Һин һәм мин
“Донъяларым түңкәрелгән саҡ” – ошондай баш аҫтында журналыбыҙҙың үткән һанында яҙмыштың ҡаты һынауынан шаңҡып ҡалған Гүзәл исемле йәш ҡатындың йөрәк кисерештәре бәйән ителгәйне. Уның ғаилә тарихын күп уҡыусыларыбыҙ күңеленә яҡын алып, тулҡынланып ҡабул иткән – редакцияға килгән бихисап хаттар шуға дәлил. Беҙ уларҙың һәр береһен Гүзәлгә тапшыра барабыҙ һәм йөрәккә май булып яғылған ихлас һүҙҙәрегеҙ, зирәк аҡыл менән һуғарылған кәңәштәрегеҙ Гүзәлгә был ауыр минуттарҙа, һис шикһеҙ, оло терәк булғандыр, тип уйлайбыҙ. Ғәжәйеп йылылыҡ бөркөлгән хаттарҙың икеһен был һаныбыҙҙа баҫырға булдыҡ.
Бөтәһе лә һәйбәт булыр, һылыу!
Яратҡан журналымда “Донъяларым түңкәрелгән саҡ...” тигән яҙманы тетрәнеп, күҙ йәштәре аша уҡыным. Ул миңә егерме биш йыл элек тап шулай донъяларым түңкәрелгән саҡты иҫкә төшөрҙө. Мин дә Гүзәл кеүек йәш, сибәр һәм... үтә бәхетһеҙ инем. Иремдең хыянатынан яҡты көнөм төнгә әйләнгән, йоҡом – йоҡо, ашым аш булмаған ваҡыттарым күҙ алдымдан үтте. Гүзәлдең һынмаҫҡа, бөгөлмәҫкә тырышыуы ла ул мәлдәге күңел халәтемде хәтерләтте. Һәм йүгереп кенә шул бала янына барып, башынан һыйпап: “Бирешмә, һылыу!” – тип йыуатҡым килде. Был һүҙҙәрҙе уға журнал биттәре аша еткерәм һәм үҙ яҙмышымдан сығып : “Һис шикһеҙ, бөтәһе лә һәйбәт буласаҡ! Сөнки беҙгә, ҡатын-ҡыҙға, Хоҙай Тәғәлә биргән ҡөҙрәтле көс бөтә ауырлыҡтарҙы ла еңеп сығырға ярҙам итә”, – тип әйтәм.
Тап шул көс икебеҙҙең ҡайһыһын (һөйәркәһенме, минеме) һайларға белмәй аптыраған ирем менән араны өҙөргә ярҙам итте. Тап шул көс артабан юғалып ҡалмаясағыма, ҡыҙымды матур итеп үҫтерәсәгемә, бар йәһәттән уңышлы һәм яңынан бик-бик бәхетле буласағыма ышаныс бирҙе. Был ышаныс шул тиклем оло һәм ҡаҡшамаҫ ине! Тормошомдоң бер йәме ҡалмағанда шул ышанысҡа йәбешеп, үҙемде әүрәтеүем ғәмәлдә иһә үҙемде ҡотҡарыуым булғандыр, моғайын.
Һәм алтмышҡа етеп, оҙон тормош юлымда төрлө кешеләрҙе күргән ҡатын булараҡ, әйтер инем: бер хыянат юлына баҫҡан әҙәм гел шул юлға тартылыусан. Әлбиттә, хаталанмаған кеше юҡ, ләкин ирең ул юлдан тайпылырға, хатаһын танырға теләмәй һәм, һине артабан ғазаплап, ике ғаиләгә йәшәүен дауам итергә йыйына түгелме һуң? Был осраҡта мөхәббәт өсөн көрәштең мәғәнәһе бармы? Ғөмүмән, мөхәббәт тураһында һүҙ алып барыу урынлымы?
Гүзәл һеңлем! Тормошоңдоң яңы башланған сағы, йәшһең, һылыуһың, матур һөнәргә эйәһең, һинең әле бөтәһе лә алда. Ҡаршыңдағы ишек шап итеп ябылған икән, мотлаҡ икенсе ишек асылыр, тик уны күрергә генә кәрәк. Заманында алдымда асылған шул ишектең бәхет ҡапҡаһы булыуын күрергә күңел һиҙгерлеге биргән Хоҙайыма рәхмәтлемен. Һиңә лә йөрәгеңде тыңлап йәшәргә кәңәш итәм. Һәм был шәфҡәтһеҙ һынауҙан көслөрәк булып сығыуыңа ышанам.
Сабыр төпкәйҙәре һары алтын
“Түҙгән түш ите ейгән”, “Сабыр иткән мораҙына еткән”, “Сабыр төпкәйҙәре һары алтын” – бәхет нигеҙе сабырлыҡ булыуы хаҡында халҡыбыҙҙың тағы ла әллә күпме әйтемдәрен килтерергә була. “Кем менән аҡ булғанһың – шуның менән пак бул” – был әйтем дә ғаилә бәхетендә сабырлыҡ кәрәк булыуы хаҡында һөйләй. Гүзәлгә ата-бабаларыбыҙ аҡылы һалынған ошо һүҙҙәрҙе иҫкә төшөрөү яҡшы булыр ине. Иң еңел юл – булғанды ҡыйратыу, йәғни айырылыу. Ҡыйралғанды яңынан йыйыу бик ауыр, ҡайһы берҙә хатта мөмкин түгел.
Бәндә ғәйепһеҙ булмаҫ, ҡояшта ла тап бар. Ирҙәрҙең күбеһе – матур уйынсыҡ күрһә, арбалған сабый кеүек бит. Ялтырға ҡыҙығыу – уларҙың тәбиғәтендә. Беҙ, ҡатын-ҡыҙ, аҡыллыраҡ, түҙемлерәк, һығылмалыраҡ зат, шуны иҫтә тоторға тейешбеҙ. Бөгөн яңғыҙыңа бала үҫтереү бик еңел түгел. Ә ир баланы атайһыҙ аяҡҡа баҫтырыу, ҡайһы яҡлап ҡараһаң да, ифрат ауыр – тәрбиә биреү йәһәтенән дә, уҡытыу яғынан да (бигерәк тә яҡшы белем алыуҙың ҡиммәтлеген иҫәпләһәң), артабан терәк булыуҙы уйлаһаң да. Аталы бала арҡалы, тип юҡҡа әйтмәгәндәр шул.
Гүзәл ҡыҙым! Һиңә өләсәй йәшендәге кеше булараҡ: “Ашыҡма, ашыҡҡан ашҡа бешкән”, – тиер инем. Ире икенсе бисә менән буталғас, әхирәтем, асыуына баш була алмайынса, һөйләшеп тә тормай, шартлатып ҡыуып сығарғайны. Йәнәһе, ул ғорур, хыянатсы менән йәшәмәй. Һуңынан терһәген тешләрҙәй булып үкенде лә – һуң. Ҡартайған көнөндә, һыңар ҡанатлы ҡош булып, яңғыҙ көн итә, сөнки балаларының үҙ тормошо. Яңғыҙлыҡтан ауыр нәмә юҡ был донъяла. Тормош ғаиләң хаҡына, балаң хаҡына бер-береңдең хаталарын кисереүҙәрҙән дә тора. Шуға күрә, ҡыҙым, ғәфү итә бел.

Мәфтуха ФӘЙЗРАХМАНОВА,
мәғариф ветераны.
Өфө ҡалаһы.

Ғәзизә ҠОРБАНҒӘЛИЕВА.
Бишбүләк районы.
Теги: