Лянторҙа бар бер гүзәл
«Яҡташтарымдың ватансыл, илһөйәр булыуҙарын күреп, күңелем ғорурлыҡ менән тула. Беҙҙең Лянтор ҡалаһына нигеҙ һалыусы – Ишембай районынан сыҡҡан башҡорт кешеһе – Мөхтәр Бәхтиғәни улы Назарғәлиевты бында һәр кем оло хөрмәт менән хәтергә ала. Ул «Лянторнефть» нефть сығарыу ойошмаһының беренсе етәксеһе булған. Ҡаланың тәүге урамын милли батырыбыҙ хөрмәтенә Салауат Юлаев урамы тип атағандар. Сорғот, Нефтеюганск, Нижневартовск, Ҡағалым ҡалаларында, Нижнесортымск, Федоровка һәм башҡа ҡасабаларҙа ла милли мәҙәни үҙәктәр әүҙем эшләп килә. Бергәләшеп йыл һайын һабантуй, ураҙа һәм башҡа милли, дини байрамдарыбыҙҙы ла ойоштора улар», – ти Лянтор ҡалаһының «Аманат» балалар ойошмаһы етәксеһе, йәкшәмбе башҡорт мәктәбе уҡытыусыһы Гөлшат Орхулбаян ҡыҙы.
Гөлшат Шәмсетдинова – Асҡын районы Упҡанкүл ауылы һылыуы. Башҡорт дәүләт университетында уҡыған сағында республика Президенты премияһының стипендиаты булып, уҡыу йортон ҡыҙыл дипломға тамамлап, аспирантураға уҡырға ингән һылыуҙы яҙмыш юлдары уйламаған ерҙән Себер тарафтарына илткән. Дөрөҫөрәге, ир ҡайҙа, ҡатын шунда тип, һөйгән йәре эшләп йөрөгән ҡалаға күсеп барырға тура килгән уға. Тормош иптәше, нефть сығарыу өлкәһе белгесе Нәзип Фәнәүи улы менән Вадим һәм Алмас исемле ике батыр ул үҫтерәләр.
«Сабый саҡтан ҡурай моңона ҡушылып көйләнгән бишек йырҙарын тыңлап үҫтем. Туған телемә, еремә һөйөү әсә һөтө менән һеңгәндер. Тағы ла бәләкәйҙән хозур тәбиғәт күренештәрен күҙәтергә яраттым. Бала ғына булһам да, серле тауҙар-урмандарға ҡарап, зиһенемә: мин үҙем дә ошо тәбиғәт һымаҡ таһа, миңә әле үҙемде лә өйрәнәһе, төрлө яҡтан асаһы бар бит, тигән уй килеүен бөгөнгөләй хәтерләйем. Үҙемде ерҙең, тәбиғәттең бер өлөшө итеп тойоу миңә сикһеҙ рәхәтлек бирә ине. Ауылда тыуып үҫкән һәр башҡорттоң күңелендә ошо кисерештәр яралмай ҡалмағандыр. Сәғәттәр буйы милли бейеүҙәребеҙҙе ҡарарға, йырҙарыбыҙҙы тыңларға ярата инем. Шул саҡта үҙемдең дә бейергә өйрәнгем, тел нескәлектәренә төшөнгөм килде. Ошо теләк менән Башҡорт дәүләт университетының башҡорт филологияһы һәм журналистика факультетына барҙым. Киләсәгемде фән менән бәйләргә ниәт иттем. Әммә барыбыҙ ҙа яҙмыш ҡушыуы буйынса йәшәйбеҙ, тигәндәре дөрөҫтөр.
Тап мин йәшәгән Лянтор ҡалаһында Ханты-Манси автономиялы округының башҡорт ҡоролтайы тарафынан йәкшәмбе мәктәбе асылды. Ҡоролтай рәйесе Рәүҙәт Абдулхаҡ улы Ҡолманбәтов мине шунда эшкә саҡырҙы. Иң ауыры төркөмгә балалар йыйып алыу булғандыр. Туған телде өйрәнеүҙең әһәмиәтен ата-әсәләргә берәмләп йөрөп аңлатырға ла тура килде. Тырышлығым бушҡа китмәне, төркөмгә береһенән-береһе зирәк һәм матур балалар тупланды. Башҡортостанда икенсе төрлөрәк булыр ине, ә бына тарихи төйәктән алыҫта тыуып үҫеп килгән быуында башҡорт еренә, теленә һөйөү тәрбиәләүҙең ни тиклем ҙур һәм шул уҡ ваҡытта ҡыуаныслы бурыс икәнен тойоу үҙе үк көс бирә. Мин үҙемде уларға тамырҙарын тойорға, асылдарын аңларға ярҙам иткән сихри ҡоштай хис иттем. Ҡыҙҙар-егеттәрҙең тәү тапҡыр милли кейемдәребеҙҙе кейеп ҡарағанда, ҡурайсы ағайҙарынан беренсегә ҡурай тауышын ишеткәндә нисек күҙҙәре янғанын күрһәгеҙ икән...
Телде өйрәнеүҙе ауыҙ-тел ижадынан, йыр-бейеүҙән айырым алып барып булмай, сөнки улар тығыҙ бәйле һәм бер-береһен сағылдыра. Бигерәк тә бәләкәйҙәрҙе уҡытҡанда дәресте төрлөсә йәнләндереп кенә ҡыҙыҡтырып була торғандыр. Фольклорыбыҙҙа милләтебеҙҙең йәшәйеш ҡанундары, рухи кодексы ла сағыла, уны өйрәтмәйенсә балала туған телгә һөйөү уятыу мөмкин түгел. Шул уҡ ваҡытта һәр баланың үҙенсәлекле шәхес икәнен дә оноторға ярамай, йыр-бейеү аша улар ҙа асыла. Сухомлинский әйткән бит әле, һәр баланың күңеленә ҡыңғырау йәшерелгән, уны сыңлатыр әмәл генә табыр кәрәк, тип. 2008 йылда Лянтор балалар ижады йортонда “Аманат” фольклор ансамблен ойоштороп ебәргәс, ишеттем мин ул сыңды. Балалар тәүҙә ҡумыҙ сиртеүҙе үҙләштерҙе. Бейеүҙәр өйрәндек, өлкәлә ойошторолған төрлө сараларҙа әүҙем ҡатнаша башланыҡ. “Беҙ – рәсәйҙәр” тип аталған фестивалдә лә сығыш яһаныҡ. Кәримов Руслан исемле егет ҡурай класы асып ебәрҙе, ул да бик уңышлы эшләп килә. Һәр дәресем, һәр һөйләгәнем аша балаларҙың рухын күтәреүемә иманым камил, милләтебеҙ киләсәгенең тап ошондай күҙгә күренеп бармаған, әммә бик мөһим эштәр аша нығытылыуына ышанам. Балаларға ла, тарихыңды, тамырҙарыңды белмәй тороп, хәҙергене ныҡлы йүгәнләп, киләсәкте ауыҙлыҡлап булмай, тип аңлатам. Боронғо аҡыл эйәләренең, нисә тел белһәң, һин шунсама кеше, тигән аҡылына таянып, башҡа телдәрҙе лә белеү фарызлығын аңғартам. Әммә бары туған телеңде өйрәнеү аша ғына донъяны тәрәнерәк аңларға була икәнлеген дә оноттормайым. Дәрестә ҡоро тел өйрәнеп ултырыу менән генә сикләнмәйбеҙ, бына яңыраҡ кеҫә телефоны һалып йөрөткән янсыҡтарын милли нағыштарыбыҙ менән биҙәкләнек. Хәҙер һәр баланың кеҫәһендә башҡорт орнаменттары йөрөй”, – тип уңыштары менән уртаҡлаша Гөлшат ханым.
Асҡын районында йәшәгән ата-әсәһе Луиза Солтан ҡыҙы менән Орхулбаян Ғәлихан улы Бәләғотдиновтар ҙа ҡыҙҙарының һәр башланғысында терәк булырға тырыша. Милли баҫмаларыбыҙҙы йыйып, алыҫ Себер яҡтарына ебәрһендәрме, төрлө китаптар менән ярҙам итһендәрме, ғәмәлдәре ҡыҙҙарының изге эшендә терәк булырға теләүҙән сығып атҡарыла. Әле улар икеһе лә хаҡлы ялда, бал ҡорттары тотоп, баҡса үҫтереп, йәйге ялдарҙа ейән-ейәнсәрҙәрен ҡунаҡ итеүҙән йәм табып, матур ғүмер итәләр. Гөлшат иһә балаларҙы уҡытыу менән генә сикләнмәй, үҙе лә Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Ләлә Нәғим ҡыҙы Айытова етәкләгән “Ағиҙел” ансамблендә бейей. Урындағы һабантуй һәм башҡа сараларҙы ойоштороуҙа әүҙем ҡатнаша, алып барыусы ролен дә оҫта башҡара. Уҡыусыларының уңыштары хаҡында даими рәүештә урындағы матбуғатта мәҡәләләр ҙә баҫтырып өлгөрә. 2010 йылда Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайына делегат булып та килеп ҡайтҡан ул.
Яңыраҡ тынғыһыҙ ҡатынды, яңы ғына декрет ялынан сығыуына ҡарамаҫтан, район мәғариф бүлеге “Йыл педагогы” бәйгеһендә ҡатнашырға өндәй. Сорғот районының өҫтәмә белем биреү өлкәһендә эшләгән уҡытыусыларының “Йөрәгемде балаларға бирәм” тигән ярышының тәүге ике турын ул йырлап ҡына үтә. Ә инде өсөнсө тур барышында ул жюри ағзаларын һәм класта ултырыусы уҡыусыларҙы тылсымлы толпарҙа мөғжизәле Башҡортостанға сәйәхәткә алып сыға. Йәш уҡытыусының ижади эшенән арбалған баһалама ағзалары был дәресте бер тауыштан, иң өлгөлөһө һәм фәһемлеһе, тип иғлан итә. Шулай итеп, алыҫ Себер яҡтарында үткәрелгән «Йыл педагогы» ярышында башҡорт теле буйынса дәрес күрһәткән ҡаһарман йөрәкле, илһөйәр башҡорт ҡыҙы еңеп сыға. Әле Гөлшат Орхулбаян ҡыҙы өлкә кимәлендә үткән бәйгелә район намыҫын яҡларға әҙерләнә. Һәләтле уҡытыусының эшен ҡала һәм өлкә етәкселеге лә юғары баһалап, төрлө маҡтау грамоталары һәм дипломдар менән билдәләй килә. Башҡортостан Республикаһының Мәғариф, Мәҙәниәт һәм милли сәйәсәт министрлыҡтарының Себер тарафтарындағы милләттәштәребеҙ араһында милли рухты һәм мәҙәниәтте нығытыу һәм үҫтереүҙәге фиҙакәр хеҙмәттәре өсөн тапшырған Почет грамоталарын да ҡәҙерләп һаҡлай ул.
Йыл буйы рәхмәт уҡыһындар тиһәң – бойҙай сәс, ун йыл онотмаһындар тиһәң – урман үҫтер, мәңге хәтерләһендәр тиһәң – халыҡты уҡыт, тигән боронғо аҡыл эйәләре. Һалҡын Себер яҡтарында йәшәгән милләттәштәребеҙҙең күңеленән тыуған яҡ йылыһы һүрелмәһен, телебеҙ йәшәһен, халҡыбыҙ аҡтамырҙай булһын, тип тырышҡан гүзәл башҡорт ҡыҙының гүзәл эштәре лә халыҡ хәтеренә мәңгегә уйылыр. Гөлшат Орхулбаян ҡыҙылай һылыуҙарыбыҙ булғанда, халҡыбыҙ рухи ҡиблаһынан тайпылмаҫ, иншаллаһ!
Гөлнара БУРАНҠАЕВА.
Теги: