“Уралымда – ожмах еребеҙҙә – Ниндәй бәхетлебеҙ...”
Тыуған йорт
Ямғыр яуһа, бөтә һыуҙы
Һеңдереп торор инең,
Бәлә килһә, бөтә ыуҙы
Дүндереп торор инең.
Тыуған йортом!
Юҡһынамын
Күшеккән саҡтарымда;
Хәтәр яуын, зәһәр ағыу
Өҫтөмә аҡтарылһа.
Самандан ғына булһаң да,
Ҡалҡан булғанһың икән,
Яуындарҙан, дауылдарҙан
Һаҡлап торғанһың икән.
Апайҙарым ағартҡандай,
Тораһың уйҙа балҡып...
Йортом юҡ.
Ауыл да бөлгән.
Тыуған йорт миңә – халҡым.
Беҙҙең күс
(Хәфизә апайыма)
Ҙур умарта кеүек, апай, йортоң,
Күсеп килгән, гүйә, бар күстәр,
Гөрләй донъяң, ҡайнап тора тормош,
Тупланғандай бында бар көстәр.
Әсәй мәрхүм хас Инә ҡорт ине,
Ул булғанға ишле беҙҙең күс.
Беҙ тыумыштан, ахры, көслө ҡорттар –
Ерҙе әйләндерер беҙҙең көс.
Төп дадандан күптән айырылдыҡ,
Барыбыҙҙың инде үҙ күсе.
Был күстәрҙә һоро ҡорт юҡ, шөкөр,
Һәр тапҡаны хәләл, үҙ көсө.
Ил иңендә түгел, ил ҡырында
Хәрәкәттә ҡорттар, гел эштә.
Шәжәрәбеҙ шулай дауам итһен
Йәшеллектә, мәңге үҫештә!
Ҡалдырғандыр йәнә шул күстәргә
Йөрәк йылыларын әсәйем.
Шул йылыны һаҡлап, инә ҡорттай,
Арабыҙҙа, апай, йәшәйһең.
* * *
Хистәр өсөн ғәфү үтенмәйҙәр,
Хистәр менән яуап бирәләр.
Хистәр өсөн аҙаҡ үкенмәйҙәр,
Тоғро ғына башты эйәләр.
Устарыбыҙ тулы көмөш тәңкә.
Үҙе тула, үҙе сыңламай.
Хистәребеҙ тулы килеш йөрәк
Үҙе тулай, үҙе һыҙламай.
Хистәр өсөн ғәфү үтенмә һин,
Яуап ҡына бирсе өндәшмәй.
Һөйә белгән йөрәк эстән яна,
Хистәр өсөн йәрҙәр көнләшмәй.
Һөйөү һине генә ялмаманы,
Ялҡынында мине көйрәтте.
Тормош бер кемде лә аяманы,
Йүгәнләргә хисте өйрәтте.
Хисте йүгәнләргә өйрәтте.
Бәхет
Уралымда – ожмах еребеҙҙә –
Ниндәй бәхетлебеҙ –
Ҡыштар бар!
Аҡ бурандар,
Көмөш тәңкә ҡарҙар
Яҙҙырырҙай хатта һуштарҙан...
Биләмәһен әле күңелдәрҙе
Билдәһеҙлек, хәүеф тойғоһо,
Йәншишмәнән йәшәү гөлдәренә
Килеп торһон һыуҙар ҡойғобоҙ.
Матурлыҡҡа, моңға, татыулыҡҡа
Йәшәйек гел ерҙә һоҡланып.
Йәшә ризыҡ менән генә түгел,
Рухи аҙыҡтан да һут алып.
Эшегеҙҙән, тотҡан юлығыҙҙан
Йән тыныслыҡтары табылһын.
Күңелдәргә шайтан ҡағылмаһын,
Йәнебеҙҙә зауыҡ ҡабынһын!
Ғүмер ебен ипле тағатайыҡ,
Яңы йомғаҡтар ҙа урайыҡ.
Уй-теләкте, атыр таңыбыҙҙы
Гел яҡшыға ғына юрайыҡ!
Биҙмәйек, тим, ғәзиз ғүмеркәйҙән,
Беҙгә бүләк – йәшәү-тормоштан.
Гел булайыҡ изге ниәттәрҙә,
Яҡшылыҡтар ғына ҡормошта.
Яҡты донъяларҙың яҡтылығы
Күңелдәрҙә ихлас балҡыһын.
– Һаумы, Ҡояш! – тиеп көн башлайыҡ,
– Именлектә! – тиеп йыл башлайыҡ,
Күп йылдарға етһен ялҡыны!
Яңы йыл ул – бары сәбәп кенә,
Сәғәт һанай Ваҡыт иҫәбен.
Һәр яңы йыл килә байрам менән,
Ҡартайыуҙы беҙҙең киҫәтеп.
Мин теләйем:
Ерҙә һәр кешене
Урап үтһен магнит ҡойоно.
Йәшәмәйек уттар йотоп ҡына,
Йәшәйексе наҙҙа ҡойоноп.
Килер йылдарҙа ла еребеҙҙә
Йәшәйек гел шатлыҡ кисереп.
Йәшәмәйек хәмер ҡоло булып,
Йәшәйексе хистән иҫереп.
Изге еребеҙгә ҡан яумаһын,
Еребеҙгә ямғыр, ҡар яуһын.
Бер-беребеҙҙән йәнгә әр яумаһын,
Күңелебеҙҙән бары нур яуһын!
“Аллаһыбыҙ биргәненә шөкөр”, –
Тип йәшәйек фани донъяла.
Күрсе ана:
Кешем, һинең өсөн
Зәңгәр күк аҫтында
Йәшел ерҙә
Өмөт тулы матур көн яна!..
Ҡәҙим АРАЛБАЙ,
Башҡортостандың халыҡ шағиры.
Ямғыр яуһа, бөтә һыуҙы
Һеңдереп торор инең,
Бәлә килһә, бөтә ыуҙы
Дүндереп торор инең.
Тыуған йортом!
Юҡһынамын
Күшеккән саҡтарымда;
Хәтәр яуын, зәһәр ағыу
Өҫтөмә аҡтарылһа.
Самандан ғына булһаң да,
Ҡалҡан булғанһың икән,
Яуындарҙан, дауылдарҙан
Һаҡлап торғанһың икән.
Апайҙарым ағартҡандай,
Тораһың уйҙа балҡып...
Йортом юҡ.
Ауыл да бөлгән.
Тыуған йорт миңә – халҡым.
Беҙҙең күс
(Хәфизә апайыма)
Ҙур умарта кеүек, апай, йортоң,
Күсеп килгән, гүйә, бар күстәр,
Гөрләй донъяң, ҡайнап тора тормош,
Тупланғандай бында бар көстәр.
Әсәй мәрхүм хас Инә ҡорт ине,
Ул булғанға ишле беҙҙең күс.
Беҙ тыумыштан, ахры, көслө ҡорттар –
Ерҙе әйләндерер беҙҙең көс.
Төп дадандан күптән айырылдыҡ,
Барыбыҙҙың инде үҙ күсе.
Был күстәрҙә һоро ҡорт юҡ, шөкөр,
Һәр тапҡаны хәләл, үҙ көсө.
Ил иңендә түгел, ил ҡырында
Хәрәкәттә ҡорттар, гел эштә.
Шәжәрәбеҙ шулай дауам итһен
Йәшеллектә, мәңге үҫештә!
Ҡалдырғандыр йәнә шул күстәргә
Йөрәк йылыларын әсәйем.
Шул йылыны һаҡлап, инә ҡорттай,
Арабыҙҙа, апай, йәшәйһең.
* * *
Хистәр өсөн ғәфү үтенмәйҙәр,
Хистәр менән яуап бирәләр.
Хистәр өсөн аҙаҡ үкенмәйҙәр,
Тоғро ғына башты эйәләр.
Устарыбыҙ тулы көмөш тәңкә.
Үҙе тула, үҙе сыңламай.
Хистәребеҙ тулы килеш йөрәк
Үҙе тулай, үҙе һыҙламай.
Хистәр өсөн ғәфү үтенмә һин,
Яуап ҡына бирсе өндәшмәй.
Һөйә белгән йөрәк эстән яна,
Хистәр өсөн йәрҙәр көнләшмәй.
Һөйөү һине генә ялмаманы,
Ялҡынында мине көйрәтте.
Тормош бер кемде лә аяманы,
Йүгәнләргә хисте өйрәтте.
Хисте йүгәнләргә өйрәтте.
Бәхет
Уралымда – ожмах еребеҙҙә –
Ниндәй бәхетлебеҙ –
Ҡыштар бар!
Аҡ бурандар,
Көмөш тәңкә ҡарҙар
Яҙҙырырҙай хатта һуштарҙан...
Биләмәһен әле күңелдәрҙе
Билдәһеҙлек, хәүеф тойғоһо,
Йәншишмәнән йәшәү гөлдәренә
Килеп торһон һыуҙар ҡойғобоҙ.
Матурлыҡҡа, моңға, татыулыҡҡа
Йәшәйек гел ерҙә һоҡланып.
Йәшә ризыҡ менән генә түгел,
Рухи аҙыҡтан да һут алып.
Эшегеҙҙән, тотҡан юлығыҙҙан
Йән тыныслыҡтары табылһын.
Күңелдәргә шайтан ҡағылмаһын,
Йәнебеҙҙә зауыҡ ҡабынһын!
Ғүмер ебен ипле тағатайыҡ,
Яңы йомғаҡтар ҙа урайыҡ.
Уй-теләкте, атыр таңыбыҙҙы
Гел яҡшыға ғына юрайыҡ!
Биҙмәйек, тим, ғәзиз ғүмеркәйҙән,
Беҙгә бүләк – йәшәү-тормоштан.
Гел булайыҡ изге ниәттәрҙә,
Яҡшылыҡтар ғына ҡормошта.
Яҡты донъяларҙың яҡтылығы
Күңелдәрҙә ихлас балҡыһын.
– Һаумы, Ҡояш! – тиеп көн башлайыҡ,
– Именлектә! – тиеп йыл башлайыҡ,
Күп йылдарға етһен ялҡыны!
Яңы йыл ул – бары сәбәп кенә,
Сәғәт һанай Ваҡыт иҫәбен.
Һәр яңы йыл килә байрам менән,
Ҡартайыуҙы беҙҙең киҫәтеп.
Мин теләйем:
Ерҙә һәр кешене
Урап үтһен магнит ҡойоно.
Йәшәмәйек уттар йотоп ҡына,
Йәшәйексе наҙҙа ҡойоноп.
Килер йылдарҙа ла еребеҙҙә
Йәшәйек гел шатлыҡ кисереп.
Йәшәмәйек хәмер ҡоло булып,
Йәшәйексе хистән иҫереп.
Изге еребеҙгә ҡан яумаһын,
Еребеҙгә ямғыр, ҡар яуһын.
Бер-беребеҙҙән йәнгә әр яумаһын,
Күңелебеҙҙән бары нур яуһын!
“Аллаһыбыҙ биргәненә шөкөр”, –
Тип йәшәйек фани донъяла.
Күрсе ана:
Кешем, һинең өсөн
Зәңгәр күк аҫтында
Йәшел ерҙә
Өмөт тулы матур көн яна!..
Ҡәҙим АРАЛБАЙ,
Башҡортостандың халыҡ шағиры.
Теги: