Һары май
Һыуытҡыс-туңдырғыстар булмағанда өләсәйҙәр аҡ майҙы иретеп, һары май яһап һаҡлағандар. Бындай май һалҡынса урында бер нисә йыл тора, боҙолмай. Бөгөн был ризыҡ өҫтәлдәрҙә күренмәй тиерлек. Ә бит кибеттәрҙәге сығышы билдәһеҙ булған төрлө майҙарға ҡарағанда уның файҙаһы күберәк! Бауырһаҡ, сәк-сәкте борон һары майҙа бешергәндәр, сейә, бөрлөгән, ҡыҙыл һәм ҡара көртмәле, муйыл менән дә эшләгәндәр. Һары май ҡоймаҡ ҡойоу, картуф ҡурыу өсөн дә уңайлы, ул тиҙ генә янып-төтөнләнеп китмәй.
Һары май һиндтарҙың өҫтәленән төшмәй. Индустар уны “гхи” тип атай һәм ҡояштың ҡайнар көсөн туплаған тип һанай. Боронғо ведаларҙа һары май менән дауаланыу ысулдары ла күрһәтелә.
Май кислоталары, углеводтар, A, D, E, PP витаминдары, антиоксиданттарға, калий, кальций, фосфор, натрий, магний, тимергә бай һары май еңел һәм тиҙ үҙләштерелә. Үҙәк нервы системаһына яҡшы тәьҫир итә, хәтерҙе яҡшырта, фекерләү һәләтен яҡшырта. Һары май аш эшкәртеү ҡеүәтен арттырыу һәләтенә эйә. Самаһын белеп ашағанда, ул холестерин күләмен күтәрмәй, бауырға ла насар тәьҫир итмәй. Зарарлы матдәләрҙең тәьҫиренән һаҡлай, уларҙы организмдан сығарыуға булышлыҡ итә.
Һары май тәнде ыуыу өсөн дә яҡшы сара. Ул тирене йомшарта, зарарлы матдәләрҙән таҙарта. Быуындар һыҙлағанда бер аҙ йылытылған һары майҙы тәнгә ыуырға кәңәш ителә.
Баш өйәнәге яфалаған мәлдә төнгә ҡаршы сикәләрҙе, ҡул һәм аяҡтарҙы һары май менән ыуыу ҙа ярҙам итә. Быны аҙна-ун көн дауам итергә кәрәк.
Көҙөн танау эсе кибеп аптыратһа, саҡ ҡына һары май һөртөү йоғошло ауырыуҙарҙан һаҡланырға булышлыҡ итер.

Теги: