Байрам табынына

Ҡар бабай һәм серле шарҙар

200 грамм сыр, 2 сөгөлдөр, 4-6 теш һарымһаҡ, 50 грамм ҡара емеш, 50 грамм грек сәтләүеге, 50 грамм миндаль сәтләүеге, зәйтүн емеше, 200 грамм ҡаймаҡ (йогурт йә майонез да ярай), тәменсә тоҙ кәрәк.
Сырҙы, һарымһаҡты ваҡ ҡырғыстан үткәреп, ҡаймаҡ һалып яҡшылап болғатабыҙ. Миндаль сәтләүеген зәйтүн емеше эсенә урынлаштырабыҙ һәм, уны эстә ҡалдырып, сырҙан шарҙар әүәләйбеҙ. Төрлө ҙурлыҡтағы шарҙарҙан ҡар бабайы эшләйбеҙ. Башлығын, танауын кишерҙән яһайбыҙ, күҙҙәрен, ауыҙын зәйтүн емешенән эшләргә мөмкин.
Сөгөлдөрҙө бешерәбеҙ, һыуытып, таҙартабыҙ. Ваҡ ҡырғыстан үткәрәбеҙ, иҙелгән йәки ваҡ ҡырғыстан үткәрелгән һарымһаҡ, тәменсә тоҙ, ҡаймаҡ һалып яҡшылап болғатабыҙ.
Ҡара емеш эсенә грек сәтләүеге “йәшерәбеҙ” һәм, уны уртала ҡалдырып, сөгөлдөрҙән шарҙар әүәләйбеҙ. Шарҙарҙың уртаһына башҡа төрлө сәтләүекте, күрәгә, йөҙөм, зәйтүн емешен генә һалырға ла мөмкин. Шарҙарҙы йәшел тәмләткес үләндәр, ҡаймаҡ менән шыршы уйынсығына оҡшатып биҙәйбеҙ.
Ошолай уҡ кишерҙән ҡыҙғылт һары шарҙар эшләргә мөмкин, ә йәшел төҫтө тәмләткес үләндәр ярҙамында биреп була.

“Бәхет дағаһы” турамаһы
Был турамала иң мөһиме – уның биҙәлеше. “Анар беләҙек”, “Мимоза”, “Тунлы балыҡ”... – үҙегеҙ яратҡан һәр тураманы ла даға рәүешендә эшләп, йәнегеҙ теләгәнсә биҙәй алаһығыҙ. Беҙ иһә түбәндәге рецептҡа туҡталдыҡ.
250 грамм тауыҡ ите, 2-3 картуф, 1-2 сөгөлдөр, 2 кишер, 2-3 йомортҡа, 1 баш һуған, 1 анар, грек сәтләүеге, ҡаймаҡ йәки майо­нез кәрәк.
Тауыҡ итен бешереп, шаҡмаҡлап турайбыҙ. Бешкән йәшелсәләрҙе, йомортҡаны ҡырғыстан үткәрәбеҙ. Һу­ғанды ваҡ ҡына итеп турайбыҙ.
Һай тәрилкәнең уртаһына стакан ҡуябыҙ, ул беҙгә даға эшләргә “ярҙам итер”. Ҡатлап картуф, кишер, һуған, тауыҡ итен, йомортҡа, сөгөлдөрҙө һа­лабыҙ. Һәр ҡатламдан һуң майонез йәки ҡаймаҡ яғабыҙ. Һуңғы ҡатлам итеп сөгөлдөрҙө һалабыҙ. Өҫтөн анар емештәре, сәтләүек, зәйтүн, ҡыяр менән биҙәйбеҙ.

Грекса турама
Был тураманың үҙенсәлеге шунда: йәшелсәләр ваҡлап ҡырҡылмай, ә сағыштырмаса ҙур киҫәктәр менән бирелә. Өҫтәлдә бик матур күренә. Гректар был турама өсөн фета сырын ҡуллана, ул һарыҡ йәки кәзә һөтөнән эшләнә. Беҙҙә ҡайһы саҡ брынза менән алыштыралар. Был турама ит һәм балыҡ эргәһенә лә шәп.
3-4 помидор, 1-2 ҡыяр, 1 баш һуған, 1 татлы борос, 200 грамм фета сыры, 80 грамм төшөнән таҙартылған ҡара зәйтүн емеше, 4 ҡалаҡ зәйтүн майы, ярты стакан лимон һуты, тәменсә тоҙ, борос, салат япраҡтары кәрәк.
Боросто орлоҡтарынан, эсендәге ярыларынан таҙартабыҙ ҙа оҙонсалап һаламлап турайбыҙ. Помидорҙы эре киҫәктәргә бүлеп сығабыҙ. Ҡыярҙы (тышын әрсергә мөмкин) һәм һуғанды ярымҡулса рәүешендә турайбыҙ.
Зәйтүн майына лимон һуты, тоҙ, борос һалып яҡшылап болғатабыҙ.
Салат япраҡтары йәйелгән тә­рилкәгә йәшелсәләрҙе һалабыҙ, соус ҡоябыҙ. Өҫтөн шаҡмаҡлап туралған сыр һәм бөтөн зәйтүн емештәре менән биҙәйбеҙ. Йәшел тәмләткес үләндәр һалабыҙ. Табынға ҡуйыр алдынан ғына болғатабыҙ.

Әфлисун эсендә турама
300 грамм тауыҡ ите, 1-2 ҡыяр, 2-3 татлы борос (төрлө төҫтә булһа, матурыраҡ булыр), тәменсә тоҙ, майонез кәрәк. Әфлисун ҡунаҡтар һанына ҡарап алына.
Был турамала беҙгә уның тышы мөһимерәк, артып ҡалған йомшағын башҡа ризыҡҡа ҡушырға йәки һутын һығып ҡулланырға була.
Әфлисунды уртаға бүләбеҙ ҙә ҡабығын боҙмай ғына эсен алабыҙ. Ҡабығының ситтәрен кәкерсәкләп ҡырҡып сығабыҙ. Бешерелгән тауыҡ итен, ҡыярҙы, татлы боросто шаҡмаҡлап турайбыҙ. Әфлисунды самалап ҡына алып (турама өсөн 1-2 етә), шулай уҡ турайбыҙ, артыҡ һутын алмайбыҙ. Тоҙ, ма­йонез һалып болғатабыҙ һәм әфлисун “һауыт”тарға һалып сығабыҙ. Өҫтөн үҙегеҙ теләгәнсә биҙәргә мөмкин.


Тултырылған эшләпәләр
500 грамм эре аҡ көләпә (шампиньон) бәшмәге, 2-3 картуф, 1 баш һуған, 150-170 миллилитр һөт, 50 грамм сыр, 2 ҡалаҡ аҡ май, үҫемлек майы, тәменсә тоҙ, борос, шәфәри үләне кәрәк.
Бәшмәктәрҙе йыуып таҙартабыҙ ҙа эшләпәләрен ипләп кенә айырып алабыҙ. “Аяҡ”тарын ваҡлап турайбыҙ, үҫемлек майында ваҡ ҡына туралған һуған менән ҡыҙҙырып алабыҙ. Картуфты бешереп иҙәбеҙ, аҡ май, һөт һалабыҙ. Ҡыҙҙырылған бәшмәк “аяҡ”тарын, картуф иҙелмәһен, ваҡлап туралған шәфәри, тоҙ һалып яҡшылап болғатабыҙ.
Эшләпәләренең эсен-тышын саҡ ҡына тоҙ, борос менән ыуабыҙ, шунан үҫемлек майы ҡыҙҙырылған табаға теҙеп һалабыҙ. Ярты стакан һөт ҡойоп, 15-20 минут быҡтырабыҙ.
Эшләпәләрҙең артыҡ шыйыҡлы­ғын һарҡытабыҙ. Бының өсөн уларҙы бер нисә минутҡа ҡаплап ҡуйып тороу ҙа етә. Эшләпәләрҙе иҙелмә менән тултырабыҙ, өҫтөнә ҡырғыстан үткә­релгән сыр һибәбеҙ. Табаға урынлаштырабыҙ һәм 10 минутҡа эҫе мейескә ҡуябыҙ.



Теги:




Яңы һан



Журнал архивы



Һеҙҙең мөнәсәбәт

Сайттың яңы дизайны оҡшаймы?



Тауыш бирергә Һөҙөмтәләр



Мы в Одноклассниках
Мы на Facebook