Ауыл хикәйәһе
Әсәһе бригадирға бөгөн йәнә Айсыуаҡты йүгертте. Бына инде аҙна тирәһе көн дә шулай: ҡош телендәй генә ҡағыҙға нимәләр кәрәк, ниндәй эштәр башҡараһы икәнлеген аңғартып сыймаҡлай ҙа Гөлзифа кәнсәләргә улын ебәрә. Ҡыш, мәшәҡәттәр әллә ни түгел сағында, үҙе бара ла әйтә ине, хәҙер эше күплектән ваҡыты наҡыҫ. Кем белә, бәлки, икенсе сәбәбе лә барҙыр. Серле лә, сәйер ҙә бит ул тормош тигәнең...
Беренсе класты тамамлаған Айсыуаҡ әсәһенә эйәреп көн ҡалдырмай тиерлек быҙау аҙбарына йөрөй. Үҙе әйтмәксе, йәнәһе, эшкә бара. Тырпай оҙон керпекле, ҙур күҙле, ҡарпыш ҡолаҡлы, илгәҙәк, шаян быҙауҙарҙы ул ифрат ярата. Затлы ебәк ише йылҡылдашып торған бәрхәт йөндәренән һыйпаштырып наҙлай-наҙлай, әле генә һауылған йылы һөт имеҙә. Ҡырҡҡа ярылырға етешеп, өлгөрмәй йөрөгән әсәһенә ошоноһо ла бер оло ярҙам. Улының ҡул араһына керә башлауына Гөлзифа ҡыуанып бөтә алмай.
Айсыуаҡ килеп ингәндә Байназар өҫтәл артында, күкшел тәмәке төтөнөнә урала-урала, ниҙер яҙып маташа ине.
– О-о, һаумы, егет! Әйҙә, әйҙә, үт! – тине ул малай, тупһаны ашатлап, һаулыҡ һорашҡас та.
– Бына, әсәйем ебәрҙе. – Айсыуаҡ дүрткә бөкләнгән ҡағыҙ киҫәген өҫтәл мөйөшөнә һалды.
– Тә-әк. Ни тип ҡыуандыра бөгөн беҙҙе быҙау ҡараусы?.. – Бригадир, үҙ аллы һөйләнгәндәй, ҡағыҙ осмотон йәйеп, тигеҙһеҙ юлдарға күҙ ташланы. – Әһә. Биш быҙау икенсе төркөмгә, обратниктарға күсә. Тимәк, һөт менән һоло ярмаһын кәметергә кәрәк буласаҡ...
Ул үҙенсә иҫәп–хисап яһай, өҫтәлдә ятҡан счеттың йышылып бөткән йомро төймәләрен шаҡ–шоҡ тартып ҡуя. Ә малайҙың ике күҙе бригадир ағайҙа.
Байназар – урта буйлы, ныҡ кәүҙәле, матур аҡ йөҙлө, зәңгәр күҙле ир – ауылдың бер терәге тип әйтергә була. Теремек, сос ағайҙың һәр саҡ өлгөрөп, бар ергә етешеүенә, эш тип мөкиббән киткәнлегенә Айсыуаҡ хайран ҡала. Йәнә лә уның шәп бер сифатына һоҡлана: бәғзе берәүҙәр һымаҡ Байназар ағайҙың эсеп иҫереп, былғанлап, килделе-киттеле һүҙ һөйләп йөрөгәнен күргәне юҡ.
Атаһын Айсыуаҡ өҙөк-йыртыҡ ҡына хәтерләй. Урал һыртында тракторы ауып һәләк булғанда дүрт йәше тулыр-тулмаҫ етем ҡалған малай атай наҙына һыуһап, арҡа терәкһеҙ үҫә. Күрәһең, шуның өсөн, иҫ белә башлағандан күңеле лә, үҙе лә ир-ат тирәһенә тартыла. «Их, башҡалар кеүек минең дә атайым булһа икән! Атай, тип ауыҙ тултырып бер әйтәһе ине!» – ошолай уйлап әсенеп-зарығыуҙары аҙ булманы Айсыуаҡтың. Бына әле лә, ныҡ ҡабалан булыуға ҡарамаҫтан, ҡарашын Байназар ағаһынан һис айырып ала алмай. Ә быны үҙенсә аңлаған бригадир, сабый алдында тәмәке көйрәтеп ултырыуҙы әҙәпһеҙлеккә һанап, яртылаш һурылған төпсөгөн кәнсир һауытына төрткөсләп һүндереп ҡуйҙы.
– Ул төтөндө ниңә йотаһығыҙ ул? – тип ҡыҙыҡһына Айсыуаҡ.
– Ғәҙәт. Айсыуаҡ дуҫ, ғәҙәт. Алама ғәҙәт... – Ҡапыл-ғара башҡа һүҙ таба алмаған бригадир ғәжәпләнә биреп шулай тигән була.
– Ә әсәйем әйтә, тәмәке тартыу зарарлы, ти.
– Шулай уҡмы икән? – Бригадир, мөһим эшенән бүленеп, башын күтәрә, алдында торған аҡыл эйәһенә ҡарап йылмайып ҡуйҙы. – Әсәй кеше әйткәс, хаҡтыр инде. Үҙең ылыға күрмә, ҡустым, әсәйҙәр яманға өйрәтмәҫ...
Ошо мәл төпкө бүлмәнән килеп сыҡҡан бухгалтер Еҙбикә, уйламаҫтан бригадирҙың һүҙен бүлдереп, ҡулындағы бер нисә табаҡ ҡағыҙҙы уның алдына һалды:
– Кемдәр мөңгөрләшә, тиһәм, үҙебеҙҙең ир заты икән, – тине лә Айсыуаҡтың кепкаһын танауына ҡәҙәр батырғансы баҫып ҡуйҙы.
Гелән шулай итә ул. Әлбиттә, шаярта ғына. Әммә оҙаҡ шаяртыу ҙа бер килеп екһетә. Һуңғы осорҙа малай Еҙбикәнең әлеге ҡыланышын өнәп етмәй. Бигерәк тә уның «ир заты» тигән һүҙе оҡшамай. Нисектер көлөп, кәмһетеп әйткән һымаҡ. Зат имеш...
Айсыуаҡ ризаһыҙлыҡ менән фуражкаһын күтәрҙе, секерәйгән танауын мыршылдатып тартып ҡуйҙы. Ҡабара килгән асыуын көскә йәшереп:
– Кеше һөйләшеп бөткәнсе ҡыҫылмай торһағыҙ ҙа була инде, – тине мәғәнәле итеп.
Еҙбикәнең ҡупшы итеп йолҡолоп, ҡара ҡәләм тартылған ҡыл төҫлө нескә ҡаштары кинәт өҫкә һикерҙе. Бригадир менән аҫтан ғына бер-береһенә ҡарашып алдылар.
– Ул эш менән бит, ҡустым. – Бер аҙ аптырауға ҡалған Байназар, бухгалтерын яҡлаша һалды. – Бухгалтерҙың эше ҡабалан.
– Ҡағыҙ ашарға һорамай, мин дә тик йөрөп ятмайым. Һәр нәмәнең үҙ сираты. – Айсыуаҡ та бирешергә теләмәне.
Еҙбикә «пырх» итеп усына көлөп ҡуйҙы.
– Ярай улайһа, мин һуңғараҡ инермен. Эшем эйәләре эшен бөтөргәс, – тип үҙ бүлмәһенә йүнәлде.
Исеме есеменә тап килеп тора бит әле үҙенең, бөҙрә сәсе йышылған еҙ кеүек йылтыр. Тыумыштан шулаймы ул, әллә буялғанмы, һис айырмаҫһың. Ә өҫкә кәкрәйеп торған ҡара керпектәре яһалма, уныһы шикһеҙ. Ә атлауы һуң, атлауы! Байназар ағай алдынан әҙәпһеҙ ҡыҫҡа, самаһыҙ тар күлдәге ныҡ ҡыҫып торғанлыҡтан үтә яҫы күренгән йомро янбаштарын ҡыйшаңлатып үтеп китә. Айсыуаҡ ошоно гелән шәйләй. Күренеп тора: Еҙбикәнең бригадир иғтибарын йәлеп итергә тырышып ятҡан көнө. Ә уныһы бер әйләнеп ҡараһасы! Быны күргән Айсыуаҡтың, үсе ҡанып, күңеле була.
Ҡыҙыҡ ул Байназар ағай. Үҙе һырышып килгән елбәҙәк Еҙбикәгә бөтөнләй иғтибар итмәй, уның менән иркенләп һин дә мин һөйләшә. Ә Айсыуаҡтың әсәһе килеп күренеүе була – юғалып ҡала, әйтер һүҙен әйтә алмай ыҡ-мыҡ итеп этенә-төртөнә лә, алағайымға ҡыҙарынып китә. «Шундай олпат кеше лә ҡыҙҙар һымаҡ ҡыҙарыныр икән», – тип аптырай малай шул саҡта.
Тик әсәһе ошо арала кәнсәләргә килгәне юҡ. Эш урынына бригадир үҙе барып хәлдәрен белешеп тора, ул-был күрһәтмәләрен биреп үтә. Унда ла оҙон-оҙаҡ тормаҫҡа тырыша. Бер нисә һүҙ менән генә аңлашалар ҙа, йәһәтләп, китеү яғын ҡайыра. Нигеҙҙә, Айсыуаҡ аша, ҡағыҙ ярҙамында һөйләшә улар. Уныһы ла гелән эш тураһында ғына. Бының сәбәбенә Айсыуаҡ һис төшөнә алмай. Малай бит уларҙың икенсе төрлөрәк һөйләшеүен теләй...
– Ултырып тор, егет, – тине Байназар, уйҙарға бирелеп, бер аяғынан икенсеһенә аушанлап торған малайҙы яңы абайлағандай. – Бына, накладнойҙар яҙып бирәйем.
– Яйлап ултырырға ваҡыт юҡ, – ти Айсыуаҡ етди итеп. – Әсәйем көтә, эш муйындан.
Бригадир йәнә ҡаш аҫтынан ғына ҡарап көлөмһөрәй.
– Үҙ мәйелең... Аяҡтарыңда үсең бармы әллә?
– Юҡ та... Һуңламаҫҡа ҡушылды. Быҙауҙар ас.
– Афарин, ҡустым, ана шулай янып йөрөгән кешенән рәт сыға ул. – Бригадир һоҡланыуын йәшерә алмай. – Моңһоҙ булма берүк, быҫҡып йәшәп, берҙән-бер ғүмерҙе әрәмгә үткәрмә.
Бына ул нөктә ҡуйҙы ла, ҡанына һеңешкән ғәҙәт буйынса сигарет сығарып, бармаҡтары араһында әйләндергеләп иҙгесләргә тотондо. Шунан, нимәнелер иҫенә төшөргәндәй, бер мәлгә уйсанланып ултырҙы, сигаретты ҡабына кире һалып ҡуйҙы.
– Мә, егет, ҡағыҙҙарың әҙер. Ел келәткә! – тине.
– Ә Еҙбикәнең... Еҙбикә апайҙың ҡултамғаһы?
– Аҙаҡ та өлгөрөр. Ҡабаланаһың түгелме...
* * *
Көнө буйына ҡыҙҙырыуҙан хәлһеҙләнгән ҡояш Уралтау һыртына яҡынлашып, офоҡтоң көнбайыш өлөшө ҡан төҫөнә инә башлағанда, Айсыуаҡтар ҡайтырға сыға. Әсәһенән яңы һауылған һөт, һәр төрлө дарыу еҫтәре килә. Яҡшы эшләгән Гөлзифаны гел маҡтап, йыйын һайын бүләктәрен дә биреп торалар. Өҫтәүенә һәләк һылыу ҙа Айсыуаҡтың әсәһе. Ошо хаҡта яңыраҡ Еҙбикә апай ҙа әйткәйне әле. Шуның өсөн уны ярата биреп тә ҡуйҙы малай. Осраған һайын кепкаһын батырып аҙапламаһа, йәнә лә «зат»тан һалдырып ыжып тормаһа, гел яратыр ине. Үҙ ҡәҙерен үҙе ебәрә бухгалтер...
Айсыуаҡ бәрәңге таҙартҡансы, Гөлзифа һыйырҙы һауып алды, һөт айырттылар. Их, тәмле лә һуң яңы ҡаймаҡҡа иҙелгән йәш бәрәңге! Талсыҡҡан тәнгә хуш еҫ бөркөп торған мәтрүш сәйенең дә шифаһы ҙур.
– Әсәй...
– Әү.
– Байназар ағай нишләп яңғыҙы йәшәй ул? – Айсыуаҡ көтөлмәгән һорау ҡуйҙы. – Ҡыйындыр инде яңғыҙына.
Гөлзифа, бер аҙ өндәшмәй ултырғас, улының ҡыҫҡа итеп алынған шырт сәсенә ҡағылды:
– Яңғыҙы түгел бит, ҡыҙы – Нәркәсе бар.
– Кәләше юҡ... Нәркәстең әсәһе юҡ...
Гөлзифа, ауыр көрһөнөп, ҡарашын ситкә бора һалды. Шул саҡ Айсыуаҡҡа әсәһе ғәләмәт йәл булып китте.
– Әйҙә уларҙы үҙебеҙҙең өйгә күсереп алайыҡ! – тине ул ҡанатланып. – Беҙҙең өй ҙур, һыйырбыҙ әле. Минең атайым булыр ине, Нәркәстең – әсәһе...
Сөм ҡара күҙҙәрен тултырып улына ҡарай һалған Гөлзифа беленер–беленмәҫ йылмайғандай итте.
– Эй, тилекәйем, аңламайһың шул әле, күп нәмәне белмәйһең... Байназар ағайыңдың үҙ йорто бар, үҙ донъяһы... – Шунан ҡырҡа үҙгәреп, – йә, ярай, ашай һал да, йоҡларға ваҡыт, – тигән булды. Айсыуаҡ күреп тора – үҙенең күҙҙәре тулы һағыш... Йөҙө ҡомһарып, кәйефе лә кителгәндәй тойолдо. «Бына һиңә кәрәкһә! Әсәйемде тағы йәберһеттем буғай. Кәрәкмәгәнде ләпелдәп, йәнә көйәләндерҙем. Һөйләшә белмәгән ауыҙың менән...» – тип әсенде Айсыуаҡ, йылы юрған аҫтына инеп сумғас, әсәһенең шым ғына һыҡтауын ишетеп. Үкенестән үҙенең дә күҙҙәренә йәш эркелде.
Һис бер насарлыҡ теләмәй ҙә һуң ул әсәһенә. Шулай ҙа нимәнелер, күрәһең, аңлап етмәй, ололар белгәнде белеп бөтмәй һымаҡ...
Иртәгеһен улының арҡаһынан һөйөп, иркәләп уятҡан Гөлзифа:
– Бөгөндән йөрөмәһәң дә була, балам, ярҙамсы бирҙеләр, – тине лә ҡабаланып сығып йүгерҙе.
Айсыуаҡ йоҡо аралаш, ысынды ишеттемме, буштымы, тигән һымаҡ ятып ҡалды. Әсәһенең һүҙҙәре бер аҙҙан ғына аңына барып етте.
Бына ул көтөп алған ирек! Йәнең ни теләй шуны эшлә, ҡайҙа барғың килә – рәхим ит! Ниһайәт! Йәшәһен хозур тормош!
Һаҡмарға юлланасаҡ ул бөгөн! Һөйөклө әсәһен тәмле балыҡ менән һыйлаясаҡ.
Шунда уҡ йоҡо ҡайғыһы киткән малай ҡанатланып-осоп тышҡа сыҡты. Ә көнө һуң, көнө ниндәй матур! Ҡоймаға ҡунып, яңы иртәгә битараф ҡала алмаған турғайҙар ғәмһеҙ сырҡылдаша, мәж килеп кәзә-һарыҡ соролдай, һыйырҙар мөңрәп ҡуя, кемуҙарҙан әтәстәр ҡысҡырыша. Ара-тирә сыбыртҡы шартылдағаны ишетелеп ҡала. Ауыл осона көтөү йыйыла.
Урам буйлап Еҙбикә һыйыр ҡыуа, ҡулын болғап, ул ихлас күңелдән Айсыуаҡты сәләмләй. Һөймәлекле генә икән дә баһаң Еҙбикә апай ҙа...
Төшкөлөккє Айсыуаҡ байтаҡ балыҡ алып ҡайтты. Асыҡ солан ишегенән ҡоймаҡ еҫе килә. Ҡояштай балҡып, әсәһе ҡаршы сыҡты. Кеҫәләре матур итеп сигелгән аҡ күлдәк өҫтөнән сәскәле алъяпҡыс бәйләгән. Ифрат килешеп тора үҙенә! Иҫ киткес матур бөгөн әсәһе, ғәжәп һылыу.
– Әйҙә, улым, ҡоймаҡлап сәй эсеп алайыҡ, – тине, ул болдорҙан. – Балыҡтарыңды һуңынан таҙартырһың.
Айсыуаҡ табышын һалҡын урынға ҡуйыуға Байназар ағай пәйҙә булды. Һоҡланыуын йәшерә алмай, тәү күргән төҫлө хайран китеп, Гөлзифаға ҡарап торҙо. Ихатаға инмәне, кәртә аша ғына:
– Ни... Гөлзифа, иртәгә районға барабыҙ, семинарға, – тине, текмәгә тотоноп. – Сәғәт туғыҙға әҙер тор, килеп алырбыҙ. Урыныңа кеше бар, уныһына борсолма.
Гөлзифа өндәшмәй генә баш ҡаҡты. Шул саҡ Айсыуаҡ бригадир янына йүгереп сыға һалды.
– Байназар ағай, әйҙә, беҙҙең менән сәй эсергә! – тине осоноп, – әсәйем ҡоймаҡ та ҡойған. Ғәләмәт тәмле!
Байназар Гөлзифаға һорау ҡатыш ҡараш ташланы, ғәйепле кеше һымаҡ йылмайған булды, үҙе тиктомалға ҡыҙарынып китте.
– Хәҙергә ваҡыт тар, ҡустым, һуңғараҡ... берәй... – тине лә, шәп-шәп атлап китеп барҙы.
Әсәһе, башын эйеп, болдорға сығып баҫты. Ҡараштары үҙенең һағышлы. Әле генә нур сәсеп торған йөҙөнә шәүлә төшөп, кәйефе боҙолдо. Күңеле кителде буғай. «Тағы нимәһен килештермәнем һуң?» – тип болоҡһоно Айсыуаҡ.
Гөлзифа өйгә инеп өҫтәл янында туҡтала бирҙе лә тәҙрә алдына килде, алыҫлаша барған бригадирға ҡарап, моңайып торҙо.
Айсыуаҡтың күҙенә ҡапҡа бағанаһына һөйәлгән моңһоу Еҙбикә лә салынды. Ул да Байназар ағайҙы ҡараштары менән оҙата... Ҡараштары үҙенең һағышлы.
Еҙбикә, йәп-йәш ҡыҙ кеше, балалы иргә ни тип шул тиклем ымһыналыр инде. Бөткәнме уға буйҙаҡ егеттәр?.. Айсыуаҡ һис аңлай алмай. Барыһына ла иғтибар итә, бөтәһен күреп тора һымаҡ, тик барыбер нимәлер төшөнөп етмәй.
Айсыуаҡ күтәрмәгә сығып ултырҙы, көнгә янып ҡоңғортланған, беленер-беленмәҫ һипкелле йөҙөнә соғоллоҡ ғәләмәте сығарып уйға батты. Шулай уҡ иң аңра, иң йүләр кешеме икән ул, сүбәк башмы? Ни эшләһә лә, ни ҡылһа ла, оҡшамай арҡыры килә лә тора. Ул ысын йөрәктән барыһына ла тик яҡшылыҡ ҡына теләй ҙә баһаң. Килеп сыҡмағас сыҡмай инде. Әсәһен дә, Байназар ағаһын ла, хатта Еҙбикәне лә ярата, үҙенсә ихтирам итә, игелек кенә теләй уларға. Байназар ағай менән әсәһе лә ҡыҙыҡтар инде. Икеһе лә Айсыуаҡ менән һин дә мин аралашып, һөйләшәләр, көлөшәләр, ә үҙҙәре генә тап булышҡанда бер-береһенә һүҙ әйтә алмай тик торалар. Ниндәйҙер йәнһеҙ ҡағыҙ киҫәге, накладнойҙар аша аңлашҡан булалар. Белмәҫһең...
– Ин, балам, һыуынмаҫ элек ашап ҡал! – Уйҙар сылбырын аҙға ғына өҙөп өй эсенән яғымлы тауыш ишетелә.
...Ана, әсәйем дә... Ошо һарай дәүмәллек йортта Байназар ағай менән кескәй Нәркәскә урын тапмаймы?!
Ҡояш аяу белмәй һаман ҡыҙҙыра. Бар тереклек әлһерәп ҡалған. Лапаҫ аҫтына ҡасҡан тауыҡтар, суҡыштарын йәпһеҙ асып, туҙанға болғанып, һалҡында ята. Башҡа саҡта тауыш алдырмаҫ ғауғасыл ҡаҙҙар шымтайышып ҡалған. Хатта ҡоймаға һырығып үҫкән уҫал кесерткәндең дә япраҡтары хәлһеҙ һәленеп төшкән. Ихата уртаһындағы күгүлән урыны-урыны менән инде көйә лә башлаған. Бесән осоро яҡынлаша, унан мәктәпкә лә күп ҡалмай. Тормош туҡтау белмәй аға ла аға, уның ыңғайына кешеләр ҙә ҡайҙалыр ашыға, мәңге ҡабалана, гүйә заман артынан ҡыуып етергә маташа. Әллә ҡайҙағыһына өмөт итеп, күптәр янындағын күрмәй, йәнәшәһендәген абайламай, аптырарһың. Эргәләге әллә ялҡытып бөтәме икән?.. «Кешеләр хаҡында күп нәмәне аңламайым, күрәһең, мин. Әҙәм балаларының бер-береһе тураһында белгәндәренең байтағын төшөнөп бөтмәйемдер. Донъя серле лә, сиселмәҫ йомаҡлы ла, – тип уйлай Айсыуаҡ, өлкәндәрсә ике тубығына таянып, урынынан ҡалҡына. – Бер аҙ үҫеп, аҡыл йыя биреү кәрәктер. Унан, күреп торорһоң, барыһын аңлармын. Бер кем дә бөтәһен белеп тыумай, ти бит өләсәйе, ул белмәй әйтмәҫ. Шуның өсөн дә тиҙерәк үҫәһе ине...»
* * *
...Ваҡыт үтеүҙән буяуҙары уңған ҡапҡа төбөндәге эскәмйәлә ир уртаһындағы олпат кеше менән сибәрлеген һаман юғалтмаған ҡатын ултыра. Мөнәсәбәттәре бик йылы күренә, һөйләшеп һүҙҙәре бөтмәй. Түбәтәй кейгән йыуантыҡ кәүҙәле ир ваҡыты-ваҡыты менән кеҫә сәғәтен сығарып ҡараштырып ала, сабырһыҙланып, урамдың үрге осон күҙәтә. Тәү ҡарауға был икәү шөғөлһөҙ, көн үткәрә алмай ултырған һымаҡ тойола, ысынында һис тә улай түгел. Бер ҡыйыҡ аҫтында көңгөр-ҡаңғыр итеп, татыу ғына көн күреүҙәренә егерме биш йыл тулыу айҡанлы ялбарып тигәндәй хужанан ике көнгә генә ял алған Байназар менән Гөлзифа, ҡәҙерле ваҡыттың самаһыҙ шәп үтеүенә үкенешеп, урындарында ултырып сыҙамай, саҡырылған ҡунаҡтарын көтә.
...Йәй ауыл кешеһенә буш ваҡыт һирәк эләгә. Бер эшеңде тамамлауға, икенсеһе көтөп кенә тора, уныһын ослауға – өсөнсөһө, дүртенсеһе... Шулай итеп, көтөп алған йәмле йәйҙең йылп итеп үтеп киткәнен дә шәйләмәй ҡалаһың. Кеше ғүмере лә шул йәйҙәр ише икән ул...
Теге ваҡыт, Айсыуаҡ ҡоймаҡҡа саҡырғандан һуң, Байназарҙың аҡтыҡ түҙемлеге шартлап өҙөлдө. Иртәгәһенә үк Гөлзифаға тәҡдим яһаны. Ә тегеһе, шуны ғына көтөп йөрөгән тиерһең, шунда уҡ ризалыҡ бирҙе лә ҡуйҙы. Кемдең кем икәнлеге күренеп тора бит инде.
Айсыуаҡтың «һарай дәүмәллек» өйө тиҫтә йылдан ашыуға бушап ҡалды. Уның ҡарауы, әрмеләрҙе бөтөрөп, ир ҡорона инеп ҡайтып, институт тамамлағандан һуң кәләш алыуына торор ҡыйыҡ эҙләп ҡаңғырып йөрөйһө булманы. Атай ҡыйығы әҙер ине. Өгөтләүҙәргә ҡарамаҫтан, ергә ерегеп үҫкән Айсыуаҡ тыуған ауылын ташлап бер яҡҡа ла китергә теләмәне. Ул ғына ла түгел, әлеге мәлдә ошо хужалыҡта баш зоотехник булып эшләй.
Ауыл осонда йылдам юрттырып килгән еңел арбалы ылау күренде. Арбаға икәү ултырған. Бәй, Айсыуаҡ менән Көмөшбикә бит!
– Шәпмеһегеҙ, атай, әсәй! – Айсыуаҡ, ҡуш ҡуллап күрешеп, алмаш-тилмәш ололарҙың арҡаларынан һөйҙө. – Көмөш туйығыҙ менән!
– Рәхмәт, улым. Рәхмәт, килен! – Байназарҙың тауышы ҡалтыранып китте, Гөлзифаның күҙ төптәре еүешләнде.
– Һай, килештергәнһегеҙ, ә! – тип бот сапты Байназар тыныслана төшкәс. – Машина менән киләләр тип көтһәк әле...
– Быяла артында янып-бешеп, бензин еҫкәп йөрөүҙе яратмайым.
– Афарин, улым. Бына, исмаһам, ҡунаҡҡа, үҙебеҙсә – хас башҡортса килгәнһең. – Байназар тирләгән сыбай ҡашҡаның осаһынан шапылдатып һөйҙө. – Бөтөнләй башҡа шул атлы ҡунаҡ ҡаршылауҙары!
Асыҡ ҡапҡанан сибәр генә алсаҡ ҡыҙый сыҡты ла Айсыуаҡтың муйынына барып һарылды, Көмөшбикәнең алһыуланған битенән үбеп алды.
– Нисек кенә килеп еттегеҙ, ағай, еңгәй? – тип йөрәкһене.
– Арыу былай. – Икеһе өсөн дә Айсыуаҡ яуап бирҙе. – Нәрисә һеңлем, Нәркәс апайыңдар килмәгәндер әле?
– Килеп етә алмай яталар нишләптер...
– Улар килгәнсе беҙгә бара һалып әйләнәйекме әллә? – Көмөшбикә, көмөштәй ялтырап, Айсыуаҡҡа ҡараны. – Әсәй менән атайҙы ултыртып алыр инек.
– Ҡуй, ҡуй, кем... Көмөшбикә килен, йөрөмәгеҙ мәшәҡәтләнеп. Ҡоҙағый оҙаҡ көттөрә торғандарҙан түгел, хәҙер күренер, – тип өтәләнде Байназар. – Индерегеҙ атты, туғарып һыуындырырға ҡуйығыҙ.
– Ана, үҙҙәре! – Гөлзифа тыҡрыҡтан сығып килгән көмөш ҡатыш еҙ сәсле, йоп–йомро, туҡыш ҡатын менән оҙон, сандыр иргә төртөп күрһәтте. – Оҙаҡ йәшәгерҙәре, һөйләп кенә тора инек...
Түшендә «Әсәлек даны» миҙалын ялтыратып, яндыра баҫып килгән ҡатыны артынан ире йүгерә–атлай көскә өлгөрә.
– Ныу, Еҙбикә, ҡунаҡ тигәндә бигерәк йылдамһың да инде! – тип мәрәкәләп маташа.
– Йәйәүләтеп йөрөтөп ҡуйғасың. – Тегеһе юрый тыртандаған булды. – Йүнле кешеләр ана ат менән килгән.
– Һаумыһың, ҡайным, һаумы, ҡәйнәм! – Ихлас йылмайған Айсыуаҡ, ике ҡулын һоноп, уларға ҡаршы атланы, – әйҙәгеҙ, байрамдың иң шауҡымлыһына, иң мәртәбәлеһенә рәхим итегеҙ!..
Иҙрис НОҒОМАНОВ.
Теги: