Бәпесем, йомшағым...

Бәпесем, йомшағым... Йәшен тиҙлеге менән йәй ҙә үтеп китте, тышта хәҙер һыуыҡ, моңһоу. Ә балалар, әйтерһең дә, быны һиҙмәй ҙә – юлдағы күләүеккә лә, көҙгө ағастарҙан ҡойолған япраҡҡа ла, тәүге ҡар бөртөгөнә лә ҡыуаналар. Ҡояш йылыһы беҙгә һәр саҡ танһыҡ, күңелле йәй һис ялҡытмай, шуғалыр ҙа инде һалҡындар бер аҙ иртәләгән кеүек тойола. Әммә атай-әсәйҙәр һыуыҡ миҙгелгә яҡшылап әҙерләнер­гә тейеш...

Ҡышҡы һәм яҙ-көҙ кейә торған, тоташ һәм айырым тегелгән... Балалар тышта аҡ, алһыу, күк, ғөмүмән, йәйғорҙоң һәр төҫөндә осраған скафандр кейгән космонавтар кеүек күренә. Заманса, елдән һаҡлай, йылы һәм уңайлы – комбинезондан да яҡшыраҡ нимә булыуы мөмкин!

Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бындай шатлыҡ һәр кемгә лә тәтемәй. Дөрө­ҫөрәге, ҡиммәткә төшә. Балаһына көҙгө һәм ҡышҡы кейем өсөн аҡса эҙләп аптыранған ата-әсәләр ҙә бар. Һәр әсәйҙең балаһын матур итеп тә күргеһе килә бит әле. Шуға ла беҙ һеҙгә бәләкәсегеҙ өсөн комбинезонды хәтфә (плюш) туҡыманан үҙегеҙгә тегергә тәҡдим итмәксебеҙ. Флис йәки наҙлы йомшаҡ бәрхәт ҡулланырға ла була, иң мөһиме – туҡыманың беше, шул уҡ ваҡытта йомшаҡ һәм тәнгә рәхәт булыуы. Киләһе һандарҙа комбинезон һәм курткаларҙы плащ туҡымаһынан тегергә, йылытыр өсөн синтепон ҡулланырға өйрәнербеҙ. Был юлы көҙгө һалҡындарҙа һәм өйҙә һыуыҡ булғанда кейә торған комбинезон менән боди тегеү хаҡында һөйләшәйек. Бындай костюмдарҙы бәпескә ҡыш көнө эстән кейҙе­рергә лә мөмкин. Һыҙмалар 2-3 айлыҡ бала өсөн бирелә. Башлыҡ 40 сантиметр баш әйләнәһенә иҫәпләнгән. Һыҙмалағы ал таҡтаны һәм арҡа өлөшөн өҙөк һыҙыҡ менән билдәләнгән урындан ҡырҡып, еңе, кәләпүше менән куртка тегергә лә була. Беҙ тәҡдим иткән боди өҫтөнән башлыҡ һәм куртка кейҙергәндә, сабый менән тышта һалҡында ла рәхәтләнеп йөрөргә була.

Бәпесем, йомшағым...
Әйҙәгеҙ, эшкә керешәйек. Бә­пескә бер-ике сәғәт эсендә генә мөғ­жизәүи кейем бүләк итеү – беҙҙең ҡулда!
Бала бер туҡтауһыҙ хәрәкәтлән­гәндә, уйнағанда, комбинезон, боди, слиптарҙан да уңайлыһы юҡтыр. Бындай кейемдәр – артыҡ ваҡыт сарыф итмәй генә балаларын күркәм итеп йөрөтөргә теләгән ата-әсәләр өсөн мәсьәләне еңел генә хәл итеү юлы ул. Сабыйға ла бик йылы һәм уңайлы. Комбинезонға шешҡо­лаҡтыҡылай оҙон йә тайыш табандыҡылай түңәрәк ҡолаҡтар тегеп ҡуй­һағыҙ, таң ҡалдырғыс кейем килеп сыға. Урамда осраған һәр кем иһә йомшаҡ “бала кейек”те тотоп ҡарар­ға, яратып алырға теләй.

Хөрмәтле әсәйҙәр! Балаларығыҙға кейемде үҙегеҙ тегеп ҡарағыҙ. Күҙ ҡурҡа, ҡул эшләй, тиҙәр бит. Хаталан­һағыҙ ҙа, хафаланмағыҙ. Ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә тегергә оҫтарып, был шөғөлгә эҫенеп киткәнегеҙҙе һиҙмәй ҙә ҡалырһығыҙ, энә менән епкә, теген машинаһына тартылып ҡына торорһоғоҙ әле!

Йондоҙ СУЛПАНОВА,

Зина ХАРИТОНОВА.



Теги:




Яңы һан



Журнал архивы



Һеҙҙең мөнәсәбәт

Сайттың яңы дизайны оҡшаймы?



Тауыш бирергә Һөҙөмтәләр



Мы в Одноклассниках
Мы на Facebook