«Башҡортостан үҙе, әйтерһең дә, нәнәйемдең һыйлы өҫтәле!..»
Лариса АБДУЛЛИНА
Алтын улдарыма
Ҡаты итеп әйттең бит ә, улым,
Һиҫкәндерә белдең әсәңде.
Бала телендәге мәғәнәләр
Беҙҙе тетрәндерер өсөндөр.
Ҡайҙан килә һиңә ундай уйҙар?
Кемдәр һине шулай әшкәртә?
Күтәрергә сабый һүҙҙәреңде
Күңелемдә әле көс етә.
Аңлап буламы ни ниҙәр өсөн,
Белеп буламы ни? Ниҙәндер?
Әр һүҙҙәрем менән хатта һеҙгә
Ҡайыш алып ҡай саҡ киҙәндем.
Шулай инде — әллә теләнемме
Гел күрергә һеҙҙе тәртиптә.
Һәр әсәгә үҙ балаһы — алтын,
Һәр әсәгә балаң — кәртинкә.
Тормош — диңгеҙ.
Ә ул даръяларҙың
Ҡаялары була, упҡыны.
Бер хәтәрҙә мин дә бик тәрәндә
Әллә ниндәй хаттар уҡыным.
Аяғылар һеҙҙе килеүҙәнме,
Ҡурсауҙанмы, әллә яныуҙан
Әсә хисен генә түгел йәндә,
Өгөт хистәрен дә ҡабыҙам.
Алтын ғына бөртөктәрем минең,
Кисерегеҙ күңел болотон!
Әллә аңлап, әллә аңламайса
Шул күҙ йәшле мәлде олоттом.
Кисерегеҙ: күңел көмбәҙегеҙ
Сатнап китһә минең тауыштан!
Ишетһәгеҙ: унда тик әр түгел,
Һөйөү менән һағыш ҡауышҡан.
Әсәйемдең өйө
Әсәйемдең өйөн мин ниңәлер
Хас үҙенә уның оҡшатам.
Бала сағым үткән ошо йортҡа
Уйҙарымда осоп йыш ҡайтам.
...Бер ҡаҙандан аттың арбаһында
Ҡайта балсыҡ өйгә ҡапсыҡта.
Башта өйҙө ҡыҙыл балсыҡ һыйпай,
Йәме арта ап-аҡ балсыҡтан.
Ап-аҡ өйҙөң иң-иң түрҙәрендә
Ап-аҡ мейес йылы тарата.
Усаҡ яна. Унда көлсә бешә.
Күҙәтергә шуны яратам.
Аҡ мейесле ап-аҡ өйҙәр миңә
Аҡ намыҫы төҫлө был ерҙең.
Аҡты аҡ итеүсе һабаҡты ла
Шул аҡ өйҙә, әсәй, һин бирҙең.
Ошо өйҙөң үлсәменән миңә
Ямандың да йөҙө асыла.
Хыялымда,
Уйҙарымда,
Йырҙарымда
Ниндәй генә сүрәттә лә тойғо
Самаларын белеп баҫыла.
Ер шарының иң-иң түрендә ул,
Уртаһында бөтә Йыһандың.
Алтын урталыҡты
тапҡан был өй –
Шишмә башы минең илһамдың!
Нәнәйем ҡунаҡ һыйлай
Йүгерә-атлай нәнәй һый әҙерләй,
Өҫтәлдәре тора һығылып.
Сәнғәт әҫәреләй ниғмәттәргә
Фәрештәме киткән ҡағылып!
Барыһы ла ҡунаҡ хөрмәтенә!
Мәжлес ҡорған ҡунаҡ хаҡына!
Ҡунаҡтарын Хоҙай илсеһенә
Тиңләү хас ул башҡорт халҡына.
Ҙур кинәнес менән аш-һыу бүлә,
Әсе ҡатыҡ төшә һурпаға.
Өлөш һала һәр бер ҡунағына,
Ит, бәрәңге, икмәк – уртала.
Ҡыҫтап-ҡыҫтап, өтәләнеп, йырлап
Аяғөҫтө һыйлай ҡунаҡты.
Өҫтәл урағансы төн ауыша,
Ҡош юлына Ай ҙа олаҡты...
Бәлеш, ҡоймаҡ – ҡунаҡ алдарында,
Өҫтәл йәме беҙҙә – бауырһаҡ!
Таҡмаҡ әйтеп ҡунаҡ бейетәләр,
Өҫтәл арттарында арыһа.
Ах, ул сәйҙәр, ҡаты, һөтлө сәйҙәр...
Баллап эсеп ҡуйһаң аҙаҡтан!
Иҫке хәтирәләр яңыралар,
Туған яһай табын ҡунаҡтан.
Ҡунаҡтарға барса һый-хөрмәте,
Ҡунаҡтарға яҡты йөҙ – сырай!
Әйтерһең дә, уның йомартлыҡҡа
Көҙ миҙгеле үҙе аптырай!
Ишектәре һәр саҡ асыҡ булды,
Йәшәмәне элеп келәһен.
Әйтер ине, ишек шаҡыһалар:
«Ҡунаҡ килһен, ҡайғы килмәһен!»
Йүгерә-атлай нәнәй һый әҙерләй...
Бала саҡтың сағыу бер мәле.
Башҡортостан үҙе, әйтерһең дә,
Нәнәйемдең һыйлы өҫтәле!..
Нәнәйемдең йыры
Нәнәйемдең йыры, тип тыңлайым,
Ошо көйҙө ҡалһам ишетеп.
Күңел һандығыма һалам уны
Нәнәйемдең генә төҫө тип.
Шул һүҙҙәрҙә сағылдымы икән
Хушлашыуҙың әсе асылы?!.
Әллә ошо йырҙы көйләгәндә
Ҡалды микән әрнеү баҫылып?!.
Көйҙө көйләй-көйләй аштар һала,
Икмәк телә ошо йыр менән,
Туҡтап йырын сарлап ала кеүек
Бесән сабып барған еренән.
Утын йыйғанда ла көйләй уны,
Көтөүҙә лә шул йыр оҙата.
Ниңә генә ғүмер дуҫын яҙмыш
Алып китте икән оҙаҡҡа?..
Юҡ, оҙаҡҡа түгел, мәңгелеккә
Булған бит ул ошо хушлашыу.
Ҡырҡ берҙең көҙ миҙгеле... йәш ҡыҙ
Ауыл ҡапҡаһында... туҡ баҫыу.
Туҡ башаҡлы иген ҡырҙарында
Ураҡ ура көтөп хыялын.
Шундай яҡты өмөттәрҙе өҙөп,
Емерергә кем һуң ҡыялыр?!
Булмаҫ, булмаҫ, өмөт тулы йыры,
Ул һыйына ошо көйөнә.
Моңдар араһынан тойған уны,
Йырын тапҡанына һөйөнә.
...Ах, ул йыры, нәнәйемдең йыры...
Һағыш булып йәндә һаҡланыр.
Йырлай-йырлай күҙен йомдо нәнәй,
Өмөттәре унда аҡланыр...
Бөтөн итеүсем
Теге саҡта: һин дә мине,
Мин һине белмәгәндә,
Хыял ағасыма атап,
Таҫмалар элмәгәндә,
Мин барыбер тоя инем
Һин барлығын донъяла.
Әйтерһең, күктән йәнебеҙ
Осҡан бер үк оянан.
Мин барыбер көтә инем
Килерһең, тиеп бер көн.
Ваҡытлыса һағыш эстек,
Булырға ҡабат бөтөн.
Мин барыбер таныр инем
Йөрәгең тибешенән.
Һинең йөрәк түрҙәреңә
Минең хисем йәшенгән.
***
Яратҡандар баш тартмай ул,
Улар ғәйеп эҙләмәй.
Үткәндәргә ҡат-ҡат бағып,
Шик-шөбһәләр күҙләмәй.
Һөйгәндәр ғәфү итәләр,
Һөйгәндәр мәрхәмәтле.
Яра бәйләй, үҙ йәндәре
Булһа ла йәрәхәтле.
Һөйгәндәр оло йөрәкле,
Һөйгәндәр ваҡсыл түгел.
Уларҙа — хыял, ышаныс,
Уларҙа — яҡты күңел.
Яратҡандар бәхет таба
Һөйгәне ҡосағында.
Мөхәббәт — бөйөк!
Ҡалғаны — йәһәннәм усағында.
О, Марина!..
М. Цветаеваға
О, Марина, мин аңлайым һине,
Тоям кеүек һәр бер ымыңды.
Күрәм төҫлө ғаләмдәргә осоп,
Упҡындарға төшкән һыныңды.
Тындарымды ҡурып-ҡурып ала
Ҡайнарлығы һинең хистәрҙең...
Шиғырҙарҙан һинең аңҡый төҫлө
Янған тойғоларҙың еҫтәре...
Ҡояш тирәһенән ергә бағып,
Мөмкин икән йәндең туңыуы.
Шиғриәттең тантанаһы бында!
Сағыу тойғоларҙың уңыуы!
Аңлау, тойоу...
Һуңғы һулышҡаса
Үҙең булып ҡалыр асылда.
Ике донъя аралығын белгәс,
Һүҙ хикмәте һиңә асылған.
О, Марина!
Мин ғашиҡмын һиңә!
Күңел бүлмәләрем яп-яҡты!..
Көмбәҙемә төштө,
ижадыма ҡунды
Һинең асылыңдан бер сатҡы...
***
«Не пугайте меня,
я сама боюсь...» Люба
Ҡурҡытмағыҙ, зинһар, уның шауҡымы
Йоғор, тиеп, минең ғүмергә.
Ҡарағыҙсы, ана, күҙҙәренә –
Азатлыҡҡа күпме тилмергән.
Шик һалмағыҙ, зинһар, күңелемә –
Гел яуызлыҡ, имеш, уйында.
Йөҙҙәренә һис ҡарарлыҡ түгел,
Таш диуарҙар төҫө уйылған.
Осормағыҙ ҡотто: бысаҡ тотоп,
Төнөн сығыр тиеп һунарға.
Мин бит тоям: ул мең ҡабат әҙер
Үҙ күңелен үҙе тунарға.
Рәнйетмәгеҙ: юлһыҙ бер ҡараҡты
Һыйындырҙың тиеп донъяңа.
Юлһыҙ түгел, ул һуҡмағын эҙләй,
Үткән миҙгеленә мең янап.
Өркөтмәгеҙ: булған бәхетте лә
Алып китер тиеп был ҡотһоҙ.
Белһәгеҙсе, мин йәлләйем уны.
Ышанмаһам уға, ер йотһон!
Ҡурҡытмағыҙ мине, ҡурҡытмағыҙ,
Мин үҙем дә ҡурҡаҡ бер әҙәм.
Әммә ышан һәм нурың бүл, тине
Эсемдәге эске күрәҙәм...
Сейәле йәй
Йәйҙәремдән сейә тәме килә,
Көндәремдә таты сейәнең.
Миҙгелдәрем быйыл бик мул ҡуллы,
Күстәнәсен килә тейәнеп.
Сейәләрем бигерәк уңған быйыл,
Ҡояш нурын имеп тулышҡан.
Силәк-силәк емештәрем менән
Инәм әле быйыл мин ҡышҡа.
Беләктәрҙән һуты ағып тора,
Тел осонда шәрбәт тәмдәре.
Кем уйлаған сейәләрем миңә
Асыр тиеп йәйҙең йәмдәрен?!.
Шул емешле ағас төшкә инер,
Сейәләрем төҫө офоҡта.
Бешкән сейәләрем арбаған да,
Күңелемә минең хис йоҡҡан.
Йәйҙәремдән сейә тәме килә,
Сейә йөҙҙәрендә – йәй төҫө.
Тәлгәш-тәлгәш булып йәй тулышҡан,
Тере бәндәләрҙең өлөшө.
Алтын улдарыма
Ҡаты итеп әйттең бит ә, улым,
Һиҫкәндерә белдең әсәңде.
Бала телендәге мәғәнәләр
Беҙҙе тетрәндерер өсөндөр.
Ҡайҙан килә һиңә ундай уйҙар?
Кемдәр һине шулай әшкәртә?
Күтәрергә сабый һүҙҙәреңде
Күңелемдә әле көс етә.
Аңлап буламы ни ниҙәр өсөн,
Белеп буламы ни? Ниҙәндер?
Әр һүҙҙәрем менән хатта һеҙгә
Ҡайыш алып ҡай саҡ киҙәндем.
Шулай инде — әллә теләнемме
Гел күрергә һеҙҙе тәртиптә.
Һәр әсәгә үҙ балаһы — алтын,
Һәр әсәгә балаң — кәртинкә.
Тормош — диңгеҙ.
Ә ул даръяларҙың
Ҡаялары була, упҡыны.
Бер хәтәрҙә мин дә бик тәрәндә
Әллә ниндәй хаттар уҡыным.
Аяғылар һеҙҙе килеүҙәнме,
Ҡурсауҙанмы, әллә яныуҙан
Әсә хисен генә түгел йәндә,
Өгөт хистәрен дә ҡабыҙам.
Алтын ғына бөртөктәрем минең,
Кисерегеҙ күңел болотон!
Әллә аңлап, әллә аңламайса
Шул күҙ йәшле мәлде олоттом.
Кисерегеҙ: күңел көмбәҙегеҙ
Сатнап китһә минең тауыштан!
Ишетһәгеҙ: унда тик әр түгел,
Һөйөү менән һағыш ҡауышҡан.
Әсәйемдең өйө
Әсәйемдең өйөн мин ниңәлер
Хас үҙенә уның оҡшатам.
Бала сағым үткән ошо йортҡа
Уйҙарымда осоп йыш ҡайтам.
...Бер ҡаҙандан аттың арбаһында
Ҡайта балсыҡ өйгә ҡапсыҡта.
Башта өйҙө ҡыҙыл балсыҡ һыйпай,
Йәме арта ап-аҡ балсыҡтан.
Ап-аҡ өйҙөң иң-иң түрҙәрендә
Ап-аҡ мейес йылы тарата.
Усаҡ яна. Унда көлсә бешә.
Күҙәтергә шуны яратам.
Аҡ мейесле ап-аҡ өйҙәр миңә
Аҡ намыҫы төҫлө был ерҙең.
Аҡты аҡ итеүсе һабаҡты ла
Шул аҡ өйҙә, әсәй, һин бирҙең.
Ошо өйҙөң үлсәменән миңә
Ямандың да йөҙө асыла.
Хыялымда,
Уйҙарымда,
Йырҙарымда
Ниндәй генә сүрәттә лә тойғо
Самаларын белеп баҫыла.
Ер шарының иң-иң түрендә ул,
Уртаһында бөтә Йыһандың.
Алтын урталыҡты
тапҡан был өй –
Шишмә башы минең илһамдың!
Нәнәйем ҡунаҡ һыйлай
Йүгерә-атлай нәнәй һый әҙерләй,
Өҫтәлдәре тора һығылып.
Сәнғәт әҫәреләй ниғмәттәргә
Фәрештәме киткән ҡағылып!
Барыһы ла ҡунаҡ хөрмәтенә!
Мәжлес ҡорған ҡунаҡ хаҡына!
Ҡунаҡтарын Хоҙай илсеһенә
Тиңләү хас ул башҡорт халҡына.
Ҙур кинәнес менән аш-һыу бүлә,
Әсе ҡатыҡ төшә һурпаға.
Өлөш һала һәр бер ҡунағына,
Ит, бәрәңге, икмәк – уртала.
Ҡыҫтап-ҡыҫтап, өтәләнеп, йырлап
Аяғөҫтө һыйлай ҡунаҡты.
Өҫтәл урағансы төн ауыша,
Ҡош юлына Ай ҙа олаҡты...
Бәлеш, ҡоймаҡ – ҡунаҡ алдарында,
Өҫтәл йәме беҙҙә – бауырһаҡ!
Таҡмаҡ әйтеп ҡунаҡ бейетәләр,
Өҫтәл арттарында арыһа.
Ах, ул сәйҙәр, ҡаты, һөтлө сәйҙәр...
Баллап эсеп ҡуйһаң аҙаҡтан!
Иҫке хәтирәләр яңыралар,
Туған яһай табын ҡунаҡтан.
Ҡунаҡтарға барса һый-хөрмәте,
Ҡунаҡтарға яҡты йөҙ – сырай!
Әйтерһең дә, уның йомартлыҡҡа
Көҙ миҙгеле үҙе аптырай!
Ишектәре һәр саҡ асыҡ булды,
Йәшәмәне элеп келәһен.
Әйтер ине, ишек шаҡыһалар:
«Ҡунаҡ килһен, ҡайғы килмәһен!»
Йүгерә-атлай нәнәй һый әҙерләй...
Бала саҡтың сағыу бер мәле.
Башҡортостан үҙе, әйтерһең дә,
Нәнәйемдең һыйлы өҫтәле!..
Нәнәйемдең йыры
Нәнәйемдең йыры, тип тыңлайым,
Ошо көйҙө ҡалһам ишетеп.
Күңел һандығыма һалам уны
Нәнәйемдең генә төҫө тип.
Шул һүҙҙәрҙә сағылдымы икән
Хушлашыуҙың әсе асылы?!.
Әллә ошо йырҙы көйләгәндә
Ҡалды микән әрнеү баҫылып?!.
Көйҙө көйләй-көйләй аштар һала,
Икмәк телә ошо йыр менән,
Туҡтап йырын сарлап ала кеүек
Бесән сабып барған еренән.
Утын йыйғанда ла көйләй уны,
Көтөүҙә лә шул йыр оҙата.
Ниңә генә ғүмер дуҫын яҙмыш
Алып китте икән оҙаҡҡа?..
Юҡ, оҙаҡҡа түгел, мәңгелеккә
Булған бит ул ошо хушлашыу.
Ҡырҡ берҙең көҙ миҙгеле... йәш ҡыҙ
Ауыл ҡапҡаһында... туҡ баҫыу.
Туҡ башаҡлы иген ҡырҙарында
Ураҡ ура көтөп хыялын.
Шундай яҡты өмөттәрҙе өҙөп,
Емерергә кем һуң ҡыялыр?!
Булмаҫ, булмаҫ, өмөт тулы йыры,
Ул һыйына ошо көйөнә.
Моңдар араһынан тойған уны,
Йырын тапҡанына һөйөнә.
...Ах, ул йыры, нәнәйемдең йыры...
Һағыш булып йәндә һаҡланыр.
Йырлай-йырлай күҙен йомдо нәнәй,
Өмөттәре унда аҡланыр...
Бөтөн итеүсем
Теге саҡта: һин дә мине,
Мин һине белмәгәндә,
Хыял ағасыма атап,
Таҫмалар элмәгәндә,
Мин барыбер тоя инем
Һин барлығын донъяла.
Әйтерһең, күктән йәнебеҙ
Осҡан бер үк оянан.
Мин барыбер көтә инем
Килерһең, тиеп бер көн.
Ваҡытлыса һағыш эстек,
Булырға ҡабат бөтөн.
Мин барыбер таныр инем
Йөрәгең тибешенән.
Һинең йөрәк түрҙәреңә
Минең хисем йәшенгән.
***
Яратҡандар баш тартмай ул,
Улар ғәйеп эҙләмәй.
Үткәндәргә ҡат-ҡат бағып,
Шик-шөбһәләр күҙләмәй.
Һөйгәндәр ғәфү итәләр,
Һөйгәндәр мәрхәмәтле.
Яра бәйләй, үҙ йәндәре
Булһа ла йәрәхәтле.
Һөйгәндәр оло йөрәкле,
Һөйгәндәр ваҡсыл түгел.
Уларҙа — хыял, ышаныс,
Уларҙа — яҡты күңел.
Яратҡандар бәхет таба
Һөйгәне ҡосағында.
Мөхәббәт — бөйөк!
Ҡалғаны — йәһәннәм усағында.
О, Марина!..
М. Цветаеваға
О, Марина, мин аңлайым һине,
Тоям кеүек һәр бер ымыңды.
Күрәм төҫлө ғаләмдәргә осоп,
Упҡындарға төшкән һыныңды.
Тындарымды ҡурып-ҡурып ала
Ҡайнарлығы һинең хистәрҙең...
Шиғырҙарҙан һинең аңҡый төҫлө
Янған тойғоларҙың еҫтәре...
Ҡояш тирәһенән ергә бағып,
Мөмкин икән йәндең туңыуы.
Шиғриәттең тантанаһы бында!
Сағыу тойғоларҙың уңыуы!
Аңлау, тойоу...
Һуңғы һулышҡаса
Үҙең булып ҡалыр асылда.
Ике донъя аралығын белгәс,
Һүҙ хикмәте һиңә асылған.
О, Марина!
Мин ғашиҡмын һиңә!
Күңел бүлмәләрем яп-яҡты!..
Көмбәҙемә төштө,
ижадыма ҡунды
Һинең асылыңдан бер сатҡы...
***
«Не пугайте меня,
я сама боюсь...» Люба
Ҡурҡытмағыҙ, зинһар, уның шауҡымы
Йоғор, тиеп, минең ғүмергә.
Ҡарағыҙсы, ана, күҙҙәренә –
Азатлыҡҡа күпме тилмергән.
Шик һалмағыҙ, зинһар, күңелемә –
Гел яуызлыҡ, имеш, уйында.
Йөҙҙәренә һис ҡарарлыҡ түгел,
Таш диуарҙар төҫө уйылған.
Осормағыҙ ҡотто: бысаҡ тотоп,
Төнөн сығыр тиеп һунарға.
Мин бит тоям: ул мең ҡабат әҙер
Үҙ күңелен үҙе тунарға.
Рәнйетмәгеҙ: юлһыҙ бер ҡараҡты
Һыйындырҙың тиеп донъяңа.
Юлһыҙ түгел, ул һуҡмағын эҙләй,
Үткән миҙгеленә мең янап.
Өркөтмәгеҙ: булған бәхетте лә
Алып китер тиеп был ҡотһоҙ.
Белһәгеҙсе, мин йәлләйем уны.
Ышанмаһам уға, ер йотһон!
Ҡурҡытмағыҙ мине, ҡурҡытмағыҙ,
Мин үҙем дә ҡурҡаҡ бер әҙәм.
Әммә ышан һәм нурың бүл, тине
Эсемдәге эске күрәҙәм...
Сейәле йәй
Йәйҙәремдән сейә тәме килә,
Көндәремдә таты сейәнең.
Миҙгелдәрем быйыл бик мул ҡуллы,
Күстәнәсен килә тейәнеп.
Сейәләрем бигерәк уңған быйыл,
Ҡояш нурын имеп тулышҡан.
Силәк-силәк емештәрем менән
Инәм әле быйыл мин ҡышҡа.
Беләктәрҙән һуты ағып тора,
Тел осонда шәрбәт тәмдәре.
Кем уйлаған сейәләрем миңә
Асыр тиеп йәйҙең йәмдәрен?!.
Шул емешле ағас төшкә инер,
Сейәләрем төҫө офоҡта.
Бешкән сейәләрем арбаған да,
Күңелемә минең хис йоҡҡан.
Йәйҙәремдән сейә тәме килә,
Сейә йөҙҙәрендә – йәй төҫө.
Тәлгәш-тәлгәш булып йәй тулышҡан,
Тере бәндәләрҙең өлөшө.
Теги: