«Башҡортостан ҡыҙы» яҙмышыма яҙылған

«Башҡортостан ҡыҙы» яҙмышыма яҙылған “Башҡортостан ҡыҙы” коллективы ҙур түгел: ун кеше эшләй. Бөтәһе лә күптән таныш.
Коллектив менән таныштырырға өлкә комитеттың пропаганда һәм агитация бүлеге мөдире үҙенең урынбаҫары Әхнәф Мөҙәрис улы Дилмөхә­мәтовты ебәрҙе. Унан алда идеология буйынса секретарь Таһир Исмәғил улы Ахунйәновҡа Урал Насир улы менән инеп сыҡҡайныҡ. Секретарь үҙе лә, элекке мөхәррир булараҡ (ул “Ҡыҙыл таң” гәзитен етәкләгән), фәһемле кә­ңәштәрен бирҙе:

– Урынбаҫарҙы ир-егеттәр араһы­нан ал, үҙеңә терәк булыр. Редколлегия исемлеген яңынан төҙө, матбуғат бүлегендә хәл итерҙәр. Журналдың абруйын күтәрергә, тиражын арттырырға кәрәк. Халыҡ менән йышыраҡ осрашырға тырыш, райондарҙа, ҡатын-ҡыҙҙар күбе­рәк эшләгән урындарҙа төрлө тематик саралар үткәр. Һин – өлкә комитет журналы етәксеһе, урындағы түрәләр менән ҡурҡмайынса һөйләш. Ниндәй мәсьәлә килеп сыҡһа ла, мотлаҡ өлкә комитет һәм Урал Насир улы менән кәңәшләшеп тор, – тип, ишек төбөнә тиклем оҙата килде. Сығып барғанда, артыҡ йәш булыуым шик уяттымы: “Командовать итә беләһеңме һуң?” – тине, ниңәлер, ҡаты ғына итеп.

– Беләм! – тинем ышаныслы тауыш менән. Быныһын да шаштырманым: күмәк балалы ғаиләлә өлкән апай, тиҫтерҙәрем араһында лидер, педагогия училищеһында өс йыл уҡытыусы булған кеше бит әле мин. “Командовать иткән” бар инде ул.

Оҙатып килеүсе: “Яңы мөхәррирегеҙҙе таныштырып тораһы түгел, элек­тән бер ҡатта эшләгән кешеләрһегеҙ, ул – өлкә комитет бюроһы тарафынан тәғәйенләнгән етәксегеҙ, тыңлағыҙ уны, хөрмәт итегеҙ, әгәр ҙә оҡшамай икән, тәүҙән үк ғариза яҙып эш урыныѓыҙ­ҙы бушатығыҙ”, – тине лә ҡайтып китте. Хеҙмәткәрҙәр ҙә үҙ бүлмәләренә таралышты. Мин күптән түгел был донъянан киткән кешенең бүлмәһендә, уның шәхси кейемдәре, әйберҙәре араһында ултырып ҡалдым. Ҡурҡындыра ла бит әле. Бүлмәнең элекке хужаһы килеп инер йәки күҙгә күренер кеүек. Ярай әле, күрше ҡабул итеү бүлмәһендә Наилә “туҡ-туҡ” килеп машинкала баҫып ултыра. Иң ғә­жәпләндергәне: минең кабинетҡа берәү ҙә инмәй.

Эште ниҙән башларға? Был һорауға оҙаҡ баш ватып ултырырға тура килмәне. Сөнки график буйынса журналды әҙерләп, макетлап типографияға баҫтырырға тапшырыу ваҡыты ла ет­кән, ә материалдар юҡ. Коллектив ағзалары, баш мөхәррир булмағас, бигерәк тә фажиғәнән һуң шаңҡыу хәлендә йөрөгәндәрҙер инде.
Иң тәүҙә уларға бер кемде лә сәбәп­һеҙ эштән ебәрергә теләмәгәнемде ышандырырлыҡ итеп аңлатырға тура килде. “Ҡасан китәм”, тип йөрөгән ке­ше нисек ижад итә алһын?! Нишләргә кәрәклеген эш үҙе күрһәтер. Өлкә комитет вәкиле киткәс, бер аҙ шаңҡып ултырҙым да, йыйыштырыусыны һәм йәшерәк хеҙмәткәрҙәрҙе саҡырып, бүлмәне рәткә килтереп алдым. Шунан һуң эш ҡағыҙҙары араһынан өлкә коми­тет тарафынан раҫланған эш планын (элек коллектив төҙөгән өс айлыҡ эш планы юғарыла раҫлана һәм үтәлмәгән һәр пункт өсөн аңлатма яҙырға тура килә ине) табып алып, өҫтәмәләр индерҙем дә, бүлек мөхәррирҙәрен йыйып, ике-өс көндә әҙерләп бөтөргә күрһәтмә бирҙем. Һуңларға ярамағанын улар үҙ­ҙәре лә белә: графиктан сыҡһаң, беҙҙән һуң сыға торған баҫмалар һуңлай, мө­хәррир яуапҡа тарттырыла, журналға штраф һалына, партия, профсоюз йыйылыштарында тикшереп, йыл буйына тәнҡит утында ҡыҙҙырырға мөмкиндәр.

Коллектив йәнләнеп, дәртләнеп эшкә тотондо. Мин башҡа редакцияларҙа эш­ләгән журналистарға, яҙыусыларға геройҙарын, темаларын әйтеп, “Башҡортостан ҡыҙы” өсөн материалдар әҙерлә­шеүҙәрен һораным. Аҙна-ун көн эсендә ике-өс һанлыҡ әйбер йыйылып китте.
Ҡеүәтләп әҙерләнгән һан һуңламаны. Хеҙмәткәрҙәр командировкаларға сыға башланы, юлда, коридорҙа, ҡә­ләмдәштәрем өйгә шылтыратып, хәлде һораша, кәңәштәрен бирә, тик һаман да кабинетҡа инеүселәр һирәк. Башҡа редакциялар гөрләп эшләй. Мин беҙҙә лә шулай булыуын теләйем. Өлкә комитетҡа саҡырып та, шылтыратып та хәлде белеп торалар. Шулай бер көн аптырап ултырғанда, бүлмәгә ҡояштай балҡып, Мостай ағай килеп инде. Ике ишекте лә асыҡ ҡалдырҙы.

– Хәлдәр нисек, редактор иптәш, эштәр барамы? “Ағиҙел” журналында редколлегия ултырышында булғайныҡ. Һөйләшеп, һыуһап кителгән. Сәй ҡу­йып ебәрһәгеҙ ине. Коллективыңды ла саҡыр.

Бер аҙҙан гөрләшеп сәй эсә инек инде. Ишектәр асыҡ. Коридорҙан үтеп-һүтеп йөрөгән журналистар беҙгә аптырап ҡарап китә, ғәжәпһенгән тауыштары ла ишетелеп ҡала: “Башҡортостан ҡыҙы” на Мостай Кәрим килгән! Ниңә, фажиғә кисергән коллективта ғүмер буйы матәм булырға, кеше лә килмәҫкә тейешме икән ни?! Аҡыллы кеше хәлебеҙҙе аңлап, тәүҙә үҙе килеп, абруйы менән башҡаларға ла юл асты. Йәш мөхәрриргә рухи көс, эшенә ышаныс, күңеле һына яҙған коллективҡа дәрт-ҡеүәт өҫтәп китте. Мин был хаҡта 80-се йылдар уртаһында рәхмәтемде белдереп, журналда “Юлдарҙа аҙашмаҫ, йырҙарҙа алдашмаҫ өсөн” тигән мәҡә­ләмдә яҙып сыҡҡайным (ул ҡыҫҡартылып халыҡ шағирына арналған альбомда ла баҫылды).
Мостай Кәрим ингән ергә башҡалар ниңә килмәһен. Ошо көндән һуң редакциянан кеше өҙөлмәне. Журнал өсөн материал килтереүҙән тыш, нин­дәй ге­нә йомош менән килмәй ине улар республиканың төрлө мөйөштә­ренән?!

Күпме генә үҙемде еңергә, кире хистәремде тыйырға тырышһам да, инеп ултырғы килмәй бит инде мөхәр­рир кабинетына. Нимә тотһаң да, апай­ҙың ҡулланған әйберҙәре: телефон, Үҙәк һәм өлкә комитет документтары, ҡарарҙар, исемлектәр, пландар... Бер көн бөтәһен дә сумкама тултырҙым да киттем Урал Насир улына:

– Йә, ниндәй күрһәтмәләр бар? – тип шаяртып ҡаршы алды ул ғәҙәтенсә.
Мин ҡағыҙҙарҙы уның өҫтәленә һалдым: “Бына ошоларҙы яңыға алмаш­тырып бирһәгеҙ ине. Улар апайҙан ҡалған, мин уларға тотонорға ҡурҡам”. Ағай бер ни ҙә өндәшмәй генә миңә аптырап ҡарап торҙо ла, ярҙамсыһын саҡыртып, ҡағыҙҙарҙы яңыға алмаштырып килтереүен һораны.
– Тағы ниндәй күрһәтмәләрең булыр? Кабинетыңа өйрәндеңме әле?

Мин ҡыйыуланып киттем:
– Өйрәнә алмайым шул, Урал Насир улы. Ҡурҡам мин унда инергә. Ремонт эшләнһен ине, стеналары, түшәм­дәре шыр туҙан бит. Ишек тотҡалары ла төшөргә генә тора... Ҡатын-ҡыҙҙар журналы редакцияһының бүлмәләре матур булырға тейеш тә инде.
– М-м-да-а! – тип ҡуйҙы ағай, саллана башлаған сәстәрен һыйпап. – Һинең менән эшләү бик ҡыҙыҡ булмаҡсы бит әле... Быға тиклем бер мө­хәррирҙең дә ремонт талап итеп өлкә комитетҡа килгәне юҡ ине.

Пропаганда һәм агитация бүлеге мөдире эшлекле тауыш менән кемдәр­гәлер күрһәтмәләр бирҙе, юғары ҡатҡа менеп төштө лә: “Күрһәтмәләрең үтә­лер, бар ҡайт, эшеңдә бул”, – тип оҙа­тып ҡалды.

“Дөрөҫ эшләнемме икән ремонт талап итеп?” – тигәнерәк уйҙар үтә баштан. “Дөрөҫ эшләнемдер, редакцияның хеҙмәткәрҙәре, бүлмәләре, эш шарттарын яҡшыртыу хаҡында хәстәр­лек күреү – минең бурыс. Аңларға тейештәр!” Был йома көн ине. Ә дүшәмбе эшкә килһәм, ни күрәйем: ҡабул итеү бүлмәһе менән баш мөхәррир кабинеты ремонтлап ҡуйылған: иҙән-түшәм, стеналар “ялт” итеп тора, кемдәрҙер өҫ­тәл-ултырғыстарҙы яңыға алмаштырып йөрөй. “Ленинсы” (хәҙерге “Йәшлек”) гәзитенең мөхәррире Вәзир ағай Мостафин келәм, юл балаҫтары тотоп, ғәжәпләнгәндәй, осраған кешеләргә һөйләп, беҙҙең бүлмәгә инеп килә: “Үткән аҙнала ғына алғайныҡ, бөгөн иртән Урал Насир улы шылтыратып, “Башҡортостан ҡыҙы”на индереп бирергә ҡушасы...”
Ҡот инеп, сафланып киткән бүлмә­ләргә яңы гөлдәр ултырттыҡ. Өлкән шағирәбеҙ Фәүзиә Рәхимғолова апай өйөнән икешәр еҫле гөл һәм кактустар килтерҙе. Кактустар уның иҫтәлеге булып һаман да үҫеп ултыра.

Ғәҙәткә ингән булды микән, аулаҡ ҡалған саҡта бер-бер артлы инеп, “изгелекле кәңәштәр” биреү башланды:
– Гөлфиә Аҙнағоловна, бына минең күрше өҫтәлдә эшләгән хеҙмәткәр апайың мәҡәлә яҙа белмәй ҙә инде ул. Бүлек мөдире вазифаһынан бушатырға кәрәк...
– Фәлән апайығыҙ һеҙҙең хаҡта: “Башы инһә, аяғы инмәгән, эш талап итеп маташа”, – ти, ҡыуығыҙ һеҙ уны!
Былай эшләп булмай бит инде. Нисек туҡтатырға кире хәлде?
Яҡын күргән яҙыусы апай менән дә һөйләшеп ҡарарға булдым.

– Етәксе хәйләкәр булырға тейеш. Ҡурҡып торһон ул һинән хеҙмәткәр­ҙәрең.
– Юҡ, ҡурҡмаһындар, ышанһындар, инициатива күрһәтһендәр, тәҡдимдәр индерһендәр, – тим. – Беҙҙең хеҙмәт өсөн бит илһам, күңел ҡанатланыуы мөһим. Ҡурҡҡас, нисек ижад итмәк кәрәк?! Юҡ, бармай миңә был алым.

Апайым, үҙ ҡарарын сығарып, мине йәлләп арҡамдан һөйөп ҡуйҙы:
– Ихлас, һәләтле шағирәһең, үҙен­сәлекле журналисһың, әлбиттә, әммә һинән ҡаты ҡуллы, киң ҡарашлы етәксе сыҡмаясаҡ. Йәл, бик йәл, – тип китеп барҙы.
Был мәсьәлә буйынса үҙҙәре оҙаҡ йылдар республика гәзиттәрендә баш мөхәррир булып эшләгән ағайҙарға мөрәжәғәт итергә кәрәк булған. Аҙаҡ шулай эшләнем дә. Абдулла Исмәғилев (“Совет Башҡортостаны”), Ремел Дашкин (“Ҡыҙыл таң”), Йәүҙәт Хөсәйенов (“Вечерняя Уфа”) ағайҙар һәр саҡ хәлемде белешеп, нисек тә ярҙам итергә әҙер торған киң эрудициялы, талапсан, талантлы етәксе, ихтирамлы, һөйкөмлө кешеләр ине. Мин уларға ғүмерем буйы рәхмәтлемен. Үҙҙәренә ниндәйҙер кимәлдә конкурент булған “Башҡортостан ҡыҙы” беҙҙә ҡунаҡта” тигән рубрика аҫтында баҫылған материалдарҙы күпме әҙерләп бирһәң, шунса тапҡыр берәр бит итеп баҫтырырҙар ине. Машина һораһаң, уны биреп торалар, кәңәшкә инһәң, ихласлап ҡабул итәләр, сит ил ҡунаҡтары, журналистары, Үҙәк Комитет, өлкә комитет вәкилдәре менән рәсми һөйләшеү ваҡыттарында сетерекле һорауҙарҙан, күңел ҡырылыуҙан ҡурсалайҙар, яҡшы яҡтан күрһәтеп, абруйҙы күтәрергә тырышалар. Ауыр тупраҡтары еңел, гүрҙәре яҡты булһын өлкән коллегаларымдың.
Ә ошаҡлашыу ғәҙәтен мин былай итеп яйланым.

Айырым-айырым иҫкәртеүҙәр ҙә һөҙөмтә бирмәгәс, бер көн коллегаһына ғәҙәттәгесә “бысраҡ һыу һи­бергә” тип һүҙ башлаған хеҙмәт­кәрем янына бөтә коллективты саҡырҙым һәм ҡаты ғына итеп: “Бына, фәлән апай, миңә һөйләй торған һүҙҙәрегеҙҙе бө­тәбеҙгә лә әйтегеҙ, – тинем. – Былай эшләп булмай, беҙҙең уңыштар ҙа, шатлыҡ-тәнҡиттәр ҙә уртаҡ булырға тейеш. Коллектив татыу йәшәһен, журнал һәйбәт сыҡһын өсөн беҙ бер-беребеҙ менән асыҡ, ихтирамлы мөнәсәбәттә эшләргә бурыслыбыҙ. Хаталарҙы ла бергәләп төҙәтәйек”. Апайыбыҙ ҡаушап китте, ҡыҙарып-бүртенде. Миңә “сер”ҙе асҡан өсөн үпкәләп ҡарап ултыра.

– Мин ни, изгелек теләп кенә әй­тергә уйлағайным да, бөтә коллективҡа фаш итмәһәгеҙ ҙә була ине бит, – ти, күҙ йәштәрен һөртөп. Йәлләһәм дә, күрмәмешкә һалыштым. Үҙемде тыныс, ышаныслы тотам.

– Бынан һуң гел шулай буласаҡ: кем ошаҡ менән инә, мәсьәләне хәл итеү өсөн бөтәгеҙҙе лә саҡырасаҡмын. Бер-беребеҙҙән йәшерен серҙәр булырға тейеш түгел! Миңә бары тик яңы идеялар, тәҡдимдәр, кәңәштәр менән генә мөрәжәғәт итегеҙ! Ә хәҙер гөр­ләшеп сәй эсеп алайыҡ. Алдағы эш хаҡында өҫтәл артында һөйләшербеҙ. Наиләнең сәйе ҡайнаған. “Минең кем хаҡында, нимә әйткәнемде генә һатмаһа ярар ине”, – тип баштарын аҫҡа эйеп ултырған апайҙарым йәнләнеп китеп, көлөшә-көлөшә сынаяҡтарға үрелде.

Шуныһы ҡыуаныслы: ошо ваҡиға­нан һуң бер кем дә миңә ошаҡ менән инергә баҙнат итмәне. Тиҫтә йылдар буйына. Һирәкләп яңы хеҙмәткәрҙәр ҙә эшкә алынды. Улар ҙа был талапҡа тиҙ өйрәнде. Ә бер-береһенең мәнфә­ғәтен яҡлап мөрәжәғәт итәләр ине:

– “Сәриә апай командировканан төндә генә ҡайтҡан, өйөндә ял итһен әле. Уның бүлегенә кешеләр килһә, үҙем ҡабул итермен”, йәки: “Ғәлиә апай­ға дауаханаға барып килергә кәрәк, эшем ҡала, тип, һаулығына иғтибар итмәй, һеҙ әйтеп ҡарағыҙ әле”, – ке­үегерәк үтенестәр генә ишетелде.

Гөлфиә ЮНЫСОВА.

(Башы 9-сы һанда. Дауамы бар.)



Теги:




Яңы һан



Журнал архивы



Һеҙҙең мөнәсәбәт

Сайттың яңы дизайны оҡшаймы?



Тауыш бирергә Һөҙөмтәләр



Мы в Одноклассниках
Мы на Facebook