Был донъяла күпме бәрәкәт бар - бөтәһе лә, тимен, ҡатын-ҡыҙҙан...

Мостай Кәрим.

Кистән дауыл ҡупты. Ярға һуғылып,
Төнө буйы диңгеҙ үкһене.
Бөйөк даръя! Әллә һинең дә, тим,
Ғәмһеҙ, шат көндәрең үттеме?
Өҙгөләнмә, диңгеҙ, ғүмерең сикһеҙ,
Һин бит, йүләр, шундай йәш әле.
Ә мин иһә мәңгелектең бары
Бер тулҡыны булып йәшәйем.
Шулай ҙа мин тыныс. Борсолорға,
Бәлки, юҡтыр инде сәбәп тә...
Ни ғәжәп был? Ҡапыл, йән тетрәтеп,
Ғәрәсәтле, шомло сәғәттә
Илаһи моң килде... Ҡурай моңо
Дауыл түбәләрен артылды.
Нур һөңгөһө булып төндө тиште.
Ебәк таҫма булып тартылды.
Ҡурай иңрәй, ҡурай маҡтау йырлай:
«О Уралым минең, Уралым!..»
Ошо минутта мин ярһыу атта
Ун быуатҡа ҡайтып ураным.
Тамырҙарым буйлап моңдар аҡты,
Моңдар ташты, моңдар яндылар.
...Ергә һеңеп, бер саҡ мин тынырмын,
Диңгеҙ шаулар. Моңдар яңғырар.
Эй һөйөклөм!
Шул саҡ баш осома
Ҡара мәрмәр ҡуйма. Һорайым:
Яҙ еткәс тә, йәп-йәш ҡурай ултырт,
Көмөш суҡлы Урал ҡурайын.
Көҙгә тиклем үҫер, моңдар йыйыр.
Бер таң уны шундай уйнатыр:
Ҡәберемдән һикереп сығырмын да
Мин китермен ғаләм буйлатып.
Миллиард йондоҙҙарҙың араһынан
Һин ҡабыҙған утты танырмын,
Ишегеңде килеп ҡағырмын...
...Диңгеҙ үкһей. Өҙгөләнмә, даръя!
Һинең менән беҙ бит йәш әле.
Тулҡынланып ғүмер раҫлайһың һин,
Ә мин иһә моңда йәшәйем.

Үҙемә әйткән һүҙ
Тәү һүҙемде әсәйемә әйттем,
Икенсеһен ергә өндәштем.
Шунан ары бүтәндәргә күпме
Өгөт бирҙем, «аҡыл өләштем».
Баҡһаң икән, аҡылдарға һыуһау,
Кәңәштәргә мохтаж үҙем бар,
Шул үҙемә бөгөн һүҙем бар:

Ғүмер уҙған һайын беҙҙе алып,
Йылдар етеҙерәк сабыр ул,
Йылдар саба тип үк сәбәләнмә,
Сабырыраҡ бул һин, сабыр бул.

Эйелеп-бөгөлөп барма һәр тарафҡа.
Бөгөлә икән, талдар бөгөлһөн;
Елберләмә һәр уҙғынсы елгә,
Елберләмә, уҫаҡ түгелһең.

Һыйҙар күрһәң, талымһыҙҙан булма,
Миҙгел белеп үрел ҡашыҡҡа;
Елгә еленләгән һәр уйыңды
Илгә таратырға ашыҡма.

Ағыу менән дарыу бер үк заттан,
Тик самалар – төрлө саманан;
Самаларҙан сығып дан йырлама
Һәм хөкөм дә итмә ҡабалан.

Айға менһәң, үрә һикермәй тор,
Ҡояш бар бит айҙан юғары;
Түрҙән төшһәң, «гүргә төштөм» тимә,
Унан сыҡҡан әҙәм юҡ әле.

Ауырлыҡтар ауһа иңдәреңә,
Еңеләйтер сара табыр бул.
Ауырына, хәйер, түҙерһең һин,
Еңеленә сыҙа, сабыр бул.

Миҙгелдәр
Һөйөү йыры яҙҙан башланһа ла,
Йыл ғүмере ҡыштан ярала бит.
Йыл бишектә йоҡлай. Шул миҙгелдә
Иң матур өн төштән ярала бит.
Ер йөҙөнөң аҡлығына ҡарап,
Ултыр ҙа бер ила сараһыҙҙан.
Бында гонаһ та саф. Шул сафлыҡтың
Бөтәһе лә, тимен, ҡатын-ҡыҙҙан.
Ҡатын-ҡыҙҙан...

Ағып үтте иҫәр ҡар һыуҙары.
Ағастарҙың иләҫ һуты тиртә.
(Тәбиғәттең иң һиммәтле сағы!) –
Тупраҡ ҡарынында орлоҡ бүртә.
Офоҡтарҙан офоҡтарға тиклем
Моңдан юлдар һыҙып, ҡоштар уҙған.
Был йыһандың ярһып яңырыуы,
Моғайын да, тимен, ҡатын-ҡыҙҙан.
Ҡатын-ҡыҙҙан...

Ил өҫтөнән уҙҙы туҡ болоттар,
Сабыр өмөт тулыша башаҡтарҙа.
Алма алһыулана. Гүйә ерҙе
Татлы тулғаҡ тота шул саҡтарҙа.
Сик-сама юҡ икән игелеккә –
Балдар тама төнөн ай-йондоҙҙан.
Был донъяла күпме бәрәкәт бар –
Бөтәһе лә, тимен, ҡатын-ҡыҙҙан.
Ҡатын-ҡыҙҙан...

Үтә күренә һыуҙар, елдәр, йылдар,
Мең төрлө төҫ балҡый һары төҫтән.
Зиһен етмәҫ ниндәй мөғжизә был? –
Күк төбөнә, ана, ысыҡ төшкән.
Әүәлгесә инде ҡыҫыр көйөк
Ыҙаламай йәнде – дауаһыҙҙан.
Күңел күҙе көҙ асыла икән,
Быныһы ла, тимен, ҡатын-ҡыҙҙан.
Ҡатын-ҡыҙҙан...

* * *
Беҙ өсәү был таңда –
Һин, йыһан, мин.
Юҡ нәмәм юҡ бында: зыр әйләнә
Планеталар. Бал ҡорттары оса,
Тауҙар күкрәй, күктәр семәрләнә.

Юҡ нәмәм юҡ бында: баш ҡалҡыта
Алсаҡ, сабый үлән ҡыяҡтары,
Ҡош юлынан сапҡан боландарҙың
Осҡон сәсә көмөш тояҡтары.

Беҙ өсәүбеҙ был мәл –
Һин, йыһан, мин.
Ваҡыт тынһын, ҡаҡма күҙ керпегең.
Ҡаға күрмә. Әле таммай торһон
Керпек осоңдағы йәш бөртөгөм –
Минең йәш бөртөгөм...
Һин хайранһың –
Йыһан һыйған һинең ҡарашыңа.
Ә мин һоҡланамын бары һиңә –
Замананың бер ҡыҙ балаһына.



Теги:




Яңы һан



Журнал архивы



Һеҙҙең мөнәсәбәт

Сайттың яңы дизайны оҡшаймы?



Тауыш бирергә Һөҙөмтәләр



Мы в Одноклассниках
Мы на Facebook