Йылы жилет
Ҡупшы ла, йылы ла, заманса ла. Ни генә тиһәң дә, был кейем көҙгө һыуыҡтар өсөн бик уңайлы. Борон ундай кейемде кәзәкей тип тә йөрөткәндәр. Еңел күлдәк өҫтөнән кейелгән камзул башҡорт халҡының милли кейеме лә ул.
Әле күптән түгел генә жилет эш кейеме һанала ине. Беҙ уны ҡотҡарыусылар, төҙөүселәр, янғын һүндереүселәр һәм башҡа һөнәр эйәләре өҫтөндә күреп өйрәнгәнбеҙ. Бөгөн ҡабарынҡы йылы жилет ҙур ҡалала йәшәүселәрҙең кейеменә сағыу өҫтәмә булып тора. Уларҙы хәҙер ир-егеттәр ҙә, ҡатын-ҡыҙҙар ҙа кейә. Кибет кәштәләре лә балалар өсөн төрлө төҫтәге жилеттар менән тулған.
Жилет ҡайҙалыр ашыҡҡанда тиҙ генә эләктереп алырға яйлы, ул хатта бер нисә ҡат свитер өҫтөнән кейгәндә лә хәрәкәткә ҡамасауламай. Шуның менән уңайлы ла. Быйылғы көҙ һәм ҡыш артыҡ һалҡын булмаҫ, тиҙәр, ә бындай һауа торошо өсөн өҫкө кейемдәр араһында жилеттан да ҡулайлырағы юҡ.
Был юлы һеҙгә көҙөн кейер өсөн жилет һыҙмалары тәҡдим итәбеҙ. Ҡатын-ҡыҙҙар өсөн жилет 46-сы үлсәмгә иҫәпләнгән. Һеҙ уны үҙегеҙҙең үлсәмгә яраҡлаштыра алаһығыҙ. Икенсе һыҙма 2 – 4 йәшлек балалар өсөн тәғәйенләнгән. Уңыштар һеҙгә!
Тегә, сигә белмәгәндәргә кәңәш: бындай жилетты иҫке ҡышҡы куртканан әҙерләп була. Бының өсөн еңдәрен һүтеп алып, ситтәрен тегеп кенә ҡуйыу етә. Әҙер кейемде сигеү менән дә, төрлө эмблема-һүрәттәр йәбештереп тә биҙәргә була.

Йондоҙ СУЛПАНОВА.
Теги: