Айыҡ туйҙар аша - айыҡ тормошҡа
Күлдәр, тауҙар төйәге булған Әбйәлилдең кирәмәтле ер булыуы, халҡының дәртлелеге һәм дарманлылығы хаҡында байтаҡ легенда йәшәй.
Заманында “Һаумыһығыҙ, ауылдаштар”, “Кейеҙ”, “Шәжәрә” байрамдарын, “Айыҡ ауыл” акцияһын башлап ебәргән әбйәлилдәр быйыл “Айыҡ туй” бәйгеһен иғлан итте. Район ҡатын-ҡыҙҙар советының был башланғысын йәштәр ихлас ҡаршы алды, әле туйҙарын иҫерткес эсемлектәрһеҙ үткәргән парҙарҙың егерменән ашыуы бәйгеселәр исемлегенә индерелгән. Йәштәрҙең яңылыҡты хуплап күтәреп алыуы – был яҡ кешеләренең яңылыҡҡа ғына түгел, яңырыуға ла ихлас йөҙ бороуҙарының сағыу күрһәткесе ул.
Йәш быуын бөгөн бик белемле һәм мәғлүмәтле. Улар йәшел йыландың милләтебеҙҙең төп дошманы икәнен яҡшы белә һәм аңлы рәүештә сәләмәт тормош һайлай. Ҡайһы бер йәштәрҙең эскелек һаҙлығына батҡан ата-әсәләрен, хатта олатай-өләсәйҙәрен изге юлға өндәүҙәренә, уларға иман хаҡында төшөндөрөүҙәренә шаһит булырға тура килә. Милләтебеҙҙең яйлап ҡына рухи таҙарыныу һәм яңырыу кисереүе – сикһеҙ ҡыуаныслы хәл.
Беҙҙең халыҡта абруйлы өлкәндәр менән бер рәттән, алдынғы ҡарашлы, көслө рухлы, белемле йәштәр ҙә алдан юл ярып йөрөр булған. Бөтә хәл иткес, тарихты үҙгәрткес, халыҡ тормошона яңы һулыш өрөр ваҡиғалар йәш һәм дыуамал егет-ҡыҙҙарыбыҙ ҡулдары менән атҡарылған бит. Салауатмы егерме ике йәшендә халҡын алға әйҙәмәгән? Башҡорт йөмһүриәте өсөн көрәшеп йөрөгән саҡта Зәки Вәлидигә – егерме ете, Муллаян Халиҡовҡа – егерме өс, Харис Йомағоловҡа – егерме алты, Ғәлимйән Тағанға – егерме биш, Муса Мортазинға – егерме алты, Сөләймән Мырҙабулатовҡа – егерме ете, ә бөйөк шағирыбыҙ Шәйехзада Бабичҡа ни бары егерме ике генә йәш булған. Теләгәндә, был исемлекте әллә күпме дауам итергә була. Шуға ла бөгөнгө йәштәрҙең дә милләт яҙмышын үҙ ҡулдарына алып, ололарға үрнәк булып, айыҡ тормош һайлауҙары, ысынлап та, ҙур өмөттәргә урын ҡалдыра, беҙ уларға һоҡланабыҙ, бәхетле булыуҙарына сикһеҙ ышанабыҙ!
Уйлап ҡараһаң, араҡыһыҙ байрам табынын эшкә һанамаған был йәмғиәттә айыҡ туй үткәрергә йөрьәт итеү – үҙенә күрә бер ҡаһарманлыҡ, тотош бер ҡоролошҡа ҡаршы сығырға баҙнатсыллыҡ, маҡсатыңа һәм иманыңа тоғролоҡ ул. Шуға ла ғаилә тормошон яҡты юлдан алып китергә хәл иткән йәш йөрәктәрҙе заманыбыҙ геройҙары тип атаһаҡ та хилаф булмаҫ. Бер көн килеп, һәр яңы ҡоролған ғаиләнең дә емергес араҡы ҡоллоғона ҡаршы торорҙай батырлығы, ныҡлығы етһен ине, тигән теләк уяна күңелдә.
Әбйәлил районы ҡатын-ҡыҙҙар ойошмаһы рәйесе ярҙамсыһы, хакимиәттең бәлиғ булмағандарҙың эштәре һәм уларҙың хоҡуҡтарын яҡлау буйынса комиссияһының төп белгесе Фирҙәүес Әмир ҡыҙы Абдрахманова үҙҙәре иғлан иткән бәйге хаҡында һүҙ башлағас: “Райондыњ ҡатын-ҡыҙҙар советы рєйесе ярҙамсыһы булараҡ та, төп эшемдә лә төрлө ғаиләләр менән эшләргә тура килә. Бер-береһенә ихтирамлы, айыҡ тормош алып барған ғаиләләрҙә генә бәхетле, тәрбиәле балалар үҫә. Ярышҡа ҡушылыусы йәштәрҙең күп булыуы беҙҙең өсөн айырыуса ҡыуаныслы. Йыл аҙағында матур кисә үткәреп, туйҙарҙың нисек ойошторолоуын һәм башҡа нескәлектәрен иҫәпкә алып, иң-иңдәрҙе билдәләп үтергә йыйынабыҙ. Ағай-апайҙарына ҡарап, саҡ быуын нығытып килгән үҫмерҙәр ҙә өлгө алыр, тип ышанабыҙ. Юҡҡа ғына матурлыҡ матурлыҡҡа әйҙәй, изгелек изгелеккә тартыла, тимәйҙәр бит”, – тип изге башланғыстарының уңышлы дауам ителеүенә ысын күңелдән ышаныуын да, ҡыуанысын да, райондаштары өсөн ғорурлығын да йәшермәй, уйҙары менән йомарт бүлеште Фирҙәүес ханым.
Ҡыйыу йәштәрҙең барыһы менән танышып сығыу мөмкин булмаһа ла, бер нисәүһе менән һөйлєштем.
Хәмит ауылынан Дилә менән Айсар Зәйнешевтар хистәрен ун өс йыл буйы һынап йөрөгәндән һуң ғына яуаплы аҙым яһарға батырсылыҡ иткән. Шул арала белем алып, яратҡан һөнәрҙәренә эйә булырға ла өлгөргән уңған йәштәр:
– Ғаиләнең беренсе байрамын араҡыһыҙ үткәрергә, тигән уйға бергәләп килдек. Атай-әсәйҙәр, туғандар был ҡарарыбыҙға бигерәк тә ҡыуанды. Туй ике көн буйы гөрләп барҙы. Тәүге көн тамада ҡунаҡтарҙың күңелен күрҙе, икенсе көнөндә туғандар үҙҙәре уйнап-көлөштө. Байрамыбыҙ боронғо йолаларға ярашлы үтте: ҡыҙ оҙатыу, һыу юлы күрһәтеү, бикәс-ҡәйнештәргә бүләк таратыу – барыһы ла шартына килтерелде. Ҡунаҡтар ҡәнәғәт булып, матур фекерҙә таралышты. Эскән кешенең һөйләгәнен тыңлағансы, айныҡ баштан, ысын күңелдән әйтелгән һүҙҙәр фәһемле лә, ышаныслы ла, ҡөҙрәтле лә яңғырай. Айыҡ туй күңелдәрҙе сафландыра, ғаилә нигеҙен дә нығыта, тип уйлайбыҙ.
Әйткәндәй, йәштәргә миҫалды әллә ҡайҙан эҙләргә тура килмәгән, Диләнең ғаиләһендә айыҡ туй үткәреү тәүгә түгел. Бынан һигеҙ йыл элек Гөлсиә апаһы менән Илфат еҙнәһе лә туйҙы спиртлы эсемлектәрһеҙ уҙғарған. Хәҙер уларҙың өлгөлө ғаиләһендә өс бала үҫә.
Әбйәлилдең Һәйетҡол ауылы ҡыҙы Рузилә менән Бөрйән районы Мөсәт ауылынан Заһир Ҡаһармановтар мосолман дине ҡанундарына таянып йәшәргә, иманлы кешеләргә хас изге ғәҙәттәргә эйә булырға ынтыла икән. Икеһе лә – бишәр балалы ғаиләнән:
– Туйҙы эскеһеҙ күҙ алдына килтереүе ҡыйын, әлбиттә, шулай ҙа ниәт иткәс, беҙ әйткән һүҙебеҙҙән ҡайырылманыҡ, өҫтәлгә буҙа, ҡымыҙ ултырттыҡ. Бөтә бәләләрҙең, боҙоҡлоҡтоң башы – эскелектә, тип өйрәтә бит динебеҙ. Айыҡ туй үткәреү – айыҡ тормошобоҙҙоң инеше. Айыҡ тормош алып барыу – ғаилә татыулығы, балаларыңдың тыныслығы, өйҙөң ҡото ла ул. Туғандарыбыҙ, туйҙы эскеһеҙ ҙә күңелле итеп үткәреп була икән, тип таралышты.
Магнит ҡалаһында төпләнгән Силәбе өлкәһе Ҡыҙыл районы Мартыновка ауылы ҡыҙы Алина менән Әбйәлилдең Хәлил ауылы егете Марсель Байгилдиндар ҙа: “Сәләмәт тормош яҡлы булғас, беҙҙең тәүге ғаилә байрамына килгән ҡунаҡтарҙың, иҫерткес эсемлектәр ҡулланып, һаулыҡтарына зыян итеүҙәрен теләмәнек. Шулай уҡ араҡыһыҙ туйҙың тыныс үтеүен һәм көтөлмәгән йәмһеҙ күренештәрҙән азат булыуын иҫәпкә алмай булмай. Айныҡ кешеләрҙең аралашыуы ла ҡыҙыҡлыраҡ, күңеллерәк, мәғәнәлерәк. Эсмәйенсә аралашҡан ҡоҙа-ҡоҙағыйҙар ҙа бер-береһен яҡшыраҡ аңлай, нығыраҡ танышып өлгөрә. Араҡыһыҙ туйҙың өҫтөнлөктәре бихисап”, – ти, шатланып.
Буранғол ауылы һылыуы Гөлнәзирә менән Ҡаҙмаш егете Ильяс Ибраһимовтар ҙа Магнит ҡалаһында эшләп йөрөй. Туйым араҡыһыҙ үтһен ине, тип бәләкәй саҡтан хыялланған һылыу яратҡан йәренең дә уны хуплап алыуын күргәс, бәхетенән түбәһе күккә тейә яҙған.
– Әлбиттә, нисек инде, тип ҡаршы төшөүселәр ҙә табылды, кемдеңдер кәйефе төштө. Көтөлмәгән хәл булмаһын, тип, барыһын да алдан иҫкәртеп ҡуйҙыҡ. Айыҡ туйҙың нисек үтеүе алып барыусыларға ла бәйле, үткер, күңелсәк тамада һайларға кәрәк. Дөрөҫөн әйткәндә, кем эсмәй, шуларға туйыбыҙ бик оҡшаны, эскеһеҙ байрамды өнәмәүселәр өндәшмәй ҡалыуҙы хуп күрҙе. Туй – ул беҙҙең байрам һәм уны беҙ нисек теләйбеҙ, шулай үткәрергә хоҡуҡлыбыҙ. Иң мөһиме – үҙегеҙ күңелле ултырһағыҙ, матур кәйефегеҙ ҡунаҡтарығыҙға ла йоғор, – ти улар.
Ғаилә бәхете нимәнән тора, тип тә һораным йәш кәләштәрҙән...
Дилә: Беҙҙең өсөн ғаилә бәхете – ул бер-береңде аңлап, татыу йәшәү, ике яҡ туғандарҙы ла хөрмәт итеү һәм бергә-бергә оҙон-оҙаҡ ғүмер кисереү.
Алина: Бер-береңә юл бирә белеү һәм мөхәббәттер. Айыҡ тормош алып барыу ҙа – ғаилә бәхетенең нигеҙ таштарының береһе. Спиртлы эсемлектәр күпме матур парҙарҙың тормошон тамуҡҡа әйләндергәнен күреп-белеп йөрөйбөҙ ҙәһә.
Рузилә: Ғаилә бәхете – ул бер-береңде аңлау, тыңлау, хөрмәт итеү, ҡәҙерләү. Ир – ир, ҡатын ҡатын урынында булырға тейештер. Ир – табыш табыусы, яҡлаусы, ә ҡатын – өй усағын һүндермәй һаҡлаусы. Беҙ ата-әсәйҙәребеҙгә тик шатлыљ-ҡыуаныстар ғына килтерербеҙ, иншаллаһ. Яңы ғаилә ҡороусы парҙарға ғаилә бәхете, имен тормош, инсафлы, иманлы балалар теләйбеҙ. Айыҡ тормош – сәләмәтлек нигеҙе, балаларыбыҙға үҙебеҙҙең үрнәк икәнде онотмайык, йәштәр!
Гөлнәзирә: Ғаилә бәхете гөлләмә һымаҡ бик күп өлөштәрҙән тора, туйҙың нисек үтеүе лә уға үҙ йоғонтоһон яһайҙыр, тип уйлайым. Туйҙа ике яҡ туғандар таныша, туйҙың ниндәй булыуы уларҙың да артабанғы мөнәсәбәттәрен билдәләй. Ғаилә бәхете бер-береңә хөрмәттән, ышаныстан һәм, әлбиттә, балалар һөйөүенән ярала.
Айыҡлыҡ араҡынан баш тартыуҙы ғына билдәләмәй, ә яҙмышың өсөн үҙең яуаплы икәнде аңлауҙы, үҙеңде заман һәм йәмғиәт көсләп таҡҡан ҡалыптарға өнһөҙ хеҙмәт иткән ҡол итеп түгел, башың менән уйлап, ымһындырғыс булһа ла, алдаҡҡа, яһалмалыҡҡа ҡоролған, зыян итерҙәй ҡәлебтәрҙән баш тарта алыуҙы, донъяға аныҡ ҡарашты, иң мөһиме, үҙеңә хужа булыуҙы ла күҙ уңында тота. Айыҡ булыу – ихтыярлы һәм көслө булыу! Үҙенә хужа булған кеше генә ерен дә, рухиәтен дә һаҡлай һәм сәскә аттыра алыр.
Егерменән ашыу туйҙың араҡыһыҙ үтеүе бер район өсөн әҙ түгел. Халҡыбыҙ киләсәгенең яҡты һәм матур булыуына өмөт уята был һан. Әбйәлилдә генә түгел, ғәм еребеҙҙә лә ошондай маҡсатлы, аҡыллы йәштәребеҙ күберәк булһын ине. Ә иманлы, тәүфиҡлы, аҡыллы йәш парҙарға ҡорған ғаиләләренең ҡотло һәм бәрәкәтле булыуын теләргә генә ҡала! Башҡаһын улар һорамай ҙа, киреһенсә, беҙ – йәмғиәт – уларға мохтаж. Рәхмәт һеҙгә, ҡыйыу йәштәр!

Гөлнара ХӘЛФЕТДИНОВА.
Әбйәлил районы.
Теги: