Балалар табынына

[Балалар табынына b]Ҡабаҡлы манный бутҡаһы
Ҡабаҡ, манный ярмаһы, һөт, һыу, тоҙ, шәкәр йәки бал кәрәк. Барыһы ла үҙегеҙ теләгән күләмдә, тәменсә алына.
Ҡабаҡты таҙартып, ваҡлап турарға йәки эре ҡырғыстан үткәрергә лә кәстрүлгә һалырға. Һөткә яртылаш һыу ҡушып, ҡабаҡ ҡапланғансы (артыҡ күп кәрәкмәй) кәстрүлгә ҡойорға. Тәменсә тоҙ, шәкәр йәки бал өҫтәргә. Ваҡыты менән болғатып тороп 10 – 15 минут бешерергә.
Манный ярмаһын һибергә лә, болғатып, 5 – 10 минут бешерергә. Әҙер булыр алдынан ғына аҡ май һалырға.

Ҡабаҡтан тәмле аш
1 ҙур булмаған ҡабаҡ, 1-2 картуф, 1 кишер, 1 баш һуған, 1 литр һурпа йәки һыу, 150 миллилитр һөт өҫтө, тәменсә тоҙ, борос кәрәк.
Ҡабаҡты әрсеп, орлоҡтарын алып, 4 сантиметр самаһы ҙурлыҡта киҫәктәргә бүлеп сығырға. Таҙартылған кишерҙе, һуғанды шаҡ­маҡлап турарға. Әрселгән картуфты ла 3-4 сантиметр ҙурлы­ғындағы шаҡмаҡтарға турарға.
Йәшелсәләрҙе ҡайнап торған һурпаға йәки ҡайнар һыуға һалып, 15 – 20 минут бешерергә. Блендер ярҙамында иҙергә.
Һөт өҫтөн бер аҙ йылытып, ашҡа өҫтәргә. Яңынан утҡа ултыртып, ҡайнау хәленә еткерергә. Уттан алғас, 5 – 7 минут ҡапҡасын япҡан килеш тоторға.
Табынға ҡаймаҡ, йәшел тәмләткес үләндәр, ҡыҙҙырылған ҡабаҡ төшө, сәтләүектәр менән бирергә мөмкин.

Серле кәтлиттәр
600 грамм тауыҡ ите (һум ит), 1 йомортҡа, 2 киҫәк аҡ икмәк, ярты стакан һөт йәки һөт өҫтө, 100 грамм иретелгән сыр, 1 тырнаҡ һарымһаҡ, тәменсә тоҙ, борос, тәмләткестәр (мµшкәт сәтләүеге бик отошло), үҫемлек майы кәрәк.
Һөткә йәки һөт өҫтөнә һалып икмәкте ебетергә. Тауыҡ итен, ебетелгән икмәкте ит турағыстан үткәрергә. Йомортҡа, иҙелгән йәки бик ваҡ итеп туралған һарымһаҡ, тоҙ, тәмләткестәр менән яҡшылап болғатырға.
Ҡулдарҙы еүешләп, кәтлит эш­ләргә. Һәр кәтлиттең эсенә ярты балғалаҡ иретелгән сыр һа­лып ҡалдырырға.
Табаны йылытып, кәт­литтәрҙе төшөрөргә. Артыҡ ҡалын булмаған кәтлиттәр 10 – 15 минутта бешеп сыға. Табынға быҡтырылған йә­шелсә, дөгө бутҡаһы менән бирергә мөмкин.

Кетерҙәк кәбеҫтә
Уртаса ҙурлыҡтағы 1 баш сәскәле кәбеҫтә, 2 йомортҡа, 30 миллилитр һөт (һөт булмаһа, һыу), 2 ҡалаҡ он, тәменсә тоҙ, борос, 1 киҫәк лимон йәки 1 балғалаҡ лимон һуты, 100 грамм шөкәрә кәрәк.
Кәбеҫтәне сәскәлектәргә бүлеп, һалҡын һыуға һалып бешерергә ҡуйырға. Тоҙ өҫтәргә. (Туңдырылған кәбеҫтә ҡулланғанда, уны иретеп тормай ғына ҡайнар һыуға һалырға). Бешергәндә һарғаймаһын өсөн 1 балғалаҡ лимон һуты йәки бер киҫәк лимон һалырға мөмкин. 10 минут самаһы талғын утта бешергәс, тишекле сүмескә һалып һыуын һарҡытырға ла һыуытырға.
Йомортҡаларҙы һытып, һөт, он, тоҙ, борос һалып, яҡшылап болғатып, шыйыҡ ҡамыр әҙерләргә.
Шөкәрә онтағы булмаһа, 1-2 киҫәк аҡ икмәкте киптереп ҡырғыстан йәки ит турағыстан үткәрергә була.
Кәбеҫтә сәскәлектәрен берәмләп алып, шыйыҡ ҡамырға манып алырға ла шөкәрәлә әүәләргә. Шунан майы ҡыҙған табала алтынһыу төҫкә ингәнсе ҡыҙҙырып алырға.
Табынға йылы килеш бирергә. Ҡаймаҡ, бәшмәкле йәки һөт өҫтөнән әҙерләнгән соустар менән тәҡдим итергә мөмкин.
Ҡыҙҙырылған ризыҡты үҙ итмәүселәр икенсе ысул менән әҙерләй ала. Бешерелгән кәбеҫтәне майлы табаға һалырға. Йомортҡа, һөт өҫтө йәки һөт, ҡаймаҡ, тоҙ, боросто бергә ҡушып болғатып, кәбеҫтә өҫтөнә ҡойорға. Өҫтөнә шөкәрә онтағы һибергә. 200 градус эҫелектәге мейестә 10 минут, шулай уҡ шөкәрәһе алһыуланғансы тоторға.



Теги:




Яңы һан



Журнал архивы



Һеҙҙең мөнәсәбәт

Сайттың яңы дизайны оҡшаймы?



Тауыш бирергә Һөҙөмтәләр



Мы в Одноклассниках
Мы на Facebook