«Ата-бабабыҙҙың һәр ғәмәлендә оло аҡыл ята»
Журналды ҡулға алғас та уҡыусыбыҙҙың ҡарашы иң тәүҙә тышлыҡтағы һүрәткә төшә. Тышлыҡтағы һүрәт – баҫманың йөҙө генә түгел, йыш ҡына уҡыусының сираттағы һанды нисек ҡабул итеүе лә тап уға бәйле, тиһәк тә, арттырыу булмаҫ. Редакция коллективында хатта шундай ышаныу йәшәй: тышлыҡта төшкән һылыуҙарҙы артабан мотлаҡ яҡшы үҙгәрештәр көтә – гүйә, республикабыҙ ҡатын-ҡыҙҙарының әхирәте, кәңәшсеһе, рухи терәге булған баҫма уларға үҙ фатихаһын бирә.
Беҙ журналыбыҙҙың йылъяҙмаһына ингән гүзәлдең – һүрәте 1982 йылдың апрель һанын йәмләгән Башҡорт дәүләт педагогия институты студенткаһы, Ленин стипендиаты Земфира Байбулатованың (хәҙер – Тимербаева) бөгөнгө яҙмышына күҙ һалмаҡсы булдыҡ.
“Башҡортостан – икенсе Швейцария түгел, Швейцария – икенсе Башҡортостан!” – 2001 йылда Швейцарияла донъя ғалимдары конгресында башҡорт ҡыҙы яңғыратҡан был ҡыйыу һүҙҙәр күпте күргән, күпте белгән ғилем эйәләрен башта таң ҡалдыра. Мәртәбәле йыйынды сығышының тәрән йөкмәткеһе менән генә түгел, сағыулығы, батырлығы менән дә әсир иткән һылыу Башҡорт дәүләт педагогия институтының иҡтисади география кафедраһы өлкән уҡытыусыһы, тыуған яҡты өйрәнеү буйынса республикала абруйлы белгес Земфира Тимербаева була.
“Бөтә ер шарынан йыйылған фән эшмәкәрҙәренә Башҡортостандың ысынлап та донъялағы иң гүзәл төбәк икәнлеген дәлилләгем килде, – ти ул. – Сулпыларымды сылтыратып, ебәк еләнде елберҙәтеп килеп сығыуым булды, барыһы ла шымып ҡалды. Үҙем менән алып килгән ҡумыҙҙың тәүге ауаздары яңғырау менән илаһи тынлыҡ урынлашты. Тәбиғәтебеҙҙең ҡабатланмаҫ күренештәрен сағылдырған видеофильмды, фотоһүрәттәрҙе форумда ҡатнашыусылар балалар һымаҡ арбалып ҡараны”.
Земфира Шәрифйән ҡыҙының ғилми доклады көслө алҡыштар менән оҙатыла. Күстәнәс башҡорт балын, сәк-сәген иһә һәммәһе ҡат-ҡат һорап тәмләй. Бына шулай ул төрлө ҡитғаларҙан килгән фән әһелдәрендә илебеҙгә, халҡыбыҙға, тәбиғәтебеҙгә ҡарата ихлас ҡыҙыҡһыныу ғына түгел, оло ихтирам уятыуға өлгәшә. “Был ханымдағы тыуған илен яратыу тойғоһо бер нисек тә битараф ҡалдыра алмай, уны тыңлағандан һуң бер ҙә күрмәгән Уралды һөйөү тойғоһо һиңә лә күсә – ғәжәп...” – тип яҙасаҡ һуңынан тәьҫораттар дәфтәрендә Африканан килгән бер ғалим.
Бына утыҙ йылдан ашыу инде Земфира Шәрифйән ҡыҙы үҙ фәндәре – иҡтисади география, төбәк географияһы аша илде һөйөү, ҡәҙерләү, уның менән ғорурланыу тойғоһон студенттарында тәрбиәләй. Ошо дәүерҙә ул был фәндәрҙе уҡытыуҙың үҙенә генә хас алымын булдырған: тәүҙә студенттарға киң ғилми мәғлүмәттәр еткерә, артабан ер-һыуҙарыбыҙ, урман-тауҙарыбыҙ хаҡында боронғо халыҡ легендаларын, риүәйәттәрен өйрәнәләр, унан һуң үткән быуаттарҙағы рус ғалимдарының Башҡортостан тәбиғәтенә, көнитмешенә ҡағылышлы хеҙмәттәре менән таныштыра. Земфира Шәрифйән ҡыҙының йәйҙәре лә шәкерттәре менән үтә: уларҙы бай тәбиғәтебеҙ ҡомартҡылары буйлап сәйәхәткә алып сығып китә.
– Рус ғалимдары ата-бабаларыбыҙҙың тәбиғәтте ололауына, изгеләштереүенә һоҡланған. Йылдар дауамында башҡорт илен өйрәнгән Иван Лепехин былай тип яҙа: “Торатау башына күтәрелгәс, гербарийым өсөн артыш өҙөргә уҡталғайным, оҙатып йөрөүсе башҡорт миңә йоҙроҡтары менән ташланды: “Был тауҙан артыш өҙөү түгел, бер нәмә лә алып төшөү, хатта таш та алыу ярамай!”
Милләте буйынса немец Петер Симон Паллас: “Башҡорт – тәбиғәт балаһы. Ҡышын ул йәй етеүен, ғаиләһе, мал-тыуары менән йәйләүгә сығыуын зарығып көтә”, – тип билдәләй. Халҡыбыҙҙың үҙ тормошон тәбиғәт ҡанундарына ярашлы, үҙен уның бер өлөшө итеп тойоп ҡороуында, ғөмүмән, тирә-яҡ мөхиткә ҡағылышлы һәр ғәмәлендә оло аҡыл ята. Шул уҡ йәйләүгә сығыуы ла – йәйен иркен сәхрәлә йәшәү теләгенән генә түгел, ҡышлау урынын ял иттереү кәрәклеген белеүҙән дә. Паллас башҡорттоң батыр булыуы уның тик көслө йәнлеккә һунар итеүенән дә килеүен әйтеп үтә. Ата-бабаларыбыҙ көсһөҙ кейекте ауламаған (уны өйөрҙәге көслөрәк йәнлектең ризығы тип ҡараған), бының менән ул тәбиғәтте көйләүсе ролен дә үтәгән.
Был ҙур ғалимдарҙың, шулай уҡ Сергей Руденко, Петр Рычковтың хеҙмәттәрен Рәсәй милли китапханаһында ҡулъяҙмаларҙа өйрәнгән Земфира Тимербаева студенттарына ата-бабаларыбыҙҙың юғары экологик мәҙәниәтле халыҡ булыуын еткерергә ынтыла һәм йәштәрҙе шул халыҡтың вариҫтары икәнлеген онотмаҫҡа саҡыра. Бөгөн, тәбиғәтте һаҡлау мәсьәләһе йылдан-йыл киҫкенләшә барғанда, мәҫәлән, изге тауҙарыбыҙ – Стәрлетамаҡ эргәһендәге шихандар ҡурсалауға мохтаж булғанда, был айырыуса мөһим.
– Япондарға Фудзияма тауы, африкандар өсөн – Килиманджаро, әрмәндәргә Арарат нисек изге булһа, беҙҙең өсөн шихандар шулай ҡәҙерле. Улар – Торатау, Йөрәктау, Шахтау, Ҡуштау – бөтә Урал территорияһы океан төбөндә булған саҡта, бынан 300 миллион самаһы йыл элек, барлыҡҡа килгән гигант коралл рифтар. Был ҡомартҡыларҙың донъя кимәлендәге ҡиммәте бик борондан билдәләнә. 19-сы быуатта шихандарҙы өйрәнгән инглиз ғалимы Родерик Мурчисон уларҙы һаҡлау бөтә кешелек өсөн әһәмиәтле булыуын әйтеп ҡалдыра. Дүрт тауҙың иң мөһабәте Шахтау “Сода” заводына сеймал өсөн шартлатылғас, ғалимдар уның эсендә палеозой эраһы пермь системаһының ташҡа әйләнгән үҫемлектәр, хайуандар донъяһы тулыһынса һаҡланыуына таң ҡала. Ҡалған шихандар уның яҙмышын ҡабатларға тейеш түгел. Беҙ, университеттың бер төркөм ғалимдары, утыҙ йылдан ашыу тупланған тикшеренеүҙәрҙе туплап, ошо тауҙарҙың мөһимлеген асыусы ғилми проект әҙерләнек һәм ҙур халыҡ-ара грантҡа эйә булдыҡ. Сәнәғәт өсөн файҙаланылған Шахтау карьерын хараба хәлендә ҡалдырыу ҡот осҡос вәхшилек булыр ине. Беҙҙеңсә, уны асыҡ һауа аҫтындағы, айырым һаҡлауҙағы музей итеү, был музейға донъя кимәлендәге статус биреү зарур. Еребеҙҙең геологик үткәнен, әлмисаҡтағы хайуандар, үҫемлектәр донъяһын бөтә сағылышында күҙ алдына баҫтырыу, тәрән өйрәнеү мөмкинлеген биреүсе ҡабатланмаҫ урын ул һәм Ер шарында бындай ҡомартҡылар бармаҡ менән һанарлыҡ, – ти Земфира Шәрифйән ҡыҙы.
Ул рус әҙәбиәтендә башҡорт халҡының тормошо, тәбиғәте нисек сағылдырылыуы, Лев Толстой, Антон Чехов, Максим Горькийҙың урман-тауҙарыбыҙ, яландарыбыҙға мөкиббән китеп һоҡланыуы, башҡорт ҡымыҙын эсеп һауығыуы, йомарт еребеҙгә, ҡунаҡсыл халҡыбыҙға рәхмәтле булыуы хаҡында ла бик оҙаҡ һөйләргә әҙер. “Лев Толстой хатта үҙенең бер яҙмаһында, таңда сулпыларының нисек сыңлауын тыңлап ятып, бейә һауыусы ҡыҙҙарҙың ҡайһыһы үтеп китеүен дә тасуирлай”, – ти ул.
Башҡортостандың мәғариф алдынғыһы, “Йыл уҡытыусыһы-2001” баш ҡала бәйгеһе лауреаты Земфира Тимербаева – төбәк, Рәсәй, сит ил иҡтисади географияһы буйынса республикала бик аґ белгестәрҙең береһе. Йөҙҙән ашыу ғилми хеҙмәт авторы ул, тыуған яҡты өйрәнеү буйынса әсбаптар, дәреслектәр сығарыуға, программалар төҙөүгә ифрат ҙур тырышлыҡ һалған. Башҡортостан Мәғарифты үҫтереү институтында белемдәрен камиллаштырыусы мөғәллимдәр алдында, башҡа уҡыу йорттарында ла лекциялар уҡырға өлгөрөүсе ханымдың уңғанлығына һоҡланырға ғына ҡала.
Студент сағынан әүҙем йәмәғәт тормошонда ҡайнап йәшәгән Земфира Шәрифйән ҡыҙы оҙаҡ йылдар туған факультетында профсоюз комитетын етәкләй, университетта Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу штабы етәксеһе булған, һәр һайлауҙа участка комиссияһына етәкселек итә. Студенттарҙы ғына түгел, мәктәп уҡыусыларын да ғилми-тикшеренеү эшмәкәрлегенә йәлеп итеү өсөн ҙур эш башҡара ул: Башҡортостандың Кесе ғилми академияһында секция етәксеһе, жюри ағзаһы булып тора.
– Ожмахтай ерҙә йәшәүебеҙ менән бәхетлебеҙ. Ләкин ул ерҙе ҡәҙерләмәй ғүмер итәбеҙ икән, гонаһтарҙың иң олоһон ҡылабыҙ, – тип ҡабатлай Земфира Шәрифйән ҡыҙы. – Кеше, цивилизацияның ниндәй генә ҡаҙаныштарынан файҙаланһа ла, тәбиғәт балаһы булып ҡала. Шул хаҡта онотоп, унан айырыла икән, бөтөнлөгөнән яҙа. Мин йәшәү ҡеүәтем кәмеп, талсығып киткән сағымда, тыуған яғыма – Күгәрсен районындағы Теләүембәт ауылына, “урман, йылғаның ғына түгел, өнһөҙ таштың да йәне бар”, тип өйрәтеп үҫтергән атайым менән әсәйем янына юлланам. Ауылым һауаһын һулап, Һалҡын шишмәнең һыуын уртлау менән һулыштар иркенәйеп, көс-ғәйрәт инеүен тоям. “Тыуған яғым батырҙары”, “Мин был ерҙе яратам” тигән китаптарым – йәнтөйәгемә булған сикһеҙ рәхмәтемдең кескенә сағылышы.

Альмира КИРӘЕВА.
Теги: