«Үҙ мөҙҙәте һәр бер миҙгелдең... »

«Үҙ мөҙҙәте һәр  бер миҙгелдең... » Йоморсаҡ ҡына йән эйәһенең күкрәгең аҫтында яралып, көндән-көн үҫеүен, тибрәлеүен теләйһеңме? Һөйөклөңдөң, түңәрәкләнә башлаған ҡорһағыңа йылы ҡулдары менән ҡа­ғылып, бәхетенән йөҙө яҡтырыуын? Әммә был буй етмәҫ хыял, бер ҡасан тоттормаҫ бәхет ҡошо кеүек. Ә һиңә шул ваҡытта аяуһыҙ дөрөҫ­лөктө әйтәләр. Ни эшләргә? Өмөт тулы ялбарыулы күҙҙәр Уға төбәлә: «Әсәй булыуҙан да ҙурыраҡ бәхет бармы икән донъяла? Мин барыһын да эш­ләргә риза. Бишектә сабыйыбыҙ тир­бәлһен, минең әсәй булғым килә! Ярҙам итегеҙсе!»

Республика перинаталь үҙәгенең акушер-гинекологы, юғары категориялы табибә Рәүфә Йәнмырҙа ҡыҙы Йәнтилинаны ниндәйҙер сәбәптәр арҡаһында балаға уҙа алмаған ҡатын-ҡыҙ ошо илаһи теләгенә өлгәшергә ярҙам итеүсе фәрештәләй күрә. Әммә табиптың талаптары ҡаты, уның ҡуш­ҡандарын теүәл һәм ҡаршылыҡһыҙ үтәгәндәр генә ирешә бәхетенә. Талаптар ҙа артыҡ ҡатмарлы түгел: һау­лығыңды ҡайғыртыу, үҙеңде яратыу, төшөнкөлөккә бирелмәй, өмөт менән йәшәү...

Ейәнсура районы Әлибай ауылында, Йомабикә менән Йәнмырҙа­ның күп балалы ҡотло ғаиләһендә, донъяға килә Рәүфә. «Әтейем Бөйөк Ватан һуғышына 45-се йылдың ғинуарында алына. Япон һуғышында ҡатнашып, яраланып, хәрби госпиталдә дауаланып сыға. Әнейем менән 1952 йылда өйләнешкәндәр. Әтейем комсомол секретары була, колхоз эштә­ренә егелә. Әнейем – хат ташыусы, шуға ла барлыҡ матбуғатты уҡып ба­ра инек. Әтейем йомшаҡ тәбиғәтле ине, бала яратты, әнейем теҙгенде ҡатыраҡ тотто. Ләкин ул ифрат кеше йәнле булды, өйгә инеүселәрҙең береһен дә сәй өҫтәле артына ултыртмай сығарманы. Йор һүҙле, кешеләр­гә ихлас булды, халҡыбыҙҙың ауыҙ-тел ижадын, дауаларын яҡшы белә ине һәм уларҙы беҙгә лә һеңдереп үҫтергән. «Ятҡан урыным – таш, яҫ­тығым – кирбес. Минән сәләм ҡорай шатлы йыланға. Ятам иман менән, торайымсы имен. Ошо ятҡанымдан тора алмаһам, иманымдан айырма», – тигән юлдарҙы гелән әйттерә торғайны. Мәғәнәһе иҫ киткес бит! Тәүге йәшен кешеләргә һаулыҡ алып килә, уны ишеткәс, үләнгә ятып аунарға кәрәк. Йәшен киткәндә лә ерҙән ҡеүәт алыу файҙалы, тигәне булыр. Унан күп шифалы үләндәрҙе танырға өйрәндем», – тип иҫләй ул.

Тыуған ауылында һигеҙ класты тамамлағас, Рәүфә урта белем алырға Абзан мәктәбенә йөрөй. Унан һуң Салауат медицина училищеһын ҡыҙыл дипломға тамамлай. Башҡорт дәүләт медицина институтына ҡаршылыҡһыҙ инеп китә йәш ҡыҙ. Ҡулына диплом алып, Баймаҡ ҡалаһы дауаханаһына интернатура үтергә бара. Йәш белгескә һөнәренең айышына төшөнөргә ярҙам иткән, тәжрибәһе менән уртаҡлашҡан Ленира Вилдан ҡыҙы Хисмәтуллинаны, Рәшиҙә Йыһанур ҡыҙы Баштанованы, Фәри­ҙә Хәмзә ҡыҙы Үзбәкованы йылылыҡ менән иҫкә ала ул.

Һин дә мин эшләп йөрөгәндә, көтмәгәндә Рәүфәнең атаһын фалиж һуға. Түшәктә ятҡан ҡәҙерлеһен ҡарашырға тип, тыуған яғына – Иҫәнғол район дауаханаһына акушер-гинеколог булып ҡайта. Йыл да үтмәй баш гинеколог итеп тәғә­йенләнә.

Бала табырға йыйынған әсәгә яр­ҙам итәм тип, юлһыҙ ауылға ашыҡ­ҡанда түңкәрелгән машинала имен ҡалыу, йөрәк сирле ҡатынға кушеткала ашығыс операция яһау – барыһы ла хәҙер артта кеүек. Әммә ошо ваҡи­ғалар, хәл иткес минуттар артында – ҡотҡарылған ғүмерҙәр, яҙмыштар... Рәхмәт йөҙөнән дауаланыусылар уның исемен яңы тыуған балаларға бирә. Мәғәнәһе лә бит есеменә тап килә – «кешеләргә ярҙам итергә килгән, мәрхәмәтле».
Балаларын ташлап киткән «кә­күк» әсәләргә ҡарап та табиптың йөрәге һыҙыла. Йәш ҡыҙҙарға фә­һем булһын тип, ҡулына ҡәләм алырға мәжбүр була, күңеленән сыҡ­ҡан әрнеүле яҙмаларын «Нимә уйлайһың һин, матур ҡыҙ Айһылыу?» тип атай.

... Ауырлы ҡатынды һыйпап ҡарау менән ул кем тыуыры хаҡында әйтә. «Тойоу, бәлки, тәжрибә менән дә киләлер. Бәлки, ул тыумыштан һа­лынған һәләттер. Әнейемдең атаһы Абдулла йор һүҙле сәсән булған, күҙ ҡарашы менән сабып барған атты туҡтата алған, – ти табибә. – Ҡатмарлы операциялар яһар алдынан әнейем төшөмә инһә, барыһы ла уңышлы үтә. Бисмиллаһыҙ эшлә­мәйем. Белгән доғаларымды уҡып алам. Әнейем әтейемде фалиж һуҡ­ҡас әйтте: «Алты аҙна ятыр, алты аҙнанан уҙһа, алты ай, унан да тере ҡалһа, алты йыл...»

...Йәнмырҙа, алты йыл да алты ай түшәктә ятып, яҡты донъя менән хушлаша. Күп тә тормай әсәһе лә гүр эйәһе була. Өй бушап ҡала. Эш тип сапҡан, яҡындарының хәстәре менән йәшәгән Рәүфәнең дә йәне һыҡрай был юғалтыуҙан. Өҙөлөп торған туғандары булһа ла, яңғыҙлыҡ бә­ғерен өтә, бәлки, яҙмышы шулай алға әйҙәгәндер, кем белә. Күнегелгән тормошон, яратып торған пациенттарын ҡалдырып, табиптар кәрәк, тип саҡырып та торғас, Сорғот ҡа­лаһына юллана. Сит ерҙә туған телдең, башҡорт моңоноң ғәзизлеген тойоп, тыуған ерен, халҡын өҙөлөп һағына шулай ҙа. Оҙон аҡса ла ҡы­ҙыҡһындырмай, тик тыуған яҡҡа ҡайтып йәшәгеһе килә. Тәжрибә туп­лап, ҙур ашҡыныу менән ул кире Башҡортостанға ҡайтып төшә. Черниковка биҫтәһендә урынлашҡан 3-сө бала табыу йортонда күпме сабый­ға кендек инәһе булған ул! Ә хәҙер инде нисәмә йылдар Республика перинаталь үҙәгендә эшләй, пластика һәм реконструктив хирургия бүлек­сәһен етәкләй, ҡатмарлы операциялар яһай.

Ҡара таңдан эшкә тотонған, бер минутҡа ла тынып тормаған табибә­нең хәстәре – ҡатын-ҡыҙға сәләмәт, матур, бәхетле булырға ярҙам итеү. «Гүзәл заттың төрлө миҙгеле бар. Ҡыҙ була, әсә ҡорона етә, өлкән йәштәге ҡатын осорона инә. Өлкә­нәйгәс, ҡатын-ҡыҙ үҙ һаулығына, ҡиәфәтенә иғтибар бирмәй. Шуға ла ир-аттың: «Өй­ләнгәндә матур ине, нисек йәмһеҙ ҡатынға әйләнде?» – тиеүе юҡҡа түгел. Шаяртып әйтелгән һүҙҙә дөрөҫлөк тә бар, күреме туҡта­ған ҡатын-ҡыҙ ир-ат ҡиәфәтен ала башлай. 37 йәштән һуң уның организмы үҙгәрештәр кисерә. Үҙгәреш­тәрҙе асыҡлау өсөн гормондарға анализ тапшырып, уларҙың кимәлен кү­ҙәтеп тороу мотлаҡ. Эстрогендар кәмеһә, һөйәктәр муртлана, шунлыҡ­тан гүзәл зат йыш ҡына ҡулын йә аяғын һындыра, күңел төшөнкөлө­гөнә бирелә, йоҡоһоҙлоҡ менән яфалана, йөрәгенә зарлана башлай. Ошо мәлдә ҡатын-ҡыҙға нәзәкәтлеген, һаулығын һаҡлау өсөн гормон тера­пияһын үтеү кәрәк.

Һылыуҙар араһында яман ауырыуҙар осрап тора. Иң таралғаны – күкрәк һәм аналыҡ яман шеше. Улар­ҙан һаҡланыу саралары барлығын гүзәл заттар белергә тейеш. Әйткән­дәй, мосолман ғаиләләрендә был ҡурҡыныс ауырыу осраҡтары һирәк, бала табып күкрәк һөтө име­ҙеү, ир-аттарыбыҙҙың сөннәтле булыуы ла ниндәйҙер кимәлдә ҡатын-ҡыҙҙың һаулығын һаҡлай. Ошонан сығып ҡына фекер йөрөткәндә лә, халҡы­быҙ­ҙың борондан килгән ғөрөф-ғә­ҙәттәрен онотмауы һөйөнөс­лө.

Күп сирҙәр енси бәйелһеҙлек, генетик сәбәптәр арҡаһында барлыҡҡа килә. Ҡатын-ҡыҙ йылына бер тапҡыр мотлаҡ рәүештә гинекологҡа күренергә, кольпоскопия үтергә (аналыҡты йод йәки люголь менән буяп, микроскоп аша ҡарайҙар. Туҡыма буялһа, тимәк, үҙгәрештәр юҡ, бары­һы ла һєйбєт тигән һүҙ), 35 йәштән һуң күкрәген ультратауыш ярҙамында тикшертергә, 40 йәштән маммологҡа күренергә, яман шеш күҙәнәктәренә анализ биреп торорға тейеш. Беҙҙең мосолман ҡатындары оялсан. Әммә был осраҡта тартынып торорға, ваҡытты һуҙырға ярамай», – ти Рәүфә Йәнмырҙа ҡыҙы.

Тәжрибәле табибә белемен арттырыу өҫтөндә лә эшләй. Күптән тү­гел Мәскәүҙә уҡып ҡайтып, бәүел тот­мауҙы дауалау буйынса операциялар яһай башлауы күпме кешегә ҡыуаныс килтерҙе! Эстәре түбән ҡатын-ҡыҙға имплантант ҡуйыу ҙа уның тарафынан уңышлы башҡарыла.

«Етәкселегебеҙ баш табип Фир­ғәт Миҙхәт улы Байрамғолов, дауалау бүлексәһе начальнигы Алексей Леонидович Фролов үҙәктә һәр хеҙмәт­кәргә йөҙөп йөрөп эшләү өсөн шарттар булдыра. Иң мөһиме – коллектив һәйбәт. Гинекологтар Наталья Әнүр ҡыҙы Сәғәҙиева, Динара Рафаил ҡыҙы Кандарова, уролог Илдар Әсләм улы Фәттәхов үҙ эшен намыҫ менән башҡара. Егәрле, булдыҡлы белгестәр улар. Шәфҡәт туташтары Катерина Аполитова, Гүзәл Закирова, Әлиә Сәлихова, Надежда Полюдова, Оля Черкова, Илүзә Ғиниәтуллина, Оксана Иванова, Светлана Юртаева ашнаҡсылар Фәриҙә Ғафарова, Валентина Колентьева, Катерина Ананьева – ошо үҙ эшен еренә еткереп баш­ҡарған хеҙмәткәрҙәремә таянам», – ти табибә.

...Рәүфә Йәнмырҙа ҡыҙы ялын Башҡортостанда үткәрергә ярата. «Рәхәтләнеп саңғыла шыуам, һыбай йөрөйөм, бассейнда йөҙәм. Үҙебеҙҙең бына тигән ял йорттарыбыҙ бар», – ти ул. Тимер атты ла ауыҙлыҡлаған. Тиҙлек заманында был да бик мөһим.

«Мәле етмәһә, сәскә лә асылмай. Һәр нәмәнең үҙ ваҡыты, үҙ мәле. Кешегә ярамаған булһа, Хоҙай Тәғәлә ҡаршылыҡтар ебәрә, барыбер әҙәм теләгәнсә бармай. Сабыр булырға кәрәк, сабыр иткән – мораҙына еткән, тиҙәр», – табибәнең был һүҙҙәре бала көтөп зарыҡҡан парҙарға ғына түгел, ғөмүмән, бөтә кешеләргә лә ҡағылалыр. Уның үҙенең дә хәстәре сабыр. Ул үҙе лә эшенең уңырына, үҙенә ярҙам һорап төбәлгән күҙҙәр­ҙең шатлыҡ осҡондары сәсеп балҡы­рына ышана.
... Һәм, үҙ ваҡыты еткәс, донъяға сабый яр һала. Мин тыуҙым! Мин бар! Ҡабул ит мине, Донъя!

Гөлназ ҠОТОЕВА.



Теги:




Яңы һан



Журнал архивы



Һеҙҙең мөнәсәбәт

Сайттың яңы дизайны оҡшаймы?



Тауыш бирергә Һөҙөмтәләр



Мы в Одноклассниках
Мы на Facebook