Мәҙәктәр
Дағаһы ятып ҡалған
Ғаиләләге ике баланың береһе холҡо менән оптимист, икенсеһе пессимист була. Атаһы менән әсәһе Яңы йылға уларҙың икеһенең дә күңелен күрерлек бүләк әҙерләй – шыршы янына пессимист өсөн уйынсыҡ ат, оптимист балаға иһә даға ҡуялар. Малайҙар иртән тора, бүләктәрҙе күрә…
Пессимист:
– Эй-й, ат, үҙе бәләкәй, мин ҙурыраҡты теләгәйнем... үҙе көрән төҫтә, миңә буҙ ат оҡшай… үҙе ағас икән, ә миңә тере ат кәрәк ине-е...
Оптимист:
– Ә минеке тере! Тик елдереп сығып ҡасҡан! Бына, дағаһы ятып ҡалған.
Тапҡыр яуап
Яңы йыл етеп килә, шуға судьяның да кәйефе харап шәп.
– Хөкөм ителеүсе, ғәйебегеҙ ниҙә?
– Байрам бүләктәрен иртәрәк алғанмын.
– Бының өсөн хөкөм итмәйҙәр ҙә баһа, шул ғәйеп буламы инде?
– Мин ул бүләктәрҙе магазин асылғансы уҡ алғайным шул.
Кемгә нимә
– Иреңә Яңы йылға берәй нәмә бүләк иттеңме?
– Әлбиттә! Балыҡ ҡармаҡлау кәрәк-ярағы.
– Ә ул һиңә?
– Ә ул миңә шәшке тун алып ҡайтты.

Теги: