Имгәнгән рухты һауыҡтырыр көс
Ураҙа айында бәләкәй ҡыҙсыҡ кис һайын Закира өләсәһенә ауыҙ асырға йөрөй. Ҡышын ҡараңғы тиҙ төшһә лә, ауыл йоҡламай, тәҙрәлә емелдәгән баҙыҡ уттар йәнде йылыта. Шундай тыныс, йылы кистәрҙең береһендә Фаиза өләсәһенә китеп барғанда ҡапыл ер менән күк тоташҡанын һәм бар тирә-яҡтың әйтеп аңлата алмаҫлыҡ яҡтылыҡ сағылышына сумғанын күреп ғәжәпләнә. Был мөғжизәне өләсәһенә һөйләй. Ейәнсәренә һирәктәргә генә яҙған Ҡәҙер кисен күреү бәхете насип булыуын Юғарынан ебәрелгән оло билдә тип ҡабул итә өләсәһе. Фаиза апайҙың әле лә изгелекле, сабыр, ярҙамсыл, фиҙакәр йәнле булыуы ла шуға бәйлелер, моғайын.
Фаиза Хәлил ҡыҙы Әбйәлил районы Шәрип ауылында тыуған. Ауылдары ҡасандыр ырыу башлығы булған Шәрип олаталарының исемен йөрөтөүе лә уларҙың электән көслө һәм абруйлы нәҫелгә ҡарауы хаҡында һөйләй. Ул ваҡытта дин тотоуҙы өнәп етмәһәләр ҙә, ике өләсәһе лә намаҙ уҡый, им-том итеү менән шөғөлләнә. Зирәк ҡыҙ кешеләрҙең теш һыҙлағанда ла, ауырыҡһынғанда ла, күңел төшөнкөлөгөнә бирелгәндә лә өләсәһенә ярҙам һорап килгәндәрен күрә, уның дауалау оҫталығын да аңына һеңдереп йөрөй.
“Закира өләсәйем менән өлкән өләсәйем Бәҙегөл ҡот та ҡоя, өшкөрә лә, ноҡот та һала ине. Туғыҙ йәшемдә мине йылан саҡты, аяҡтарым бүрәнәләй булып шеште бит әй. Ауыртыныуға түҙә алмай, ҡолайым да китәм. Өйгә көскә ҡайтып еттем. Өләсәйем мине шунда уҡ эркет һыуына ултыртып ҡуйҙы. Әсәйем дауаханаға алып барырға йыйына ине, ләкин ул, юлда балаңды юғалтасаҡһың, йөрөмә, үҙем дауалайым, тине. Өләсәйем, ярамды имләп, бер нисә көндә аяҡҡа баҫтырып алды. Йылан арбай, ауыр сирлеләрҙе дауалай, енләнеүҙән хаттин ашҡандарҙы аҡылына килтерә торған һәләте лә бар ине ҡәҙерлемдең. Уларҙы, елпеү ҡағылған йәндәр, ти торғайны. Ә теш һыҙлағанда, мәҫәлән, сирпектә һыу ҡайната ла шунда тилебәрән орлоғо һала, өҫтөн аҡ ситса менән яба. Теше һыҙлаған кешене, ҡара тауар менән бөркәп, тилебәрән боҫонда тын алырға ултыртып ҡуя. Таңға табан тештең ҡорто төшә торғайны. Уны аҡ туҡыманы ҡояш яҡтыһына ҡуйып ҡарайбыҙ. Ысынлап та, аҡта, ҡара таптай, ике яғы ла һөңгө һымаҡ осло бәләкәс кенә ҡорттарҙың безерләп ятҡаны күренә торғайны, – тип хәтер йомғағын тағата әңгәмәсем. – Кешенең эске ағзаларында күҙгә күренмәҫ ваҡ ҡорттар бихисап ул. Мин берәүҙең аяҡ балтырында һәм күҙҙәрендә ҡорт күреп, тәүҙә ҡотом осҡайны. Һуңынан уларҙың һаулыҡҡа зыян итмәгәнен, киреһенсә, серек күҙәнәктәр менән туҡланып, организмды таҙартыуын аңланым. Бәлки, фәнни телдә улар башҡа төрлө лә аталалыр, үҙем ҡорт рәүешендә күреп өйрәнгәс, шулай тип һөйләйем инде.
Дауаханала шәфҡәт туташы булып эшләгән йылдарҙа кешеләрҙең күңел торошон үтәнән-үтә һиҙә инем. Йыш ҡына ауыр сирлеләрҙе тәүлек әйләнәһенә ҡарауыллап торорға тура килә. Шунда кешенең һуңғы һулыш алып, йәне кәүҙәһенән айырылып сыҡҡанын күргән мәлдәрем байтаҡ булды. Йән аяҡ бармаҡтары осонан сыға башлай. Хатта тауар йыртылғандағы кеүек “шырт-шырт” тигән тауыш та ҡолаҡҡа салынғандай була. Кеше йәне күбәләккә оҡшаған, төҫтәргә мансылған йондоҙсоҡтар сағылышын хәтерләтә”.
Утыҙ һигеҙ йыл дауаханала өлкән шәфҡәт туташы булып эшләгән ханымдың һөйләйһе хәтирәләре бик күп, әлбиттә. Әммә һәр ғүмер аҙымы уның бөгөнгө эшмәкәрлеге өсөн тәжрибә туплауға булышлыҡ иткән оло һынау ҙа, һабаҡ та булған, тип әйтергә мөмкин.
“Хоҙай Тәғәлә кешене туҡтауһыҙ һынау алдына ҡуя. Әҙәм затының төп маҡсаты – үҙ асылын, үҙ юлын табыу. Шуныһы үкенесле: ҡайһы юлды һайлаһаң да, барыбер ниндәйҙер кимәлдә ауырлыҡтарға дусар булаһың. Сикһеҙ бәхет-ҡыуаныстар юҡ ул Ер тормошонда. Ошоғаса бер кемдең дә, минең һәр көнөм тик бәхеттә, уңышта, шатлыҡта, тулы ҡәнәғәтлектә һәм һаулыҡта ғына үтте, тигәнен ишеткәнем юҡ әле. Йән һәм тән кисерештәре аша Хоҙай Тәғәлә беҙгә үҫеш юлында ситкә тайпылмаҫҡа, намыҫты юғалтмаҫҡа, иманға, белемгә, юғары аҡылға таянырға йүнәлеш бирә. Иблискә хеҙмәт итеп алынған еңел бәхет тә ҡәнәғәтлек килтермәй әҙәм затына. Ул ваҡытлыса, һуңынан ҡара көскә үҙ бурысыңды икеләтә түләргә тура киләсәген оноторға ярамайҙыр. Ундай йәнгә киләһе яҙмыштарҙа тағы ла ауырыраҡ тормош ҡатламына эләгеү ҡурҡынысы ла янай бит”, – ти имсе.
Фаиза Хәлил ҡыҙы менән Шәкир Закир улының ғаилә ҡороп, татыулыҡта тиң ғүмер итеүҙәренә лә ҡырҡ йыл булып киткән. Бергә үҫкән туғандары араһынан бөгөн Вәлимә һеңлеһе менән Әхмәт ҡустыһы ғына иҫән. Үҙ ғүмерендә байтаҡ ауырлыҡтар, юғалтыуҙар кисергән Фаиза апай күңелен тетрәткән ваҡиғалар хаҡында һөйләргә яратмай. Дини тәғлимәттәргә таянған, айыҡ тормош көткән, бер-береһен күҙ ҡарашынан аңлаған Килдейәровтар ғаиләһендә ғәйбәт һатыуға, көнсөллөккә, яманлыҡҡа урын юҡ. Изгелекле, әммә үҙ бәҫен белгән, ныҡлы заттан улар. Үҙҙәре кеүек тырыш, тормош һөйөүсән, маҡсатҡа ынтылыусан ике ул менән ике ҡыҙға ғүмер биргәндәр. Ике улы ла юридик факультетты тамамлаған, Фәнил Мәскәү ҡалаһындағы бер ҙур ғына ойошмала юрист булып эшләй, ә Шамил ошо уҡ фән буйынса аспирантурала белем ала, кандидатлыҡ диссертацияһы яҙыу өҫтөндә. Ҡыҙҙары Илүзә лә юридик факультеттың дүртенсе курсында ситтән тороп уҡый. Ә Әнүзә – балалар баҡсаһында тәрбиәсе. “Аллаға шөкөр, балаларыбыҙҙы имен-аман оло тормош һуҡмағына баҫтырҙыҡ. Хәҙер үҙебеҙ олатай-өләсәй булдыҡ инде, ейәнебеҙ менән ейәнсәрҙәребеҙҙе һөйөп туя алмайбыҙ”, – тип йылмая һөйкөмлө ханым. Үҙенең күңелендә – һаман да кеше зары, кеше хәстәре.
“Ҡатмарлы заманда йәшәйбеҙ, тибеҙ. Ә үҙ тормошобоҙҙо үҙебеҙ ҡатмарлаштырғанды, ағыулағанды аңламайбыҙ шул. Ҡыҙ һәм ир балаларыбыҙҙы дөрөҫ тәрбиәләмәйбеҙ. Ҡатын-ҡыҙҙар, бөтә көсөн эшкә, карьера яулауға бағышлап, ғаилә уңышы өсөн мөһим нескә энергияларға идара итеү һәләтен юғалта. Ерҙәге төп тәғәйенләнеше һәм бәхете – әсә булыуға еңел ҡарай. Үҙ һаулығын ҡайғыртмай, ғаиләлә ир-ат менән дөрөҫ мөнәсәбәт ҡора белмәй. Халҡыбыҙҙа борондан һаҡланған тормош ҡиммәттәренә, изге ғөрөф-ғәҙәттәргә таяныу, рухи үҫеш кенә ысын бәхеткә һәм бәрәкәткә юл асыуын һаман аңламайбыҙ шул. Өлкәндәрҙең ауырыуҙары аңлашыла ла һымаҡ инде. Ә бына йәштәр араһында бәхетһеҙҙәрҙең, сирлеләрҙең артыуы ғәжәпләндерә лә, йөрәкте һыҙлата ла, – ти Фаиза апай, йәнен борсоған һорауҙарға туҡталып. – Мөрәжәғәт итеүселәр араһында бөйөр, бауыр, ашҡаҙан-эсәк юлдары сирҙәре менән интеккәндәр, балаға ҡала алмаған йәштәр байтаҡ.
Кеше тәне күҙгә күренмәгән һәм кәүҙә тирәләй талғын хәрәкәт иткән нурҙар ҡатламы менән уратылған. Улар йәйғорҙай төрлө төҫтән хасил. Күрәҙәселәр уны биополе йәки аура тип атай. Көсөргәнеш кисереү, сәләмәт тормош алып бармау, дөрөҫ туҡланмау, кире энергиялар тәьҫирендә йәшәү нәтижәһендә аура имгәнә, һәм Юғарынан көс менән тәьмин итеп тороусы каналдар ябыла. Кешенең физик тәне шул аура менән туранан-тура бәйле. Физик тән ни хәтлем көслө һәм сәләмәт булһа ла, аураның боҙолоуы бар ағзаларҙың эшмәкәрлегенә емергес йоғонто яһай. Һөҙөмтәлә ҡатын-ҡыҙ йәки ир-ат тиҙ арыусанға, ҡыҙыу йәнлегә әйләнә, уның аш үҙләштереү эшмәкәрлеге һүлпәнәйә, ҡан әйләнеше боҙола. Иң затлы аҙыҡ та, йоҡо туйыуы һәм оҙайлы ял да кешенең хәлен яҡшырта алмаҫҡа мөмкин.
Мин, ҡулдарым менән энергия фантомы ебәреп, кешенең аураһын таҙартам, йәшәү көсө менән һуғарыусы каналдарын асам. Хатта кешенең тын алышы, еҫе, йөрәк тибеше, күҙе аша ла уның сәләмәтлек торошон тойомларға була. Тәүҙә әҙәмдең биополеһын, энергияһын тәбиғи тигеҙлеккә күтәреү кәрәк. Шунан һуң ул үҙенән-үҙе һауыға башлай. Әгәр ҙә ауырыуҙың миңә мөрәжәғәт иткәнгә тиклем поликлиникаға тапшырған анализдарының һөҙөмтәһе насар булған булһа, бер нисә сеанстан һуң анализдарын яңынан биреп ҡарарға тәҡдим итәм. Ышанаһығыҙмы-юҡмы, күптәр анализ һөҙөмтәләренең һәйбәтләнгәнен күреп хайран ҡала. Бына күптән түгел күҙҙәре һуҡырая башлаған Рауза исемле ҡатынды дауалап, күҙҙәренә яңынан нур ҡайтара алдым. Һанай китһәң, ундай миҫалдар бик күп. Әгәр миңә мөрәжәғәт итеүселәр араһынан ун кешенең һигеҙенә-туғыҙына файҙам тейә икән, тимәк, Хоҙай алдындағы үҙ бурысымды үтәүҙә ниндәйҙер изге аҙым яһаным, тигән уй күңел һыҙланыуымды баҫа. Мин бер ҡасан да үҙем хаҡында мәғлүмәт биргәнем юҡ. Хоҙай кәрәк кеше менән үҙе осраштыра ул. Әлбиттә, ундай тәҡдир менән йәшәүе миңә лә еңел түгел, әммә кешегә ярҙам итеүҙән баш тарта ла, тормошома зарлана ла алмайым. Яҙмыш нисек кенә һынамаһын, Аллаһынан юғары булып, уның фатихаһынан тыш, әллә нәмәләр ҙә атҡарып булмайҙыр ул. Билдәләнгән юлды лайыҡлы үтер кәрәк. Бының өсөн бер ниндәй кире тойғоно, фекерҙе, уйҙы күңел түренә индерергә ярамай. Йәнегеҙҙә, шәмдәй булһа ла, яҡтылыҡ һаҡлағыҙ, шунда изге фәрештәләрегеҙ, һеҙгә рәхмәтле булып, бөтә бәләләрҙән ҡурсалар”.
Кешелектең сәләмәт үҫешенә емергес тәьҫир итеүсе хис-тойғолар: асыу, нәфрәт, үкенес, көнсөллөк, алабута үләне кеүек, саф, ожмахтай изге күңел баҡсаһын ҡыйға сырмай, уға гөрләп сәскә атырға һәм ысын бәхетте татырға мөмкинлек бирмәй. Һөҙөмтәлә күптәр, алама ҡылыҡ тәьҫиренә бирелеп, кешелек сифатын юғалта бара, матди байлыҡҡа, дан-шөһрәткә генә ынтылып, уға өлгәшһә лә, күңел ҡәнәғәтлеге таба алмай яфалана. Кешеләр кеүек, айырым ғаиләләр, айырым халыҡтар ҙа ғазапҡа, сиргә һәм әхлаҡи көрсөккә дусар ителә. Хоҙай ошо ҡазаларҙан ҡотҡарыр, хаталарҙан арындырыр өсөн дә Ергә үҙ илселәрен ебәрәлер, бәлки.

Альбина ҒӨБӘЙҘУЛЛИНА.
Теги: