Асыла тик һулыш был саҡта...
Береһенән-береһе ҡыҙыҡлыраҡ “Ләйсән йыры”, (“Аҡ ҡауырһын” йыйынтығы эсендә), “Әсәй ҡайындары”, “Тормош ҡайтауазы”, “Фазыйләтем минең – асылым” исемле йыйынтыҡтар авторы Фәндиҙә Харрасоваға февраль айында 60 йәш тулды. Әҙибәне ошо гүзәл ваҡиға менән ҡотлап, уның күңел донъяһына, ижадына күҙ һалырға, йәшәйеше менән ҡыҙыҡһынырға булдыҡ.
–Фәндиҙә ханым, Һеҙ әле күптән түгел генә журналист булараҡ ваҡытлы матбуғатта очерктарығыҙ, мәҡәләләрегеҙ менән сығыш яһай инегеҙ. Уңышлы ғына эшләп килгән ҡәләм эйәһенең кинәт юғалыуына ризаһыҙлыҡ та бар. Хаҡлы ялға китеп, йомолоп ҡалыуығыҙҙы нисек аңлатырһығыҙ?
– Ул ваҡыт байтаҡ ҡына ҡәләмдәштәрҙе хаҡлы ялға оҙатыу сараһы күрелде. Ә бит ижад кешеһе өсөн шул мәл – өлгөргәнлек осоро ғына. Ҡәләмдең иң ҡеүәтле мәле. Күптән түгел “ТНВ”ла Ҡазанға гастролгә барған “Нур” театры артистары сығышын ҡарап ултырҙым. Һикһән йәшлек Сәүиә апай Сираева балҡып ултыра, театрҙың бөгөнгө әйҙәүсе артисы, һоҡландым уның сығышын тыңлап. Рәхмәт театр етәкселегенә, таланттың ҡәҙерен беләләр. Ижад кешеһе пенсияға сыҡмай инде ул. Шул хаҡта уйланыуҙарымды сағылдырған шиғри юлдарым да бар:
Ялдамын мин, көнкүрмеш тә хәтәр –
Һанға барһың, юҡһың иҫәпкә,
Был һаҙлыҡтан сыҡсы, сыҡсы, тиеп,
Сәнсеп-сәнсеп йөрәк киҫәтә...
Тик лирик геройым төшөнкөлөккә бирелмәй:
Тормош бәйгеһендә алышҡандың
Асыла тик һулыш был саҡта,
Офоҡта бит нисек ымһындырып,
Алһыулана биреп таң ата...
– Һеҙҙең менән осрашҡансы, Фәндиҙә ханым, ҡәләмегеҙгә ҡарата әйтелгән фекерҙәр менән таныштым. Ижади портретығыҙ танылған шәхестәр тарафынан шаҡтай тулы, нигеҙле күҙалланған. Салауат Юлаев исемендәге премия лауреаты, шағирә Факиһа Туғыҙбаева: “Фәндиҙә Харрасова – нескә лирик шағирә... ҡайғы-шатлыҡтарын ябай, әммә образлы шиғри тел менән башҡаларҙың йөрәгенә барып етерлек итеп яҙа. Уның күңел ҡойондары, күңел бурандары, шиғырҙан шиғырға күсеп, битараф йә туң йәнде лә иретеп, аҡтарып, ҡайнатып сығарыуы менән илаһи...” – тип яҙа. Ә Башҡортостандың халыҡ шағиры Әнғәм Атнабаев: “Фәндиҙә Харрасова – Марина Цветаева, Сажиҙә Сөләймәнова кеүек...” – тип һоҡлана. Башҡортостандың йәнә бер халыҡ шағиры Марат Кәримов: “Фәндиҙәнең шиғриәте тәрән фәлсәфәгә ҡоролған”, – тип раҫлай.
Һеҙҙе Татарстан әҙиптәре лә иғтибарһыҙ ҡалдырмаған. Мәҫәлән, Татарстандың халыҡ шағиры Рәдиф Ғаташ: “Фәндиҙә Харрасова – асылда лирик шағирә, тап беҙҙең осор ҡатын-ҡыҙының йөрәк-һүрәте булараҡ күҙ алдына баҫа. Ғорур, нескә кисерештәр-гә бай, тормошто яратыусы, күҙ йәштәре аша йылмайыусы серле бер йөрәк...” – тип белдерә. Ҡыҫҡаһы, Фәндиҙә Харрасова әҙәби тәнҡитте үҙенә ҡарата битарафлыҡта ғәйепләй алмаҫ. Шулай ҙа ҡәләмегеҙҙең ҡайһы сифаты әлегә ныҡлап баһаланмаған, тип һанайһығыҙ?
– Килешәм, лирик әҫәрҙәрем иғтибарһыҙ ҡалмаған. Шулай тура килде: шиғырҙар яҙыу менән бер үк ваҡытта поэмалар, балладалар өҫтөндә лә эшләнем. Иҫәпләп ҡараным, байтаҡ йыйылған икән, ун бишләп булыр. “Ҡоролтай”, “Ғәрәсәт”, “Йомранбикә”, “Банат”, “Ҡайт, Аҡбуҙат” кеүектәре баҫылып сыҡты, әҙәби йәмәғәтселек иғтибарына тәҡдим ителде. Был жанрҙа яҙғандарым әле шаҡтай. Поэма кеүек күләмле әҫәрҙәрҙе анһат ҡына сығарырмын тимә. Бер ҡәләмдәшем хатта әрләшеп тә алды: “Нимәгә тотондоң ул поэмаларға? Гәзит-журналдарға алмайҙар, йыйынтығыңа киндерһәң генә инде” – ти.
Әлбиттә, был бер яҡлы ғына ҡараш. Ижадта һәр кемдең үҙ юлы. Юҡ, мин шағирә булараҡ лириканан йөҙ сөйөрмәйем, әммә лирик геройҙың кисерештәре, уй-тойғолары үҙенән йыраҡ китә алмай, сикләнә. Ә поэма ул ҡоласлап ала. Заманды, геройҙарҙы, халыҡ халәтен. Һәм шуның менән был жанр ота ла, тарихҡа инеп ҡала тиерлек. Ҡол Ғәлиҙең “Йософ үә Зөләйха”һын ғына алайыҡ. Нисә дәүер йәшәп килә! Мөхәббәт ҡиссаһы булараҡ ҡына түгел, ә дәүерҙе, халыҡ яҙмышын сағылдырыусы әҫәр булараҡ та. Поэманы мәғлүмәт сығанағы тип ҡарарға ла мөмкин. Әйтәйек, бына танылған ҡәләм оҫтаһы Тамара Ғәниеваның әҫәрҙәрендә тарих үҙе йәнләнеп, бөгөнгө көн менән үрелеп бара кеүек. “Арҡайым”, “Ҡыпсаҡтар” поэмалары шәхестәр арҡылы боронғолоҡто тергеҙеп, ата-бабалар көнкүрешенән фәһем алырға ярҙамлаша. Рауил Бикбаевтың “Баҙар балтаһы” әҫәре лә үткер сюжеты, аяуһыҙ баҙар мөнәсәбәттәренең оҫта сағылдырылыуы менән тейешле баһаға – дәүләт премияһына лайыҡ булды. Ғөмүмән алғанда, мин шиғриәттең лиро-эпик жанрҙарына ҡарата үгәйһетелгән ҡарашты яҡламайым. Киләсәктә был жанрҙар үҫергә тейеш.
– Ҡыҙҙар шиғриәте тигән төшөнсә бар. Һеҙ, Фәндиҙә ханым, был ҡәләм эйәләре ижадына ниндәй мотивтар хас тип һанайһығыҙ? Улар ирҙәр шиғриәтенән ниндәй үҙенсәлектәре менән айырыла?
– Физиологтар раҫлауынса, ҡатын-ҡыҙ бик үҙенсәлекле зат бит ул. Үҙе гүзәл, үҙе нәфис. Уларҙың баш мейеһенең уң ярымшары ныҡ үҫешкән булыуы хис-тойғо муллығын тыуҙыра. Хатта улар һүҙҙе лә бик үҙенсәлекле ҡабул итә икән... Шулай булғас, уларҙың ҡәләме нишләп үҙенсәлекле булмаһын, ти? Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, совет осоро шиғриәтендә, һәр өлкәләге кеүек, ҡатын-ҡыҙ ҡәләме, ир-аттар менән ярышып, алдынғыларҙы маҡтаны, хеҙмәткә мәҙхиә уҡыу менән мауыҡты. Хатта айырым шағирәләр забойҙарға төшөп күмер сапты, станоктар артына баҫып, металл эшкәртте. Әммә бөгөнгө тормош ҡатын-ҡыҙ ҡәләменә сикләүҙәр индерә.
– Мөмкин булһа, был сикләүҙәрҙе, улар күтәрергә тейешле темаларҙы асыҡлай төшәйек әле...
– Билдәле, ҡыҙҙар шиғриәтендәге элекке башланғыстарҙы көсәйтеү һәм үҫтерә төшөү. Мөхәббәт, ғаилә, әсә һәм милләт яҙмышы мәсьәләләре. Мин был осраҡта һөйөклө шағирыбыҙ Туҡайҙың бер фекерен иҫкә алып үтер инем. Үҙ осоронда шаҡтай уҡ йәнләнеп киткән мөхәббәт лирикаһына ҡағылып, ул былай тип яҙған: “Әгәр булһа һөйөү... ҡосаҡлау ҡулдар арығансы, үбеү булһа әгәр сут-сут, ирен һәм бит ҡабарғансы – ғүмерҙә һөйгәнем юҡ һәм “һөйәм” тип әйтмәнем һис тә; Мөхәббәт төрлөсә... Мин, ахырыһы, һөйөүҙә лә милләтсе...”
– Фәндиҙә ханым, нимә, һөйөү, мөхәббәтте лә милли бәрәмәс, бишбармаҡ кеүек милли яһарға кәрәкме инде?
– Туҡай үҙенең халыҡҡа уҡыған лекцияларында мөхәббәттә милли булыуҙың юлдарын үҙе үк күрһәтеп үтә. Бына уның ҡыҙҙарыбыҙ хаҡында әйтелгән һүҙҙәренә генә күҙ һалайыҡ:
“Ҡыҙ бала бик матур тәрбиә ителһә... егеттәрҙе, ҡарттарҙы, хатта ҡатындар үә ҡарсыҡтарҙы үҙенә тартып тора торған... бер фәрештә булалыр... Ул үҙе шикелле тағы әллә нисә фәрештә ҡыҙҙар үә әллә нисә арыҫлан йөрәкле ғәйрәтле егеттәр тәрбиә итә алалыр”.
Йәғни шағир егеткә кәләш булырлыҡ заттың үтә инсафлы, тәрбиәле булыуына өмөтләнгән. Был гүзәл заттың тора-бара мәғрифәтле әсә булыуына ышанған. Ә шундай ҡарашҡа таянып, бөйөк фекер эйәһе Ризаитдин Фәхретдинов “милләт әсәһе” тигән төшөнсәне ҡуллана һәм милләттең камиллашыуын, үҫеүен шул әсәләр менән бәйләй. Үтә ҡыҙыҡ ҡараш! Инҡилап та, ислах та кәрәкмәй. Тормошто әсәләр үҙгәртә. Бына был, исмаһам, әлеге һөйөү, мөхәббәт, ғаилә кеүек мәсьәләләргә нәҡ милли күҙлектән ҡарап ижад итеү! Ҡыҙҙар шиғриәте киләсәктә милләт хәстәрләү тойғоһо, ватансыллыҡ хисе менән һуғарылыр, тип ышанам.
– Бөгөнгө Рәсәйҙәге сәйәси-иҡтисади ысынбарлыҡ милләттәрҙең рухи үҫеше, мәғарифы, теле, әҙәбиәте, сәнғәте өсөн бик ҡулай түгел. Был өлкәлә ҙур юғалтыуҙарыбыҙ ҡайҙа, нимәлә тип уйлайһығыҙ?
– Иншалла, быуаттар төпкөлөнән килгән матур әҙәбиәтебеҙ, сәнғәт был болғауыр заманда ла туҡтап ҡалмаҫ. Әммә беҙгә ҡул ҡаушырып ултырырға ярамай. Борсоуға һалған әйберҙәр бик күп. Оптимизация тигән булып, ауылдарҙағы мәктәптәрҙең күпләп ябылыуы, туған тел, әҙәбиәт уҡытыуҙың сәғәттәре сикләнеүе, юғары уҡыу йорттарында гуманитар фәндәргә иғтибар кәмеү – береһе лә халыҡ файҙаһына түгел. Әммә шул мәлдә милли ойошма, үҙәктәрҙең һәм ундағы етәкселәрҙең бындай хәл менән килешеп тороуы, милли тәрбиәне ғаиләгә тапшырырға өндәүе, йәкшәмбе мәктәптәре асырға саҡырыуы үтә лә сәйер.
Рәсәйҙең күп һанлы халыҡтары булған башҡорт һәм татар нишләп үҙ мәктәбен, туған телен, әҙәбиәтен яҡлау өсөн көрәшмәҫкә тейеш? Урта ҡул ғаилә балаға нимә бирә инде? Икмәк-тоҙлоҡ һөйләшеү, үҙ тарихын, әҙәбиәтен өҙөк-йыртыҡ күҙаллау... Уның милләтте үҫтереү, камиллаштырыуға өлөш индерә алмауы көн кеүек асыҡ.
Минеңсә, беҙ милләттәребеҙ яҙмышына ҡарата бындай битарафлыҡтан арынырға тейеш. Әммә ил-көндө ғәфләт һырыған шул.
... Фәрештәләр һәр саҡ йәймәй ҡанат,
Йығылғандың юлда хәл мөшкөл.
Йән ҡәҙерле түгел, мал ҡәҙерле,
Ярышалар ҡыйып берен-бере,
Тапап үтмәһәләр, мең шөкөр!
– Эйе, юғары ғәм менән йәшәү – кешене биҙәй торған сифат. Ә шәхси тормошоғоҙ тураһында журнал уҡыусыларыбыҙға ниндәй хәбәрҙәр еткерәйек, Фәндиҙә ханым?
– Был һорауға күптән түгел генә теүәлләгән “Һағыныу” тигән поэмам юлдары менән яуап биргем килә:
... Олоғайған һайын ер тарта, ти,
Ишетеп тә инде беләмен,
Һала тормошона алыштырҙым
Сыбар ғәмен ҡала тигәндең.
Һүҙҙәр, күҙҙәр арттан эҙәрлекләп
Ниндәй баһалама биргәндер,
Ауыл ҡыҙы бит мин, тормош кисеп
Асылыма ҡайтып киләмдер...
Ауылға ҡайтып йәшәү – күптәнге теләгебеҙ ине. Кушнаренко районын һайлауыбыҙ ҙа осраҡлы түгел. Электән үк еләк-емешле, таҙа экологиялы булыуы менән билдәле яҡ. Хәтеремдә, мәктәптә уҡығанда, Күсәрбайҙан йәйәү тауҙағы питомникка экскурсияға ла килгәйнек. Кушнаренко районы – әсәйемдең тыуған ере. Шуның менән дә яҡын ул миңә. Ҡыҫҡаһы, Туҡайҙың Ҡырлайы кеүек күңелде тартып тора ине электән үк. Тик бына тауыҡтары йырлай микән, уныһын белмәйбеҙ. Сөнки ҡош-ҡорт, ваҡ мал-тыуар аҫрарбыҙ тип хыялланһаҡ та, уларҙы тотор өсөн һарайыбыҙ юҡ. Төҙөргә әлеге лә баяғы мєтди ҡытлыљ ҡамасаулай.
Уның ҡарауы, еләк-емеш ағастары ултырттыҡ, теплица ҡуйҙыҡ, йәшелсә үҫтерәбеҙ. Уңышы ла, шөкөр, ярайһы ғына булды. Мин күберәк сәскәләр менән булышам. Рауза гөлдәре үҫтерәм. Шул нигеҙҙә йәмәғәтем менән әрепләшеп тә алғылайбыҙ.
“ Етер инде, донъяны сәскә менән тултырҙың бит”, – ти.
Бәрәкәтле ер, яҡты таңдар ижадыма ла илһам бирер, тип ышанам.

Әңгәмәне Ләйсән КӘШФИ
алып барҙы.
алып барҙы.
Теги: