Данлыҡлы өләсәйҙең өмөтлө ейәнсәре

Данлыҡлы өләсәйҙең өмөтлө ейәнсәреДанлыҡлы өләсәй менән билдәлелек яулай барыусы ейәнсәр араһында уртаҡлыҡтар күп. Беренсенән, улар икеһе лә йырсы. Икенсенән, тышҡы ҡиәфәттәре лә оҡшаш. Өсөнсөнән, икеһе лә – педагог Миләүшә Мортазинаның шәкерте. Өҫтәүенә, икеһе лә лирик-колоратур сопрано тауышлы һәм репертуарҙарында ла бер үк йырҙар бар. Күптәр аңлағандыр, моғайын, һүҙ Нажия Аллаярова менән Диляра Иҙрисова тураһында бара.

Учалы районының Яңы Байрамғол ауылында тыуып үҫ­кән Нажия Аллаярова бәлә­кәстән йырларға ярата. Уға өләсәһе Хөсниямал менән әсәһе Мәүжиҙә моңло халыҡ йырҙарын өйрәтә. Алтынсы синыфта уҡыған сағында уҡ сағыу тауышлы ҡыҙсыҡтың сығышын Баш­ҡортостан радиоһына яҙҙыралар. Мәктәптә генә уҡып йөрөгән сағында уға Мәскәүҙә Башҡортостан мәҙәни­әте һәм сәнғәте декадаһында ҡатнашыу бәхете лә тейә. Өфө сәнғәт училищеһында һәләтле ҡыҙ Миләүшә Ғәли ҡыҙы Мортазина класына эләгә. Уҡытыу дәүерендә бик күп йондоҙҙар ҡабыҙасаҡ педагогтың тәүге уҡыусыларының береһе була ул. Нажия Аллаярова училищены, артабан Мәс­кәүҙең Гнесиндар исемендәге музыка-педагогия институтын тамамлап, сирек быуат Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрында эшләй. Сың-ғырлап торған саф тауышлы артистка классик опера репертуарын да, баш­ҡорт халыҡ йырҙарын да, композиторҙар әҫәрҙәрен дә берҙәй оҫта башҡарыуы менән билдәле. Тормош юлдашы – композитор Абрар Ғабдрахманов ижад иткән йырҙар һәм романстар уның репертуарының ҙур өлөшөн тәшкил итә. Күптән түгел 75 йәшен тултырған шәхес, БАССР-ҙың халыҡ, РСФСР-ҙың атҡаҙанған артисткаһы Нажия Һибәт ҡыҙы Аллаярова үҙенең бай тәжрибәһен Өфөнөң урта махсус музыка колледжы уҡыусылары менән уртаҡлаша.
Сәнғәт әһелдәренең ғаиләһендә донъяға килгән Миләүшәнең дә ошо мөхиткә ылығыуы ғәжәп түгел, әл­биттә. Тик Башҡортостандың атҡа­ҙанған сәнғәт эшмәкәре Миләүшә Иҙрисова сәнғәтте журналистика ме­нән яраштыра. Ул – танылған музыка белгесе, байтаҡ йылдар Башҡортостан юлдаш телеканалында эшләй, өс ҡыҙ әсәһе. Музыкаль мөхиттә үҫ­кән балалары ла сәнғәт юлын һайла­ған: өлкәне Айгөл Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт академияһын тамамлаған. Үҫмер сағында музыка ижад итеп, Бөтә Рәсәй конкурсы лауреаты булырға ла өл­гө­рә, тик уны әсәһе шикелле журналистика даирәһе нығыраҡ ылыҡтыра. Әле Айгөл телевидениела эшләй һәм музыка белгесе булараҡ тапшырыу­ҙар әҙерләү менән мәшғүл.
Төпсөк бала Асия кескәй сағынан скрипкаға мөкиббән ғашиҡ һәм артабан да унан айырылырға уйламай. Әле музыка колледжының 9-сы класында уҡып йөрөүенә ҡарамаҫтан, тос ҡына еңеүҙәре лә бар. Бүл­мә­һенең стенаһын төрлө кимәлдәге халыҡ-ара һәм республика конкурстарында яулаған лауреатлыҡ дипломдары биҙәй.
Һүҙебеҙ шулай ҙа Диляра хаҡында. Ысынлап та, өләсәһе менән уртаҡлыҡтар бик күп булып сыға. Һәм иң олоһо – икеһенең дә кескәйҙән үк йырларға яратыуында. Өлкәндәр­ҙең хәтерләүенсә, Диляра һөйләшә башлағанға тиклем үк башта йырлар­ға өйрәнгән... Әсәһенең:
– Ҡыҙым, бигерәк радио кеүекһең, әҙгә ге­нә тынып тора алмай­һыңмы? – тигәненә ул:
– Юҡ, тынып тора алмайым, миңә бит йырларға кәрәк! – тип яуап бирер булған. Бына шулай: “кәрәк” тип йәшәр­гә күнеккән ул. Бәләкәй­ҙән классик музыкаға мөкиббән булған. Әле биш йәшлек сағында уҡ, башҡа балалар йәнһү­рәт ҡарағанда, Джузеп­пе Вердиҙың “Травиата” операһы яҙылған кассетаны илай-илай ҡат-ҡат тыңлар булған. Ә өлкән­дәрҙең: “Ҙурай­ғас, кем булаһың?” ти­гән һорауына: “ Опера йырсыһы буласаҡ­мын”, – тигән яуап ме­нән хайран ҡалдыра ҡы­ҙыҡай.
Отҡор ҡыҙ апаһы Айгөл (аралары өс йәш­кә яҡын) әлифба ятлаған арала үҙ аллы уҡыр­ға өйрәнеп ала, биш йәш­тән музыка мәктәбендә шөғөл­ләнә башлай. Махсус урта музыка мәктә­бендә программа ҡатмарлы һәм ҙур, һөнәрен буйынса ла сәғәттәр буйы шөғөл­ләнергә, дөйөм фәндәр­ҙән дә әҙер­ләнергә кәрәк. Ныҡыш холоҡло, маҡ­сатҡа ынтылышлы ҡыҙ бәләкәстән көслө ихтыярлы булып үҫә: дәрес­тәрен әҙерләп бөтмәйенсә урынынан да ҡуҙғалмаҫ була.
Махсус урта музыка мәктәбендә фортепиано класында белем алыу менән бер рәттән, Диляра 10-11-сы клас­тарҙа сәнғәт академияһында вокал дәрестәрен ала башлай. Тәүге остаздары – Рәйлә Аҙнаҡаева менән Радик Хәбибуллинға рәхмәтле ул. Ошо тәж­рибәле белгестәрҙең тырышлығы арҡаһында уға академияның вокал сәнғәте бүлегенә уҡырға инеү ауыр булмай. Ә инде артабан – белеүе­геҙсә – уның алдында данлыҡлы вокал уҡытыусыһы Миләүшә Ғәли ҡыҙы Мортазинаның хәстәрлекле лә, үтә талапсан да, нескә лә, ҡатмарлы ла, бер һүҙ менән әйткәндә, мөғжизәле мәктәбенең ишектәре асыла... Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт академияһы профессоры, Рәсәй һәм Баш­ҡортостандың ат-ҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Миләүшә Мортазинаның уҡытыу ысулының төп сере – үҙенең ҡулына эләккән студенттарҙың һәлә­тен түкмәй-сәсмәй, бөтә тәрәнлегендә аса белеүҙә. Йырсының тәбиғи тауышын һаҡлап, туҡтауһыҙ камиллаштырыу, уны ал-ял бирмәй эшләтеү өсөн иҫ киткес ҙур түҙемлек һәм “тимер” ныҡышмаллыҡ кәрәк. Әл­биттә, шә­керттә лә көслө ихтыяр, уңғанлыҡ, буласаҡ һөнәренә тоғролоҡ булыуы зарур. Шулар барыһы ла бергә ҡушылһа ғына аҫыл ташты ялтыратырлыҡ оҫта шымартыусы Ос­таздың хеҙмәте бушҡа сыҡмай. “Мортазина класы» тигән төшөнсә күптән инде брэндҡа әйләнгән, ә уҡыусыларының исемдәре донъя кимәлен­дә танылыу алған. Бында данлыҡлы Асҡар һәм Илдар Абдразаҡовтарҙы, Әлфиә Кәримованы ғына телгә алыу ҙа етә...
Диляра Иҙрисова ла киң тамашасы араһында әкренләп кенә, әммә ышаныслы аҙымдар менән билдә­лелек ала бара. Аҙымдары, йәғни, сәнғәттә яулаған ҙур һәм кесерәк еңеү­ҙәре, бер туҡтауһыҙ үргә илткән баҫ­ҡысҡа тиң. Үҙегеҙ ҡарағыҙ: I курс (2007 йыл) – Заһир Исмәғилев исемендәге халыҡ-ара музыканттар конкурсында өсөнсө урын; II курс (2008 йыл) – Болгарияла йырсыларҙың “Өмөттәр. Таланттар. Оҫталар” тигән бәйгеһендә икенсе урын; III курс (2009 йыл) – Ғәзиз Әлмөхәмәтов исемендәге республика конкурсында беренсе премия; IV курс (2010 йыл) - “Ирәндек моңдары” башҡорт халыҡ йырҙары бәйгеһендә Гран-при; 2011 йылдың яҙында Италияның Лониго ҡалаһындағы “XXI быуат сәнғәте” халыҡ-ара конкурсында Гран-при; Йәш­тәр араһындағы Х Дельфы уйындарында (Тверь ҡалаһы) – алтын миҙал. Ошо уңыштары өсөн Иҙрисова Рә­сәй Президенты гранты менән дә бүләкләнде. Һәм, әлбиттә, Диляраның тағы ла бер сағыу еңеүен телгә алмай мөмкин түгел. Ул – баш ҡалабыҙҙа ноябрь айында булып үткән Заһир Исмә­ғилев исемендәге халыҡ-ара конкурс­тың иң оло бүләге – Гран-при. Бәй­генең жюри ағзаһы, Алматынан кил­гән билдәле йырсы, Ҡорманғазы исемендәге Ҡаҙаҡ милли консерваторияһы профессоры Ша­һимарҙан Данлыҡлы өләсәйҙең өмөтлө ейәнсәре
Абилов Диляраға махсус призын да тапшырҙы. Олуғ опера йырсыһынан хуп­лау һүҙҙәре ишетеү – үҙе үк ҙур ҡаҙаныш. Йырсының ғына түгел, Өфө сәнғәт академияһының, Миләүшә Мортазинаның ҡаҙанышын, Баш­ҡортостан вокал сәнғәтен юғары ба­һалау билдәһе.
Сит илдәрҙә уҙғарылған конкурс­тарҙа ҡатнашыу йәш таланттарҙың мөмкинлектәрен баһалау йәһәтенән дә, Башҡортостанда сәнғәткә мөнә­сәбәтте, музыкаль белем биреү кимә­лен күрһәтеү яғынан да бик мөһим. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бындай бәй­геләрҙә ҡатнашырға теләгән һәр кем алдына иң тәүҙә финанс мәсьәләһе килеп баҫа... Бағыусы табыу – үҙ ихтыярыңда. Тапһаң – рәхим ит, тапма­һаң, һинең ҡайҙалыр барып, нин­дәй­ҙер ярыштарҙа ҡатнашып йөрөүең мотлаҡ түгел (!). Мәҫәлән, Диляраның Италияға сәфәре – “Мәрхәмәт” фонды булышлығы, ә Болгариялағы конкурста, Австрияла Моцарт фестивале концерттарында ҡатнашыу Учалы районы етәкселәре ярҙамы менән ғәмәлгә ашырыла. Ғаилә был яр­ҙамды оло рәхмәт тойғоһо менән телгә ала.
Конкурстар ҡыҙҙың һөнәри тәжри­бәһен генә түгел, тормош тәжрибә­һен дә арттыра, яңы тәьҫораттар ме­нән байыта. Мәҫәлән, конкурстарҙа төрлө илдәрҙән йыйылған йырсылар менән аралашыу, уларҙың үҙенсәлекле сәнғәте менән танышыу, Австрия, Италия театрҙарында бөйөк компози­торҙарҙың әҫәрҙәрен тыңлау, улар­ҙың тормош рәүешен күҙәтеү Диляраға бик оҡшай. Һәм, әлбиттә, донъяның төрлө милләтле музыка белгес­тәренең, моңдо аңлаған кеше­ләрҙең башҡорт халыҡ йырҙарын һоҡланып тыңлауы унда ғорурлыҡ уята. Болгарияла, мәҫәлән, оҙон көйҙәрҙең ноталарын һорап алыу­сылар булған. Зальцбургта Диляраның “Ташту­ғай”ын ишеткәс, баш­ҡорт моңон тәү­ләп тыңлаған бер тамашасы: “Һүҙҙә­рен аңламаһам да, тыуған ерҙе өҙө­лөп һағыныу тураһындалыр был йыр, тип, хайран ҡалып тыңланым”, – тип әйт­кәнен йырға ла, йырсыға ла оло баһа тип ҡабул итергә булалыр.
Диляра менән әңгәмәләшкәндә, уның һәр һүҙен уйлап һөйләй торған етди, тәрән фекерле, уйлы, ғәмле, юғары зауыҡлы, маҡсаттар ҡуя һәм уларға өлгәшә белеүсе шәхес икәнлеген аңланым. Быуаттар һынауын үткән классик музыка, опера, халыҡ йыр­ҙары уның асылына тап килә лә инде. Классик музыка – мәктәптән булһа, башҡорт халыҡ йырҙарына тәрән һөйөү һәм ихтирам, әлбиттә, ғаиләлә тәрбиәләнә, өләсәй-олатай, әсәйҙән килә. Шунһыҙ беҙҙең моңдоң бар камиллығын, бар аһәңен еренә еткереп башҡарыу мөмкин түгелдер. Диляра өләсәһенән отоп “Зөлхизә”не, “Һандуғас”ты, “Ғилмияза”ны, “Ашҡаҙар”ҙы йырлай, йәнә Әсмә Шайморатова, Мәғәфүр Хисмәтуллин, Абдулла Солтанов, Флүрә Килдейәрова һәм башҡа мәшһүр йырсыларыбыҙҙың яҙмаларын кинәнеп тыңлай. Оло оҫталарҙан фәһем ала, яңынан-яңы йырҙар өй­рәнә.
Данлыҡлы өләсәйҙең өмөтлө ейәнсәре
Ҡасандыр өләсәй үткән юлдан ейәнсәре атлай. Заманында бәләкәс Нажия ла бит боронғо көйҙәрҙе үҙ өләсәһенән отҡан. Быуындар сылбы­ры шулай дауам итә... Кем белә, бәл­ки, Нажия Аллаярова яңғыратҡан залдарҙы бер заман Диляраның да тауышы биҙәр, өләсәһе тыуҙырған образдарҙы ейәнсәре ҡабатлар... Алда­ғыһын белеп булмай, һәр хәлдә, Нажия Һибәт ҡыҙы ейәнсәренең сәнғәт юлы тағы ла яҡтыраҡ, тағы ла уңышлыраҡ булыр, тип өмөтләнә. Иншалла, шулай булһын.
Ә балаға дөрөҫ тәрбиә биреү тураһындағы бәхәсле һорауға әсә кеше – Миләүшә Абрар ҡыҙы – үҙ яуабын тапҡан. Уныңса, уңыштың асылы – яратыуҙа. Баланы яратып, уның һәләтен ваҡытында күреп, кү­ңелен үҫтереп, рухын нығытып тәр­биәләгәндә һәм яратҡан һөнәрен һайларға ярҙам иткәндә генә ул уңышҡа өлгәшәсәк. Йәнә – хеҙмәттә. Шәхестәр хеҙмәттә генә тәрбиәләнә һәм ныҡлы сынығыу үтә. Миләүшә Иҙрисова ҡыҙҙарының ошондай мәк­тәп үтеүенә һис үкенмәй. Ҡайһы бе­рәүҙәрҙең баланы бәләкәйҙән эшкә күмеүҙе балалыҡтан мәхрүм итеү тип ҡарауы менән дә риза түгел. Бала урамда һәлпәндәп йөрөргә тейеш түгел, был яҡшыға илтмәй. Хеҙмәт аша өлгәшелгәндең тәмен һәм ҡәҙе­рен белеп үҫһә генә, уның киләсәге өсөн хәүефләнмәҫкә нигеҙ ярала, тип иҫәпләй ул.
Киләсәктә кем булыр был ҡыҙҙар? Миләүшә Абрар ҡыҙы мәшһүр йырсы Елена Образцованың миҫалын иҫкә төшөрә. Үҙе кеүек йыр сәнғәтен һайлаған ҡыҙына ул: «Ниңә башҡа һөнәр һайламайһың?» – ти. Ә ҡыҙы: «Һинең кеүек йондоҙ булмам да, бәлки, ләкин мин бит яратҡан эшем менән мәшғүл­мен», – тип яуап бирә.
Миләүшә Иҙрисова ла Диляраның да, Айгөл менән Асияның да бәләкәй­ҙән ынтылған һөнәрҙәргә эйә булыуы һәм үҙҙәрен бәхетле итеп тойоуҙары менән бәхетле.

Әлфиә АҠБУТИНА.
Александр ДАНИЛОВ фотолары.




Известная внучка знаменитой бабушки

Знаменитая бабушка и завоевывающая известность внучка имеют много общего. Во-первых, это – внешняя схожесть. Во-вторых, обе – певицы. В-третьих, обе являются воспитанницами педагога профессора Уфимской государственной академии искусств, заслуженного деятеля искусств России и Башкортостана Миляуши Муртазиной. Обладательницы лирико-колоратурного сопрано имеют немало общих песен, романсов и арий в своем репертуаре. Речь идет о Нажии Аллаяровой и Диляре Идрисовой. Народная артистка БАССР, заслуженная артистка РСФСР Нажия Аллаярова в 2011 году отметила свое 75-летие, а ее внучка Диляра – пока лишь студентка Уфимской государственной академии искусств имени Загира Исмагилова, но уже успела завоевать гран-при на различных конкурсах республиканского, российского и международного масштаба.
Очерк Альфии Акбутиной украшают фотоснимки Александра Данилова и из семейного альбома героинь.



Теги:




Яңы һан



Журнал архивы



Һеҙҙең мөнәсәбәт

Сайттың яңы дизайны оҡшаймы?



Тауыш бирергә Һөҙөмтәләр



Мы в Одноклассниках
Мы на Facebook