“Башҡортостан ҡыҙы” – дискотекала

“Башҡортостан ҡыҙы” – дискотекалаБөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитетының республика гәзит-журналдары һәм райондарҙың йәштәр берлеге менән һәр кесе йома Өфөнөң “Аҡбуҙат” ипподромында йәштәргә айныҡ дискотека ойоштороуы матур йолаға әүерелеп бара.
Күптән түгел күркәм кисәне үткәреүгә “Башҡортостан ҡыҙы” журналы һәм Баймаҡ районы йәштәре берлеге йәлеп ителде.
РФ Дәүләт Думаһы депутаты Марсель Йосоповтың ярҙамсыһы, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты ағзаһы Гөлнур Ҡолһарина, БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты, “Башҡортостан ҡыҙы” журналының баш мөхәррире, шағирә Йомабикә Ильясова, Баймаҡ йәш яҡташтар берлеге рәйесе Юлдаш Янбаев йәштәрҙе тәбрикләп, артабан да дуҫ булырға һәм тормошҡа айыҡ аҡыл менән ҡарарға өндәне.
Танылған артистар Әлфиә Әмирханова менән Заһит Ҡунафиндың, йәш йырсылар Ильяс Кинйәғолов менән Азат Әлибаевтың йырҙары күңелдәрҙе әсир итте. Дәртле бейеү төрлө “Башҡортостан ҡыҙы” тураһындағы викторина, уйын-бәйгеләр менән үрелә барҙы. Еңеүселәр журнал исеме яҙылған футболка менән бүләкләнде.
Йомабикә Ильясованың йәш сағында ижад иткән мө­хәббәт хаҡындағы шиғырҙарын уҡыуы йәш-елкен­сәктең күңеленә айырыуса хуш килде. Шағирәнең мөхәб­бәт ши­ғырҙарына конкурс иғлан итеүе йәштәрҙе хислән­дереп ебәрҙе. Унлаған ижадсы араһынан Хәйбулла райо­нынан Айгөл Юнысованың шиғырҙары иң матуры тип табылды. Айгөл Башҡорт дәүләт университетының баш­ҡорт филологияһы һәм журналистика факультетында белем ала һәм шиғыр яҙыу менән 7-се синыфтан мауыға икән.
“Башҡортостан ҡыҙы” журналының баш мөхәррире Йомабикә Ильясова киләсәктә йәштәрҙе борсоған мәсьә­ләләрҙе күтәреп сығасағы һәм “Йәштәр – ғаиләләге йә­бергә ҡаршы”, “Йәштәр – ғаилә ҡиммәттәрен һаҡлау өсөн” акцияларын үткәрергә ниәтләүе хаҡында әйтте.
Кисә барыһына ла яҡшы кәйеф һәм матур уй-ниәттәр өләште.

А. ШӘЋИТОВА.
Александр ДАНИЛОВ фотолары.




Теги:




Яңы һан



Журнал архивы



Һеҙҙең мөнәсәбәт

Сайттың яңы дизайны оҡшаймы?



Тауыш бирергә Һөҙөмтәләр



Мы в Одноклассниках
Мы на Facebook