Баштарым әйләнеп китте шул саҡ...
Үҙ ғүмерендә бер тапҡыр ҙа башы әйләнмәгән кеше юҡтыр. “Был көсөргәнешле, ҡатмарлы тормош үҙе тотош баш әйләнеүҙән тора”, – тип үк ебәрер ҡайһы берәүҙәр. Беҙгә килгән ауырыуҙар үҙҙәренең хәлен нисек кенә һүрәтләмәй – “Ер шары зыр итеп өйөрөлгәндәй”, “башым ҡаҙандай ҡайнай”, “мейемдә ҡойон уйнаған һымаҡ”... Әммә күп ваҡыт кешеләр баш әйләнеү тип төрлө халәтте атай: еңелсә тотороҡһоҙлоҡто, иҫереүҙән, күңел болғаныуҙан, хәлһеҙлектән насар һиҙеүҙе, бөтә донъя әйләнгән һымаҡ тойоуҙо.
Ғәмәлдә иһә табиптар кәүҙә йәки әйләнә-тирәләге әйберҙәр әйләнгән кеүек тойолоуҙы баш әйләнеү тип билдәләй. Мәҫәлән, бәүелсәктә ҡапыл шәп итеп атынғанда, аттракциондарҙа (мәҫәлән, “шайтан ҡуласаһында”) һау кешенең дә башы әйләнә торған.
Ләкин баштың бер сәбәпһеҙ әйләнеүе ниндәй ҙә булһа ауырыу хаҡында һөйләүе ихтимал. Баш әйләнеү нигеҙҙә мейелә ҡан йөрөшө боҙолғанда, уға ҡан һауғанда (инсульт), шеш үҫешкәндә, баш йәки муйын имгәнгәндә, тарҡау склероздан, быуманан (эпилепсия), күҙ ауырыуҙарынан яфаланғанда күҙәтелә. Шулай уҡ эндокрин, йөрәк-ҡан тамырҙары, ҡан ауырыуҙары, ағыуланыу, тейешенсә туҡланмау ҙа баш әйләнеүгә килтереүе мөмкин.
Баш ни өсөн әйләнә һуң?
Кәүҙәнең тигеҙ торошо өсөн яуап биргән вестибуляр аппараттан (ул эске ҡолаҡта урынлашҡан) мәғлүмәт баш мейеһендәге нервы күҙәнәктәренә килә. Артабан нервы импульстары баш мейеһе ҡабығының сикә өлөштәренә уҡтала, унда иһә баш һәм кәүҙә торошон аңлы “күҙәтеү” аҫтында тотҡан тигеҙлек үҙәге урынлашҡан. Ошо юлда нервы импульстарының бәйләнеше боҙолоуы баш әйләнеүгә килтерә лә инде. Шулай итеп, кәүҙәне тигеҙ тотоуыбыҙ-тотмауыбыҙ эске ҡолаҡтағы тигеҙлек аппаратынан, башҡа һиҙеү ағзаларынан мәғлүмәт алыусы баш мейеһе күҙәнәктәренә бәйле.
Баш ныҡ итеп әйләнгәндә, йыш ҡына кеше уҡшый, хатта ҡоҫа, ағарына, битенә тир бәреп сыға, күңелен хәүеф солғай. Был вестибуляр системаның ҡан тамырҙары системаһына бәйлелеге менән аңлатыла. Тәүгеһе саҡ ҡына ҡаҡшаһа ла, икенсеһенең эшмәкәрлегендә сағыла. Ҡурҡыу тойғоһо биләүгә ҡарамаҫтан, баш әйләнеү үҙе генә ғүмер өсөн хәүефле түгел. Баш әйләнеүгә килтергән ауырыу сәбәптәрен ваҡытында һәм дөрөҫ асыҡлау мөһим.
Йүнләп ял итмәйенсә, самаһыҙ күп эшләп йонсоу, йоҡоно туйҙырмайынса йөрөү, көсөргәнешле хәлдәр ҡаҡшатыуы ла баш әйләнеүгә килтереүе мөмкин. Был осраҡта эш һәм ял ваҡытын көйләргә, кәмендә һигеҙ сәғәт йоҡларға, ашауҙы яҡшылап яйға һалырға кәрәк. Өйөлөп киткән мәсьәләләрҙе хәл итеү мөмкин түгел икән, ситкә ҡуйып тороғоҙ. Әлеге мәлдә күңел тыныслығын һаҡлау ҡәҙерле. Саф һауала йөрөү, витаминдар эсеү хаҡында ла онотмағыҙ.
Әгәр баш йыш әйләнә икән, мотлаҡ рәүештә неврологҡа йәки отоневрологҡа мөрәжәғәт итергә кәрәк. Аныҡ сәбәбен билдәләү һәм дөрөҫ дауаланыу өсөн отоларингологта, терапевта, эндокринологта яҡшылап тикшерелеү зарур.
Баш әйләнеү киҫкен көсәйһә, бигерәк тә ул телмәр боҙолоу (тел көрмәләнеү), хәлһеҙлек, ауыҙ, аяҡ-ҡул ойоу менән бергә күҙәтелһә, кисекмәҫтән табип саҡыртығыҙ. Табип килгәнсе ҡуҙғалмай ғына ятып тороғоҙ. Ҡан баҫымы юғары икән, уны ҡапыл төшөрмәгеҙ сөнки уның кинәт төшөүе күп осраҡта юғары ҡан баҫымынан ҡурҡынысыраҡ. Табип менән кәңәшләшмәйенсә дарыу эсергә ярамай.
Мейелә ҡан йөрөшө боҙолоу арҡаһында баш әйләнә тигән шик тыуғанда, баш мейеһе ҡан тамырҙарының ни кимәлдә тарайыуын ультратауыш тикшереүе ярҙамында билдәләйҙәр. Инсульт, шеш, тарҡау склероз булыу-булмауын асыҡлау өсөн магнит-резонанс томографияһы, энцефалограмма уҙғаралар.
Баш әйләнеү үҙәк нервы системаһы эшмәкәрлеге боҙолоу һөҙөмтәһендә тыуһа, дауаханаға ятып, төп сирҙе дауаларға кәрәк. Шеш табылған осраҡта, операция талап ителә. Тик һис кенә лә үҙ белдегегеҙ буйынса дауаланмағыҙ, бының менән сирҙе уҙындырырһығыҙ ғына.

Светлана КАМАЛОВА,
табип-невролог.
табип-невролог.
Теги: