Йөҙөк ҡашы булам, тиһәң...
Тормош күрһәтеүенсә лә, белгестәр раҫлауынса ла, ир-ат менән ҡатын-ҡыҙ араһында тоҡанған көслө ғишыҡ уты, йәғни мөхәббәт химияһы, яйлап юҡҡа сыға. Уның урынын берәүҙәрҙә – ныҡлы хистәр, икенселәрҙә – битарафлыҡ, өсөнсөләрҙә ғаилә, бала өсөн яуаплылыҡ биләй. Айырылышыу осраҡтары ла күп. Ғаиләне нисек һаҡларға? Бөтә һорауға яуабы булған Интернеттан “Ире бер ҡасан да ташлап китмәйәсәк ҡатынға хас 9 сифат” тигән яҙмалағы кәңәштәр менән танышайыҡ.
1. Таҙалыҡ. Тән тиреһен таҙа тотоу, иртәле-кисле душ ҡойоноу, бысраҡ эске кейемеңде теләһә ҡайҙа ташламау, майланған сәс, керле кейем менән иреңдең күҙенә күренмәү.
2. Бөхтәлек. Кейгән кейемеңә лә, тирә-яҡ мөхиткә лә ҡағыла.
3. Матурлыҡ. Ҡатын иренең зауығына яуап бирерлек дәрәжәлә матур ҙа булырға бурыслы. Иреңә оҡшарлыҡ күлдәктәр, биҙәүестәр һайлау кәңәш ителә. Ул ҡыҙыл төҫ яратһа, өйҙә кейә торған кейемдәрең ҡыҙыл булһын.
4. Иреңде өйрәнеү. Беҙ йыш ҡына эргәбеҙҙәге кешене өйрәнеү урынына уны үҙебеҙҙең үлсәмдәргә яраҡлаштырып үҙгәртергә тырыша башлайбыҙ – ул мотлаҡ бала саҡта уҡ башыбыҙҙа яралған һоҡланғыс принцҡа оҡшарға тейеш тә баһа. Был ҡәтғи тыйыла! Уның нимәләр яратҡанын, ниндәй еҫтәр, ниндәй төҫтәр оҡшатҡанын өйрәнергә кәрәк.
5. Ирең яратҡан ризыҡтарҙы бешереү. Ғәҙәттә беҙ үҙебеҙ яратҡан аштарҙы бешерәбеҙ. Ҡайһы бер ирҙәр нимә ашарға теләгәнен әйтеп бармай, шым ғына ашағыһы килгән ризыҡтарҙы һағынып, зарығып тик йөрөй. Тимәк, уның аш-һыуға булған талаптарын белеү мөһим.
6. Таҙа өй. Иң шәп бисәнең йорт-ере һәр саҡ таҙа була. Һауыт-һабаһы ашағас та йыуыла. Керҙәре лә йыйылып ятмай, ваҡытында йыуылып, үтекләнеп тора. Сүп-сары ваҡытында түгелә.
7. Ирҙең күңеленә хуш килерлек хәбәрҙәр генә һөйләү. Әгәр ҡатын иренә аҡыл өйрәтһә, мыҫҡыл итһә, әйләнгән һайын етешһеҙлектәрен әйтеп торһа, тәнҡитләһә, ҡысҡырһа, улар икәүләшеп боҙола барыр. Әгәр ҡатын иренә гел рәхмәт әйтеп, маҡтап торһа, һүҙен гел өҫкә сығарһа, ире эштә уңышҡа, кеше араһында абруйға өлгәшер; ә ҡатынын хөрмәт итер. Бына ошо саҡта ҡатын иренә уның етешһеҙлектәре тураһында әйтеү хоҡуғын алыр. Ни рәүешле әйтергә? Йомшаҡ итеп, йылы, татлы тауыш менән, бәйләнсекләнмәй, төрттөрмәй-кәмһетмәй генә, алдан уҡ ғәфү үтенеп. Бындай ҡатындың һүҙенә ир ҡолаҡ һалмай ҡалмаҫ. Тыңлар, үҙгәрергә тырышыр.
8. Тыңлаусанлыҡ. Иргә тыңлашыу бик мөһим. Ҡатын иренә ышанһа, ул нисек әйтә – шулай эшләһә, үҙенә лә еңел була. Тыңлашыу ир кешелә бер нисә
сифатты яралта: яуаплылыҡ – сөнки уны тыңлайҙар; йомартлыҡ – сөнки тыңлаусан ҡатын уға ҡыҙы кеүек була, ә ҡыҙҙарынан атайҙар бүләк-фәләнде йәлләмәй.
9. Тәнең менән дә, йәнең менән дә тоғро булыу. Ҡатындың иренә хыянаты уның бөтә яҡшы сифаттарын юҡҡа сығара. Тоғролоҡ – мотлаҡ кәрәк һыҙат. Хыялыңда ла тоғро булыу мөһим. Иреңде башҡалар менән сағыштырыу, башҡа ир-ат, айырылышыу тураһында хыялланыу тыйыла. Бына ошондай талаптар ҡуя билдәһеҙ автор ир ҡатынына ҡарата. Был мәҡәлә аҫтындағы форумдарҙа ҡыҙыу бәхәстәр бара. Көслө, яһил, үҙаллы, үҙ һүҙле, эшлекле, тәкәббер, заманса кейенгән, биҙәнгән-төҙәнгән ҡатын-ҡыҙ образы модаға ингән беҙҙең осорҙа әлеге һыҙаттар бөтөнләй ят тойола. Күренекле мәғрифәтсе Ризаитдин Фәхретдиновтың “Ололар өсөн нәсихәттәр”енең “Ҡатын әҙәбе” тигән бүлегендәге камил ҡатын-ҡыҙ булыу ҡағиҙәләре үрҙә яҙылғандар менән бик ауаздаш. Ә форумдарҙа килешмәүсәнлек күрһәтеүселәр ирҙәрҙең ир була белмәүенә, уның өсөн генә йәшәй торған ҡатынға лайыҡ түгеллегенә, ҡатындарҙың ирҙән күберәк эшләргә, аҡса табырға, бала ҡарарға, донъя көтөргә, ҡыҫҡаһы, ҡырҡ арбаға егелергә мәжбүр булыуына һылтана. Ошо тәңгәлдә мәшһүр мәғрифәтсенең фекерен килтерге килә. “Ир әҙәбе” тигән бүлектә шундай юлдар бар: “Ҡатындарҙың алдаҡсы һәм хәйләкәр, мәкерле булыуының төп сәбәбе – ирҙәрҙер. Уның холҡон боҙоусы, ысын кешелектән сығарыусы ла ирҙәрелер. Шуның өсөн ҡатынығыҙҙы тәрбиәләгәндә уларҙы алдаҡсы, мәкерле һәм фәлән тип һөйләмәгеҙ. Иң тәүҙә үҙегеҙ яҡшы булығыҙ, һуңынан ҡатындарығыҙға яҡшы тәрбиә бирегеҙ. Ҡатындарығыҙ һис шөбһәһеҙ яҡшы булыр. Ирҙәр боҙоҡ булмаһа, ҡатындар яҡшы булыр”. Мәғрифәтсенең әйткәндәре бөтәһен дә үҙ урынына ҡуя. “Нәсихәттәр”ҙән дә аҡыллыраҡ, фәһемлерәк китап бармы икән?

Ә. НАСИРОВА әҙерләне.
Теги: