҙекеләргә ул яҡтан Каринаға етергә, ай-һаай!
Мәжлес тамамланырға ваҡыт еткәс, класташым минең эргәмә килде:
– Ҡайҙа осрашабыҙ? Әйҙә, беҙгә киттек, төнө буйы һөйләшеп ултырырбыҙ.
Беҙҙең поезға билет алынғанды, вок­залға барырлыҡ ҡына ваҡыт ҡалғанын белгәс, Карина бер аҙ уйланып алды.
– Улайһа, мин һеҙҙе оҙатам, юлда һөйләшербеҙ.
Юлда тигәнебеҙ поезда булып сыҡ­ты. Проводницаға шым ғына йәш­келт төҫтәге ҡағыҙҙы төрткәс, ялмауыҙ шикелле шырт ҡына юғалған ҡағыҙ артынан, ҡолаҡтан ҡолаҡҡа етерлек ауыҙ йырылып китте.
– Киләһе станцияла төшөрмөн, – тине Карина иҫе китмәй генә. – Исмаһам, туйғансы үҙ телебеҙҙә һөйлә­шеп, ғәйбәт сәйнәп ҡалырмын. Арытты ла, бер ыңғай кешенән ял итермен.

Туй алды мәшәҡәтенән, барған юл-да, туй ваҡытында алйыған, йөҙ төрлө шарап-араҡы-коньяк-шампан­дәрҙән арыған (һәр береһен тәмләп ҡарау кә­рәк бит, ҡайтҡас йылдар буйы иптәш­тәргә һөйләп маһайырға!) ире­кәйем йоҡларға ауғас, ҡапма-ҡаршы ултырып бер-беребеҙгә текәлдек. Класташ ти­һәң, ҡороғор, был сибәр менән ниндәй уртаҡлығым бар? Минең алтын юбилей етеп килһә, уға ҡап яртыһын биреп була. Өҫтөндәге кейемдең матурлығын, сәстәге прическаның шәплеген, биҙән­гестәрҙең ымһындырғыслығын һөйләп тә тормайым. Минең иң яҡшы иҫәплән­гән салбар менән пинжәгем уның эргә­һендә контора ҡомағыныҡына оҡшап ҡалды. Кәүҙәһе лә матур, төп-төҙ, бил тәңгәленә генә әҙерәк беленеп ит ултыра башлаған. Әммә минең 52-се үлсәм эргәһендә уның 42–һе хәт-тәәәр матур күренә бит әй!

– Өс йыл ғына кешесә йәшәп ҡалдыҡ Мансур менән (минең ир), совхоз директоры ауылдағы иң бай кеше ине ул саҡта. Һәм ҡапыл – коммунизм бөт­тө, ер түңкәрелде, буш торҙоҡ та ҡалдыҡ. Аралары бер генә йәш айырмаһы булған ике ҡыҙ, мин дә, ирем дә эшһеҙ. Бер-ике йыл йонсоноҡ әле. Шунан, туҡта, мәйтәм, былайтып ултырып булмаҫ, коммерсант булып ҡарайым. Тәүҙә эргәләге Эстәрлегә йөрөп, ваҡ-төйәк алып ҡайтып һаттым, унан Өфөгә, артабан Төркиәгә юлландым. Челнок булып аҙ йөрөлмәне, тик һаман байып китеп булмай. Ҡайҙан булһын инде: ауылда кем ҡыйбатлы әйбер алһын? Иң арзанын, иң аламаһын, ҡытай тауа­рын ярата бит улар. Тоттом да Мәскәү­гә сығып киттем. Ир эшһеҙ, бала ҡарап өйҙә ултыра. Мәскәүҙән алып ҡайтып, Эстәрлелә һатам, Мәс­кәүҙә ҡыйбат һа­налғандарҙы бынан унда алып барып һатам. Килеп сыға башланы бит әй! Шулай ҙа юл мә­шәҡәте, сумка һөйрәп йөрөү ялҡытты. Башҡа челноктар ме­нән бергә фатирға инеп, шунда төйәк­ләндем. Ирҙе өгөтләйем, саҡырам, юҡ, ҡурҡа. Әҙерәк аҡса йыйып алдым да, ҡаланан ситтә генә бер коммуналканы ҡуртымға алып, ҡыҙҙарымды алып килдем. Улар ошонда Мәскәүҙә уҡырға барҙы. Ир ҡалды, аралар һыуынды. Тиҙҙән, ул бер бисәгә йортҡа кергән тип ишеттем дә, бөтөнләй уны уйымдан алып ташланым. Әммә һыуыҡта, ямғыр­ҙа тороп һатыу итеү ялҡытты, был эш­те ташлап, аҡсалы эш эҙләү менән булыштым. Бе­ләһеңме нимәнән башланым: ташландыҡ бер бүлмәне ремонтлап, бөҙрәхана астым. Һатыусыларымдың араһында парикмахер ҡыҙыҡай бар ине, шуны эшкә алдым. Арзанға ғына ярлылар өсөн бөҙрәхана булды ул. Шулай ҙа кешеләр өҙөлмәй йөрөгәс, аҡса килә башланы. Шунан ҙурайттыҡ, матурлыҡ салонына әйләндерҙем. Унан икенсе, өсөнсө урында парикмахерскийҙар астым. Артабан үҙемдең магазиндарым, ресторан барлыҡҡа килде. Хәҙер минең өс магазиным, өс рестораным, биш-алты матурлыҡ салоным бар. Бер магазиным хатта, беләһеңме, ниндәй – автомагазин, йәғни автомобилдәр һатам.

“Улайһа нимәгә тамада?” – ти­һеңдер. Эйе, бер осор тамада булып байтаҡ аҡса һуҡтым. Хәҙер ул һирәк кенә, яҡташтар өсөн күңел асыу өсөн генә. Бында түләнгән аҡса тегеләре килтергәне янында сүп кенә булһа ла, туй үткәреп күңелемә ял алам. Ике ҡыҙым да Мәскәү егеттәренә тормошҡа сыҡты. Аяҡтарында ныҡ баҫып торғандарға. Улар ҙа миңә ҙур ғына ярҙам итте: бәйләнеш булдырыуҙа, яңы клиенттар табыуҙа һәм башҡаларҙа. Иң тәүҙә аҡсам булыу менән йылы илдәргә ял итергә китә инем. Хәҙер аҡсаны ҡы­ҫып ҡына тотам, сөнки Мәскәүҙә фати­рым булһа ла, яҡындағы бер ҡалала шәхси йорт һатып алырға уйым бар.
Кәримә, ниндәй Кәримә булһын, Карина һөйләне, мин уны тыңлап ойоп киткәнмен. Ялтырап торған батша һарайҙарының күҙ яуын алып торған алтын баҫҡыстарынан батшабикә булып күтәрелеп барғанымда, тайып китеп, ҡолап төштөм дә, күҙемде астым. Ир бер ни белмәй йоҡо һимертә.

Төш кенә булған, ахырыһы, тип уйлап та өлгөрмәнем, беләгемдә ниҙер ялтырап китте: ваҡ-ваҡ ҡына гәүһәр ҡашлы беләҙек! Ҡулымды семтеп-семтеп, ысын икәненә ышанғас, тиҙ генә сисеп, ике түш арама тыҡтым. Ошонда ятһын. Өфөләге өс бүлмәле фатирға торошло ҡиммәтле әйберҙе кеше поезда тағып китеп бармай инде, ҡулың менән ҡуша ҡырҡып алып китерҙәр. Ысын!

Поездың кескенә өҫтәленә йәбештерелгән зәңгәр төҫтәге ҡағыҙ киҫәгенә күҙем төштө:
“Уятырға йәлләнем. Хуш! Бына шулай йәшәп яталар инде Мәскәү баш­ҡорттары. Уралға сәләм! Әй, ниндәй Урал ул, класташмы тип башыңды ҡатырма, бында күнегелгән “Мы с Урала” тип, Башҡортостаныма сәләм! Ғүмер булһа, бер ҡайтырмын әле. Бәл­ки, ҡарт көнөндә ошо матурлыҡты күрһен өсөн Мансурҙы ла ҡайтып алып килермен, бассейн эргәһендә төрөпкә тартып, алма-хөрмә ашап, йылы халатҡа төрөнөп, француз коньягы һемереп ултырһын әле, ивет? Карина”.
Барыбер һағыналыр ул ғәзиз төйәген, тәүге һөйгән йәрен Мәскәү башҡорто...



Теги:




Яңы һан



Журнал архивы



Һеҙҙең мөнәсәбәт

Сайттың яңы дизайны оҡшаймы?



Тауыш бирергә Һөҙөмтәләр



Мы в Одноклассниках
Мы на Facebook