Йондоҙнамә юрауҙары

Ҡуҙы
Яңы асыштар, еңеүҙәр, ҙур ҡаҙа­ныштар йылы. Яңы йыл биргән мөм­кинлектәрҙән файҙаланып ҡалығыҙ, ҡыйыу һәм ышаныслы рәүештә алға атлағыҙ. Холҡоғоҙға хас асыҡ күңеллелек, тәүәккәллек, ҡыйыулыҡ бар кәртәләрҙе йырып сығырға ярҙам итер. Тик ҡарарҙарҙы ғына уйлап, ҡа­баланмай ҡабул итеп өйрәнергә кәрәк. Мөхәббәттә тойғоларҙың ысынлы­ғына инанып эш итегеҙ. Түҙемле һәм иғтибарлы ҡуҙыларҙың бар хыялдары ла тормошҡа ашыр. Һаулыҡ хаҡына алама ғәҙәттәрҙән арыныу, хәрәкәт­сәнлек – тик файҙаға ғына. Аҡса иҫәп ярата, тигән мәҡәлде лә иҫтә тотоу ҡамасауламаҫ. Шул саҡта булғанды һаҡлап ҡалыу ғына түгел, арттыра ла алырһығыҙ.

Буға
Булмышы менән ышаныслы, төплө буғаларға киләһе йыл шул тиклем ҙур мөмкинлектәр аса, башы ғына әй­ләнмәһен! Алда торған мәсьәләләр араһынан мөһимдәрен асыҡлау ҙа тәүәккәллек талап итә. Һаҡсыл, сабыр буға киҫкен күренгән мәлдәрҙе урап үтергә тырышыр, әммә артыҡ сабырлыҡ менән офоҡта асылған мөмкинлектәрҙе күрмәй ҡалмағыҙ! Теләгән – моратына еткән, нимәгә генә тотон­һа ла, һөҙөмтәләре хатта хыялдағыға ҡарағанда ла яҡшыраҡ булыуы мөм­кин. Иң мөһиме – барлыҡ ҡурҡыу­ҙарҙы онотоп, ҡыйыулығығыҙҙы туп­лағыҙ.

Игеҙәктәр
Был йондоҙлоҡҡа ҡарағандарҙың фиғеленә былай ҙа бер сиктән икенсеһенә күсеү хас, шунлыҡтан аттың хәрәкәтсәнлеге уларҙың күңеленә айырыуса хуш килер. Тиҙ генә яуап таба белеү, шулай уҡ бер нисә эште бер юлы атҡара алыу һәләте игеҙәк­тәргә шәхси аралашыуҙа һәм эшендә уңыштар килтерер. Ҙур маҡсаттарға ирешәм, тиһәгеҙ, егәрлерәк булырға тырышығыҙ. Артыҡ йүгереү ҙә кә­рәкмәй, туҡтап тын алығыҙ, тирә-яғығыҙға күҙ һалығыҙ, бәлки, бәхет эргәгеҙҙә генәлер. Киләһе йылда ва­ҡытын, көсөн ғаиләһенә бағышлағандар отор.

Ҡыҫала
Был билдә аҫтында тыуған пар­һыҙҙарға ғаилә бәхете йылмайырға тора. Үҙен икенсе яртыһына, балаларына арнағандарға муллыҡ, байлыҡ вәғәҙә итә Йылҡы. Әммә ҡыҫалалар матди байлыҡҡа ҡарағанда рухи көрлөктө өҫтөн күрә. Тормоштағы уңайлыҡтар хис-тойғоларына ыңғай йо­ғонто яһаһа, ҡыҫала үҙен бәхетле итеп тойор. Үҙгәрештәр көтөлә. Бигерәк тә яңғыҙҙарҙың үҙ ишен табыуы, ғаи­ләләрҙә сабый тауышы яңғырауы мөм­кин. Тирә-яғығыҙҙағыларҙан күпте көтмәй, хис-тойғоларығыҙҙы айыҡ аҡыл менән еңергә тырышы­ғыҙ. Киләһе йылдан ҡәнәғәт ҡалыр­һығыҙ.

Арыҫлан
Юғары үрҙәргә һәм оло уңыштарға өлгәшеү йылы. Әлбиттә, бының өсөн үҙегеҙҙе йәлләмәй, тир түгергә тура киләсәк. Хеҙмәт яратыу, ихласлыҡ, маҡсатҡа ирешеүсәнлек, изге күңеллелек – һеҙҙең ярҙамсыларығыҙ, асыу-ярһыуҙарға иһә юл ҡуймаҫҡа тырышығыҙ. Ең һыҙғанып һәм уйлап эш­ләргә кәрәк булыр. Түккән көсөгөҙ бушҡа китмәҫ. Башҡаларҙы арты­ғыҙҙан эйәртә, үҙегеҙгә ышандыра алырһығыҙ. Көсөгөҙҙө кәрәк йүнә­лешкә борһағыҙ, барыһы ла ҡулы­ғыҙҙан килер.

Ҡыҙ
Тормошто алдан әҙерләнгән “һыҙ­ма” буйынса ғына алып барыу мөмкин түгел. Үтә ваҡсыллыҡ, артыҡ аныҡ­лыҡты кәметергә тура килер. Күк Йылҡы тоҡлап яңылыҡтар алып килә, тик улар һеҙ ҡорған пландарға тап килмәҫ, бөтөнләй көтөлмәгән йүнә­лештә булыр, моғайын. Ћис уйлама­ғанда шатлыҡ сорнар, тик иркен һәм күп яҡлы фекер итә белеү кеүек тәби­ғәт биргән һәләттәрен йәшермәһен­дәр генә!

Үлсәү
Үлсәүҙәр күңел торошоноң камил булыуы менән үҙенә тартып торор. Дипломатия һәм аралаша белеү оҫталығы ярҙамында оло ҡаҙаныштарға ирешер. Тыныслығы, тотанаҡлылығы, керһеҙ күңеле менән тирә-яҡтағы көсөргәнеште алып ташларлыҡ көскә эйә улар. Хеҙмәт урынында, дуҫ-таныштары араһында үлсәүҙе аңларға, ярҙам итергә ынтылыусылар етерлек, тик йылмайып бағыусылар араһынан иң ҡәҙерле кешене дөрөҫ билдәләргә лә өйрәнеү мотлаҡ.

Саян
Саяндар маҡсаттарына µлгєшер өсөн бөтәһен дә эшләргә әҙер. Ир-егеттәр – ғаиләне ел-ямғырҙан ҡурсалаусы, ә ҡатын-ҡыҙҙар ғаилә усағын һаҡлаусы – яҡындарына улар эргәһен­дә тыныс, рәхәт. Башҡаларға үҙегеҙ алдында асылырға мөмкинлек бирегеҙ. Арағыҙҙа йылы, ышаныслы мөхит булдырғанда, алда торған мәсьәләләргә ижади ҡарағанда, эштәрегеҙ ыңғай, көйлө барыр.

Уҡсы
Уҡсылар ни теләгәнен генә түгел, бының өсөн ни эшләргә кәрәклеген дә аныҡ күҙаллай һәм көсөн йәлләмәй. Тырышлығы бушҡа китмәгәнен дә белә. Эштәге әүҙемлек һөҙөмтәһеҙ ҡалмаҫ. Шәхси тормошта ла барыһы ла ал да гөл. Икенсе яртыһы менән килешеп йәшәгәндәрҙең ғаиләһендә ҡот, бәрәкәт артыр.

Ылаҡ
Хеҙмәт һөйөүсәнлеге һәм һәр эште еренә еткереп башҡара белеү һәләте ылаҡтарға һәр хәлдә лә тотороҡло, тыныс булып ҡалырға ярҙам итер. Берҙәмлектә – көс, ярҙам ҡулы һуҙғандарҙың теләген кире ҡаҡмағыҙ. Хәл-ваҡиғаларҙың уртаһында ҡайнау ҙа ғәмәлдәрегеҙҙе тормошҡа ашырырға ярҙам итер. Йөрәк түрендә мөхәббәт уты ҡабынып китеүе лә ихтимал.

Һыуғояр
Көсөгөҙҙө ваҡ-төйәккә тәләф­ләмәгеҙ, һеҙҙе оло эштәр көтә. Һәр уңайлы мәлдә һикереп төшкәнсе, аныҡ пландар билдәләп, уға тура атлау отошлораҡ булыр. Һөнәри оҫталыҡ­ты арттырыу, яңы белемдәргә эйә булыу айырыуса хуплана. Тормошоғоҙҙа ыңғай үҙгәрештәр ҙә оҙаҡ көттөрмәҫ.

Балыҡ
Балыҡҡа тыумыштан бирелгән һиҙемләү көсө ҡатмарлы боролоштарҙы, тәрән даръяларҙы һис юғалтыуһыҙ үтергә ярҙам итә. Күңел һалған һәр башланғысы уңышлы булыр. Баш-көллө ижадҡа сумған балыҡтарҙы ва­ҡыты-ваҡыты менән ысынбарлыҡҡа алып ҡайтырға тура килер. Сәйәхәткә сығыу, спорт ярыштарында ҡатнашыу һөҙөмтәһеҙ ҡалмаҫ, фән менән шөғөлләнеүселәргә лә уңыш юрай Йылҡы.



Теги:




Яңы һан



Журнал архивы



Һеҙҙең мөнәсәбәт

Сайттың яңы дизайны оҡшаймы?



Тауыш бирергә Һөҙөмтәләр



Мы в Одноклассниках
Мы на Facebook