Мәрйен бөртөгө

Миләүшә ҒӘЙФУЛЛИНА
Хикәйә

Гөлсибәр, ниһайәт, йорт эштәрен бөтөрөп, үҙ бүлмә­һенә инеп, көҙгө ҡаршыһына ултырҙы. Болоттай ҡабарып торған ҡара сәстәрен ысҡындырып, битенең макияжын лосьон менән һөртөп алды. Бер тын көҙгөләге үҙенә иғтибар менән ҡарап ултырғандан һуң, аҡҡош мамығылай күпереп торған түшәгенә барып ятты.
– Аллаға шөкөр, бөгөнгө көнөм дә имен-аман ғына үтеп китте, – тип һөйләнде ыңғайында, – эй Хоҙайым, доға ла уҡый белмәйем, исмаһам, – тип үҙ-үҙен шелтәләп тә алды. – Хоҙайҡайым, инде һорана-һорана теңкәңә тейеп бөткәнмендер... Кемем бар?! Һәр кемдең үҙ ҡайғыһы башынан ашҡан, тигәндәй, күҙ төбәп кемгә барайым да кемгә һөйләйем хәлдәремде... Асыуланһаң да, нитһәң дә – һинең ихтыярың, ҡаршы өндәшергә хаҡым юҡ...

Гөлсибәр, тәҙрәгә йылмайып ҡарап торған тулған ай менән күҙгә-күҙ ҡарашып, уйҙар диңгеҙенә сумды. Ошо уйҙарҙан ҡотолоп, ятыу менән йоҡлап китһәң икән дә ул... Ҡотолоп буламы һуң уларҙан?! Унан кире, минең уйҙарымды бүтән кем уйлаһын, ти. Ана, өлкән улы, бөгөн көтмәгәндә өйләнергә ниәте барлығын әйтеп һалды. Үәт һин аны, шилманы, тормошланыуы анһат тип уйлай микән?.. Ә бәләкәсе, шул шаянлығы арҡаһында инде, бөгөн йәнә көндәлегенә шелтә яҙҙырып алып ҡайтҡан.

– Әсәй, бушҡа башыңды ауырттырма, – ти ул. – Подумаешь, Айгөлдөң сәсенән тартҡанмын, Илгизде ҡыҙҙар бәҙрәфенә индереп бикләгәнмен...
Йә, ярай, иртәгә йәнә эшкә... Гөлсибәр икенсе ҡабырғаһына әйләнеп ятты. Тик күҙендә йоҡо тигән нәмәнең әҫәре лә юҡ.

– Эй Хоҙайым, бөтә һынауҙарға ла бирешмәм, тик донъялар ғына имен торһон, балаларым һау-сәләмәт, бәхетле, оҙон ғүмерле, тәүфиҡлы булһындар. Үҙҙәренә яҡшы тормош иптәштәре табып, ғаиләләнеп, тигеҙлектә, байлыҡта йәшәһендәр. Үҙемә ейән-ейәнсәрҙәр һөйөү бәхете тейһен... – тип үҙ алдына һөйләнеүен дауам итте ул. – Ә үҙемә Хоҙай Тәғәләнең ҡөҙрәте менән сәләмәт булып, ошо бәхеттән ҡалмаһам, үлем түшәгендә оҙаҡ ятмаһам, миңә ни ул башҡа бер нимә лә кәрәкмәй. Бәрәкалла, бәрәкалла! Мин, ҡырҡты саҡ аша атлап үткән алмалай ҡатын, һикһән йәштәге ҡарсыҡ кеүек нәмә һөйләп ятам? Мин үҙемде бер ҙә ҡарт тоймайым. Йәшерен-батырын түгел, яратљым, яратылѓым да килә лә бит, тик әлегә мәле етеңкерәмәгән, ахыры... Балалар ни улар бөгөн бында, иртәгә тегендә, тигәндәй, ҡанатта­ры нығындымы, ояһын ташлап, осоп сығып киткәнен күрмәй ҙә ҡалырһың... Шунан, бер ауыҙың бешкәс, һыуыҡ сәйҙе лә өрөп ҡабаһың, тигәндәй, кем белә, Хоҙай Тәғәлә тағы ла ниндәй көтөлмєгєнлектєр әҙерләгәнен. Ана, йыраҡ йөрөргә түгел, күршеһе Сөм­бөл, шулай яңғыҙ ҡалмайым тип, бер ир индергән ине, ике ай ҙа тора алманылар. Йәшерен-батырын түгел, йүнле ир яңғыҙ була тиме ни? Бәләләренән баш-аяҡ...
Гөлсибәр хуш еҫ аңҡып торған түшәктәренең береһен баш аҫтына һалып, икенсеһен ҡосаҡлап, рәхәтләнеп йоҡлап китте.
Шулай һәр көн бер үк нәмә ҡабатланып, ваҡыт, кешегә һанап ҡына биргән алтындан да ҡәҙерле көндәрен май шәмендәй өрөп һүндереп, бәндәнең ғүмерен ҡыҫҡарта.

* * *
Гөлсибәр эштән һуң магазинға һуғылды ла, йәшел утҡа сығып өлгөрәйем тип, ашығып юл аша сығып барғанда, ҡаршыға килгән бер ир уның яурынына ҡағылып:
– Зинһар, 28-се йорттоң ҡайһы тирәләрәк икәнен әйтмәҫһегеҙме икән? – тип һораны. Көтөлмәгән был хәлгә Гөлсибәр тертләп китте. Бер аҙға ир менән ҡатындың ҡараштары осрашты. Ул арала ҡыҙыл ут янды, һәм улар ҡап юл уртаһында тороп ҡалдылар. Машиналар ике яҡтан геүләп хәрәкәт итә башланы.
– Ғәфү итегеҙ, машина хәрәкәтенә минең башым әйләнә, – тип таныш түгел ирҙең ҡулына тотоноп, күҙҙәрен йомдо Гөлсибәр.
Таныш түгел юлсының хуш еҫле одеколоны ҡатындың танауын ҡытыҡлаттырып, башын нығыраҡ әйләндерҙе. Ниһайәт, йәшел ут янды, ир кеше уны юл аша алып сыҡты ла:
– Берүк ғәфү итә күрегеҙ инде. Әллә нисек килеп сыҡты. Оло юл уртаһында, кеше ғүмерен ҡурҡыныс аҫтына ҡуйып, юҡ-бар хәбәр һорашып торам, – тине өҙгөләнеп.
– Йә, ярай, зарар юҡ. Инде башымдың әйләнеүе лә үтте. Борсолмағыҙ!.. Мин дә инде... ҡапыл... көт­мәгәндә...
– Берүк ғәфү итегеҙ...
– Ярай, етер инде ғәфү үтенергә, икебеҙ ҙә ғәйепле. Юл ҡағиҙәһен белмәгән бала-саға кеүек, – тине, ниһа­йәт, ҡаршыһында торған иргә иғтибар менән ҡарап, Гөлсибәр.
– Әгәр ҙә рөхсәт итһәгеҙ, мин һеҙҙе өйөгөҙгә тиклем оҙатып ҡуйыр инем.
– Рәхмәт, ул тиклеме кәрәкмәҫ. Ҡайтып еттем, бына, ошо кафе өҫтөндә йәшәйем мин, – тип йылмайҙы ҡатын, туғыҙ ҡатлы йортҡа күр­һәтеп, бит алмаларына нәзәкәтлек өҫтәп матур ғына соҡор­ҙар хасил булды.
– Улай булғас, үҙ ғәйебемде аҡ­лау йөҙөнән, һеҙҙе ошо кафеѓа љєћүє эсер­гә саҡырам.
– Рәхмәт, кинәнеп риза буласаҡ­мын, сөнки ышанһағыҙ – ышанығыҙ, ышанмаһағыҙ – юҡ, ошон­да ун биш йыл йәшәйбеҙ, ә шунда бер тапҡыр ҙа инеп сыҡҡаным булманы.
– Ысынлапмы?
– Ысынлап!..
– Тик бына... беҙ һеҙҙең менән бөтөнләй таныш түгелбеҙ, икенсенән, һеҙҙең баяғы һорауығыҙға яуап бирә алманым.
– Мин нимәлер һораным?
– Әлбиттә, әллә оноттоғоҙ?!. – Ҡатын йөҙөн етдиләтте.
– Юҡ, юҡ, шаярттым, әлбиттә, онотманым. Ә танышыуға килгәндә, минең исемем Таһир, – тип ҡулын һуҙҙы ир.
– Гөлсибәр.
– Гөлсибәр! Мөғжизә, беренсе тапҡыр шундай исеменә есеме тап килгән кешене осратам.
– Ярамһаҡланмағыҙ, арттырмағыҙ ҙа...
– Ихлас күңелдән, ысынлап...
Кафеға ингәс, Гөлсибәр Таһир­ҙы башынан аяғына тиклем иғтибар менән ҡарап сыҡты: бөхтә итеп кейенгән. Бындай ҡупшы ир, моғайын, яңғыҙ түгелдер, тик ниңә... Бәлки?.. Ул арала Таһир тәм-том менән ике сынаяҡ љєћүє алып килде.
– Рәхим итегеҙ!
Гөлсибәр, бит алмаларын соҡорландырып, йәнә йылмайҙы:
– Рәхмәт!
Таһир тәм-томдо Гөлсибәр­ҙең алдынараҡ күсерҙе:
– Етешеп ултырығыҙ, – тине, – бәлки, “һин”гә күсербеҙ, әтеү...
– Мин ҡаршы түгел, һин икән, һин булһын. Әтеү, ысынлап та, сит кешеләр кеүек.
– Ҡалай йәтеш әйттең, “сит кешеләр кеүек” тип. Ни өсөндөр мин һине бик күптәнән беләм кеүек. Юл аша сыҡҡанда ла ҡаршыма килгән әллә нисә кеше араһынан мотлаҡ һиңә генә мөрәжәғәт итеүем дә юҡҡа түгелдер бит, һин нисек уйлайһың? – Таһирҙың йөҙө нурланып китте.
Гөлсибәр, сынаяғын алдынан күсереп:
– Ярай, хәҙер таралышһаҡ та була, рәхмәт, – тип, хушлашырға ҡулын һуҙҙы. Таһир яңы ғына танышҡан һылыу ҡатындың нәфис ҡулдарын усына ҡыҫып:
– Әрһеҙ тимә, тик минең һис киткем килмәй, Гөлсибәр! – тине.
– Һин мине дөрөҫ аңламаның шикелле, љәћүє генє эсәбеҙ тигәйнек... Һине лә, мине лә өйҙә юғалтҡандарҙыр.
– Минең бында өйөм дә, һағынып көтөп ултырған кешем дә юҡ. Әсәйемде иҫәпләмәгәндә, – тине Таһир.
– Кит әле, шаяртма... Был ваҡытта мин күптән өйҙә булырға тейеш кеше... – Гөлсибәр нимә эшләргә лә белмәне.
– Һине көтәләр, ә һин бында башы әйләнеп, аҙашҡан бер юлсы менән...
– Эйе, эйе, беренсенән, аҙашҡан, икенсенән, бер кемгә лә кәрәкмәгән, өсөнсөнән, әйткән һүҙендә тормаған. – Гөлсибәр ихлас көлдө.
– Нисек инде һүҙендә тормаған? – Таһир сәмләнеп китте.
– Љєћүє генє эсәбеҙ ҙә һаубуллашабыҙ, тинең.
– Һаубуллашабыҙ, тимәнем, ә љєћүє эсәбеҙ, тинем...
– Йә, ярай, ярай... Таһир, ысынлап та, мине өйҙә көтәләр.
– Һинең өсөн борсолоп, һағынып көтөп тороусыларың булһа, һәйбәттер ул, – Таһирҙың күҙҙәрендә һағыш билдәләре сағылды.
– Әлбиттә. Һин әллә ысынлап та?
Таһир өндәшмәне.
– Ҡарап торғанда бер ҙә яңғыҙға оҡшамағанһың. Кит, шаяртаһыңдыр, һеҙ, ирҙәр, бөтәгеҙ ҙә өйҙән сығып китһәгеҙ, егеткә әйләнәһегеҙ.
– Был ғәйепләүең минең адресҡа түгел.
– Үҙ ғүмеремдә беренсе тапҡыр күргән кеше тураһында бер нимә лә әйтә алмайым, хаҡым да юҡ, яңылышыуым да ихтимал ... Әгәр ҙә... Ғәфү ит!
– Әгәр ҙә тыңлаѓың килһә, һиңә бер ғибрәт һөйлә­йем. Ирҙәрҙе яҡлап, ҡатындарҙы яманлағым килгәндән түгел, – Таһир ҡарашын бер нөктәгә төбәп һөйләй башланы.
– Мин өйләнгәндә, иң яҡын дуҫым Харистың үҙ эшен асып, яҡшы ғына күтәрелеп киткән мәле ине. Өс ҡатлы коттедж төҙөтөп, ғаиләһе менән шунда, ҡала ситенә күсте. Унда юҡ нәмә үҙе юҡ: сауна, джакузи, бассейн, бильярд, спорт залдары. Йорт эсе музейҙы хәтерләтә ине. Һәр байрамды үҙенә саҡырып алып, шунда “полный катушка”ға байрам итә инек. Һуңыраҡ уңайһыҙланыу ҙа үтте. Уға нимә – аҡсаһы иҫәпһеҙ, бирелгән бер бөртөк ғүмерҙе кешесә йәшәргә кәрәк, ти ине ул. Бергә башлаған һәр байрамдың башын хәтерләйем, ә һуңы... иртән ярылырҙай булып баштың ауыртыуына уянып китәм. Шулай әллә нисә йыл дауам итте. Һуңғы тапҡыр Яңы йыл ҡаршы алғанда булды был хәл. Таң алдынан ҡурҡыныс төш күреп, лысма тиргә батып уянып киттем. Тороп китәйем тиһәм, эргәлә бисәм юҡ. Быларҙы эҙләп банкет залына төштөм. Тик унда ла бер кем дә булмай сыҡты. Харистарҙың йоҡо бүлмәһенә лә күҙ һалдым – унда Харистың бисәһе Гөлкәй өҫтөн дә сисмәй, йоҡлап ята, бәлки, индереп һалғандарҙыр. Башым кинәт асылып киткән­дәй булды. Ә ҡайҙа минең бисә менән Харис дуҫ?.. Шулай йөрөй торғас, уларҙы бильярд өҫтәле өҫтөндә бер-береһен һөйгән мәлдәрендә тап иттем. Гөлкәйгә был турала өндәшмәнем, ғаиләләрен боҙѓом килмәне, ә бисәм менән айырылыштыҡ. “Бушлай сыр сысҡан ҡапҡанында ғына була”, – тигәндәре бына шулай була икән. Аҙаҡ белеүемсә, улар был эш менән күптән шөғөлләнгән. – Таһирҙың күҙҙәренә йәш тығылды. – Һәм бына был фажиғәнең ҡорбаны мин – ҡатынһыҙ, яңғыҙ, улым – әсәйһеҙ, йәтим... Шул йәй үк улымды алдым да икенсе ҡалаға сығып киттем.
– Ниндәй ҡыҙғаныс ваҡиға!..
– Был хәлдән һуң ете йыл ғүмер үтеп китте. Кешеләргә ышанысым, ҡатын-ҡыҙға күңелем ҡатты.
Таһир алдындағы һыуынған љєһүєћен эсеп бөтөрөп:
– Әгәр кәйефеңде ҡырһам, ғәфү ит, – тип, бер аҙға тынып ҡалды.
– Күпме кеше, шунса яҙмыш, – Гөлсибәр нимәлер һөйләргә ынтылып ҡуйҙы ла, кире уйланы. – Нимә генә булмаһын, тормош дауам итә, йәшәргә кәрәк, – тине, ахыры.
– Шулай булғас, ҡалдырып китмә мине, йәме.
– Ә ашығып ҡайҙа китеп бара инең?
– Бында бергә уҡыған курсташ егеттең яңы фатирын күрергә китеп бара инем. Ѓөмүмєн, Өфөлә командировкаламын. Теге ваҡыт сығып киткәндән алып Тольяттиҙа йәшәйем, эшләйем. Ә улым диплом алғандан һуң сит илдә.
– Ә мин, көркөлдөк тауыҡ, үҙемде ошо Өфөмдән, көндәлек ығы-зығыларымдан башҡа күҙ алдына ла килтерә алмайым, сит яҡтарҙа йәшәү тураһында башыма инеп сыҡҡаны ла юҡ хатта.
– Әллә тағы, өйрәнелде инде хәҙер. Әлбиттә, башта моңһоуыраҡ булды. Эшкә төшөп, яңы таныштар, дуҫтар барлыҡҡа килгәс, күндерҙе.
– Тыуған яҡ, туған йыр-моңдар һағындыралыр барыбер?
– Йәшерен-батырын түгел, әлбиттә, һағындыра. Ә бөгөн һинең менән танышҡандан һуң, белмәйем, китергә ҡайҙан көс табырмын?..
– Нисек тиҙ генә таныштыҡ, шулай уҡ тиҙ генә...
– Белмәйем, Гөлсибәр, әйтеүе еңел. Әгәр ҙә Хоҙай Тәғәлә бөгөн беҙҙе ошо ҙур юл уртаһында осраштырған икән, юҡҡа түгелдер ул, нисек уйлайһың?..
– Әйтеүе ҡыйын, кем белә...
– Әгәр ҙә бөгөн, киске етегә, ошо кафеға тағы саҡырһам, килерһеңме?!
Гөлсибәр ҡапыл ғына ни әйтергә лә белмәне. Йәш-елкенсәк кеүек ҡыланып тороу ҙа килешеп етмәҫ тип, ахыры:
– Ярай, килермен, – тине.
– Рәхмәт, Гөлсибәр, тик берүк һуңлай күрмә, йәме.
– Был йәһәттән борсолма. Мин бик теүәл кеше ул. Шуның арҡаһында йәш саҡта “свидание”ға егетемдән иртәрәк килгән мәлдәрем дә булды. Үҙең һуңламағайы, тим.
Шулай хушлаштылар.

(Дауамы бар).



Теги:




Яңы һан



Журнал архивы



Һеҙҙең мөнәсәбәт

Сайттың яңы дизайны оҡшаймы?



Тауыш бирергә Һөҙөмтәләр



Мы в Одноклассниках
Мы на Facebook