“Ҡалған юлды һинең менән үтһәм, Һин янымда булһаң, шул еткән...”
Рауил БИКБАЕВ
Һәр быуаттың үҙ батыры, үҙ сәсәне. Етмеш бишен билдәләгән Башҡортостандың халыҡ шағиры Рауил Бикбай ҙа – замандаштары өсөн һынылышлы мәлдәрҙә һәр ваҡыт рухи таяныс та, маяҡ та булған мәртәбәле ижадсы, йәмәғәт эшмәкәре.
Яҙыусыны юбилейы менән ысын күңелдән ҡотлайбыҙ, яңынан-яңы ижади асыштар һәм илһамлы сығыштар насип булһын уға!
* * *
Бейектәмен тип һис һауаланма,
Һауаларҙан ергә иңерһең.
Мөхәббәттең ҡайнар ҡуйынынан
Һалҡын гүр ҡуйынына инерһең.
Күңелемде хәҙер
Таң атыуы
Һирәк елкендерә,
Нығыраҡ сорнай
Уйсанлығы моңһоу эңерҙең.
30.08.12.
* * *
Өмөттө аҡлау еңелме,
Вәғәҙәне үтәүме?
Бейектән ҡолап төшөүме,
Бейеклеккә етмәүме?
Ни ҡәҙерле?
Бөгөнгөмө?
Киләсәкме?
Үткәнме?
Ни ҡыйыны –
Көттөргәнме,
Көтмәйенсә киткәнме?
Юлдарыбыҙ һикәлтәле,
Бер артылыр, бер төшөр.
Иң ҡыйыны –
Булмауҙары
Көтөр, көттөрөр кешең.
20.01.12.
Фәриҙәгә
Уҙған йылдар!
Береһенән-береһе
Ҡәҙерлерәк, ғәзизерәк булып,
Һағындырып алға баҫалар.
Илле йылдан артыҡ бер үк юлдан,
Бер үк өмөт, бер үк хафалар.
Күпме балҡыш, күпме шатлыҡ бирҙем,
Хәтереңде күпме ҡалдырҙым.
Илле ожмахтарҙа йөрөттөм дә,
Илле тамуҡтарҙа яндырҙым.
Киләсәкте Хоҙай ғына белә,
Тик йәшәйем ошо өмөттә:
Ҡалған юлды һинең менән үтһәм,
Һин янымда булһаң,
Шул еткән.
25.07.13.
* * *
Асҡар бүләм, Әсил бүләсәрем!
Һеҙҙең менән булғы килә гел.
Олоғайғас, беҙгә насип иткән
Аллаһ Тәғәләнең бүләге.
Һеҙгә ҡарап, арта шатлығыбыҙ,
Һеҙҙе уйлап, арта хафабыҙ.
Хаҡлы ялға хатта хаҡыбыҙ юҡ,
Һеҙҙең хаҡҡа һәр саҡ һаҡта беҙ.
Ҡулға тотоноп,
атлап киттегеҙ бит,
Хәҙер беҙгә үҙегеҙ ҡул бирегеҙ,
Беҙҙе алға әйҙәп атлағыҙ.
12.07.13.
* * *
Күпме юлдарҙан атланыҡ
Икәүҙән-икәү генә.
Күпме серҙәрҙе һаҡланыҡ
Икәүҙән-икәү генә.
Уйлауҙары ла ҡурҡыныс
Килерен шундай саҡтың:
Ошо икәүҙең береһе
Яңғыҙы ҡаласаҡты.
8.12.2011.
* * *
Ғаилә ҡороу – брак төҙөү, тиҙәр,
Брак була күпме брактар.
Граждан брактары арта бара,
Тик граждандар кәмей. Ил артмай.
20.11.11.
* * *
Ваҡ йылғалар быйыл ҡапыл ташты,
Донъяларҙы ниндәй аҡтарҙы!
Ваҡ халыҡтар – ваҡ йылғалар һымаҡ,
Асыуына теймә ваҡтарҙың!
19.04.12.
* * *
Хакимдарға аҡыл өйрәтеүҙең
Файҙаһы юҡ. Булһа – һирәктер,
Башһыҙ башлыҡтарға кәңәш биреп,
Башы осҡан күпме зирәктең.
27.07.12.
* * *
Кем һуң белә алда ниҙәр көтә,
Иртәгәһе көндә ни барҙыр.
Һайлаһам да йөрөр юлдарымды,
Һайлап булмай күрер йылдарҙы.
29.07.12.
* * *
Батшаларҙы ла дәүерҙәр убалар.
Күбеһенән ҡалмай хатта убалар.
27.04.10.
Һәр быуаттың үҙ батыры, үҙ сәсәне. Етмеш бишен билдәләгән Башҡортостандың халыҡ шағиры Рауил Бикбай ҙа – замандаштары өсөн һынылышлы мәлдәрҙә һәр ваҡыт рухи таяныс та, маяҡ та булған мәртәбәле ижадсы, йәмәғәт эшмәкәре.
Яҙыусыны юбилейы менән ысын күңелдән ҡотлайбыҙ, яңынан-яңы ижади асыштар һәм илһамлы сығыштар насип булһын уға!
* * *
Бейектәмен тип һис һауаланма,
Һауаларҙан ергә иңерһең.
Мөхәббәттең ҡайнар ҡуйынынан
Һалҡын гүр ҡуйынына инерһең.
Күңелемде хәҙер
Таң атыуы
Һирәк елкендерә,
Нығыраҡ сорнай
Уйсанлығы моңһоу эңерҙең.
30.08.12.
* * *
Өмөттө аҡлау еңелме,
Вәғәҙәне үтәүме?
Бейектән ҡолап төшөүме,
Бейеклеккә етмәүме?
Ни ҡәҙерле?
Бөгөнгөмө?
Киләсәкме?
Үткәнме?
Ни ҡыйыны –
Көттөргәнме,
Көтмәйенсә киткәнме?
Юлдарыбыҙ һикәлтәле,
Бер артылыр, бер төшөр.
Иң ҡыйыны –
Булмауҙары
Көтөр, көттөрөр кешең.
20.01.12.
Фәриҙәгә
Уҙған йылдар!
Береһенән-береһе
Ҡәҙерлерәк, ғәзизерәк булып,
Һағындырып алға баҫалар.
Илле йылдан артыҡ бер үк юлдан,
Бер үк өмөт, бер үк хафалар.
Күпме балҡыш, күпме шатлыҡ бирҙем,
Хәтереңде күпме ҡалдырҙым.
Илле ожмахтарҙа йөрөттөм дә,
Илле тамуҡтарҙа яндырҙым.
Киләсәкте Хоҙай ғына белә,
Тик йәшәйем ошо өмөттә:
Ҡалған юлды һинең менән үтһәм,
Һин янымда булһаң,
Шул еткән.
25.07.13.
* * *
Асҡар бүләм, Әсил бүләсәрем!
Һеҙҙең менән булғы килә гел.
Олоғайғас, беҙгә насип иткән
Аллаһ Тәғәләнең бүләге.
Һеҙгә ҡарап, арта шатлығыбыҙ,
Һеҙҙе уйлап, арта хафабыҙ.
Хаҡлы ялға хатта хаҡыбыҙ юҡ,
Һеҙҙең хаҡҡа һәр саҡ һаҡта беҙ.
Ҡулға тотоноп,
атлап киттегеҙ бит,
Хәҙер беҙгә үҙегеҙ ҡул бирегеҙ,
Беҙҙе алға әйҙәп атлағыҙ.
12.07.13.
* * *
Күпме юлдарҙан атланыҡ
Икәүҙән-икәү генә.
Күпме серҙәрҙе һаҡланыҡ
Икәүҙән-икәү генә.
Уйлауҙары ла ҡурҡыныс
Килерен шундай саҡтың:
Ошо икәүҙең береһе
Яңғыҙы ҡаласаҡты.
8.12.2011.
* * *
Ғаилә ҡороу – брак төҙөү, тиҙәр,
Брак була күпме брактар.
Граждан брактары арта бара,
Тик граждандар кәмей. Ил артмай.
20.11.11.
* * *
Ваҡ йылғалар быйыл ҡапыл ташты,
Донъяларҙы ниндәй аҡтарҙы!
Ваҡ халыҡтар – ваҡ йылғалар һымаҡ,
Асыуына теймә ваҡтарҙың!
19.04.12.
* * *
Хакимдарға аҡыл өйрәтеүҙең
Файҙаһы юҡ. Булһа – һирәктер,
Башһыҙ башлыҡтарға кәңәш биреп,
Башы осҡан күпме зирәктең.
27.07.12.
* * *
Кем һуң белә алда ниҙәр көтә,
Иртәгәһе көндә ни барҙыр.
Һайлаһам да йөрөр юлдарымды,
Һайлап булмай күрер йылдарҙы.
29.07.12.
* * *
Батшаларҙы ла дәүерҙәр убалар.
Күбеһенән ҡалмай хатта убалар.
27.04.10.
Теги: