«Әсәйемә ҡарап кәләш һайланым...»

«Ата-әсәйем Силәбе өлкәһе Арғаяш районынан, атай – Ураҙбайҙыҡы, әсәй – Ҡуйһары ауылы ҡыҙы. Мин йәйҙәрен өләсәй-олатайҙарҙа, ауылда була торғайным. Ә инде бүтән миҙгелдәр ҡаланан ҡалаға, өлкәнән өлкәгә йөрөп күнекмәләр, ярыштар, көрәштәр, уҡыуҙар менән үтә ине. Шуға тыуған ҡаламдағы йәштәштәрем, милләттәштәрем менән яҡшы танышмын, аралашып йәшәйем тип әйтә алмайым. Бокс секцияһына атайым етәкләп алып барҙы, ул саҡ әсәй ҡаршы булды, шулай ҙа йөрөнөм. Бер нисә йылдан, ялҡып, ташлап ҡуйҙым. Урта синыфтарҙа уҡығанда әсәйем, башлаған эште шулай ташламайҙар инде, һин бит булдыра алаһың, тип ҡанат ҡуйҙы. Спортҡа яңынан ылығып киттем. Миңә был тормошта бер баҫҡыс та еңел бирелмәне. Әле бына 28 йәштәмен, шуға инандым: һәр нәмәлә сабырлыҡ һәм тырышлыҡ төп этәргес булып тора. Мөғжизәгә ышанһам да, уны көтөп ултыра торғандарҙан түгелмен. Ысынбарлыҡты үҙең, уйҙарың, ғәмәлдәрең менән тыуҙыраһың. Кәләш һайлағанда, әсәйемдең һүҙҙәренә ҡолаҡ һалдым. Ул һәр ваҡыт, килен үҙебеҙҙең кеше булһын инде, ти торғайны. Бер тапҡыр, ауылға ҡайтҡанда, тыныс, ипле һылыуға башымды юғалтып ғашиҡ булдым, оҙаҡҡа һуҙмай ғына тәҡдим дә яһаным.

Мине арҡалы, ныҡлы итеп тәрбиәләгәндәре өсөн әсәйем Бүләкәй Ғәли ҡыҙына, атайым Фуат Исрафил улына ҙур рәхмәтлемен. Рингка сыҡҡанда гел уларҙы хәтергә төшөрәм, Хоҙайҙан ярҙам һорайым. Тән яралары алыуҙан бөтөнләй ҡурҡмайым, улары уңала ул, әммә еңелеүҙән, күңел яралары алыуҙан ир-егет булараҡ барыбер ҙә ҡурҡамдыр. Үҙем дә улымды артыҡ иркәләтмәҫкә тырышам. Миңә ҡарап, сәләмәт тормошҡа ылығыуын, иманлы, батыр рухлы, көслө ир-егет булып үҫеүен теләйем», – тип тамамланы әңгәмәне Ҡытайҙың Макао тигән төбәгендә донъя чемпионатына әҙерләнеп йөрөгән баһадир милләттәшебеҙ.
Гөлнара БУРАНҠАЕВА.
Теги: