ЙОНДОҘЛО ЯҢЫЛЫҠТАР
Тирә-яҡ мөхитте һаҡлау йылы тамамланып килә. Шул уңайҙан йондоҙҙарыбыҙҙың тормошондағы яңылыҡтарға өҫтәп, экология хаҡына нимәләр эшләүе менән дә ҡыҙыҡһынырға булдыҡ.
Олоғайғас ҡына сәхнәгә сыҡһа ла, йәш йондоҙҙар рәтендә йөрөгән, быйыл ғына тулы зал йыйып, ун биш тамаша эшләп өлгөргән Бибисара Азаматованың бала сағы аяныслы һәм ауыр булыуын, үҙенең ябай хеҙмәткәрҙән башлап, һыра заводы директоры дәрәжәһенә күтәрелеп, утыҙ йыл етәкселек итеүен күптәр белмәйҙер ҙә әле. Ғүмерендә нужаны етерлек күргән Бибисара апай һәр нәмәнең ҡәҙерен һәм самаһын белеп йәшәргә ынтыла.
– Өйҙә сәскәләр үҫтерәм, яран гөлөнөң әллә нисә төрлөһө бар. Был гөл әсәйемде хәтерләтә. Беҙ бәләкәй саҡта ауыр һуғыш осоронан һуң әсәйем мәрхүмә колхозда, бөтөн ауыр эштә эшләп, үҙе текмәнән бәләкәс кенә өй эшләп, шунда йәшәнек. Ер иҙән, урындыҡ. Шунда ла күп итеп гөл үҫтерә инек. Ихатабыҙ йәшел үлән, бөтә ер таҙа, ауыл уртаһынан һыу аға, ә Ирәндектә ниндәй генә сәскә юҡ ине! Өләсәйемдең, әсәйемдең ер-һыуҙы һаҡларға ҡушҡан һүҙҙәре әле лә иҫтә. Икмәктең бер генә валсығын ергә төшөрһәң дә, һыуҙы күп тотонһаң да, гонаһы ауыр, ти торғайнылар. Өләсәйем гел мине етәкләп Ирәндек яғына еләк-емешкә йөрөнө. Юлда ағас ятһа, алып ситкә ташлар, һыуҙың юлын таҙалап үтер ине. Мин дә шулай йәшәргә, балаларыма, ейәндәремә лә өйрәтергә тырышам. Талҡаҫҡа ҡарап, йәнем әрней, ҡайҙан ғына, кем генә килмәй унда хәҙер. Ә һуңынан буш шешәләр, ҡағыҙ, шыптыр тоҡсайҙар өйөлөп ятып ҡала. Район хакимиәте өмәләр ойоштора, тәбиғәт матурлығын һаҡларға тырыша. Был яҡтан бөтәбеҙ ҙә иғтибарлы булһаҡ ине...
Ризыҡҡа килгәндә, һөттө белгән кешенән алам, эремсек, май, һөттө лә эшкә алып киләләр. Ә магазинға барһам, үҙебеҙҙә етештерелгән аҙыҡты алам. Итте Баймағымдан алып ҡайтырға тырышам.
Алла бирһә, концерттар буласаҡ, әле яңы йырҙар өҫтөндә эшләйем. Быйыл өсөнсө дискым сыҡты. “Юлдаш” каналы үткәргән “Хит-парад”та биш меңдән ашыу тауыш йыйып, беренсе урынды алдым. Ижадымды яратып, тауыш биргәндәргә рәхмәтлемен! Мине тағы ла дәртләндереп, ҡанатландырып ебәрҙеләр.
Рәйлә Сабитова – хәҙерге башҡорт прозаһының иң модалы, экстравагант ҡәләм оҫтаһы. Ғафури районы Сәйетбаба ауылында йәшәгән йәш әҙибәне бер йыл элек, бәлки, бер кем дә белмәгәндер, әммә бөгөн уның «Артыҡбикә» повесын уҡымаған йә уҡырға теләп, китабын эҙләп йөрөмәгән кеше һирәктер.
– Әсәйем Һамар өлкәһе Ғәли ауылынан килен булып төшкән. Яңыраҡ әсәй-атайымды шул яҡҡа, мәжлескә оҙатып барылды. Шунда ишеткән бер ғибрәтле тарих иҫемдә ҡалды.
Бер ҡатындың балалары бер-бер артлы эргәләрендәге йылғаға батып үлеп торған. Ғаиләһе ҡырылып бөтөр сиккә еткәс, ҡайғылы ҡатын, Хоҙай Тәғәләнең ни өсөн былай язалағанын аңлай алмай, бер белемсе ҡартҡа мөрәжәғәт итә. Теге ҡарт, бәлки, һыуҙың рәнйеүен алғанһыңдыр, тип, ике ҡурсаҡ эшләп, һыуға ҡорбан итеп бирергә ҡуша. Ҡурсаҡтарҙы һыу алһа, тимәк, башҡа тере ҡорбан алмаясаҡ, ярға ҡаҡһа инде, бәләләр дауам итәсәк. Һыу ҡурсаҡтарҙы ҡабул итә, афәт туҡтала. Ҡатын, һыу рәнйешен нисек алғанын белергә тырышып, эҙләнә башлай. Һораша торғас, шул асыҡлана: нисәнселер быуын олаталары эт тиреһенән бүрек-фәлән тегеп кәсеп иткән икән. Кәсеп ғәйеп түгел, әммә эшкәрткәндән ҡалған бысраҡты, һөйәк-һаяҡты ергә күммәй, йылғаға ырғыта торған булғандар. Абыстай был тарихты динебеҙҙәге “исраф итмә” тигән тыйыуға килтереп бәйләне.
Беҙҙең өйҙә лә был тыйыу һәр саҡ булды. “Һыуҙан таҙа булып булмай”, “Һыуҙан айырмаһын”, тиҙәр беҙҙә. Элек әбейҙәр бала йыуындырған һыуҙы ла түктермәй, үҙҙәре лә шул һыуҙа йыуынырға тырыша торғайны. Йәш баланың энергияһы шулай үҙҙәренә йоға, тигән ышаныу булды шикелле. Мин дә һыуҙы тәләфләттермәҫкә тырышам. Һауыт-һаба йыуырға махсус шыйыҡсалар алмайым – ергә химия түкке килмәй. Сода һәм тоҙ – иң яҡшы таҙартҡыстар, минеңсә... Исраф итмәү йәшәйештең бөтә яҡтарына ла ҡағылалыр – һаулығыңды исраф итеп, тәмәке, иҫерткес эсемлек, артыҡ йәки ауыр ризыҡ менән мауыҡма; нервы күҙәнәктәреңде исрафлап, артыҡ ярһыуҙарға, күңел төшөнкөлөгөнә, файҙаһыҙ телетапшырыуҙар ҡарауға, компьютер уйындарына бирелмә; хәләл аҡсаңды харам аштарға, тәнгә зыянлы синтетик кейемгә бөтөрмә...
Әлегә бөтә уй-хафа диплом яҙыу мәшәҡәттәренә бәйле. Әммә проза яҙыусыларҙың үҙенсәлеге шунда: беҙ күп ваҡиғаларҙы, күргән-ишеткәндәрҙе күңелгә һеңдереп, яҙаһы әҫәрҙәребеҙгә түл йыйып йөрөйбөҙ. Быға йылдар ҙа үтә. Яҙа башлап та, дауам итә алмай һалып ҡуйған әҫәрҙәрем байтаҡ. Бәлки, ҡайһы берҙәре бер ҡасан да тамамланмаҫ. Шуға ҡурҡҡаным бер – исраф итмәһәм ярар ине ижадҡа тип бирелгән ваҡытты, мөмкинлекте, көстө...
Г. БУРАНҠАЕВА әҙерләне.
Теги: