Күңел айым

Күңеленә тынғылыҡ бирмәгән бала саҡ хыялы Бөрйән районы Иҫке Мөсәт ауылы ҡыҙын Өфө сәнғәт институтының актерҙар әҙерләү бүлегенә алып килә. Һуңынан ул Башҡорт дәүләт академия драма театры сәхнәһендә байтаҡ йылдар рухланып, ҡанатланып ролдәр ижад итә. Шул йылдарҙа буласаҡ тормош иптәше Аяз менән таныша. Дуҫтарса ғына аралашып йөрөгән йәштәр араһында мөхәббәт уты ҡабыныр тип кем уйлаһын инде?! Зилә үҙенән байтаҡҡа йәшерәк егетте тәүҙә етди ҡабул итергә теләмәй. Аяз үҙе, атаһы менән әсәһе лә ныҡышып тотонғас, сая Бөрйән ҡыҙын кейәүгә сығырға ризалатып та ҡуялар. Ул ваҡытта Аяздың атаһы – Башҡорт дәүләт академия драма театрының директор урынбаҫары – Әсғәт Хәйрулла улы Дибаев, ә әсәһе – халыҡ араһында танылыу яулаған һәләтле актриса Зинира Ҡасим ҡыҙы Атнабаева. Билдәле сәнғәт әһелдәренең татыу, миһырбанлы ғаиләһенә килен булып төшөү бәхетенә эйә була ул. Күрше-тирәлә – барыһы ла билдәле кешеләр: Фидан Ғафаров, Шамил Рәхмәтуллин, Фәрдүнә Ҡасимова, Әмир Абдразаҡовтар… Һәр береһенең ғүмере күҙе алдында үткәнгә лә ҡәҙерле, яҡын улар уға... Ә театр, мәңгелектең үҙе кеүек, серле лә, даһи ҙа, сикһеҙ ҙә ғаләм. Үҙ күсәрендә әйләндерә, арбай, күктәргә сорғота. Әйтерһең дә, унан бер ҡасан да айырылып булмаҫ төҫлө. Шуға иң сағыу йылдарын театрға бағышлаған һәләтле актрисаның ҡапыл да сәхнәне ҡалдырып китеүе бөтәһе өсөн дә көтөлмәгәнерәк була.

“Сәхнәлә тыуҙырған һәм яратып башҡарған образдарым, әле лә төштәремә инеп, күңел ҡылдарымды тибрәтә. Театр – ул сихри донъя. Эйе, бөтөн булмышыңды биләгән һәм тормошоңдоң мәғәнәһенә әйләнгән ошо ижади мөхиттән өҙөлөп китеүе еңел түгел. Әммә тап шул ваҡыт театрҙы ҡалдырғаным өсөн бөгөн үҙемә сикһеҙ рәхмәтлемен. Тәжрибәмде, ижади һәләтемде яңы өлкәлә һынап ҡарарға теләп, телевидениеға килгәйнем, эшкә башкөллө сумдым. 2009 йылда Айгөл Әхмәҙиева менән “Ҡурай” йыр-моң каналын асып ебәрҙек һәм дубляж менән шөғөлләнә башланым. Институтта уҡығанда уҡ остаздарым, оло талант оҫталары Фәрдүнә Ҡасимова, Илшат Йомағолов, Ғабдулла Ғиләжев мине етәкләп тигәндәй дубляжға алып килгәйне. Театрҙа ла спектаклдән һуң дубляжға йөрөү ғәҙәткә ингән ине. Шуға тауыш серҙәренең бар нескәлектәренә төшөнгән, был өлкәлә тәжрибә туплаған кеше булараҡ, “Ҡурай”ҙағы эш минең күңелемә хуш килде. Күп сериялы “Эдера” тигән итальян фильмын башҡортсаға тәржемә итеп, БЮТ каналы тамашасылары хөкөмөнә сығарҙыҡ. Байтаҡ хат килде, үҙ рәхмәттәрен белдереп, шылтыратыусылар ҙа күп булды. Был һөйөнөслө ваҡиға артабан тағы ла дәртләнеп эшләргә сәм уятты.
Леонид Гайдайҙың “Ы” операцияһы һәм Шуриктың башҡа мажаралары”, “Кавказ тотҡонбикәһе, йәки Шуриктың яңы мажаралары”, “Сүллектең аҡ ҡояшы”, “Мөхәббәт һәм күгәрсендәр”, “Иван Васильевич һөнәрен алмаштыра”, “Уңыш джентльмендары” һәм Роберт Земекистың алты Оскар премияһына лайыҡ булған “Форрест Гамп” фильмдарының башҡорт теленә тәржемәһен республика халҡы яратып ҡабул иткәндер, тип ышанам. Унан тыш музыкаль һәм документаль фильмдар, йәнһүрәттәр өҫтөндә лә эшләйбеҙ. Йыш ҡына, төрлө образдарға инеп, бер юлы әллә нисә ролде уҡырға тура килә”, – ти актриса.
Зилә Сиражетдин ҡыҙының киләсәккә бағлаған ниәттәре байтаҡ. Башҡарған эше, тормошо менән дә ҡәнәғәт ул. Аяз Әсғәт улы менән бергә татыу ғүмер итеүҙәренә егерме биш йылдан ашыу булып киткән. Ошо оло мөхәббәттең наҙлы емеше – ҡыҙҙары Наҙгөл дә үҫеп, тормошҡа сығып, үҙ бәхетен ҡорған. Әйткәндәй, Зилә Сиражетдин ҡыҙының кейәүе – төрөк егете. Әле Наҙгөл тормош иптәше Окан Денизер менән Төркиәнең баш ҡалаһы Анкарала йәшәй. “Ҡурай” каналы ойошторған фестивалдә ҡатнашыу өсөн Төркиәнән килгән йырсыларҙың бағыусыһы булған егет әсәһе менән концертҡа килгән Наҙгөлгә тәү күреүҙән ғашиҡ була. Атай менән әсәй, берҙән-бер ҡыҙҙарын ситкә ебәрергә теләмәһә лә, йәштәрҙең мөхәббәте хаҡына йолаға ярашлы никах, туй үткәреп, Наҙгөлдәрен Төркиәгә оҙатырға мәжбүр була. “Сит илдәге, сит милләттәге кешегә кейәүгә бирергә тәүҙә ҡырҡа ҡаршы инек, әммә уның ҡыҙымды өҙөлөп яратыуына, белемле, юғары мәҙәниәтле, әҙәпле, тырыш, абруйлы нәҫелдән булыуына инанғас, үҙ фатихабыҙҙы биреүҙән башҡа сара ҡалманы. Наҙгөл менән скайп аша көн дә аралашып торабыҙ. Кейәүебеҙ ҙә хәстәрлекле, киң күңелле, беҙгә лә ярҙамлаша. Йылына бер нисә тапҡыр Төркиәгә ҡунаҡҡа барып ҡайтабыҙ. Балаңдың бәхетле булыуын күреү – үҙе оло кинәнес. Уны бәләкәй сағында ла күңелен ҡыймай ғына үҫтерҙек. “Ҡолонсағым, һин Башҡортостандағы иң матур, иң аҡыллы ҡыҙ”, – тип йыш ҡабатлай инем. Әрләп алыу урынына ла беҙ: “Ярай, ҡыҙым, бөтәһе лә һәйбәт кенә булһа, ҡыҙыҡ булмай ул. Тик башҡаса улай итмә”, – ти торғайныҡ. Хәҙер кейәүебеҙ ҙә уны шулай иркәләп кенә йөрөтә. Ҡыҙ балаға ҡарата миһырбанлыраҡ булыу кәрәк, юғиһә ул кескәй сағындағы мөнәсәбәтте күңеленә һеңдерә һәм, мин шундай мөғәмәләгә лайыҡмын икән, тип өйрәнә”, – ти, тәрбиә серҙәре менән бүлешеп, бәхетле әсә.
Ауылда шаулап-гөрләп үткән бала сағын хәтергә төшөрөп, һағыш ипкененә сорналғанда һәм күңел пәрҙәләре нескәргән ауыр мәлдәрҙә актриса тыуған яғы – Бөрйән тарафтарына юл тота. Әсәһе менән туғандары уны һәр ваҡыт һағынып ҡаршы ала. Әсәһе Миңнур апай Шәмиғолова быйыл 85 йәшлек оло юбилейын билдәләгән. “Атайым йәшләй генә мәрхүм булып ҡалғас, күмәк баланы әсәйем яңғыҙы аяҡҡа баҫтырҙы, – ти ул, ҡәҙерле кешеһенең ауыр яҙмышы өсөн әсенеп. – Фиҙакәр йәнле, саҡматаштай ныҡлы холоҡло өлкән быуынға мин һәр ваҡыт һоҡланам, улар алдында баш эйәм, әллә күпме ауырлыҡты үҙ иңдәренә һалып та, тамсы ла зарланмай, дәртләнеп, кескәй генә ҡыуанысҡа ла һөйөнөп йәшәй белеү маһирлығы бар уларҙа. Ошо аҡылды үҙемә лә үрнәк итеп алып, бәхетле, тигеҙ ҡартлыҡ кисерергә яҙһын инде, тип теләйем. Ә әлегә бөгөнгөмдөң, ошо минуттың ҡәҙерен тойоп, яҡты сатҡыларҙың һәр балҡышын күңелемә һеңдереп ҡалырға тырышам. “Башҡортостан ҡыҙы”н уҡыған әхирәттәрҙе Яңы йыл менән ҡотлап, бар гүзәл заттарға ла әсәлек ҡыуанысын татыуын, һөйөп үҫтергән балаларының тормошо именлектә, бәхеттә үтеүен теләйем!”
Зилә Сиражетдин ҡыҙының үҙ тормошо ла, тын, тәрән йылғалай, талғын, ипле, мәғәнәле булыуы менән һоҡландыра. Актрисаның йәшәү асылын билдәләгән иң сағыу, матур һәм ҡабатланмаҫ яҡтарының береһе, барыбер ҙә, ысын әсә, тоғро ҡатын, хәстәрлекле хужабикә булып ҡала белеүендәлер, тием. Ымһындырғыс сәнғәт донъяһында ла ул тәкәбберләнеп, маһайып китмәгән, үҙ-үҙен юғалтмаған, киреһенсә, күңел балҡышы менән әле лә тирә-яҡҡа нур сәсеп йәшәй бирә. Яҡындарын, таныштарын йылы һүҙе, яғымлы ҡарашы менән һөйөндөрә, кәңәштәрен йәлләмәй өләшә. Һәр ваҡыт ихлас, мөләйем, алсаҡ ул. Йөрәгендә бала саҡ нурын һаҡлағандар ғына шулай ихлас һәм мөхәббәтле булып ҡала алалыр.
Альбина ҒӨБӘЙҘУЛЛИНА.
Теги: