“Халҡым” тип йәшәне
Халҡыбыҙҙың арҙаҡлы ҡыҙҙарының береһе – билдәле дәүләт эшмәкәре, фәлсәфә фәндәре кандидаты, Ленин ордены, ике тапҡыр Хеҙмәт Ҡыҙыл Байрағы ордены кавалеры Фатима Мостафинаның тыуыуына 26 декабрҙә 100 йыл тула. Ул хәҙерге Һамар өлкәһе Диңгеҙбай ауылында донъяға килгән. 1955 – 1971 йылдарҙа Башҡорт АССР-ы мәғариф министры булып эшләп, республикабыҙҙа мәғарифты яңы үрҙәргә күтәргән Фатима Хәмиҙулла ҡыҙын замандаштары ҡаһарман йөрәкле, алдынғы ҡарашлы, талапсан, хатта ҡорос холоҡло етәксе итеп хәтерләһә, яҡындан белеүселәр күңелендә ул ябай, бик ихлас, туған йәнле, үтә хәстәрлекле кеше булып ҡалған. Һамар өлкәһендә йәшәүсе ҡәрҙәше Әсхәт Әхәт улы ДӘҮЛӘТШИН, уҡыусыларыбыҙға был оло шәхесте бөтөнләй башҡа яҡтан асып, уның хаҡындағы яҡты хәтирәләре менән уртаҡлаша.
Фатима апайҙың әсәһе Ғәзизә инәй минең ҡәрсәйемә, атайымдың әсәһенә, бик яҡын ине – уны яратып “еңгә” тип йөрөтә торғайны. Шул мөнәсәбәт миңә лә күстеме икән – Ғәзизә инәй ҙә, Фатима апай ҙа, уның һеңлеһе Майгөл апай ҙа мине бер туғанылай күреп яратты. Өфөлә 1-се башҡорт интернат-мәктәбендә (хәҙер ул Рәми Ғарипов исемен йөрөтә) уҡыған саҡта аҙна һайын ял көндәрендә Ғәзизә инәйҙең “Мебель магазины” туҡталышындағы фатирына ҡунаҡҡа бара инем. Шунда Фатима апайҙы ла осратам. Мин, бик тыйнаҡ ауыл малайы, апайҙың һорауҙарына оялып ҡына яуап бирәм, үҙем уның әҙәби телдә матур итеп һөйләшеүен һоҡланып тыңлайым. Ә Ғәзизә инәй менән беҙ иһә үҙебеҙҙең диалектта – Ырғыҙ буйы башҡорттары һөйләшендә аралашабыҙ. Улар Һәҙиә Дәүләтшинаның әсәһе Гөлйәүһәр инєй менән бик ҡатнашып йәшәне – Фатима апай йыш ҡына уны ла алып килә торғайны. Фатима апай шул тиклем иғтибарлы – ауылдағы атай-әсәйемдең нисек йәшәүен, интернаттағы тормошто, уҡыуымды тәфсирләп һораша, ашарға-эсергә етәме, тип тә ҡыҙыҡһына. Осрашҡан һайын яҡшыраҡ уҡырға дәртләндерә, билдәле яҡташтарыбыҙҙы өлгө итеп ҡуя: Рәшит Ниғмәти – бөйөк шағир, тип һөйләүен хәтерләйем, “Хәмзә Дәүләтшин олатайың – техник фәндәр докторы, профессор, уны ҡыуып етергә тырыш”, – тип өндәй.
Ә минең данлыҡлы интернат-мәктәпкә эләгеүем сит өлкәләрҙә йәшәүсе һәләтле башҡорт балаларын Башҡортостанға йыйып белем биреү, халҡыбыҙ өсөн кадрҙар әҙерләү сәйәсәте менән бәйле булды. 1955-1956 йылдарҙа беҙҙең Һамар өлкәһе Ташбулат ауылы мәктәбенән байтаҡ бала Башҡортостанға ебәрелде, беҙ класыбыҙ менән тиерлек киттек. Мине һәм дуҫым Булат Ноғомановты, уҡыу билдәләренә ҡарап, 1-се башҡорт интернат-мәктәбенә алдылар.
Интернат-мәктәпте бөткәс, беҙ, ете малай, уйнап-көлөп, йүгереп йөрөп, имтихандарҙы рабфактыҡылар менән алдан тапшырып, Өфө авиация институтына инеп киттек. 20 июлдә беҙ инде студент инек. 24 июлдә Фатима апай Булат менән икебеҙҙе саҡыртып алды ла былай тине: “Республикаға кадрҙар әҙерләү маҡсатында илдең абруйлы юғары уҡыу йорттарына уҡырға ебәреү өсөн Өфөлә имтихандар аласаҡтар. Әҙерләнегеҙ”. Исемлектә – Бауман исемендәге Мәскәү юғары техник училищеһы (хәҙер – дәүләт университеты), Мәскәү финанс институты, Мәскәү дәүләт университеты һәм башҡа билдәле уҡыу йорттары. Фатима апай етди итеп өҫтәп ҡуйҙы: “Һиңә Мәскәү коммуналь хужалыҡ институтына барырға кәңәш итәм, сөнки Өфөлә был өлкә буйынса юғары белемле белгес юҡ”. Ә минең интернат дуҫтарымдан айырылғым килмәне, ипләп кенә имтихандар ҡағыҙын күрһәтеп: “Фатима апай, мин авиация институтына индем!” – тим. Ул башта аптыраны, шунан маҡтаны.
Беренсе курста уҡыуҙар башланмаҫ борон беҙҙе Благовещен районына ауыл хужалығы эштәренә ебәрҙеләр. Мин ярҙамсы итеп беркетелгән тракторсы ауырығас, уны алмаштырып, һабан тракторына ултырҙым. Ауылда дүртенсе кластан еҙнәмдең тракторында эшләргә өйрәнеүем бик ярап ҡалды. Бер-ике көндән бригадир минең үҙемә айырым “Беларусь” бирҙе. Таңдан ҡараңғыға тиклем ҡысҡырып йырлай-йырлай рәхәтләнеп эшләнем. Аҙаҡҡы көндә иҫәпләһәләр, иң ҙур хеҙмәт хаҡы – минеке. 29 августа Өфөгә ҡайттыҡ, бысраҡ көйө Майгөл апайҙарға киттем. Мине тиҙерәк ваннаға индереп ебәрҙеләр, майлы кейемдәрҙе йыуҙылар. Ғәзизә инәй менән Фатима апай килеп етте. Майгөл апай: “Бына беҙҙең тракторсы ҡайтты!” – тип көлә. Улар, тракторҙа эшләгәнемде белгәс, хайран ҡалды. Шунан Фатима апай ниндәй тракторҙарҙы белгәнемде, ҡайҙа, нисек өйрәнгәнемде һораша башланы. “Мәктәптәрҙә башланғыс һөнәри белем бирелһә, ҡайһылай яҡшы булыр ине”, – тине ул. Был уй артабан, күпмелер ваҡыттан һуң, мәктәптәрҙә һөнәри белем биреүҙе индереүгә ниндәйҙер этәргес булғандыр, тип уйлайым.
Беренсе курста уҡығанда яҙ көнө атайым, һуғыш ветераны, иллеһе лә тулмаҫ борон, яу яраларынан вафат булды. Күп кенә зачеттарҙы бирмәгәнлектән, мине имтихандарға индермәнеләр. Ун алты йәшлек ауыл балаһы инем, һөйләшә лә белмәгәнмендер инде. Шул ваҡыт Фатима апай, саҡыртып алып, барыһын да тәфсирләп һораша башланы. Имтиханға индермәгәндәрен белгәс, ректорға шылтыратып, хәлемде аңлатып бирҙе. Шулай итмәһә, мин, ҡыйыуһыҙ малай, уҡыуҙан да төшөп ҡалыр инем...
... Студент саҡта уҡыуыбыҙ нисек барыуын белешер өсөн ул беҙҙе йыш ҡына эш урынына саҡыртып ала торғайны. Мәғариф министрлығы коридорҙары әллә ҡасан бушаған, ул бер үҙе кабинетында ултыра. Мин, эше кәмегәнен көтөп, ишеге төбөндә ултырам. Телефондан һәр мәсьәләнең төбөнә тоҙ ҡойоуы, асыҡ, аңлайышлы һөйләшеүе ишетелеп тора. Ҡараһыу зәңгәр төҫтәге костюм, ихтыяр көсө яҙылған дөрөҫ йөҙ һыҙаттары, етди тауыш – уның талапсан икәнлеге беренсе ҡараштан уҡ күҙгә ташлана ине. Шул уҡ ваҡытта мин (мин генә түгел, бик күптәр!) уның яғымлы, иҫ киткес хәстәрлекле сағын бихисап күрҙем, күрҙем генә түгел, хәстәрен күп тапҡырҙар тойҙом. Уның әсәйҙәрсә ҡайғыртыусанлығы ярҙамында сит өлкәләрҙән килгән күпме балалар уҡып, дәрәжәле, ил өсөн файҙалы кеше булып китте. Киң күңеллелеге хаҡында һөйләп торорға ла түгел. Шулай булмаһа, мәрйен булып һибелгән милләтебеҙ балаларын нисек йыйнар ине? Беҙҙең яҡтың ғына түгел, Ћарытау, Ырымбур, Силәбе башҡорттары балаларын, мәктәпте бөткәс, юғары уҡыу йорттарына, унан һуң эшкә урынлаштырыу сараһын күрҙе. Халҡыбыҙ үҫһен, алға китһен, тигән изге маҡсат менән эшләне, йәшәне ул. Айырыуса һәләтлеләрен нисек тә булһа ситкә ебәрмәҫкә тырышты.
Уның менән тағы ла бер осрашыу күңелдә уйылып ҡалған. 1972 йылдың яҙы ине. Өсөнсө курстан һуң армияла хеҙмәт итеп ҡайтып, уҡыуымды саҡ дауам итеп йөрөгән сағым. Бер көндө дөйөм ятаҡҡа медицина институтында уҡыусы ауылдашым Нариман Ибраһимов килеп керҙе. “Фатима апай беҙҙе баҡсаһына саҡыра”, – ти. Уларҙың Дим буйындағы дачаларына килһәк, Абдулла еҙнә менән икәүләшеп ер ҡаҙып йөрөйҙәр. “Был министр эше түгел”, – тип шаяртып, көрәген алып, эшләй башланым. Белмәгәйнем, был ваҡытта ул министр вазифаһынан киткән булған икән. Апайым ҡысҡырып көлөп ебәрҙе: “Бына бит, армиянан ҡайтып етмәгән, уже командовать итә!” Эйе, мин инде оялсан ауыл малайы түгел инем, һалдаттан ҡыйыуланып ҡайтҡайным. Шулай итеп, шаярып-көлөп баҡсаны ялт иттереп ҡуйҙыҡ. Апайым беҙҙе өйҙәренә алып ҡайтты, матур итеп һыйланы. Яҙғы ҡояшлы көндә рәхәтләнеп, йылы итеп һөйләшеп баҡсала йөрөүебеҙ бөгөнгөләй хәтеремдә.
Ғөмүмән, Фатима апайҙың ғаиләһендәге татыулыҡ, йылылыҡ йөрәгемә яғылып ҡалған. Уның үҙенә генә хас шаяртыуы иҫемдә. Абдулла еҙнә лә алсаҡ, донъяға киң ҡарашлы, белемле кеше ине. Улар бик матур йәшәнеләр. Улдары Әнүәр, минең кеүек, авиация институтында уҡыны. Миһырбанлы ғаилә вафат булған туғандарының улын тәрбиәләй ине – был егет тә шул уҡ институтта белем алды. Үкенескә ҡаршы, Әнүәр яҡты донъяларҙан иртә китеп барҙы. Ә бына Майгөл апайҙың табип булып эшләгән ҡыҙы Нәфисә менән телефондан йыш һөйләшеп торабыҙ. Һөйләшкән һайын ул мине Өфөгә саҡыра, кил, ғәзиз кешеләребеҙҙең ҡәберҙәренә бергәләшеп зыярат ҡылырбыҙ, ти. Ғүмеремдең мөһим осоронда күңел йылыһын йомарт өләшкән туғандарыбыҙҙың мәңгелек йортон күрер өсөн киләһе йылда Өфөгә йыйынам. Минең кеүек меңдәрсә ябай ауыл балаларының яҙмышына матур йүнәлеш биргән, киләсәк – ғилемлеләр ҡулында, тигән фекерҙе замандаштарына һеңдереп, халҡының улдарын һәм ҡыҙҙарын ил инәһеләй хәстәрләгән оло йөрәкле Фатима апай Мостафинаның ҡәберенә барып, уның яҡты рухы алдында баш эйергә теләйем.
Һүҙемде тамамлап, журнал уҡыусыларға бер тарихи һүрәт – Фатима апайҙың Өфөлә йәшәүсе Һамар башҡорттары менән төшкән һүрәтен тәҡдим итәм. Барыһын да һанап тормайынса, бер нисәүһен генә атап үтәм. Беренсе рәттә һул яҡтан – Сәхәү олатай Дәүләтшин һәм ейәне, Ћәҙиә Дәүләтшинаның әсәһе Гөлйәүһәр инәй, Майгөл апайҙың ире Фәтих еҙнә һәм ҡыҙы, Фатима апай, Һылыубикә апай һәм уның ҡыҙы, Ғәзизә инәй, Харрас олатай Йәғәфәровтың улы; икенсе рәттә һулдан беренсе – Майгөл апай; өсөнсө рәттә уңдан икенсе – һеңлем Минңур Дәүләтшина, дүртенсе – ауылдашым Зөлхизә Мусина; ә мин иң өҫтә һул яҡлап дүртенсе булып баҫып торам.

Альмира КИРӘЕВА яҙып алды.
Теги: