«Көнбикә» шишмәһе илһамландыра
Кешелек бөгөн етеҙ ваҡыт артынан өлгөрөргә ынтылып, заман арбаһынан төшөп ҡалмаҫҡа тырышып, ҡабалан йәшәй. Тик күңел генә үҙен гелән йүгәндә тота алмай, йыр-моңға тартыла. Һыуһынды шишмә һыуҙары ҡандырһа, күңелде йыр ҡанатландыра. Башҡорт көйҙәренең үҙҙәренә генә хас йәнде имләр көсө бар, уларҙы көйләүселәр, йәшлеген хәтерләп, йөрәктәренә дәрт һәм дарман йыя.
Һәр ауылда йөҙөк ҡашы булырҙай кешеләр бар. Улар менән аралашһаң, донъялар яҡтырып, кәйеф күтәрелеп китә. Ә байрамдарҙа сәхнәгә сығып, йырлап-бейеп, халыҡтың күңелен күргәндәргә ысын-ысынлап һоҡланабыҙ. Ейәнсура районының Сәғит ауылында тап шундай матур кешеләрҙән торған фольклор ансамбле эшләп килә. Уларҙың таҡмаҡтарына һис вайымһыҙ ҡалып булмай. Ҡайҙа ғына сығыш яһаһалар ҙа, уларҙы көслө алҡыштар менән оҙаталар. Халыҡсан йыр-таҡмаҡтарын отоп йырлайҙар, шаяртыу ҡатыш төртмә һүҙҙәре лаҡапҡа әйләнеп, телдән телгә күсеп йөрөй.
Быйыл ансамблдә ҡатнашыусыларҙың ҙур хыялы тормошҡа ашты: сәхнәгә сынъяһау булып сығырлыҡ күркәм һәм ыҫпай сәхнә кейемдәрен ҡулға алдылар. Изге ниәттәрен тормошҡа ашырыуҙа матди ярҙам күрһәткән район хакимиәте башлығы Әлфәрис Сәлихйән улы Байсуринға, мәҙәниәт бүлеге етәксеһе Айҙар Зиннәт улы Мөхәмәтйәровҡа рәхмәттәрен дә улар таҡмаҡ аша яңғыратты:
Беҙгә костюмдар бирҙегеҙ –
Беҙ барабыҙ «Байыҡ»ҡа.
Ауылыбыҙ менән бергә
Көрәшәбеҙ айыҡҡа.
Ансамблгә үҙенсәлекле исемде Сәғит ауылы янында сылтырап аҡҡан шишмә тураһындағы риүәйәттән алғандар. Көнбикә – 1850 йылдарҙа Хәйбулла районының Аҡъюл ауылынан Бикбовтар араһына, ауылдың йөҙбашы (сотник) Балтабай Яппаровтың улы Исмәғилгә кәләш булып төшкән ҡыҙҙың исеме. Ҡоҙоҡтарға бай Аҡъюлдан килгән йәш килен, һыу эҙләп, йәйләүҙең тирә-яғын байҡаған. Бер урында, ошонда һыу булырға тейеш, тип сүмесе менән ерҙе ҡаҙып ҡараһа, ер өҫтөнә һыу урғылып сыҡҡан. Шул ваҡыттан алып, инде быуаттан ашыу, ауыл урынлашҡан ерҙән саҡ ҡына ситтәрәк сылтырап ағып ятҡан шишмә үҙенең татлы һыуы менән ҡыуандыра. Уны халыҡ йәш килен хөрмәтенә Көнбикә шишмәһе тип йөрөтә.
Бына шундай матур тарих йәшәй беҙҙең яҡтарҙа. Ошо исем аҫтында сығыш яһаусы төрлө һөнәргә эйә ун гүзәл затты йыр-моңға һөйөү берләштергән. Фольклор ансамбленең етәксеһе Әлфирә Йылҡыбаева – Сәғит ауылы мәҙәниәт йортоноң художество етәксеһе, Зөмәрә Имәсова – китапханасы, Фәүзәнә Бикбова менән Зөлфиә Ҡыуатова – хужабикәләр, Венера Бикбова – хат ташыусы, Зөмәрә Йомалина, Фәнисә Хәмиҙуллина, Рәсимә Ҡуланшина, Фәриҙә Дәүләтшиналар – хаҡлы ялдалар, ә Фирҙәүес Ҡыуандыҡова – күп балалы әсә. 2010 йылда төҙөлгән төркөм ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә районда ғына түгел, республикала ла үҙен күрһәтеп, танытып өлгөрҙө. Бик күп бәйгеләрҙә ҡатнашып, еңеү менән ҡайттылар. Бөйөк Еңеүҙең 65 йыллығына арналған район ярышында, «Ейәнсура шәле – 2010» шәлселәр район конкурсында – беренсе урындар, «Башҡорт шәле – 2010» бәйгеһендә – Гран-при, данлыҡлы шәлселәр араһында барған ярышта – «Ейәнсура шәле – 2011» күргәҙмәһендә – «Шәлдәрҙең иң яҡшы күргәҙмәһе» исемен яуланы. Улар тирә-яҡҡа даны таралған Байыш дебетенән бәйләнгән шәлдәрен күрһәтеүҙе сығыштары менән дә биҙәп алып барҙы. Шулай итеп, Ейәнсура һылыуҙары йырлап-бейеп кенә йөрөмәй, тыуған ерҙәрен ҡул көсө, оҫталыҡтары менән дә данлай, атаҡлы шәлселәр нәҫеленән икәнлектәрен йәнә-йәнә өр-яңы шәлъяулыҡтары менән раҫлап та өлгөрә. Улар быйыл Өфөлә үткәрелгән «Тере шишмәләр» республика фестиваленән диплом менән ҡайтты. Бына шулай донъяларын да емертеп көткән, йыр-моңға ла ваҡыт тапҡан иҫ киткес егәрле һәм һәләтле заттар бар беҙҙең яҡтарҙа. Уларҙың көнкүрешен һәм күңел донъяларын сағылдырған бер нисә таҡмағын да һеҙҙең иғтибарға тәҡдим итәм:
Беҙ бәйләгән шәлдәр даны
Таралды тирә-яҡҡа.
Имен булһа илем, телем,
Бирешмәбеҙ шул саҡта.
Заманалар ауыр, тиҙәр,
Беҙ уға бик бошмайбыҙ.
Һаулыҡ булһа, кәзә аҫрап,
Шәл бәйләп тә йәшәйбеҙ.
Бәйләгеҙ, дуҫтар, шәлдәрҙе,
Күңел йылыһын биреп.
Һеҙ бәйләгән шәлдәр даны
Китһен донъялар гиҙеп.
Сайт деревни. Башкортостан

Наилә ҠАРАБАЕВА.
Ейәнсура районы, Иҫәнғол ауылы.
Сайт деревни. Башкортостан
Теги: