Намыҫ, выждан булған юлдаштары

Намыҫ, выждан  булған юлдаштары – Бәхет сере нимәлә?
– Тәртиптә. Оҙон ғүмер юлы үткән күркәм парҙың тәү ҡарашҡа үтә ябай яуабында, уйлап ҡараһаң, таң ҡалырлыҡ тәрән хәҡиҡәт ята. Тәртип тигәнгә, күптәр аңлағанса, ҡәҙимге түгел, ғәйәт киң төшөнсә һала улар. Иман да, намыҫлылыҡ та, тырышлыҡ та, тоғролоҡ та инә бер һүҙ мәғәнәһе­нә. Матур хәбәр һөйләмә­йенсә, матур ғәмәлдәр башҡарған, дан-шөһрәт тә, рәхмәт тә көтмәйенсә, фиҙакәр эшләгән, выжданлы йәшәгән, үҙҙәре кеүек выжданлы балалар үҫтергән быуындан улар – Баймаҡ районы Икенсе Этҡол ауылында йәшәүсе хеҙмәт ветерандары Фәриҙә Ғибаҙулла ҡыҙы һәм Тедар Билал улы Хәлитовтар.

“Мәктәпкә төшмәҫ элек йәй­ҙәрен күрше ауылдағы ике туған ағайымдарға ҡунаҡҡа бара тор­ғайным. Һәр иртәлә ҡаршылағы йорттоң күтәрмәһендә ҡояш нурына күмелеп ултырған ҡыҙсыҡты күрәм. Борсаҡ төшкән күлдәге үҙенә шундай килешә!” – Ете тиҫтә йылдан ашыу ғүмер үтһә лә, бала сағындағы ошо күренеш Тедар ағайҙың бөгөнгөләй күҙ алдында. Ул саҡта малайҙың кескенә йөрәге сәсен икегә ярып үргән көләкәс ҡыҙсыҡтың тап уға тәғәйен тыуған йән икәнен тойҙомо икән? Юғиһә, күңеле төпкөлөнә был хәтирә бар сағыулығы менән инеп ҡалмаҫ ине.

Яҙмыш бер-береһенә насип кешеләрҙе бер тирәлә йөрөтә, ҡат-ҡат юлдарын осраштыра, тигәндәре хаҡ­тыр. Стәрлетамаҡ мәҙәниєт-ағартыу училищеһын тамамлаған егерме йәшлек Фәриҙәне тыуған районының Икенсе Этҡол ауылы клубына мөдир итеп ебәрәләр.

“1958 йылдың апрель айы ине. Эш башлаған тәүге аҙнам. Уйын ҡыҙған саҡта клубҡа бик ыҫпай кейенгән бөркөт ҡарашлы егет килеп инде. Аяғында ялтырап торған күн итек. Ҡултыҡ аҫтына баян ҡыҫтырған”. – Бер үк мәктәптә уҡығанда һис абайламаған егеткә Фәриҙә шул кистә иғтибар итә. – Үҙе лә, исеме лә, хатта баяны ла ғәҙәти түгел!” Ә ғәҙәти булмаған исемдең үҙ тарихы бар. Граждандар һуғышы осоронда ҡыҙылдар яғында көрәшеп йөрөгән атаһын аҡтар ҡулға төшөрөп, атырға алып китә. Пуляларҙың тәүгеһе эләккән Тедар тигән дуҫы уның өҫтөнә ауып, љалљан булып љаплауы арљаћында – мөѓжизє менєн иҫєн љала. Улы тыуғас, атаһы уға үҙ ғүмерен һаҡлап ҡалған төрөктөң исемен ҡуша. Є Тедар ағай ҡулындағы баян ићє кемдер, Бөйөк Ватан һуғы­шы бөткәс, Германиянан алып ҡайт­ҡан ғәжәйеп моңло трофей була. Кис буйына ул йөрәкте елкендергес дәрт­ле көйҙәр һыҙҙыра... Шул уҡ йылда улар өйләнешә лә.
Кешеләрҙең күңел күтәренкелеге, ҡабатланмаҫ ихласлығы (бөгөнгө күҙ­лектән ҡарағанда, хатта балаларса бер ҡатлығы) менән матур, бөтә халыҡ бер булып дөйөм эш өсөн янып йәшәгән заман. Баймаҡ ауыл хужалы­ғы техникумын тамамлаған Тедар ағай колхоз эшенә сумһа, Фәриҙә апай ауылдағы мәҙәни тормошто йән­ләндереү өсөн тырыша. Иң ябай ризыҡ та тәмле һый, ситса күлдәк тә ҡупшы кейем булған был йылдарҙа ауыл йыр-моң ярҙамында йәшәйешен еңеләйтеп, рухын нығытып көн итә, иҡтисадты күтәргән ҡаҙаныштарға өлгәшә лә инде. Үҙешмәкәр сәнғәттең гөрләп сәскә атыуы тап ошо осорға тура килә.

– Бер-бер артлы пьесалар сәх­нәләштерәбеҙ, концерттар ҡуябыҙ, уларҙы ауылдар буйлап күрһәтеп йөрөйбөҙ. Һәүәҫкәр артистарҙың район, республика ярыштарында ҡатнашып, гел тәүге урындарҙы ала торғайныҡ. Баш ҡалабыҙ Өфөнөң ҙур сәхнәләрендә алҡыштарға кү­мелгән, телевизорҙан сығыш яһаған саҡтарыбыҙ ҙа күп булды, – ти Фәриҙә апай, алыҫта ҡалған йылдарҙы һа­ғынып. Ялҡынлы ойоштороусы ғына түгел, тамашаларҙың йөҙөк ҡа­шы, сәхнә күрке лә була ул. Мостай Кәримдең “Ҡыҙ урлау”, Мәжит Ғафуриҙың “Ҡара йөҙҙәр”, Әнғәм Атнабаевтың “Әсә хөкөмө” пьесаларын айырыуса яратып сәхнәләштерә һәм уларҙа илһамланып уйнай.

– Фәриҙә апайығыҙ йырлаған саҡта, бөтә клуб әсир булып тыңлай, уйнаған ваҡытында бар халыҡ илап ултыра торғайны, – тип бүлешә ҡатынына ғүмер буйы һоҡланған Тедар ағай. Ул үҙе лә ҡулынан баянын төшөрмәйенсә тамашаларҙа ауылдаштарына йөрәк көйөн өләшә – хәләленең эшен аңлаған уҙаман ғына түгел, моңдашы ла була.

Мәҙәниәт хеҙмәткәренең эше йәмәғәт тормошонан айырылғыһыҙ. Фәриҙә Ғибаҙулла ҡыҙы, өс тиҫтә йылға яҡын ауыл советы депутаты булып, халыҡ көнитмешен яйлауҙа ҡатнаша. Бер-бер артлы бесән, япраҡ аҙыҡ әҙерләү, һарыҡ йөнө ҡырҡыу, иген елгәреү, силос һалыу кеүек өмәләрҙе ойоштороуҙы, һүҙе үткәнгә күрә, гел уға йөкмәтәләр.

Яҙмышын халҡы күңеленә яҡтылыҡ һибеүгә арнаған Фәриҙә апай­ҙың эше РСФСР Мәҙәниәт министрлығының, БАССР Мәҙәниәт министрлығының Маҡтау ҡағыҙҙары, бихисап дипломдар, рәхмәт хаттары менән билдәләнә. Оҙаҡ йылдар мәҙә­ниәт йортона етәкселек иткән, унан китапханасы булған ханым “Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙ­мәткәре” тигән исемгә лайыҡ.

Ә Тедар Билал улы, бер техникум менән генә хушһынмайынса, ситтән тороп Бәләбәй ауыл хужалығын механикалаштырыу һәм электрлаштырыу техникумын да тамамлай. Ауырыуҙың сирен тын алышынан белгән табип кеүек, техниканың ҡайһы ере ватылғанын уның нисек эшләүен тыңлап билдәләй, бер ҡағылыуы ме­нән теләһә ниндәй машинаға йән өрә ул. “Оҫталығымды йәштәргә тапшырайым тип”, тракторсы-комбайнсылар курстарында уҡыта. Башта район хужалыҡтарында, артабан “Сельхозтехника”берек­мәһендә, унан урман хужалығында эшләгән тәжрибәле инженер-механикты хаҡ­лы ялға сыҡҡас та ебәрергә теләмәй­ҙәр – алтынға бәрәбәр белгестәр, ғө­мүмән, хеҙмәт кешеһе, ысын-ысындан юғары ба­һаланған дәүер була. Ҡат-ҡат үтенгәс, ул: “Аҡса түлә­мәгеҙ, мин килеп, күрһәтеп, кәңәш биреп китер­мен”, – тип, әллә күпме ваҡыт ауылдаштарына ярҙамлашып йөрөй. Бөхтә таҫлап һаҡланыусы тиҫ­тәләрсә грамо­талар бөгөн ейәндәренә олатаһының фиҙакәрлеге хаҡында һөйләй.

– Тедар ағайығыҙ “Сельхозтехника”ла байтаҡ осор запас частар алмаштырыу пунктына етәкселек итте. Дүрт-биш районға иҫәпләп туп­ланған матди ҡиммәттәр өсөн яуаплы иремдең өйгә бер шөрөп тә алып ҡайтҡаны булманы, – Фәриҙә апай­ҙың был һүҙҙәрендә сикһеҙ ғорурлыҡ сағыла. Хәләл хеҙмәт менән, ғәҙел йәшәүҙе бар нәмәнән өҫтөн күргән Хәлитовтарҙың ил алдында йөҙө яҡты, абруйы ҙур.
– Бер ҡасан да байлыҡ артынан ҡыуманыҡ. Беҙҙең өсөн иң ҙур байлыҡ балаларыбыҙ булды. Яҡшы итеп уҡытайыҡ, кеше итәйек, тип тырыштыҡ, матур киләсәк теләп үҫтерҙек, – ти улар.

Балаларҙың киләсәге матур бул­һын өсөн, бәләкәй саҡтары болот­һоҙ булыу шарттыр. Фәриҙә апай менән Тедар ағайҙың улдары – Баш­ҡортостандың атҡаҙанған архитекторы, Рәсәй һәм Башҡортостандың Архитекторҙар союзы ағ­заһы Динар Хәлитов та шул турала бәйән итә:
– Ғүмерҙең салт аяҙ мәле булып ҡалған бала сағым. Минең өсөн әсәй – иң сибәре, атай иң көс­лөһө һәм оҫтаһы ине. Йортобоҙҙоң ҡыйығын да ауылда иң бейек, иң матур ҡыйыҡ итеп күрәм. Бер малай ҙа бә­хәсләш­мәй – сөнки нәҫеле менән балта эшенә маһир атайым ҡы­йыҡты, ысынлап та, бик бейек итеп, семәр­ләп эшләгәйне. Ул һәр ваҡыт ата-бабаһы нигеҙен һаҡлап, уның ҡотон бөтәйтеп йәшәүе ме­нән ғорурланды. Атай-әсәй менән бергә аҡрын ғына сүгә барыусы йортобоҙ – минең өсөн бөгөн дә иң матуры. Иң татлы, тыныс йоҡо – әле лә тыу­ған йортомда, иң яҡты йондоҙҙар – ауылым күгендә янғаны, улар, әй­терһең, баш осонда ғына эленеп тора, ҡул менән үрелеп алырлыҡ бейеклектә...

Динар Хәлитов, йәшәлгән йылдарына күҙ һалып, атай-әсәй һө­йөүенең, фәрештәләй һаҡлап, уны бала саҡтан ошоғаса оҙатып килеүе хаҡында һөйләй:
– Эҫе ҡояш нурына мансылған йәй. Мине, дүртенсе синыфты бөткән улын, атайым өс тәгәрмәсле мотоциклда йөрөтөргә өйрәтә. Тимер атҡа менгән малайҙың әкиәттәге толпарҙы эйәрләгәндәй шатланыуы һаман миңә ҡанат ҡуя һымаҡ... Йылдар үтһә лә, бөтә йылылығы менән һаҡланған, яңыртҡан һайын күңелде бөтәйткән тағы бер хәтирәм. Ул саҡта беҙ “Дуҫлыҡ” ярҙамсы хужалығында йәшәй инек, миңә ете йәш. Атайым ҡулдан төшкә лә инмәгән “Москвич” машинаһы һатып алды. Ҡара төҫөн яратмайынса, йәшелгә буяп ебәрҙе. Әсәй, атай, ҡустым Айҙар (үкенескә күрә, уның ғүмере бик иртә – 27 йәшендә өҙөлдө), һеңлем Розалия һәм мин, шул машинаға ултырып, ауылға ҡайтып барабыҙ. Ирәндек буйындағы мең сәскәле иркен аҡланда ял итергә туҡталдыҡ. Беҙ шундай бә­хетле инек!..

Баш ҡалала художестволы мәктәп-интернатты тамамлағас, Ҡазан инже­нер-төҙөлөш институтына инә алмайынса, бер йыл эшләп, армияға киткәйнем. Хеҙмәттән ҡай­тыуыма әсәйем Өфө нефть институтында архитекторҙар әҙерләүсе факультет асылыуы хаҡында хәбәр ит­кән гәзитте минең өсөн һаҡлап ҡуйған. Миңә эйәреп, һеңлем Розалия ла ошо уҡ факультетта уҡыны. Күрәһең, был һөнәргә ынтылыш биҙәкләп йорт һа­лыусы ата-бабаларыбыҙҙан күскән­дер. Улдарым да шул уҡ юлды һайланы: Рөстәм – инженер-проектлаусы, Азамат – үҙ студияһы булған веб-дизайнер. Бына бит нисек: ата-әсәмдең ваҡытында хыялымды үҫтереүе артабан нисәүе­беҙҙең һәләте асылыуға йоғонто яһаған! – ти ул.

Замана балалары Рөстәм менән Азаматтың, уларҙың әле мәктәптә уҡыусы ҡустылары Данирҙың боронғоса ипле булыуҙары – башлы­са өләсәй-олатай тәрбиәһе емеше. Егеттәр йәйҙәрен ауылда үткәрә, бесән сабып, утын ярып, баҡса утап үҫә. “Тәүге балабыҙ Рөстәм тыуғас, уны туп-тура ауылға алып ҡайт­тыҡ.Ҡатыным Зиләйләне ҡы­ҙылай күргән әсә­йем, бәпесте йыуындырырға, биләргә өйрәтеп, нығынып кит­кәнсе ҡарашты”. – Инде ғаилә ҡорғас та ата-әсәһе­нең хәстәрлеген тойоп аяҡҡа ба­ҫыуын, Зиләйлә менән саҡ өйләнешеп, Өфөлә мейес яғылған ағас өйҙә йәшәгән саҡтарында ауылдан машина те­йәп утынға тиклем алып килеүҙәрен ул һис онотмай. Ә йорт һалғанда атаһының, ярҙамлашып ҡына ҡалмайынса, тө­ҙөлөштә алдан йөрөп, архитектор улынан да олораҡ белемгә эйә булыуын күрһәтеүе хаҡында таң ҡалып хәтерләй.
Намыҫ, выждан  булған юлдаштары
Динар Тедар улы республикала төҙөлөш өлкәһендә абруйлы белгес булып танылһа, һеңлеһе Розалия йүнәлтмә буйынса Ҡаҙағ­станға китеп, бәхетен осрата – һөнәрҙәше ҡаҙаҡ егетенә кейәүгә сыға. “Кейәүе­беҙ­ҙең холоҡ-фи­ғеле лә, исеме-фамилияһы лә хас башҡортса – Асҡар Смаков. Улдары Саян, ҡыҙҙары Сания ҡаҙаҡ, башҡорт, урыҫ телдәренән тыш, инглизсәне лә һыу кеүек эсә, – тип уртаҡлаша Фә­риҙә апай. – Ҡыҙым ситтә булһа ла, уның өсөн күңелем тыныс. Ят ерҙә ҡәҙер-хөрмәт ҡаҙа­нып, матур тормошта йәшәүе – иң элек рух ныҡлығынан киләлер, тим”.

Ошо көндәрҙә Хәлитовтар ҡыуа­ныслы көндәр кисерә – улдары Динар “Рәсәйҙең почетлы архитекторы” ти­гән исемгә лайыҡ булған. “Исемдән бигерәк, ҡәҙерле кешеләремде шат­лан­дыра алыуым менән бәхетлемен”, – ти ул. Ҡаҙағстандан ҡыҙы менән кейәүенењ, ейәнсәренењ йәйен ҡайтасағы хаљында хєбєр ите∆е – Фәриҙә апай менән Тедар ағайҙың күңелен балҡытҡан икенсе һөйөнөс. Былтыр йыл аҙағында бергә ғүмер итеүҙәренә 55 йыл тулғас, уны билдәләүҙе ата менән әсә, балаларҙы эштәренән айырмайыҡ тип, йәннәт кеүек йәйге осорға күсергән икән. Күмәкләшеп оло байрам көтөү ҡыуанысы менән йәшәгән мәлдәре. Є нєҫел ебен дауам итеүсе йєндењ – ейєндєре Рөстєм менєн килендєре Лєйсєндењ Искєндєр тигєн улы үҫеп килеүе йөрєктєге бєхет хисенє илаћи мєѓєнє өҫтєй: “Ѓүмер юљља йєшєлмєгєн”.

Альмира КИРӘЕВА.
Баймаҡ районы.



Теги:




Яңы һан



Журнал архивы



Һеҙҙең мөнәсәбәт

Сайттың яңы дизайны оҡшаймы?



Тауыш бирергә Һөҙөмтәләр



Мы в Одноклассниках
Мы на Facebook