Ғаилә – бәләкәй дәүләт...
Күңелдәрҙең түренә үтер талғын моң аҫтында сәхнәгә ике әсә күтәрелә. Улар, Ирина Курапова һәм Светлана Неклюдова, бөтә ғәм алдына сығарылыуҙарының сәбәбен белмәйенсә, аптырашып, бер-береһенә ҡарап тора. Шул саҡ... сәхнәнең ике яғынан бәһлеүәндәй ике һалдат йүгереп сығып, ханымдарҙы ҡосаҡлап ала:
– Әсәй!
– Балаҡайым!
Был тулҡынландырғыс минуттарҙа залда ултырыусы бөтә әсәйҙәрҙең күҙҙәренә йәш эркелде. Улдарының армиянан ҡайтыуын көтөп, көндәрҙе түгел, сәғәттәрҙе һанап йәшәгән әсәләрҙең кисерештәрен аңлатырлыҡ ниндәй һүҙҙәр бар икән?! Көтөлмәгән шатлыҡлы осрашыуҙы тап Әсә көнөндә ойоштороу өсөн һалдаттарҙы ваҡытынан бер ай алда ҡайтартыуҙы ҡайғыртып, Нефтекама ҡала хакимиәтенең ғәскәри часть командирҙары менән көҙ башынан һөйләшеүҙәр алып барыуын күптәр, был күренеште мөғжизәләй күреп, ишетмәй ҙә ҡалды шикелле.
Әсә иң юғары, илаһи зат итеп күтәрелгән, әсә һөйөүе иң ҡөҙрәтле көс тип танылған тантана мөғжизәләр менән тулы ине. Сәхнәләге ҙур экранда Мәскәүҙә, Санкт-Петербургта, Ҡазанда, башҡа ҡалаларҙа уҡыусы Нефтекама балалары әсәйҙәрен нисек яратыуҙарын белдереп, бер-бар артлы үҙ ҡотлауҙарын яңғырата башлағас, һәммәһен дә тулҡынланыу солғаны, байрамға килгән гүзәл заттар күҙ йәштәрен йәшермәне – шатлыҡ, бәхет йәштәре ине улар. Йыраҡтағы ғәзиз балаларының тәбрикләүҙәрен ишеттереү өсөн хакимиәт ул ҡалаларҙағы Башҡортостан вәкиллектәре менән айҙан артыҡ эш алып барған икән!
...Бер нисә көн дауамында Нефтекамала әсәләрҙең бөйөклөгөн данлауға арналған саралар теҙмәһен йыл буйына әсәлекте, балалыҡты, ғаиләне яҡлау буйынса ҡалала алып барылған эҙмә-эҙлекле эштең гүзєл сағылышы, тип атарға мөмкин.
– Ҡалабыҙ йәш, быйыл уның барлыҡҡа килеүенә илле йыл булды. Унда ғүмер итеүселәрҙең уртаса йәше – 36. Әсәлек капиталы бирелә башлау менән ҡалабыҙҙа донъяға килеүсе сабыйҙар һаны ҡырҡа артты – беҙ тыуым буйынса республикала тәүге урындарҙың береһен биләйбеҙ. Был, әлбиттә, йәш ғаиләләр хаҡында даими хәстәрлек күреүебеҙ һөҙөмтәһе лә булып тора, – тип һөйләй Нефтекама ҡалаһы хакимиәте башлығы урынбаҫары Шамил Шакир улы Хәлитов. – Мәҫәлән, быйыл барлығы ете балалар баҡсаһы файҙаланыуға тапшырылды. Заманса перинаталь үҙәгебеҙ менән ғорурлана алабыҙ. Өҫтәмә белем биреү учреждениеларында балалар бушлай шөғөлләнә. Ишле, инвалид бала тәрбиәләүсе 500-ҙән ашыу ғаиләгә үҙ йорттарын һалыу өсөн ер участкаһы бүленде, яҡын арала тағы мең ғаилә ерле буласаҡ. Тәрбиәгә, уллыҡҡа бала алған ғаиләләргә лә иғтибарыбыҙ бик ҙур. Ә әсәләрҙе хөрмәтләүебеҙ, йәш быуынға ошо тойғоно һалырға ынтылыуыбыҙ – тәбиғи. Сөнки әҙәм балаһының кемлеген ғүмер биргән кешеһенә ҡарата мөнәсәбәте билдәләй бит.
Нефтекамалағы бер матур күренеште – игеҙәк балалар күп тыуыуын билдәләп үтке килә. Ҡала хакимиәтенең тантаналар залында уларҙы тәбрикләү өсөн айырым байрам ойошторҙолар. Ҡарап тороуға үҙҙәре лә йәш кенә һылыуҙарҙың икешәр-өсәр сабый әсәһе булыуы һоҡландыра. Ҡала хакимиәте башлығы Илүс Ғарифуллин, уның беренсе урынбаҫары Шамил Хәлитов, ҡатын-ҡыҙҙар советы рәйесе Фирүзє Насирова менән сәй табыны артында улар, асылып, үҙҙәрен борсоған һорауҙар хаҡында һөйләне. Сөнки игеҙ бала үҫтереү икеләтә шатлыҡ килтерһә, мәшәҡәте лә икеләтә арта бит. Улар күп осраҡта ваҡытынан алда тыуа, йышыраҡ сирләй. Поликлиникаларҙа биләү өҫтәлдәренең, бала табыу йорттарында етлекмәй тыуған бәләкәстәр өсөн кюветтарҙың аҙ булыуы, табипҡа инеү өсөн сираттар – игеҙ бәпес бағыусылар өсөн ваҡ нәмәләр түгел. Етәкселек бөтә теләктәрҙе, тәҡдимдәрҙе диҡҡәт менән тыңлап, хәл итәсәген белдерҙе.
“Әсәй өсөн гөлләмә” – Әсә көнөнә арналған тантаналар сиктәрендә 10 йәшкә тиклемге балалар үҫтереүсе йәш әсәләр хөрмәтенә уҙғарылған кисә шулай тип аталды. Улар араһында бала љарау өсөн бирелгєн отпускынан сығып тормайынса икенсе бәпестәрен табыусылар күп. Балалар ижадын үҫтереү үҙәгендә был көндө әсәйҙәр, көндәлек тормош мәшәҡәттәрен онотоп, улдары һәм ҡыҙҙары менән бергә сәс матурлау, ҡомда һүрәт төшөрөү, кейеҙ уйынсыҡтар яһау оҫтаханаларында шөғөлләнде – рәхәтләнеп сикһеҙ ижади хыялдарына ирек бирҙе...
Байрам уңайынан туғыҙ йөҙгә яҡын әсәгә гөлләмәләр тапшырылды. Улар араһында – йәш әсәләр, күп бала тәрбиәләүсе гүзәл заттар, улдары хәрби хеҙмәттә һәләк булған әсәләр, тәрбиәгә, уллыҡҡа бала алыусылар. Ә улдары һәм ҡыҙҙары матур эштәре, яҡшы уҡыуҙары менән ҡала данын арттырған утыҙ әсә хакимиәт башлығы исеменән Рәхмәт хаттары алып ҡыуанды.
Башҡортостаныбыҙҙа күп балалы әсәләргә “Әсәлек даны” миҙалы тапшырылһа, Нефтекамала ла быйыл әсәләр өсөн миҙал булдырғандар. Ләкин ул балалар һанына љарап түгел, є лайыҡлы, башҡалар өлгө алырлыҡ улдар һәм ҡыҙҙар үҫтергән әсәләргә бирелә. “Әсәгә рәхмәт” тип аталған миҙалдың бәҫе лә юғары: йылына уны ике генә гүзәл зат аласаҡ. Быйыл уға тәбиғи фєндєр буйынса халыҡ-ара олимпиадалар еңеүсеһе, шул уҡ ваҡытта талантлы музыкант Айнур Мәҡсүтовтың әсәһе Зәлиә Фәнәүи ҡыҙы һәм халыҡ-ара класлы спорт мастеры, ауыр атлетика буйынса донъя чемпионкаһы Диана Әхмәтованың әсәһе Флүзә Насибетдин ҡыҙы лайыҡ булған. Нефтекаманың илдє маҡтаулы әсәләр өсөн үҙ миҙалы булдырылған бөртөклєп ћанарлыљ љалаларґыњ береће икєнен єйтеп үтеү кєрєктер.
Нефтекамаларҙың байрам шатлығын уртаҡлашырға “Ата-әсә хәстәре” халыҡ-ара хәрәкәте рәйесе, химия фәндәре кандидаты Клара Шәрәф ҡыҙы Мансурова ла килгәйне. Рәсәйҙә һәм сит илдәрҙә киң ҡолас ала барған был йәмәғәт ойошмаһы нефтекамалар менән 2005 йылдан бирле хеҙмәттәшлек итә һәм һис кенә лә осраҡлы түгел – ҡалала ғаиләнең, әсәнең, атайҙың абруйын күтәреү буйынса алып барылған эш хәрәкәттең эшмәкәрлеге менән тулыһынса ауаздаш.
Шул айҡанлы ойошторолған “Бөтәһе лә әсәнән башлана” тигән ата-әсә уҡыуҙары ифрат бай йөкмәткеле һәм фәһемле ине. Был уҡыуҙарҙың бигерәк тә йәш ғаиләләр өсөн бик мөһим булыуын күҙ уњында тотоп, “Ата-әсә хәстәре” хәрәкәтенең урындағы бүлексәһе менән бер рәттән ҡала ҡатын-ҡыҙҙар советы ла уны уҙғарыуға ҙур көс һалды. Клара Шәрәф ҡыҙы йыйылыусыларҙы үҙ ижади оҫтаханаһы менән таныштырып ҡына ҡалманы, ғәжәйеп мауыҡтырғыс мөхит тыуҙырып, барыһын да бала тәрбиәләүҙең йәш үҙенсәлеге хаҡында йәнле фекер алышыуҙарға йәлеп итте. “Ата-әсә хәстәре”нең Башҡортостандағы бүлексәһе рәйесе, уның төбәктәге эшмәкәрлеген йәйелдереүгә тос өлөш индергән Нефтекама нефть колледжы китапханасыһы Эльвира Фәһим ҡыҙы Хафизоваға “Йөрәк һәм Роза” алтын билдәһе тапшырылды.
Уҡыуҙарҙа ҡала педагогтары, психологтары, табиптары, ата-әсәләре менән бергє төньяҡ-көнбайыш райондарҙың ҡатын-ҡыҙҙар советтары рәйестәре лә әүҙем ҡатнашты. Түңәрәк өҫтәл артында барған ҡыҙыу, файҙалы әңгәмә, “Мин – Әсәй!” ток-шоуы, “Беҙ ғаиләне һайлайбыҙ” ғилми-ғәмәли конференцияһы – бер тында үткән был сараларҙы йомғаҡлап, егеттәрҙе һәм ҡыҙҙарҙы ата-әсә булырға әҙерләү буйынса уҡыу йорттарында йәштәр бүлексәләре булдырыу, “Ата-әсә университеттары” эшен яңыртыу хаҡында ҡарар ҡабул ителде.
“Кәрәкме һуң йәштәрҙе атай-әсәй булырға, ғаилә ҡорорға әҙерләү? Ата-әсәлек хисе – тәбиғи тойғо, тољомо өсөн яуаплылыҡ һәр йән эйәһенә һалынған”, – тиер ҡайһы берәүҙәр. Ләкин һуңғы осорҙа илебеҙҙә һәр өсөнсө ғаиләнең тәүге өс йылда уҡ тарҡалыуы, ата-әсәле булып та, улар наҙын күрмәйенсә, балалар йортонда йәки сит ғаиләлә тәрбиәләнеүсе сабыйҙарҙың күплеге битарафты ғына хәүефләндермәҫ. Бөгөн йәштәрҙе, ғөмүмән, ғаиләне дәүер уға ғына хас ҡатмарлы һынауҙарға тота. Йәмғиәт ҡоролошо ҡыйралыуы арҡаһында тыуған эшһеҙлек, эскелек һәм башҡа афәттәр туранан-тура ғаиләгә ҡағылды бит. Аҙаҡҡы йылдарҙа киң таралып, йәштәрҙә яуапһыҙлыҡ тойғоһон арттырған никахһыҙ йәшәү күренешен дә маҡтап булмай. Ошондай шарттарҙа борондан килгән әхләҡи бағаналарыбыҙға таянып, йәштәрҙе киләсәккә, шул иҫәптән ғаилә тормошона әҙерләүҙең мөһимлеге бермә-бер арта.
Яуаплы ата-әсәлек – киң төшөнсә, ул баланы ашатып-эсереү, кейендереү, үҫтереү, уҡытыуҙан ғына тормай. Балаға ғүмер бирергә йыйынған икәүҙең был мөһим аҙымға үҙ һаулыҡтарын яҡшыртып барыуы, артабан донъяға килгән сабыйҙың, шулай уҡ бөтә ғаиләнең йән, тән сәләмәтлеген ҡайғыртыу, бәләкәсте ҡарарға өйрәнеү, үҙ-ара мөнәсәбәттәрҙә йыш осрай торған проблемалар, хужалыҡты бәрәкәтле алып барыу хаҡында хәбәрҙар булыу, ата-бабаларыбыҙҙың рухты нығытыр әхлаѓын, тәрбиә ҡанундарын, туған телебеҙ моңон һалыу – яуаплы ата-әсәлек хаҡында һүҙ алып барғанда нефтекамалар ошо һәм башҡа күп нәмәләрҙе күҙҙә тота. “Йәштәргә дуҫтарса мөнәсәбәтле клиника” исемен йөрөткән дауаханала тап егеттәр һәм ҡыҙҙар өсөн тәғәйен белгестәр эшләүе, психологтың мәктәптәрҙә иң йыш ҡунаҡ булыуы, йәш әсәләргә күкрәк һөтөнөң шифаһын аңлатыу – бөтәһе лә бер йүнәлештә алып барылған матур эштәр.
Ҡоролоштар йөҙ алмашынып, ҡанундар мең яңыртылғанда ла үҙгәрмәй торған ҡиммәттәр бар. Йәшәйештең үҙе кеүек мәңгелек улар – ғаилә ҡиммәттәре. Һәр заман уларға үҙ заңын, үҙ моңон өҫтәй, ләкин асылы боронғоса һаҡлана – әҙәм балаһының йәшәү мәғәнәһе шул төшөнсәләрҙән ғибәрәт, сөнки уның күңелен бөтөн иткән иң оло ҡиммәт – ғаиләһе һәм нәҫел ебен дауам итеүсе балалары.
“Ғаилә – ул бәләкәй дәүләт, ә дәүләт – оло ғаилә”, – был көндәрҙә Нефтекамала бөйөк аҡыл эйәһе Конфуцийҙың ошо һүҙҙәре йыш яңғыраны. Беҙҙең эраға тиклем үк әйтелгән ул һүҙҙәрҙең бөгөн дә ни тиклем хаҡ булыуына инанаћыњ. Атай, әсәй, баланан торған бәләкәй дәүләттең нигеҙе ныҡ, рухы сәләмәт икән, иртәгәбеҙ – ышаныслы.

Альмира КИРӘЕВА.
Нефтекама ҡалаһы.
Нефтекама ҡалаһы.
Теги: