Биҙәктәргә бәйләп биҙәкте

Халҡыбыҙҙың матур йолалары бик күп. Шуларҙың береһе – кис ултырыу. Хәҙерге көндә был бик һирәк күренеш, тиһәк тә яңылыш булмаҫ. Күбегеҙ минең менән ризалашыр, тип уйлайым. Был йола беҙҙең өләсәй һәм әсәйҙәр заманында ҡалды инде.

Кис ултырыуҙар, ҡул эш­тәре эшләү, йырҙар йырлау ҡыҙ баланы тәр­биәләүҙә оло әһәмиәткә эйә. Ҡул эш­тәре аша ҡыҙ­ҙар үҙенең ныҡышлығын, түҙемлелеген, отҡорлоғон, уңғанлы­ғын үҫтергән, эш барышында уй-фекер­ҙәрен, хыялдарын, серҙә­рен асҡан бер-береһенә яҡын әхирәткә әүерелгән. Ашыға-ашыға, ярыша-ярыша оҫталыҡтарын да үҫ­тергән, төрлө һө­нәргә өй­рәнгән улар: әсәй­ҙән күр­гән – тун бескән, атайҙан күргән – уҡ юнған. Бәлә­кәйҙән балаға иғтибар юға­ры булған, тиер инем, сөн­ки ололар үҙҙәре менән бергәләп эш эшләргә, уның мәғәнәһенә төшөнөргә, башлаған эштең осона сы­ғырға өйрәткәндәр. Өлә­сәйҙәребеҙ  бер генә минут та тик ултырмаған – кейеҙ баҫҡан, балаҫ һуҡҡан, шәл бәйләгән, белгәнен бала­ла­рына өйрәтергә тырыш­ҡан. Шуға күрә беҙҙең оло быуын ҡатын-ҡыҙҙары әү­ҙем дә, уңған да булған. Бер-береһенә мөнәсәбәт­тәре лә йылы, яғымлы, ихтирамлы.

Буш ваҡытта әллә күпме файҙалы әйберҙәр яһап, үҙеңде һәм әйләнә-тирә­ләге кешеләрҙе зауыҡлы әйберҙәр менән ҡыуандырыу мөмкинлеге бар. Ҡул эшенә оҫта ҡатын-ҡыҙҙың урам ҡыҙырып йөрөргә,  ва­ҡытын бушҡа уҙғарырға те­ләге ҡалмай. Бар күңелен һалып ул сигеү сигә, бәй­ләм бәйләй йәки башҡа төрлө ҡул эше менән булы­ша. Ундай ҡатын-ҡыҙҙар һоҡланыу уята, улар бай һәм нескә күңелле була.

Әлбиттә, һәр ата-әсә үҙ балаһына барыһын да бирергә тырыша, ләкин бик күптәрҙең мөмкинлеге юҡ: йә белмәй, йә ваҡыты, йә теләге юҡ. Шуға күрә хеҙ­мәт дәрестәрендә балаларҙы ҡул эштәре аша, йәғни милли традицияларыбыҙға таянып, милли рухта тәрбиәләүҙе тәүмаҡ­сат итеп ҡуям. Башҡа фән­дәр менән бер рәттән, ҡыҙ­ҙарҙы алдағы тормошҡа, бигерәк тә ғаилә тормошона әҙерләү хеҙмәт дәрес­тәрендә ҙур урын ала. Был дәрестәрҙә ҡыҙҙар сигеү төрҙәренә, тегергә, ырғаҡ, энә менән бәйләргә һәм башҡа бихисап ҡул эштәре­нә өйрәнә. Шуларҙың береһе – “һәнәк”тә бәйләү. Был ысул балаларҙа үҙе­нең яңылығы һәм бәйләү үҙен­сәлеге менән ҙур ҡы­ҙыҡһы­ныу уята. Был ысул менән бәйләргә өйрәнеү ҡыйынлыҡтар тыуҙырмай, һыҙмаларҙы ла еңел генә уҡырға мөмкин.

“Һәнәк” менән бәйләү өсөн тәү сиратта үҙен­сәлекле эш ҡоралы кәрәк. Уны махсус магазиндарҙан һа­тып алырға, йә булмаһа ҡулдан яһарға ла мөмкин. Бының өсөн ябай тимер сым да бара. Уны “П” хәрефенә оҡшатып бөгөргә кә­рәк. Ике сата араһы таҫмаларҙың киңлегенә ҡарап һайлана. Шулай уҡ ырғаҡ, ҡайсы һәм сифатлы еп кә­рәк буласаҡ.
Биҙәктәргә бәйләп биҙәкте

Тәүҙә төйөн яһап, бер яҡ сатаға эләбеҙ. Артабан ошо килеп сыҡ­ҡан түңәрәк эсенән ырғаҡ менән епте сығарабыҙ.
Һуңынан эшебеҙҙе әй­ләндерәбеҙ, уң яҡта тағы бер буш күҙ барлыҡҡа килә. Алдағыса килеп сыҡҡан күҙҙән ырғаҡ менән епте тартып алабыҙ. Шулай әй­ләндерә-әйләндерә бәйләй торғас, үҙенсәлекле таҫмалар хасил була, уларҙы бер-береһе менән кәрә­генсә тоташтыраһы ғына ҡала.
Таҫмаларҙы бер нисә ысул менән тоташтырырға мөмкин:
Таҫмаларҙы семәрләп тоташтырыу
Таҫмаларҙы тығыҙ итеп тоташтырыу
Ошо таҫмаларҙан һоҡ­ландырғыс әйберҙәр яһар­ға мөмкин: шәлдәр, эскә­терҙәр, күлдәктәр һ.б.
Бөгөн һеҙгә “Ҡабырсаҡ” ысулы менән бәйләнгән шәл тәҡдим итәм.
Биҙәктәргә бәйләп биҙәкте

Күрше “ҡабырсаҡтарҙы” беркетеү урындары
1) 14 таҫма бәйләйбеҙ.
2) Ырғаҡ менән сылбыр бәйләйбеҙ.
3) Бер яҡтағы бағаналарҙы бергә тоташтырабыҙ.
4) Икенсе яҡтағы ба­ғаналарҙы бер-бер артлы бәйләйбеҙ, бер сылбырға тоташтырабыҙ.
5) Һүрәттә күрһәтелгән­сә “ҡабырсаҡ” килеп сыға
Һыҙма буйынса “ҡабырсаҡ”тар бәйләйбеҙ ҙә, шәл рәүешенә килтереп, ырғаҡ менән бер-береһенә тоташтырабыҙ.
Шулай итеп, хеҙмәт дә­рестәрендә уҡыусылар халыҡ шөғөлдәрен үҙләш­те­рә, үҙ ҡулдары менән баш­ҡарған эштәрен күрә­ләр, һоҡланалар, ҡәнә­ғәтлек тоялар. Тиңдәштәре һәм үҙҙәре алдында ла баһалары күтәрелә. Шулай уҡ ҡыҙ­ҙарҙың яҡшы сифаттары арта: тыйнаҡ та, итә­ғәтле лә, тәртипле лә улар.

Гөлназ ШАФИҠОВА.



Теги:




Яңы һан



Журнал архивы



Һеҙҙең мөнәсәбәт

Сайттың яңы дизайны оҡшаймы?



Тауыш бирергә Һөҙөмтәләр



Мы в Одноклассниках
Мы на Facebook