Бала йылмайыуында – йәшәү йәме

Фани донъяға килергә фатиха алған һәм әсә ҡарынында бына-бына яралырға тейешле сабый:
– Минең Ергә килеүемдең маҡсаты ниҙә? Мин унда нимә эшләремде белмә­йем бит, – тип Хоҙайға өндәшкән, ти.
– Борсолма, һин унда ҡурсалаулы буласаҡһың. Юлдаш итеп һиңә фәрештә бүләк итәм. Ул һине тәүҙә ҡарынында, йөрәге аҫтында ғына йөрөтөр, яратыр, иркәләр һәм ғүмерең буйына изге фатихаһы менән оҙата барыр.
– Ерҙәгеләрҙең телдәрен белмәйем бит, мин уның менән аралаша, йә­шәү рәүешен ҡабул итә алырмынмы?
– Фәрештәң һине үҙ телендә һөй­ләшергә өйрәтер һәм яҙмыш кәр­тәләренә ҡаршы торорҙай аҡыл, рух ныҡлығы, йәшәү асылы менән һуға­рыр, бөтә бәләләрҙән һаҡлар.
– Ә һеҙгә кире ҡасан ҡайтырмын һуң?
– Барыһы ла фәрештәңдән тора, балаҡай.
– Ә уның исеме кем булыр икән?
– Исеме мөһим түгел. Уның атамалары күп булыр. Әммә һин уны ололап, “әсәй”, тип йөрөтәсәкһең.

Ысынлап та, күңелдәргә ҡанат үреүсе лә, һөйөү нуры менән һуғарыусы ла әсәй ул Ер йөҙөндә. Иң тәүге тәьҫораттар, йәшәү һуты балаға әсә һулышы, ҡан ағышы, йөрәк тибеше аша бирелә. Шуға ҡарынында сабый йөрөткән ҡатын-ҡыҙҙарға яҡты хис-тойғолар солғанышында йәшәү, киләсәккә тыныс һәм ышаныс менән бағыу, сәләмәт тормош рәүеше алып барыу фарыз. Бала – Хоҙайҙың иң оло бүләге лә, һынауы ла ул. Яңы тыуған бәпәй тәүҙә әсә күҙҙәре менән донъяға баға. Алдында асылған ғүмер исемле ғилем китабынан донъяның сихри серҙәренә төшөнөргә тура киләсәк әле уға.

Нисек кенә булмаһын, яңы тыуған кешекәй тәүге көндән үк эске торошобоҙҙоң, йәшәү асылыбыҙҙың ысын мәғәнәһен сағылдыра барасаҡ. Уның булмышына әсәй менән атайҙың үҙ-ара мөнәсәбәте, эске ҡапма-ҡаршылыҡтары, йәшәү аҡылы, ғөрөф-ғәҙәттәре, ғаиләнең тирә-яҡҡа, тормошҡа ҡарашы, рухи үҫешкә, белемгә, камиллыҡҡа ынтылышы – барыһы ла йоғонто яһай. Бәләкәй саҡтағы һәр күренеш, һәр ваҡиға, һәр әйтелгән һүҙ күңел көҙгөһөнә яҙылып, артабан ғүмер ағышында сағылыш табыуы ихтимал. Баланы ысындан яратыу, бәхетле итеү һәм уға шәхес булараҡ үҫергә мөмкинлек биреү ғаиләнең матди яғын хәстәрләүҙе генә аңлатмай, ә үҙ-ара мөхәббәт, ихтирам тойғоһоноң мөһимлеген дә билдәләй. Әгәр әсәй үҙе ҡурсалауһыҙ һәм мөхәббәтһеҙ ғүмер кисерә икән, ул балаларын да тейешле мәғәнәлә һөйөү, йылылыҡ һәм ныҡлыҡ менән һуғара алмай. Үҙҙәре таянысҡа, терәккә, һөйөүгә мохтаж өлкәндәр ҡайһы берҙә балаға юғары, ҡоро талаптар ҡуйып йәки артыҡ иркәләтеп, үҫеп килгән быуындың йәшәүгә ышанысын һүрелтә, киләсәк бәхетен хәүеф аҫтына ҡуя. Бына ни өсөн мөһим ул ғаиләлә мөхәббәтте һаҡлау һәм үҫтереү. Мәңгелек рухи ҡиммәттәр, борондан һаҡланған ғөрөф-ғәҙәттәр быуындар сылбырының ныҡлығын тәьмин итеп кенә ҡалмай, ә нәҫелдең ҡото һәм ҡөҙрәте өсөн дә яуап бирә.

Табип, гештальт-терапевт һәм психотерапевт Марина Таргакова белдереүенсә, хатта бала саҡта яратып өлгөргән әкиәттәр менән йәнһүрәттәр ҙә, кешенең төпкө аңына тәьҫир итеп, киләсәк моделен яҡынса төҫмөрләргә, тормош сценарийын ҡорорға булышлыҡ иткән нигеҙ ташы булып тора икән. Һәр кемдең яратҡан үҙ әкиәте – үҙ тормош сюжеты. Башҡорт йә рус халыҡ әкиәттәренән тыш, С.Аксаковтың “Ал сәскә”һе, С.Маршактың “Ун ике ай”ы, А.Пушкиндың “Алтын балығы”, Г.Х.Андерсендың “Ҡар батшабикәһе” – ҡайһы сценарий тормошоғоҙҙо хәтерләтә – сағыштырып та ҡарай алаһығыҙ. Мәҫәлән, байтаҡ быуын яратып уҡыған мөғжизәле әкиәттәрҙә (ундай йөкмәткеле әҙәби әҫәрҙәр ҙә байтаҡ) ғәҙәттә һылыу ҡыҙ, һөйөү тулы өмөтлө ҡарашын офоҡҡа төбәп, уны ҡотҡарырға тейешле батыр егетте көтә. Бына ҡайҙандыр матур, батыр, баһадир егет пәйҙә булыр ҙа уны яңғыҙлыҡтан, бәхетһеҙлектән ҡотолдорор, имеш. Әкиәт инде… Һуңынан яңғыҙлыҡ һәм көтөү төшөнсәһе ҡыҙсыҡтың аңын томалап, бәхетле булырға ҡамасаулай. Хатта уңышлы кейәүгә сыҡҡан хәлдә лә, ғаилә тормошонан ҡәнәғәтлек таба алмай ундайҙар. Тормош иптәшенең теге йәки был етешһеҙлеген күрә, йәне әсей. Һөйөүе лә тиҙ һүрелеп барыусан. Ул, үҙе лә һиҙмәҫтән, бала сағында аңына һалынған йәшерен хыялды тормошҡа ашырыуын дауам итә. Тағы ла һәйбәтерәк, уңғаныраҡ, уңышлыраҡ ир-егеткә лайыҡлымын, тип уйлай. Ә Йыһан бер ниндәй тигеҙһеҙлекте лә ғәфү итмәй. Ғаиләнең бөтөнлөгөн тәьмин иткән ҡылдай нескә ептәр өҙөлөү сигенә етә. Ҡатындың эске кисерештәре: ишен һанламауы, кәмһетеп ҡарауы, ризаһыҙлығы яйлап ирҙең эшмәкәрлек даирәһенә тәьҫир итә башлай: баһаһы, йәшәү көсө кәмей. Иң аяныслыһы: күпселек фажиғәләр, тәү нәүбәттә, ҡатын-ҡыҙҙың бәхетһеҙлегенән ярала, тигән фекерҙә психологтар. Сөнки тап нескә зат өйҙәге мөхит, ғаилә эсендәге йылылыҡ, бәхет, бәрәкәт, татыулыҡ өсөн яуап бирә. Ә ир-аттың борондан һаҡланып килгән үҙ йөкләмәһе: өйгә табыш килтереү һәм көслө иңе менән тормош ауырлыҡтарынан ҡурсалау. Ир затының ошо йөкләмәләрҙе үтәмәүе һәм хәләл ефетенең йөрәген асырлыҡ, балҡытырлыҡ дәрәжәлә белемгә, тәжрибәгә, рухи үҫешкә өлгәшеп өлгөрмәүе лә ғаилә уңышына аяҡ сала.

Ярай әле боронғо әкиәттәр нисектер тормошҡа яҡын, уларҙың изге, күңелде үҫтерә, тәрбиә бирә торған яҡтары ла байтаҡ: күптәре батырлыҡ­ҡа, сабырлыҡҡа, миһырбанлыҡҡа, фиҙакәрлеккә өйрәтә, ғәҙеллеккә өндәй… Ә бөгөнгө аңлайышһыҙ маҡ­сатты күҙаллаған әкиәттәр, йәнһүрәт­тәр тәьҫирендә үҫкән балаларҙың киләсәген яҡынса төҫмөрләү ҙә аяныс уята. Был ғәмһеҙ мәғлүмәттәр тул­ҡынынан нисек һаҡланырға икән?

Әгәр бәләкәсебеҙҙе батыр рухлы, ныҡлы, изге йәнле итеп тәрбиәләргә теләйбеҙ икән, тәүге көндән үк үҙе­беҙҙе төрлө яҡлап үҫтереүҙе маҡсат итеп алырға тейешбеҙ, тимәк. Йөрәктә бер ниндәй бойоғоуға ла урын ҡалдырмайыҡ. Атай-әсәйҙең яҡты күңел торошо, маҡсат менән йәшәүе, тигеҙ холҡо, сабыйына һәм киләсәккә ышанысы, рух ныҡлығы үҫеп килгән быуындың зиһененә көслөрәк тәьҫир итә барыбер.

Һәр бала үҙ бәхете, үҙ өлөшө менән тыуа, тиҙәр. Сабый ниндәй ғаиләлә, ниндәй мөхиттә, ниндәй заманда донъяға килергә тейеш – барыһы ла Йыһан тарафынан алдан билдәләнгән, тиелә боронғо яҙмаларҙа. Беҙҙең бурыс: үҙебеҙҙең яҙмышты еңеү һәм баланың маңлайына яҙылған тәҡдирен лайыҡлы үтергә ярҙам итеү. Ғаилә – ул белем усағы, унда яратҡандарыбыҙ хаҡына үҙебеҙҙе ҡорбан итеү, бәхеттең ысын асылына өлгәшеү һабаҡтары алабыҙ. Әммә ҡорбан һүҙенең мәғәнә­һен дә дөрөҫ аңлау зарур. Ул үҙеңде көсләп, булмышыңды һындырып, ҡорбан итеүҙе түгел, ә яҡындарың мәнфә­ғәтенә яратып, теләп, ысын күңелдән хеҙмәт итеүҙе күҙ уңында тота. Үҙ бөтөнлөгөн һаҡлаған, камиллыҡҡа ынтылған, рухлы, маҡсатлы, белемле кеше генә донъяны ысын мәғәнәһендә яҡтыраҡ, бәрәкәтлерәк итә алалыр.

Бала тәрбиәләүҙ йыш осраған хаталар:
Яратыу һүҙе менән һатыулашыу
“Әгәр һин мин теләгәнсә эшләмәһәң, һине башҡа бер ҡасан да яратмаясаҡмын”
– Был алым балаға ысынында көслө тәьҫир итә, әммә яратыу һүҙе менән һатыулашыу бер ҡасан да ыңғай һөҙөмтә бирмәй. Бала, мине яратмайҙар икән, тип уйлауы ихтимал. Ул ысулды йыш ҡулланһағыҙ, алдағаны­ғыҙҙы һиҙеп, һеҙгә ышанмаҫҡа ғәҙәтләнеүе лә бар. “Мин һине барыбер яратам, әммә әлеге ҡы­лығың менән бер ҙә риза түгел­мен”, – тип әйтеү отошлораҡ.

Бошмаҫлыҡ, битарафлыҡ
“Нимә теләйһең, шуны эшлә – миңә барыбер”
– Ниңә ерле-юҡ менән баш ватырға. Әйҙә, үҙе хәл итһен, тиҙерәк үҙаллылыҡҡа өйрәнер, – тип уйлай атай-әсәй. Ләкин яҡындарының битарафлығын күргән бала, яңынан-яңы насар­лыҡтар ҡылып, иғтибар үҙәгендә ҡалырға тырышасаҡ. Бала ме­нән дуҫтарса йылы мөнәсәбәт ҡороу, уның тормошонда әүҙем ҡатнашыу һәм терәк булыу кө­төлмәгән ҡатмарлыҡтарҙан ҡот­ҡарыр. “Беләһең, мин һине яратам, әммә үҙеңде улай тотоу килешмәҫ. Әйҙә, һөйләшеп алайыҡ. Һине нәмә борсоғанын аң­лағым килә”, – тип өндәшеү ҙә бәләкәстең күңелен йомшартып ебәрәсәк.

Балаларҙы артыҡ иркәләтеү
“Ҡуйсы, балам, яфаланма, үҙем барыһын да эш­ләрмен”
– Бала саҡ – ҡыҫҡа мәл, рә­хәтләнеп уйнап туйһын. Уны аҡыл өйрәтеүҙәр һәм мәшәҡәт­тәр менән ҡаңғыртыу ярамаҫ, – тигән ысул да үҙен аҡламай. Артыҡ ҡурсалау, иркәләтеү һәм тормош юлында осраған һәр кескәй ҡаршылыҡтан һаҡларға маташыу – баланы бәхетһеҙ­леккә этәргән иң ышаныслы юл. “Ошо эш һинең ҡулыңдан килә, мин һиңә ышанам”, – тигән һүҙ кәрәк был осраҡта.

Көсләп тағылған роль
“Минең балам – иң яҡын дуҫым һәм серҙәшем”
– Бәләкәс өсөн атай менән әсәй – Ер йөҙөндәге иң изге, иң ҡәҙерле кешеләр. Уларҙың һөйөүен яулау өсөн бала өл­кәндәрҙең ҡатмарлы мәсьә­ләләргә тулы сәйер донъяһына сумырға ла әҙер. Шул уҡ ваҡытта ошо йәшкә хас мөһим үҙ һорауҙары хәл ителмәйенсә ҡалыуы бар.

Насар кәйеф йоғонтоһо
“Яраймы, юҡмы? Кәйефемдең нисек булыуына бәйле”
– Эштәге ҡатмарлыҡтарҙан, ғаиләләге аңлашылмаусанлыҡ­тан үҙҙәрен көсһөҙ тойоуҙан интеккән атай менән әсәй йыш ҡына балаларына асыуын сыға­ра. “Бының бер насарлығы юҡ. Һуңынан ҡыйбатлы бүләк йәки ғәфү үтенеү менән күңел яраларын ямарға мөмкин булыр”, – тип ышана үҙҙәре. Әммә бала күңелендәге яра ямалмауы ла ихтимал. Үҙегеҙҙе тигеҙлектә тоторға тырышығыҙ. Бәләкәс һеҙҙең нәфрәтле мәлегеҙҙе күрмәһен.

Альбина ҒӨБӘЙҘУЛЛИНА.



Теги:




Яңы һан



Журнал архивы



Һеҙҙең мөнәсәбәт

Сайттың яңы дизайны оҡшаймы?



Тауыш бирергә Һөҙөмтәләр



Мы в Одноклассниках
Мы на Facebook