Хан табынына торош һыйыбыҙ

Хан табынына торош һыйыбыҙБыл ризыҡты татыған кешенең телендә уның тәме ғүмер буйы һаҡланыр, ә ҡабатланмаҫ татын тасуирлау өсөн рәхәтләнеп бер һыйланыу кәрәктер. Һығылып торған бай табында ла затлы ниғмәт булыр ул – ҡыҙыл эремсек. Борон-борондан уны, мәртәбәле һый һанап, иң ҡәҙерле ҡунаҡ алдына ҡуйғандар. Баҡһаң, әле лә, ҡыҙыл эремсек – төйәгебеҙгә ситтән килгән юғары ҡунаҡтарҙың яратҡан тәғәмдәренән. Мәҫәлән, Башҡортос­тандың Рәсәйгә ҡушылыуының 450 йыллығын байрам итергә килеүселәр ҡыҙыл эремсек тултырылған алманы, тәменә таң ҡалып, ҡат-ҡат һорап ашанылар, тип яҙғайны үҙәк баҫмаларҙың береһе.

Халҡыбыҙҙың һөт ризыҡтарының ҡайһыһын алһаң да – ҡымыҙмы, ҡатыҡмы, ҡаймаҡмы, ҡоротмо, һары маймы – туҡлыҡлы булыуҙан тыш, дауалау ҡеүәтенә эйә. Һәр ҡабымы шифа ҡыҙыл эремсек шул ризыҡтарыбыҙ араһында айырым урын алып тора. Элек уны, тиҙерәк көс инһен тип, бәпес тапҡан әсәләргә, сирҙән өҙлөккән балаларға, кәре кәмегән өлкән йәштәгеләргә ашатҡандар – тимәк, боронғолар был ризыҡты юғары туҡлыҡлылығы өсөн генә түгел, иммунитетты күтәреү үҙенсәлеге өсөн дә баһалаған. Тик ни эшләп һәр башҡорттоң өҫтәленән төшмәҫкә тейешле ниғмәтебеҙ бөгөн хаҡһыҙ рәүештә онотола бара? Хан табынына торош һыйыбыҙға ҡәҙерһеҙ ҡараш битарафлыҡтанмы, ялҡаулыҡтанмы, әллә мәғлүмәтһеҙлектәнме? Баш ҡалабыҙҙың “Аҡ тирмә” милли-мәҙәни үҙәге менән Баймаҡ районы 1-се Этҡол ауылы ағинәйҙәре кәңәш ҡороп, милли ниғмәтебеҙ серҙәрен мөмкин тиклем күберәк йәштәргә таратыу маҡсатында ҡыҙыл эремсек байрамы үткәрергә булды.

Хан табынына торош һыйыбыҙ
Баймаҡ башҡорт аштарын боронғоса әҙерләү һаҡланған райондарҙан һанала. Бында буҙа, талҡан яһау, ҡымыҙ бешеү, ҡорот ҡайнатыу, эремсек бешереү, башҡа мил­ли ризыҡтарыбыҙҙы әҙерлєү нескәлектә­ренә эйә хужабикәләр бик күп. Шулар­ҙың береһе – 1-се Этҡол ауылында йә­шәүсе Алһыу апай Йәғәфәрова. Ҡыҙыл эремсек байрамы тап уның өйөндә үткә­релде лә инде. Йыр, бейеү, уйын-көлкө, йолала­рыбыҙ менән үрелеп барған байрам милли аш-һыуыбыҙ­ҙы данлау, таратыу буйынса ғәйәт әһә­миәтле сараға әйлән­де лә ҡуйҙы. “Аҡ тирмә” үҙәге етәксеһе Фәниә Сәйфуллина, уның әүҙем ағзала­ры Альбина Исхаҡова, Гөл­гөнә Ырыҫ­ҡоловаларҙың ҡайтып тө­шөүе күркәм байрамға мәртәбә өҫтәне. Ҡунаҡсыл йорттоң ишектәре хужаби­кәнең ғүмер буйы бергә татыу донъя көт­кән әхирәт­тәре, аш-һыу маһирлы­ғын арттырыусы йәш килендәр өсөн генә түгел, эремсек тәмләргә теләгән һәммә­һе өсөн дә асыҡ ине. Был татлы тәғәмде әҙерләү иһә ярайһы уҡ ҡатмарлы, оҙайлы һәм сабырлыҡ, оҫталыҡ талап иткән эш.

Хан табынына торош һыйыбыҙ
– Иң мөһиме – эремсеккә тигән һөттөң яңы һауылған, ҡатыҡтың яңы ойоған, майҙың саҡ яҙылған булыуы, – тип үҙ серҙәрен бер-бер артлы аса Алһыу апай. – Иркен һауытта ҡайнап сыҡҡан һөткә ҡатыҡ ҡушабыҙ, һөт күҙ асып йомғансы иреп сыға. Артабан уны һүрән утта бутай-бутай биш-алты сәғәт ҡайнатабыҙ, һөт ирегәндә барлыҡҡа килгән эремсек һыуы әкрен генә кәмей бара. Тәменә ҡарап, шәкәр ҡу­шып ебәрәбеҙ. Әҙер эремсек ҡыҙғылт-һары төҫ ала, ярмаланып тора. Һыуын­ған эремсеккә аҡ май ҡушып ныҡ ҡына итеп баҫабыҙ – был уны йомшағыраҡ, туҡлыҡлыраҡ итә.

Алһыу апай күҙ алдыбыҙҙа яһалған эремсекте май менән баҫып, ҡыҙғылт-һары йомғаҡтар әүәләне лә батмустарға теҙеп һалды – ҡәҙерле ҡунаҡтар ауы­ҙында иреп торорлоҡ һый әҙер! Ул эремсекте боронғоса, йәғни традицион ысул менән эшләһә, һәр ағинәй уны үҙенсә яһай икән. Мәҫәлән, берәүһе башта уҡ һөткә биш-алты йомортҡа һыта, икенсеһе шәкәр урынына бал ҡуллана – бал бөтөнләй башҡа тәм һәм хуш еҫ бирә, өсөнсөһө май һалмай ғына әҙерләй, ә ҡайһы береһе ҡатыҡты һалҡын һөткә ҡушып яһай.

Йәйен, һөт мул осорҙа, ҡыҙыл эремсекте күпләп яһап, йомғаҡ-йомғаҡ итеп туңдырғысҡа һалып ҡуялар. Ә борон иһә уны йәйеп киптергәндәр ҙә ҡул тир­мәнендә он һымаҡ тарттырып, киндер ҡапсыҡтарға тултырғандар. Ҡышын һыу, май, шәкәр менән бутап аша­ғандар. Он рәүешендәге ҡыҙыл эремсек йылдар буйы боҙолмайынса һаҡлан­ған. Йыраҡ ерҙәргә сәфәр ҡылыусы мосафирҙар, алыҫ һуғышҡа сыҡҡан яугир­ҙәр үҙҙәре менән онталған ҡыҙыл эремсек алыр булған. Бармаҡ ҡалынлығында йәйеп, ҡояшта ныҡ киптереп, эремсекте ҡы­шын шәкәр һымаҡ ватып та ашағандар. “Һалҡында ныҡ туңған киҫәктәр сатнап тора, уларҙы шәкәр киҫәктәре кеүек тотоп ашайбыҙ. Беҙҙең быуын­дың бә­ләкәй сағындағы тәмлекәс...” – тип хә­тирәләргә бирелә ағинәйҙәр.

Бөгөн, булмышыбыҙға ят яһалма ҡиммәттәр генә түгел, яһалма ризыҡтар ҙа көсләп тағылғанда, милли аштарыбыҙҙы өҫтәлдәребеҙгә ҡайтарыу мө­һимлеге бермә-бер арта. Кибет кәштә­ләрендәге ашамлыҡтарҙы иғтибар ме­нән бер ҡарап сығыу ҙа етә – ризыҡтарҙың күбеһе сит илдәрҙән килтерелгән, йәғни гендары үҙгәртелгән, һаулыҡ өсөн зыянлы химия ҡушылған сеймалдан әҙерләнгән. Эштән арып ҡайтып килгән кеше, матур итеп төрөл­гән ашамлыҡтарҙың нимәнән яһалыуын ҡарап тормайынса, тиҙ генә сумкаһын тултырып, киске табын әҙерләргә ашы­ға. Сит ил ебәргән һөт аҙыҡтарының төрлө гормондар, витаминдар, антибиотиктар ҡаҙап үҫтерелгән һыйырҙар һөтөнән етештерелеү ихтималлығы хаҡында уйлап торорға күбеһенең ваҡыты ла, теләге лә юҡ.

Шуныһы ҡыуаныслы: һуңғы осорҙа тик Башҡортостанда етештерелгән аҙыҡ-түлеккә өҫтөнлөк биреүселәр арта. Ғөмүмән, бөтә донъяла үҙ һаулы­ғын ҡайғыртып, саф, тәбиғи аҙыҡ ме­нән туҡланырға ынтылыусылар торған һайын күбәйә бара. Ә беҙҙең быуаттан-быуатҡа камиллаштырылып, ҡырыҫ тә­биғәт шарттарына – сатнама һыуыҡ ҡыштарыбыҙға, тынды ҡурғыс селләле йәйҙәребеҙгә яраҡлаштырылып камиллашҡан сәләмәт туҡланыу традицияларыбыҙ бар. Уны үҙгәртер­гә лә, бөгөнгөгә ҡулай­лаштырырға ла кәрәк­мәй, нисек бар, шулай көнитмешебеҙ­гә индереү генә талап ителә беҙҙән.

Йәйрәп ятҡан көтөүлектәрҙә һутлы үлән утлап йөрөгән малҡайҙарҙың һөтө лә, ите лә ситтән килтерелгән менән сағыштырғыһыҙ. Унан һуң, меңйыллыҡтар дауамында башҡорттоң организмы гендар кимәлендә шул ризыҡ­тарҙы эшкәртеүгә, уларҙан көс алыуға көйләнгән.

Милли аш-һыуыбыҙға йөҙ борған хужабикә үҙенең, ғаиләһенең генә түгел, киләсәк быуыны һаулығын да ҡайғырта – сәләмәт ата-әсәнән сәләмәт бала тыуа, унан тыш, ризыҡ ейеү ғәҙәте ғаиләлә быуындан-быуынға күсә.

Ер шары буйлап глобалләшеү арт­ҡан әлеге заманда халыҡтарҙың бары тик уларға ғына хас үҙенсә­леген, башҡаларға оҡшамаған яғын, милли асылын һаҡлап ҡалыу, үҫтереү теләге көсәйә. Был рухи хазиналарыбыҙға ла, көнитмешебеҙҙе билдәләгән ҡо­мартҡыларға ла ҡағыла. Йыр-моңобоҙ, бейеүҙәребеҙ кеүек үк, ата-бабаларыбыҙ беҙгә ҡалдырған хазина ул – милли аш-һыуыбыҙ йолаһы, беҙ ҡәҙерләргә, тергеҙергә тейешле тарихи хәтеребеҙ, мәҙәниәтебеҙҙең баһалап бөткөһөҙ бер өлөшө. Ә баймаҡтарҙың һөт ризыҡтарыбыҙ араһында батша булараҡ танылған ҡыҙыл эремсекте өҫтәлебеҙгә ҡайтарыу ынтылышы оло маҡтауға лайыҡ. Төптән уйлап ҡараһаң, донъяла билдәле башҡорт балы кеүек, данлауға, күпләп етештерелеүгә, илдәр буйлап милли тәғәм булараҡ таратылыуға лайыҡ ризығыбыҙ ул.

Альмира КИРӘЕВА.
Баймаҡ районы.



Теги:




Яңы һан



Журнал архивы



Һеҙҙең мөнәсәбәт

Сайттың яңы дизайны оҡшаймы?



Тауыш бирергә Һөҙөмтәләр



Мы в Одноклассниках
Мы на Facebook