«Башҡортостан ҡыҙы» яҙмышыма яҙылған
Гәзит-журналдар типографияла хәрефләп йыйыла, иҫке технология менән сиратлап баҫыла. Ә сират ҙур. Шуға күрә баҫманы 2-3 ай алдан әҙерләп тапшырырға кәрәк. Гәзиттәр көндөкө көнөндә сыҡһа ла, дежур команда төнгә, ә инде Мәскәүҙә йә Өфөлә партия пленумдары, съездар уҙған саҡта йәки ниндәйҙер яңылыҡтар көтөлгәндә таңға тиклем эшләйҙәр. Айлыҡ, өс айлыҡ, ярты йыллыҡ пландарҙы алдан төҙөп, Өлкә комитетының пропаганда бүлегендә раҫлатып алабыҙ. Уға бик һирәк кенә үҙгәрештәр индерергә мөмкин. Бер яҡтан ул үҙебеҙ өсөн уңайлы ла: даими рубрикаларҙа сығаһы материалдар яйлап ойошторола, яҙыла.
Гел бер төрлө яҙмалар уҡыусыларҙы ялҡытмаҫҡа, журнал уҡымлы булырға тейеш. Ошондай фекергә килеп, журналға битараф булмаған аҡыллы, зыялы, яҡын кешеләрҙе йыйып, һөйләшеп алырға булдым.
Унлап әҙип саҡырылды. Улар редакцияла нимә хаҡында һүҙ барасағы хаҡында алдан иҫкәртелгәйне. Шуға ла әҙерләнеп килгәндәр. Күбеһе әлеге көндә йәки элек төрлө редакцияларҙа эшләгәнлектән, әйтәһе һүҙҙәре, кәңәштәре, тәҡдимдәре күп. Сәй эсә-эсә 2-3 сәғәт һөйләштек. Күңел күтәрелеп китте. Журналдың дуҫтары артты. Улар әле бынан һуң да командировкаларҙан (яҙыусылар ул саҡта район-ҡалаларға халыҡ менән осрашыуҙарға йыш йөрөй ине) мәҡәләләр, очерктар алып ҡайтты. Яҙыусы публицистикаһы ул уҡыусыларҙы ҡыҙыҡһындырырлыҡ итеп, юғары художество кимәлендә яҙыла бит инде. “Яҙыусы уйлана”, “Һүҙ – егеттәргә”, “Таныш булығыҙ”, “Түңәрәк өҫтәл артында”, “Һүҙ – юбилярға” исемле яңы рубрикалар асылды. Үҙем өсөн генә тәҡдимдәр һәм кәңәштәр папкаһы булдырҙым.
Шиғыр-хикәйәләргә ҡытлыҡ бөттө. Өҫтөнлөк, әлбиттә, әҙибәләрҙең әҫәрҙәренә бирелә. Журналға йәштәрҙе лә яҡынайтырға кәрәк. Әле танылған яҙыусылар, шағирәләр, әҙәбиәт белгестәре булып киткән ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙҙың күбеһенең иң тәүге шиғри шәлкемдәре, тәүге проза әҫәрҙәре башлап “Башҡортостан ҡыҙы”нда донъя күрҙе.
Уҡыусылар сәнғәт тормошо, артистар хаҡында уҡырға айырыуса ярата. Халыҡ араһында танылыу яулаған йәшерәк сәнғәт әһелдәрен һәм арҙаҡлы йондоҙҙарҙы саҡырып, түңәрәк өҫтәл артында һөйләшеүҙәр ойошторҙоҡ. Бындай һөйләшеүҙәрҙә бөтә коллектив ҡатнаша. Сөнки редакцияла эшләгән кеше, ул ниндәй йүнәлештәге бүлек алып барыуына ҡарамаҫтан, мәҙәниәтебеҙ, уның проблемалары менән таныш булырға тейеш.
Тәүҙәрәк өлкән апайҙар: “Ҡуйығыҙ әле, ваҡыт әрәм итеп, ниңә кәрәк бындай мәшәҡәттәр”, – тиһәләр ҙә, аҙаҡ оҙағыраҡ осрашыуҙар үткәрмәй торһаҡ, “Гел бер төрлө тормош ялыҡтыра, тағы берәй төрлө сара әҙерләйек әле”, – ти башланылар.
Минең ҡултамға менән журналдың бер нисә һаны сыҡҡас, башҡа редакцияларҙа эшләгән бер нисә тәжрибәле журналистан “Башҡортостан ҡыҙы”ның бер йыллыҡ һандарын анализлап, эске рецензия яҙып биреүҙәрен һораным. “Ул үҙем өсөн генә кәрәк, уйлағандарығыҙҙы, тәнҡит-кәңәштәрегеҙҙе һис тартынмайса яҙығыҙ инде”, – тигәс, тап мин көткәндәгесә әҙерләнгән яҙмалар сейфта ғына һаҡланған папкаға инеп ятты. Уларҙы яйлап уҡыйым, кәрәк урындарын ҡыҙыл ҡәләм менән билдәләп ҡуям. Редколлегия ағзалары һәм коллектив менән журналдың эстәлеген яҡшыртыу хаҡында һүҙ барған ултырыштарҙа, план төҙөгәндә, баҫмабыҙ өсөн ҡулай булғандарын тәҡдим итәм.
Район-ҡалаларҙағы профсоюз, ҡатын-ҡыҙҙар ойошмалары менән бәйләнешкә индек. Штаттан тыш хәбәрселәр табып, улар менән эшләүҙе юлға һалдыҡ. Улар мәҡәләләр генә ебәреп ҡалмай, ең һыҙғанып журналға яҙылыуҙы ойоштора. Хеҙмәт коллективтары, уларҙың етәкселәре менән һөйләшеү өсөн тулы хоҡуҡ бирелгән – һәр береһенең ”Башҡортостан ҡыҙы” танытмаһы бар. Район етәкселәре ярҙамында командировка сығымдарын ҡаплатып, редакцияға ла саҡырып алғылайбыҙ.
Ул саҡта һаулыҡ һаҡлау, халыҡ медицинаһы һәм юридик мәсьәләләргә, тәрбиә темаһына яҙылған, аш-һыу рецептары, кейем өлгөләре тәҡдим ителгән китаптар ҙа бик һирәк була ине. Улар магазиндарҙа бөтөнләй һатылмай. Уларҙы Мәскәүҙән йә бүтән ҡалаларҙан яҙҙырып ҡайтартабыҙ йәки “Работница”, “Крестьянка”, “Советская женщина” журналдарынан алып, тәржемә итеп баҫмабыҙға әҙерләп бирәбеҙ.
Ярты йыл һайын уҡыусыларыбыҙға, журналда баҫылған ниндәй материалдар оҡшай, тағы ла нимәләр хаҡында уҡыр инегеҙ, кеүек һорауҙар менән анкета тәҡдим итәбеҙ. Шунан инде редакцияға хаттар ағыла башлай. Ҡатын-ҡыҙҙар журналы бит. Үрҙә һанап кителгән темалар иң кәрәклеләре иҫәбендә. “Юрист консультацияһы”, “Врач кәңәше”, “Баҡсасы мөйөшө”, “Серҙәш”, “Кейем өлгөләре”, “Аш-һыу”, “Файҙалы кәңәштәр”, “Ир-аттар өсөн” һәм күп яҡлы ҡатын-ҡыҙҙар тормошонда файҙа, фәһем булырлыҡ материалдарҙы эсенә алырлыҡ өр-яңы рубрикалар булдырҙыҡ. Улар һәр журналда тиерлек урын алды. Күпселек уҡыусыларыбыҙҙы ҡыҙыҡһындырырлыҡ һорауҙарға белгес яуаптарын журналға бирәбеҙ, ә инде кисектергеһеҙ ярҙам кәрәк булған уҡыусыларыбыҙға яуапты почта аша ебәрәбеҙ. Бер генә һорау, үтенес тә яуапһыҙ ҡалмай. Был эште хаттар бүлегенән тыш үҙем ҡаты контролдә тоттом... Республика ҡатын-ҡыҙҙары журнал йөҙөндә ысын мәғәнәһендә үҙенең серҙәшен, яҡлаусыһын тапты. Сит өлкәләрҙә йәшәүсе уҡыусыларыбыҙ күбеһенсә башҡортса китаптар, йыр пластинкалары һорап яҙа. Үҙ иҫәбебеҙгә уларҙың ихтыяжын да ҡәнәғәтләндерергә тырышабыҙ.
Етәкселәре йәки ирҙәре (улдары) тарафынан рәнйетелгән ҡатын-ҡыҙҙарға айырыуса ярҙам итергә тырыштыҡ. Автобустар ҙа йөрөмәй ине әле ҡайһы бер райондарға. Хәленә инеүҙе, ярҙамыбыҙҙы өмөт итеп, әллә нисә йөк машинаһына ултырып, икешәр-өсәр көн буйына килеп, хәлдән тайып бөткән ҡатын-ҡыҙҙарҙы мотлаҡ иң тәүҙә сәй ҡайнатып эсерәбеҙ, күңелдәрен күтәреп, хәлдәрен һорашып тынысландырабыҙ. Ҡайҙан килеүенә ҡарап, юлсыбыҙ тәғәйен журналисҡа (райондар улар араһында бүленгән) тапшырыла. Мин шәхсән йомошто хәл итергә тейешле инстанцияларға шылтыратам, тиҙерәк ҡабул итеүҙәрен, ярҙам итеүҙәрен үтенәм. Журналдың абруйы ҙур: уның мөхәррире менән тупаҫ һөйләшеү, үтенесен кире ҡағыу бик һирәк күренеш. Әгәр шулай булған хәлдә Өлкә комитет журналы менән ниндәй мөғәләмәлә булырға, ҡатын-ҡыҙҙарҙы, ғаиләләрҙе ихлас ҡайғыртып эшләүселәрҙең законлы талабын нисек үтәргә кәрәклеген төшөндөрөп бирергә тура килә.
Үҙ машинабыҙ булмағанлыҡтан, әсе һыуыҡтарҙа, яҙғы-көҙгө бысраҡтарҙа журнал өсөн материал әҙерләү йәки уҡыусыларыбыҙҙың хаттары буйынса юлға сыҡҡан хеҙмәткәрҙәремде йәлләйем. “Ҡасан ғына журналдың тиражын 100 меңгә еткерербеҙ икән?” – тип хыял итәм. Сөнки: “100 меңгә еткерһәгеҙ, машина бирәм”, – тигәйне республика башлығы, мине эшкә тәғәйенләгән саҡта. Әлегә мөмкин булғанды эшләп торорға тура килә: район етәкселәренә шылтыратып, “Башҡортостан ҡыҙы”нан барған хәбәрсене һәйбәтләп ҡаршылап, уңайлы ҡунаҡханаға урынлаштырыуҙарын, йомоштарын үтәү өсөн машина менән тәьмин итеүҙәрен, ашатып-эсереп, кәрәк урындарға оҙатып йөрөүҙәрен үтенәм. Шулай эшләнә лә. Хеҙмәткәрҙәрем был иғтибарым өсөн һәр саҡ рәхмәтле булды. Сөнки “Пионер” журналында эшләй башлағанда командировканан йылы аш төҫө күрмәй, йонсоп ҡайтҡайным. Икенсе районға барғанда ҡыйыуыраҡ булырға тура килде. Арып-талып, һыуһап килеп төшкән кешене, мине инде, урындағы комсомол секретары ҡаршы алды. Бик эшлекле ҡиәфәт менән: “Йәгеҙ, һеҙҙең пландар нисек, эште ниҙән башлайбыҙ”, – ти. “Эште, Фәлән Фәләновна, тамаҡ туйҙырыуҙан башлайыҡ инде. Юл оҙон булды, бында ла эш күп буласаҡ”, – тим.
“Район үҙәгендә ашхана эшләмәй, ауылдарҙа улар бөтөнләй юҡ инде ул, ярай, бер көнгә түҙерһегеҙ әле”, – ти. “Көн эҫе бит, сарсаным, әйҙәгеҙ, һеҙгә барып сәй генә эсеп сығайыҡ инде”, – тим. Йәш секретарь ханым шарҡылдап көлөп ебәрҙе. “Ысынлап та, әйҙәгеҙ, беҙгә инеп тамаҡ ялғап сығайыҡ”, – тип мине үҙҙәренә алып китте. Аҙаҡ дуҫлашып алдыҡ, аралашып йәшәнек, гел ошо хәлде көлөп хәтерләп ҡуя инек.
Ә бит бөтәһе лә минең һымаҡ ҡыйыу түгел.
Унан һуң урындағы етәксенең журнал хеҙмәткәренә ихтирамлы мөнәсәбәте шул төбәктә йәшәүселәр алдында баҫманың да абруйын күтәрә бит.
Яңы мөхәррир нисек эшләп китер икән, тип күҙәтеп, ғәйеп эҙләп йөрөүселәр ҙә булған икән. Бер көн йомош менән Өлкә комитетҡа барһам, Урал Насир улы: “Йә, волейбол уйнағанда ҡайһы команда еңде?” – ти, үҙе көлә. Көлә икән, тимәк, асыуланмай. Эйе, кистәрен Салауат һәйкәле янындағы майҙанда туп бәрешкеләйбеҙ шул. БДУ-ла уҡып йөрөгән һеңлем менән ҡусты ла килә. Черниковкалағы тар ғына ишек алдында уйнап өйрәнгән 9-6 йәшлек малайҙарға Ағиҙел буйында иркенлек. “Шунда барайыҡ”, – ти ҙә торалар. Тик кенә йөрөгәнсе, туп артынан йүгергеләйбеҙ. Балаларға ҡыҙыҡ, беҙгә физзарядка, үҙенә күрә ял. Шуны ла “юғарыға” еткергәндәр. Мин етәксемә хәлде аңлатып бирҙем. Ярай, ғаилә менән бергәләп ял итеү мөхәррирҙәргә лә килешә, тик һинең хәҙер һәр аҙымың кеше күҙ алдында икәнен онотма, тип иҫкәртеп ҡайтарҙы.

Гөлфиә ЮНЫСОВА.
(Башы 9-10-сы һандарҙа. Дауамы бар).
Теги: