Һауаларҙы гиҙгән бер һылыу ҡыҙ...
“Ниңә кешеләр ҡош булып осмай?!! – ҡаяларҙы төйәк иткән ғорур бөркөттөң, ҡанаттарын киң йәйеп, ҡыйылып-ҡыйылып Урал тауҙарын иңләп осоуын күҙәткәндә кескәй Марина гел шулай тип уйлай. – Их, ҡанаттарым булһа, мин дә ҡоштар осор бейеклеккә күтәрелеп, мөғжизәүи урман-тауҙарыбыҙға күктәрҙән һоҡланыр инем!” Һауаларҙы иңләргә хыялланған ҡыҙсыҡтың ғаиләһе Белорет ҡалаһында йәшәй. Олатаһы ял көндәрендә ейән-ейәнсәрҙәрен ала ла урман ҡыҙырып, емеш-еләк, бәшмәк йыйырға сығып китә. Йыш ҡына улар тар тимер юл буйлап келтер-келтер йөрөүсе паровозға ултырып, Ямантауға баралар. Көньяҡ Уралдың иң бейек тауы Ямантау – бөркөттәр төйәге. “Күккә олғашҡандай бейек ҡаяларҙан мәғрур матурлыҡҡа баҡҡанда һулыш ҡыҫылған кеүек. Мин бөркөттәрҙең камил кәйелеп осоуынан арбалам: минең дә ҡош булғым килә! Ишек алдындағы сәңгелдәктә өй ҡыйығына етерҙәй булып атылыуым да – осош ләззәтен татырға теләүҙән!” – ошо мәлдәр бала саҡтың сағыу кисерештәре булып хәтерендә ҡалған.
Ҡош булып осорға талпынған һылыу үҫмерлек осорона инә. Совет ҡатын-ҡыҙҙарының күкте генә түгел, йыһанды гиҙеүе – Марина Поповичтың яңы самолеттарҙы һынауы, Валентина Терешкованың космосҡа осоуы донъяны шаулатҡан заман була был. Белорет ҡыҙы, Поповичтың адресын һорап, яратҡан гәзите “Комсомольская правда”ға хат яҙа, унан летчик булыр өсөн ҡайҙа уҡырға икәнен һорарға теләй. Күп тә үтмәй, Марина Поповичтың үҙенән хат килеп төшә: “Һылыу, хыялыңды тормошҡа ашырыу өсөн һиңә осоусылар әҙерләүсе училищела уҡырға кәрәк”, – тип кәңәш итә данлыҡлы ханым.
... Яҙмыш хыял ҡанаттарында Марина Извозчикованы Өфөгә илтә. Ҡыҙ Серго Орджоникидзе исемендәге Өфө авиация институтына уҡырға инә. “Сентябрҙең тәүге аҙнаһында уҡ әхирәтем менән Коммунистик урамындағы аэроклубҡа йүгерҙек. Парашют спорты популяр заман ине, был спорт төрө менән шөғөлләнеүселәр бик күп. Ә минең, парашюттан һикереүҙән бигерәк, самолет йөрөткөм килә. Парашюттан беренсе тапҡыр бушлыҡҡа атылғанда ҡурҡыштан йөрәгем туҡтағандай булһа, ЯК-18А самолетында тәүге осошта үҙемде сикһеҙ бәхетле тойғаным иҫтә ҡалған. Ул бәхетте бер ни менән дә сағыштырырлыҡ түгел. Әйтерһең, мин ҡыйғыр бер ҡош инем!”– тип хәтерләй Марина Валентиновна.
Ошо спорт самолетында сираттағы тапҡыр һауаға күтәрелергә йыйынғанда фотоға төшөрөп ала ла инде уны “Башҡортостан ҡыҙы” хәбәрсеһе...
1972 йылда Киров ҡалаһындағы һәүәҫкәр осоусылар ярышында Извозчикова СССР-ҙың спорт мастеры нормативтарын тапшыра. Карта ярҙамында маршрут буйлап үтеп, тап билдәләнгән ваҡытҡа килеп етеү, кабинаны пәрҙәләр менән ҡаплап, ҡорамалдарға ғына ҡарап осоу, 1800-2000 метр бейеклектә ҡатмарлы фигуралар яһап, юғары пилотаж күрһәтеүҙән ғибәрәт була һынауҙар һәм уларҙы иң йөрәклеләр һәм оҫталар ғына үтәй...
Зәңгәр күккә ғашиҡ ҡыҙҙың ғүмерлек юлдаш итеп һауаларҙы иңләүсе егетте тиң итеүе лә тәбиғиҙер. Бортмеханик Алексей Костин, гражданлыҡ авиацияһының зәңгәр формаһында – торғаны бер кино геройы, кәләшенә былай ти: “Беҙҙең беребеҙ генә осорға тейеш. Юғиһә ғаиләне кем ҡарар?” Иптәш ҡыҙҙары менән Кременчуктағы осоусылар училищеһына барырға йыйынған Марина, хыялынан баш тартыу нисек кенә ауыр булмаһын, ғаилә усағын һайлай: гүзәл заттың иң беренсе тәғәйенләнеше – ир ҡатыны, әсә булыу бит. Балалары Катя, Ира, Алексей тыуыу менән иң юғары бәхетте татый. Ләкин серле, ымһындырғыс, сикһеҙ күккә ынтылыу һәр ваҡыт уның менән ҡала.
Хәйер, уның бөтә яҙмышы авиация менән бәйле. Ире Алексей Гаврилович республикалағы вертолетсылар отряды командиры булып китә, төбәгебеҙ өсөн мөһим Өфө – Сибай юлын, аҙаҡ Абҙаҡтағы тау саңғыһы комплексын төҙөүҙә ҡатнаша. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ул туғыҙ йыл элек ҡаты ауырыуҙан вафат була. Был ғаиләнең бөтә дуҫтары тиерлек осоусылар. Хатта баҡсалары ла аэропорт эргәһендә урынлашҡан, самолеттар геүләүенән башҡа баҡсалағы тормошто күҙ алдына ла килтермәйҙәр.
Ә иң мөһиме – Марина Валентиновнаның һөнәре авиациянан айырылғыһыҙ. Ул, оҙаҡ йылдар самолеттар өсөн деталдәр етештереүсе данлыҡлы 40-сы заводта инженер-технолог булып эшләп, контроль-тикшереү ҡорамалдары сығарыуҙа ҡатнаша. Рационализаторҙар-уйлап табыусылар төркөмөнә етәкселек итә, төркөмдөң күп тәҡдимдәре юғары баһаларға лайыҡ була. Улар тәҡдиме буйынса камиллаштырылған билдәле “Ағиҙел” ҡырынғысын иһә бер осор космонавтар өсөн махсус етештерәләр. Хаҡлы ялға сыҡҡансы Башҡорт АССР-ының урындағы сәнәғәт министрлығында эшләгән йылдарын да һағынып иҫкә ала Марина Костина-Извозчикова: “Республикабыҙ сәнәғәте етештергән продукция сифаты ысын-ысындан бик юѓары ине”.
... “Самолеттар эшлєү сәнәғәтен үҫтереүгә мин дә үҙ өлөшөмдө индергәнмен”, – ти, ѓорурланып, һалмаҡ ҡына етмешен ваҡлаусы Марина Валентиновна. Ә йылдар үтеү менән һарғая төшкән “Башҡортостан ҡыҙы”н иһә үҙен ҡанатлы иткән оло хыялының сағылышы итеп ҡәҙерләп һаҡлай.

Альмира КИРӘЕВА.
Теги: