Финанс ҡапҡаны!
Көҙөн бер осрашҡанда яҡын әхирәтем аптырарлыҡ хәбәрҙәрен һөйләп киткәйне: “Бик яҡшы финанс компанияһы бар икән! Банкынан алған кредитыңдың дүрттән бер өлөшөн уға бирһәң, ул шул кредит буйынса түләүҙәреңде тулыһынса үҙ өҫтөнә ала. Ҡыҙым институтҡа уҡырға ингәндә алған ике йөҙ мең һум кредитым бар ине, әле күршеләрҙән илле мең бурыс һорап тороп, шул компанияға илтеп ҡайтып киләм, килешеү төҙөнөм – ай һайын банкыға минең өсөн ул түләп барасаҡ”. Ғүмер буйы баш күтәрмәй эшләп, ике балаһын кеше итергә тырышҡан, бер ерҙә лә баҫылып эшләмәгән ялҡау ирен аҫраған, ҡыҫҡаһы, донъя йөгөн бер үҙе тартҡан әхирәтемде йәлләп, үҙәгем өҙөлөп китте: “Мәрхәмәтлек күрһәтеүсе ниндәй компания ул? Буштың атаһы үлгән, алданып ҡына ҡуяһың инде!” Ауырлыҡтарҙы шаян һүҙ менән еңеләйтә торған холҡо бар уның. Был юлы ла сыңғырҙатып көлдө лә: “Эй, дуҫҡайым, донъянан артта ҡалғанһың икән! Кем тәүәккәлләмәй, шул шампан шарабы эсмәй! Беҙҙең ярты ауыл кредиттарын шул компанияға тапшырҙы. Ике туған апайымдың ҡыҙы хатта махсус рәүештә төрлө банкыларҙан ун кредит алып, 25-әр процентын уға бирҙе, хәҙер машинала елдерә, сит илдә ял итеп ҡайтты. Ҡалаларҙа ҙур-ҙур ипотека кредиттарынан шулай анһат ҡотолоусылар бар икән!” – тип китеп барҙы.
Ләкин бөтәһе лә, әхирәтем көткәнсә, ал да гөл килеп сыҡмай. Компания кредит буйынса ике ай ғына иҫәпләшә лә, ниндәйҙер сәбәптәр тыуыуға һылтанып, өсөнсө-дүртенсе айҙарында түләмәй. Был хаҡта банкынан шылтыратып әйткәс, әхирәтемдең сәстәре үрә тора. Әллә күпме йыйылып киткән пеняны ла, кредит суммаһын да, билен биштән быуып, үҙенә ҡапларға тура килә. Буранлы декабрь көндәрендә компанияның Өфөләге бүлексәләрен урап сығыуҙары бушҡа була. Тиҙҙән компанияның бүлексәләре бер-бер артлы ябыла башлай. Республикабыҙҙа был ойошма етәкселегенә ҡарата енәйәт эше асылыуы хаҡында хәбәр ителде.
Хәтерегеҙҙән юйылып та бөтмәгәндер әле: 1990 йылдар башында “МММ” компанияһы алтын тауҙар вәғәҙә итеп, тотош илебеҙ буйлап меңдәрсә кешеләрҙе кәкре ҡайынға терәтеп киткәйне. Хәләл аҡсаларын кире ҡайтарыуҙы талап итеп, халыҡ майҙандарға сыҡты, ләкин һөҙөмтәһе булманы. “МММ”дан тыш, “Хопер-инвест”, “Властилина” тигән компанияларға ла аҡсаһын һалып, халыҡ алданып ҡалды. Кешеләр, терһәген тешләрҙәй булып, бүтән ундай әкиәттәргә ышанмаҫҡа анттар әйтте. Ләкин әҙәми зат, нисә йәштә булыуына ҡарамаҫтан, мөғжизәгә ышаныусы бала булып ҡаламы икән? Ун биш йыл самаһы элек бик күптәр, “үҙебеҙ артынан өс кеше алып килгәндә, аҡсабыҙҙы бер нисә мәртәбә күберәк ҡайтарып аласаҡбыҙ” тигән өмөт менән, ҡырып-һепереп тигәндәй, булған аҡсаһын (булмаһа, банкынан алып) республикабыҙ райондарында киң эшмәкәрлек алып барған бер финанс ойошмаһына тапшырҙы. Пирамиданың иң башында тороусылар отһа, ҡалғандары аҡсаһынан ҡолаҡ ҡаҡты. Улар араһында күптәрегеҙҙең таныштары (йәиһә үҙегеҙ) булған кеүек, минең дә һабаҡташым бар ине. Ире вафатынан һуң уҡытыусы аҡсаһына дүрт балаһын аяҡҡа баҫтырыусы һабаҡташымдың ойошманың тәүге йыйылышына нисек ашҡынып китеүен хәтерләйем – уны бер нисек тә туҡтатырлыҡ түгел ине. Егерме мең һумын (ул саҡта ҙур аҡса!) һыуға һалыуына эсе янмаған түгел, янғандыр. Сәмсел, көслө холоҡло был ҡатын һыр бирмәҫкә тырышһа ла, шул маҡсатҡа алған кредитын өс йыл буйы өҙөнөп-йолҡоноп түләне.
Ә “МММ”ды төҙөгән Сергей Мавроди 2011 йылда яңынан пәйҙә булып, “МММ-2011”-ҙе ойоштороп ебәргәс, бер ауыҙы бешкән халыҡ ҡатыҡты ла өрөп ҡабыр, инде яңылышмаҫ, тиһәләр – юҡ... “Һалған аҡсағыҙҙың 20 проценты күләмендә ай һайын табыш бирәсәкбеҙ”, тигән алтын һүҙҙәргә ышанып, йәнә меңдәрсә кеше ҡармаҡҡа эләкте. Мәҫәлән, Өфөлә, фатирҙарын һатып, мөйөшһөҙ ҡалған ғаиләләр ҙә юҡ түгел.
“Һеҙгә бөтә төр кредиттарҙы түләүҙә ярҙамлашабыҙ” – ҙур булмаған хеҙмәт хаҡының байтаҡ өлөшө кредит түләүгә китеп, осто осҡа ялғап йәшәгәндә, ошоға рәүеш тәҡдимдәр күңелгә майҙай яғыла шул. Бындай ойошмаларҙан башлыса финанс яҡтан белеме генә түгел, үҙен һаҡлау тойғоһо ла булмаған, матди ҡытлыҡ кисергән кешеләр зыян күрә лә инде. Эксперттар бигерәк тә социаль яҡтан яҡлауһыҙ кешеләрҙең күп алданыуына, шул арҡала аҙаҡ йылдар буйы баш күтәрә алмай яфаланыуына борсолоу белдерә һәм нисәнсе тапҡыр инде бик уяу булырға саҡыра.
Интернетта “Һаҡ булығыҙ – мутлыҡ ҡылыусылар!” тигән темаға махсус сайттар булдырылған. Ундағы “ҡара исемлектә” “страховкалау компаниялары”, “бизнес-клубтар”, “брокер агентлыҡтары” ҡиәфәтендә үҙ пирамидаларын төҙөгән бер нисә йөҙ (!) компания билдәләнә. Уларҙан тыш, шул уҡ ысул буйынса эшләүсе сит ил компаниялары ла Рәсәйҙә үҙ селтәрен йәйелдерә башлаған.
Аҡса тоҙағына эләгеүҙән нисек һаҡланырға? Күрәләтә ҡапҡанға ҡапмаҫ өсөн, иң элек һәр кем үҙен үҙе ҡурсаларға тейеш. Килешеүгә имзағыҙҙы ҡуйғансы уҡ уның өлгөһөн алып, алдан ныҡлап танышығыҙ. Аңлашылмаған, һағайтҡан ере булһа, ашығып ҡул ҡуя күрмәгеҙ, белгестәр менән кәңәшләшергә иренмәгеҙ. Ойошманың тап ошо эшмәкәрлеккә лицензияһы булыуын-булмауын тикшерегеҙ. Ҡағиҙә булараҡ, рекламала ул мотлаҡ әйтеп үтелә, ә банкылар бөтә кеше күрерлек урынға элә. Әгәр һеҙгә уны күрһәтергә теләмәйҙәр икән, аҡсағыҙҙы ҡайтара алмау ҡурҡынысы ҙур. Бөтә финанс ойошмалары ла берҙәм реестрҙа теркәлә, һәр береһенә теркәү һаны бирелә. Уның буйынса теләгән һәр кеше был ойошма хаҡында Рәсәй банкыһының финанс баҙары буйынса хеҙмәте сайтында мәғлүмәт алырға мөмкин.
Тағы ла бер кәңәш. Финанс ойошмаһы ҡаплаясағына ышанып, унар-егермешәр кредит алған кешеләрҙең бөгөнгө торошон күҙ алдына килтерегеҙ әле. Уларҙың күбеһе, бөтә мөлкәтен һатҡанда ла, бурыстан ҡотола алмаясағын, йәшәргә бер тине ҡалмаясағын белеп, сәсен йолҡорҙай булып ултыра. Үҙегеҙҙе, ғаиләгеҙҙе ундай ҡот осҡос хәлгә ҡуйыуҙан һаҡланығыҙ.

Альмира КИРӘЕВА.
Теги: