Хуш киләһең, Йылҡы йылы!
Киләһе йыл – Йылҡы йылы. Нәзәкәтле, көслө, аҡыллы ат – халҡыбыҙ өсөн айырыуса ғәзиз мал ул. Башҡорт өсөн ат – яуҙа тоғро юлдаш та, хужалыҡта ярҙамсы ла, туйҙырыусы ла, шифалы ҡымыҙы менән дауалаусы ла.
Йылҡы образы башҡорт фольклорында бик киң таралған. Борон халҡыбыҙ атты культҡа әйләндергән, изгелекле хайуан тип ҡараған. Был яҙма сығанаҡтар менән дә раҫлана. Мәҫәлән, 922 йылда Волга, Урал буйында булып киткән ғәрәп илсеһе ибн Фаҙлан, башҡорттар ун ике раббыға табына, шул раббыларҙың береһе – йылҡы, тип яҙып ҡалдырған. Ат башҡорт эпостарында батырҙың уң ҡанаты булараҡ һүрәтләнә.
2014 йылдың хужаһы Йылҡының есеме – ағас, төҫө – күк. Ағасҡа булдыҡлылыҡ, тәжрибәлелек, сама белмәү, ҡапыл ҡыҙып, ярһып китеү хас. Күк төҫ иһә бер үк ваҡытта тәрәнлекте лә, юғарылыҡты ла һынландыра. Һомғол хайуандың тәбиғәт-әсәбеҙ биргән ғәйрәте, аҡылы һәм ағастың йәшәү ҡеүәте беҙгә алға ҡуйған маҡсаттарға барған юлда кәртә-ҡаршылыҡтарҙы еңер көс бирер, тип ышанайыҡ.
Йылҡы тыныс ҡына ағым ыңғайына йөҙөргә, ҡул ҡаушырып ултырырға форсат бирмәйәсәк, тип фаразлай астрологтар. Йыл һәр кемдең яҙмышына байтаҡ ҡына яҡшы үҙгәрештәр килтерер, бығаса баҙап ятҡан һыҙаттарығыҙ уяныр. Яңынан-яңы асыштарға, уйлап табыуҙарға юл асылыр. Тик бер нәмә лә үҙенән-үҙе генә килмәйәсәк, маҡсатҡа ҡаршы ашыҡмай, әммә эҙмә-эҙлекле, ышаныслы рәүештә бер туҡтауһыҙ хәрәкәт итергә тура килер. Еңдәрегеҙҙе һыҙғанығыҙ – күп эшләргә кәрәк буласаҡ.
Ат бер урында тик торорға яратмай – йәшәйешебеҙҙең күп өлкәләренә икенсе күҙҙәр менән бағып, билдәләнгән тәртиптәрҙе, ҡағиҙәләрҙе үҙгәртергә ашҡыныуы ла ихтимал. Яңылыҡтар оҙаҡ көттөрмәҫ, ҡабул итергә әҙер булығыҙ.
Нисек ҡаршы алырға?
Йылҡы хәрәкәт ярата – уйын-көлкө, ихлас күңел асыу, аяҡтарығыҙ талғансы бейеү хуплана ғына. Йылды алыҫ илдәргә барып ҡаршы алыу йә сәйәхәткә сығыу, балалар менән саф һауала йөрөү, рәхәтләнеп санала, саңғыла, конькиҙа шыуыу – ғаиләгеҙҙең сәләмәтлеген яҡшыртырға булышлыҡ итәсәк был саралар киң яландарҙы хуш күргән аттың да күңелен иретер. Һөйгәнегеҙ менән мең уттар балҡыған ҡала урамдарынан йөрөү, урманды байҡап сығыу ҙа оҡшар уға.
Табын түрендә ниндәй ризыҡтар?
Байрам өҫтәлен һәр хужабикә үҙ зауығына, ғаиләләге ғөрөф-ғәҙәттәргә таянып ҡора. Шулай ҙа был тәңгәлдәге кәңәштәргә лә ҡолаҡ һалайыҡ. Йыл хужаһының ризалығын алыу өсөн өҫтәлгә һоло ярмаһы тултырылған һауыт ҡуйырға мөмкин. Һолонан тәмле лә, файҙалы ла әллә күпме ризыҡ әҙерләп була.
Табын түренә арыш икмәге, һөт ризыҡтары ҡуйыу – киләһе йылда ла ғаиләгә муллыҡ, бәрәкәт теләү менән тиң. Йәшел үләндәр ашты йәмләп тә, тәмләтеп тә ебәрә. Итле аҙыҡтарҙы кәметеү кәңәш ителә. Татлы тәмлекәстәр, йәшелсә-емештәр ҙә Йылҡыға оҡшар. Эсемлектәр хаҡында һүҙ алып барғанда, табын түрен ҡымыҙ биләүе тәбиғи ҙә, урынлы ла булыр. Емеш-еләк һуты, компоттарҙың һәр төрлөһөн тәмләргә мөмкин.
Өҫтәлде биҙәкле батмус, ағас һауыт-һаба, етен салфетка, ағас һындар менән биҙәү тәбиғәткә яҡынлыҡты күрһәтер.
Нисек кейенергә?
Йылҡы малы сәбәләнгәнде яратмай, шуға ла Яңы йыл кисәһе өсөн барыһын да алдан хәстәрләп ҡуйыу яҡшыраҡ булыр. Әйтеүебеҙсә, киләһе йылдың төҫө – күк. Байрам кейемендә күк һәм йәшел, шулай уҡ уларҙың төрлө сағылыштары – зәңгәр, фирүзә, шәмәхә, көрән күк, диңгеҙ төҫө, саф зәңгәр күк төҫө өҫтөнлөк итһен, ти астрологтар. Асыҡ, йылы төҫтәр ҙә йыл хужаһының күңеленә хуш килер.
Ат – затлы, нескә зауыҡлы, һиҙгер, нәзәкәтле хайуан. Шуға ла артыҡ асыҡ күлдәк кейергә тырышмағыҙ. Тәбиғи матурлыҡ, тотанаҡлылыҡ, бөхтәлек – киләһе йылды ҡылыҡһырлаған төп ҡағиҙә. Йөн, ебәк, бәрхәт кеүек тәбиғи туҡымаларға өҫтөнлөк биреү яҡшыраҡ.
Күндән тегелгән бәләкәс ҡупшы сумка, ҡайыш, тимер ҡаптырмалар, сынйырҙар сая ҡыйыу һыбайлыларҙы хәтергә төшөрөр. Ҡайыштар, күн беләҙекле сәғәттәр ир-егеттәр өсөн дә килешер.
Сәстәр тигеҙ, шыма итеп таралған, йә, бөҙрәләтеп, таратылған. Уларҙы килешле ҡаптырмалар, сәскә менән биҙәргә мөмкин. Толомлап үреү, таҫма тағыу ҙа килешә. Ағас муйынсаҡтар, ат һыны төшөрөлгән кулон һәм броштар ҙа байрам кәйефен арттырыр.
Тырнаҡтарҙы көмөшһыу төҫ һәм төрлө сағылыштағы һүрәт, ялтыр саң, мәрйен, стразалар менән биҙәргә мөмкин. Иң төп ҡағиҙә – уларҙың кейемегеҙ менән ярашыуы.
Аҫыл таштарҙыњ күк, йәшел төҫтәгеләрен һайларға кәрәк: аквамарин, зөбәржәт, яҡут, александрит, лазурит, зәңгәр аҡыҡ, авантюрин, кианит, сапфир, цитрин.
Нисек кенә кейенеп-төҙәнеп, нимә ашап ҡаршы алыуға ҡарамаҫтан, Яңы йылда иң мөһиме – яҡшы кәйеф, яҡындарыңдың эргәлә, иҫән-һау булыуы.

Теги: