Көсһөҙ заттың көслө ҡулдары
Ауыр 90-сы йылдарҙа ла ҡатын-ҡыҙҙар заводты ташламаны
Ҡатын-ҡыҙ... Шундай нәзәкәтле, серле зат. Кем һәм ҡасан беҙҙең затты көсһөҙҙәр рәтенә индерҙе икән? Ә бит ҡатын-ҡыҙ ҡулында – тотош Ер шарының яҙмышы. Ошо яғымлы, шул уҡ ваҡытта бик тә көслө ҡулдарҙың башҡарған эштәренә, ауыр хеҙмәтте лә уфтанмай урын-еренә еткерә алыуына хайран ҡалырһың.
Быйыл үҙенең 100 йыллыҡ юбилейын билдәләгән Баймаҡ ҡойоу-механика заводының тарихында ла гүзәл зат вәкилдәре айырым урын алып тора. Уларҙың эше менән танышыу өсөн заманында бар СССР-ҙа билдәлелек алған предприятиеға юлландым. Заводтың коллективы күп милләтле булыуы менән айырыла. Бында Баймаҡ ҡалаһына Рәсәйҙең алыҫ өлкәләренән килеп, башҡорт егеттәренә тормошҡа сығып, төпләнеп ҡалған ҡатын-ҡыҙҙар күп.
Завод лабораторияһында 13 кеше эшләй. Уларға Елена Сәғәҙиева етәкселек итә. Уның әсәһе, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған иҡтисадсыһы Наталья Алексеевна Ғәлина ла оҙаҡ йылдар заводта эшләй. Елена Сәғәҙиева әйтеүенсә, лабораторияла төрлө иретмәләргә химик анализ яһайҙар. Завод етештергән әйберҙәрҙең сифаты нәҡ ошо лаборатория ҡыҙҙарының үҙ эшен нисек башҡарыуына бәйле. Шуға күрәлер инде, бында хеҙмәтен яратып, күңел һалып эшләгәндәр генә берегеп китә.
Ҡойоу цехында стержендәр формовкалаусы ҡатын-ҡыҙҙарҙың ялға туҡтаған мәленә тап килдем. Улар көлә-шаяра ғаилә хәлдәрен, балаларының мәҙәктәрен һөйләй ине. Цехта эш ауыр. Тәүге килгәндә, өҙлөкһөҙ тауышҡа, мейестәрҙең эҫе ялҡынына түҙә алмай, саф һауа һулау өсөн йүгереп тышҡа сыҡҡайным. Бында сынығыуһыҙ, сабырлыҡһыҙ эшләүе мөмкин түгел. 1982 йылдан алып заводта тир түккән Әлфиә Ҡарағолова: “Эшебеҙ ауыр, тип зарланмайбыҙ. Бригадабыҙ бик татыу, берҙәм, шуға күрә эшләүе лә еңел”, – тине, йылмайып.
Әгәр ҡойоу цехы элек-электән заводтың йөрәге тип һаналһа, стержендәр формовкалаған ҡатын-ҡыҙҙарҙы, һис шикһеҙ, ҡойоу цехына йән өрөүселәр тип атарға була.
Техник тикшереү бүлеген Дилә Байғотлина етәкләй. Юғары белемле йәш белгес заводтағы хеҙмәт юлын 1983 йылда башлай. “Эшемде бик яратам. Әлбиттә, хеҙмәтебеҙ еңелдән түгел. Шулай ҙа тормошобоҙҙо заводһыҙ күҙ алдына ла килтереп булмай”, – тине ул.
Заводтың иҫәп-хисап бүлеген етәкләгән Миңзәлә Шырмаева Баймаҡ ҡалаһына Туймазы районының Имәнкүпер ауылынан килеп төпләнгән. Заманалар, етәкселәр үҙгәреүгә ҡарамаҫтан, ул һәр саҡ баш бухгалтер йөгөн тарта. Был осраҡта етәксенең уңыуы ла, туңыуы ла уның финанс мәсьәләләрен хәл итеүсе белгесенә бәйле булыуын хәтергә төшөрөргә кәрәктер.
Әлиә Ибәтуллина, йәш булыуына ҡарамаҫтан, ҡеүәтле заводтың юридик бүлегенә етәкселек итә. Эш башлауына күп ваҡыт үтмәһә лә, ул тәрән белемле юрист булараҡ танылыу алған. Әлиә закондарға бәйле ауыр эштәрҙе лә еңел атҡарып сыға алыуы менән һоҡландыра.
Баймаҡ ҡойоу-механика заводында хәҙерге ваҡытта 401 ветеран бар. Уларҙың 216-һы – ҡатын-ҡыҙ.
Сания Исмәғилева – юғары наградаларға лайыҡ булған тәүге ҡатын-ҡыҙҙарҙың береһе. 1971 йылда уға “Почет Билдәһе”, ә 1974 йылда Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены тапшырыла. Күп йылдар механика цехының инженер-технологы булып эшләгән Венера Абдуллинаға хаҡлы ялға сыҡҡас оҙаҡ ял итергә тура килмәй. Бер нисә айҙан уны яңынан эшкә саҡыралар. Венера Ғәлим ҡыҙы заводҡа килгән йәш эшселәрҙең яратҡан остазына әүерелә. 1983 йылда заводҡа тәү аяҡ баҫҡан Любовь Симирякова тәүҙә комсомол ойошмаһы рәйесе була. Артабан көнкүреш хеҙмәте белгесе итеп тәғәйенләнә. Һәр саҡ кешеләр менән эшләгән, уларға ярҙам күрһәткән Любовь Анатольевна бөгөн профсоюз ойошмаһын етәкләй. Ҙур заводта һәр эшсене, уның ғаилә хәлен белгән ханымға төрлө һорау менән мөрәжәғәт итәләр һәм ул бер кемде лә ярҙамһыҙ ҡалдырмай.
Заводта эш “ирҙәрҙеке” йәки “ҡатындарҙыҡы” тип бүленмәй. Хеҙмәт юлыңды ауыр сәнәғәт предприятиеһына бағышлағас, ниндәй эшкә ҡушалар, шуға тотонорға тура килә. Хәлиҙә Мортазина 27 йыл крансы була. Был бик ауыр һәм үтә яуаплы эш, сөнки крандың аҫтында эшселәр мыжғып йөрөй, бер миллиметрға ла яңылышырға хаҡың юҡ. Үҙе иҫ китмәле мөләйем, шат күңелле кеше ул Хәлиҙә Мөхәмәтғәле ҡыҙы.
Быйыл 80 йәшен билдәләгән Заһиҙә Саринаның яҙмышы ла заводтан айырылғыһыҙ. Бөйөк Ватан һуғышы башланыу менән ул ғаиләһенә ярҙам итеү өсөн баҡыр иретеү заводына эшкә урынлаша. Атаһы ла һуғышҡа тиклем дә, унан һуң да ошо заводта эшләгән. Заһиҙә инәйгә күпте кисерергә тура килә. 1957 йылда баҡыр иретеү заводы ябыла. Бер нисә йылдан һуң ул ҡойоу-механика заводына стержендәр формовкалаусылар сафына баҫа. Ул “Социалистик ярыш еңеүсеһе”, “Коммунистик хеҙмәт ударнигы” тигән билдәләргә эйә.
Башҡаларға өлгө булған Гөлйемеш Ишбаева – III дәрәжә Хеҙмәт Даны ордены, “Башҡортостан Республикаһында хеҙмәт ҡаҙаныштары өсөн” билдәһе, Мария Власова – ”Хеҙмәт ҡаҙаныштары өсөн”, Юлия Шәйхетдинова “Рәсәй Федерацияһы металлургияһының почетлы мастеры” тигән маҡтаулы наградалар менән бүләкләнгән. Екатерина Денисенко, Йәмилә Исҡужина, Хәмдиә Мәүлетова, Анна Образцова, Лилиә Илсенбаева, Клавдия Могильницкая, Кәримә Сыртланова БАССР һәм РСФСР Юғары Советтары Президиумдарының Почет грамоталарына лайыҡ булѓан.
Әлбиттә, ҡатын-ҡыҙҙың эшенә иң ҙур баһаны уның етәксеһе, һәр хеҙмәткәрен яҡшы белгән, оҙаҡ йылдар Баймаҡ ҡойоу-механика заводының директоры булып эшләгән Александр Степанович Манылов бирҙе:
– Миңә оҙаҡ йылдар хеҙмәт коллективының һиҙелерлек өлөшө ҡатын-ҡыҙҙарҙан торған заводҡа етәкселек итергә тура килде. Ошо арауыҡта бер нисә быуын завод ҡатындарының яҙмышы күҙ алдымдан үтте. Хатта заводтың балалар баҡсаһында тәрбиәләнеп, унан беҙгә эшкә килгән ҡыҙҙар ҙа хәҙер хаҡлы ялға сыҡҡан инде. Эйе, улар завод ҡеүәтле саҡта – 1950 – 1960 йылдарҙа эшләне.
Заводыбыҙ тарихында ҡатын-ҡыҙҙарҙың йондоҙ ямғыры 80-се йылдарҙа башланды. Нәҡ ошо мәлдә финанс-иҡтисади, кадрҙар бүлектєренє һәм башҡа мөһим вазифаларға тәүге етәксе ҡатын-ҡыҙҙар килде. Улар был урындарҙа 15—20 йыл эшләп, үҙҙәренә лайыҡлы алмаш тәрбиәләй алды. Шуға күрәлер инде элек “ир-егеттәр урыны” булып һаналған вазифалар ҡатын-ҡыҙҙарҙы ҡына әүерелде. Шулай, тәүҙә хеҙмәт һәм эш хаҡы бүлеге етәксеһе булып йәш белгес Т.И. Полетаева, артабан – В.М. Брусенцова, хәҙерге көндә Е.С. Әминева эшләй. Иҡтисад бүлегендә И.Г. Журавлева, кадрҙар бүлегендә Р.В. Фролова, әлеге ваҡытта О.В. Пустыльниковаларҙы билдәләп үтергә мөмкин. 1987 йылда заводтың баш бухгалтеры итеп М.Б. Шырмаева тәғәйенләнде. Социализм осоронда эш башлаған бухгалтерыбыҙ, капитализмға ла яраҡлашып, оло ҡаҙаныштарға өлгәшә. Баймаҡ ҡойоу-механика заводының бүлектәрен уңышлы етәкләгән ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙ тураһында китап яҙырлыҡ, сөнки ауыр 90-сы йылдарҙа ла улар заводты ташлап китмәне. Ул ваҡытты һәр кем яҡшы хәтерләйҙер. Эш хаҡы түләнмәһә лә, ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙ заводтың йөҙөн һаҡлап ҡала алды, сөнки уларҙың күңелендә, ғаиләһе, балалар өсөн аҡса эшләү теләгенән тыш, тыуған заводының киләсәге өсөн сикһеҙ борсолоу ҙа ярылып ята ине. Быны оло ҡаһарманлыҡҡа тиңләргә мөмкин. Эшсе ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙҙың заводҡа булған йоғонтоһон мин һәр саҡ йылы Гольфстрим ағымы менән сағыштырам. Мурманск ҡалаһының климатына ыңғай тәьҫир иткән, Рәсәйҙең төньяҡ портының туңыуына юл ҡуймаған Гольфстрим кеүек, заводтың ҡыҙҙары ла коллективтың йәшәйешенә йылы һулыш өрә.
Һуңғы йылдарҙа заводҡа яңы быуын – ошоға тиклем эшләгән эшсе ҡатындарҙың ҡыҙҙары, ейәнсәрҙәре, бүләсәрҙәре килә. Улар хеҙмәт традицияларын ғына түгел, ә күп милләтле заводыбыҙҙың рухи ҡиммәттәрен дә һаҡлап ҡалыр, тип ышанам.
Гүзәл ИҪӘНГИЛДИНА.
Баймаҡ районы.
Теги: