Бар яҙмышы уның – тауға үрләү
«Ҡайтыр инем яҙға, ҡалпаҡ үрергә,
Тағын ниҙәр яҙған миңә күрергә?
Менер инем тауға, еләк йыйырға,
Ләкин ҡарҙар яуған минең хыялға», – моңло тауышлы йырсының ошо йыры ни эшләптер гел ҡолаҡ осонда яңғырай.
Халидә Бигичеваның моңоңа, гүзәллегенә һоҡланмау мөмкин түгел. Хоҙай үҙенең һөйөклө балаларына ғына шулай барыһын да йәлләмәй бирәлер. Барыһын да тигәнгә һәләт тә, дан да, шөһрәт тә, бәхет тә, ҡаты һынауҙар һәм янып-көйөүҙәр ҙә инә торғандыр. Сөнки фани донъяның үҙәгендә әйләнәм тигәндәргә аҡты ла, ҡараны ла берҙәй күтәртә торған шул яҙмыш. Беҙ белгән Халидә – “Изге ай” төркөмө йырсыһы, заманында СССР тип аталған илдең иң билдәле вокаль-инструменталь ансамбле менән оло дәүләтте арҡырыһына-буйына иңләп сығыштар яһап йөрөгән, һәр ҡала-ҡасаба кибеттәрендә йыр кассеталары һатылған билдәле йырсы. Уның сәхнә кейемдәренең матурлығын, зиннәтлеген, зауыҡлығын ҡарар өсөн генә лә тамашаларына барып ултырырлыҡ!
Беҙ студент саҡта Өфөгә Магниторск ҡалаһы аша йөрөнөк һәм ҡаланың һәр кибетендә “Изге Ай”ҙың кассеталары һатыла торғайны. Урыҫ халҡы нисек Пугачеваны яратһа, Рәсәй киңлегендәге төрки телле халыҡтар ҙа Бигичеваны шулай һоҡланып тыңлай ине. 90-сы йылдарҙағы күп йондоҙҙарҙан айырмалы рәүештә, Халидә ханым һәр саҡ тәүфиҡ һәм иман юлын өҫтөн күрә. Үҙгәртеп ҡороу йылдары башланғас, төркөмө менән әллә күпме хәйриә концерттары ойоштороп, Мәскәү, Түбәнге Новгород, Ульяновск, Һамар, тағы ла бик күп Себер ҡалаларында мәсет төҙөү эштәренә булышлыҡ итә. Дин булған ерҙә телдең, милли мәҙәниәттең дә яҡлаулы булырын ул яҡшы аңлай, сөнки тап шул динлелектәре арҡаһында нисә быуаттар буйы урыҫ халҡы ҡоршауында ҡалыуҙарына ҡарамаҫтан, Новгород өлкәһе мишәрҙәре рухтарын һәм телдәрен һаҡлап килә. «Беҙҙең ауылдарҙа совет йылдарында ла уҡытыу үҙебеҙсә булды, мәсеттәр эшләп торҙо, бергәләп ураҙа ла тоттоҡ, доғалар ҙа ятланыҡ. Әммә коммунистарҙың теше үтмәне, сөнки беҙҙекеләрҙең бер-береһен ошаҡлау, көнләшеү йә күрә алмай юлын ҡыйыу тигән холҡо юҡ. Шул берҙәмлек беҙҙе һаҡлап алып ҡалғанмы, әллә һаҡланыр өсөн шулай берҙәм булырға мәжбүр булғандармы, уныһын белмәйем, – ти Түбәнге Новгород өлкәһенең Ҡыҙыл Октябрь районы Чын Вәли ауылы һылыуы. –Атайым менән әсәйемдең ун бер балаһы булып, һигеҙе үҫеп еткән. Әсәйемдең тауышы матур булһа ла, моңланып ултырырға әллә ни ваҡыты булманы. Һирәкләп йырлап ебәргәнендә моңонан арбалып, уйынымды ла онота инем. Беҙҙең яҡтар тағы ла ризыҡты оҫта әҙерләүҙәре менән данлыҡлы, бүтән тарафта беҙҙәге ише татлы бәрәмәстәр, ҡаҙылыҡтар юҡтыр ул”.
Тағы ла Новгород мишәрҙәре ҡул эштәренә маһир булыуҙары менән билдәле. Улар һуҡҡан быймалар, теккән итектәр… Халидә лә бәләкәйҙән энә-ҡайсы тота. Өләсәйемдең теген машинкаһының энәһе менән бармағымды нисә үтә тишкәнмендер, Хоҙай ғына белә. Мәктәптән һуң тегенсе һөнәре алып, ауылда эш башланым. Мәскәү тартып, заводҡа барып урынлаштым, бригадир булдым. Зарарлы цехта ун ике йыл эшләп пенсияға сыҡтым. Унда эшләгәндә үк үҙешмәкәр түңәрәктә йөрөнөм, һуңынан «Изге Ай»ға һайлап алыу хаҡында ишеткәс, йырлап ҡарар өсөн генә барғайным, ғүмерлеккә ҡалдым.
Моңло ҡыҙ йәшләй генә яман шеш менән күҙмә-күҙ осраша. Ярай әле берҙән-бер улымды табып өлгөргән инем, ә бит хыялым әсәйем һымаҡ күп бала үҫтереү ине, ти. Бер-бер артлы операциялар, химия терапиялары үткәрергә мәжбүр йырсы бер ваҡытта ла тамашасыһы алдында бахырланыуға юл ҡуймай. Сәхнәгә ул һәр саҡ бәхетле йылмайып, төҙ атлап, ҡупшы кейенеп сығып баҫа. Яҙмыш ниндәй сиктәргә килтереп терәһә лә, ул һәр ваҡыт доғаларын уҡып, Хоҙайға һыйына, йөрьәт итеп, хажды ла урап ҡайта.
“Мине дауалаусы ла, нығытыусы ла – йыр. Әхирәттәремә лә, үҙегеҙҙе насар тойһағыҙ, йырлағыҙ, тием”,– ти Халидә ханым. Әйткәндәй, күптәрҙең һушын алған сәхнә кейемдәренең барыһын да тиерлек ул үҙ ҡулы менән теккән икән. Хатта итектәргә, ҡалпаҡтарға тиклем үҙ ҡулдары менән сигелгән, нағышланған.
Кәртинкәләй һылыу ҡатындың грим бүлмәһенә тамашаларҙан һуң кәрзин-кәрзин сәскәләр ташыйҙар. Баһадирҙай ир-уҙамандар мөхәббәттәрен белдерә, алтын тауҙар вәғәҙә итә. Әммә ул ғүмер буйы тормош иптәшенән башҡа берәүҙе лә күрмәй. “Яратыуым мине һуҡыр иткәндер инде. Уның бер етешһеҙлеген дә күрмәй инем. Инде өләсәй булғас, кисерә алмаҫлыҡ хәлдән һуң иптәшем менән юлдарыбыҙ айырылды. Алтмыш йәшемдә яҙмышымдың ҡырҡа боролош алыуы башта шаңҡытһа ла, шөкөр, үҙемде ҡулға алырға көс таптым. Әле төркөмөм менән өр-яңы программа төҙөп, Рәсәй буйлап турға сыҡтым”, – ти ул.
Бер ҡасан да фонограммаға йырламай Халидә ханым, тамашасы ла уның көслө энергетикаһына, ихласлығына арбала, шуның өсөн яраталыр, моғайын. Ә йырсы йырлаған һайын шуны нығыраҡ тоя, көсәйә, күңеле яҡтыра бара. “Менер инем тауға”, – тип йырлаған һылыу, үҙе лә аңғармайынса, бәхет тауҙарының түбәләрен айҡай торғандыр.
Гөлнара ХӘЛФЕТДИНОВА.
Теги: