Мәскәүҙе яуламаҡсы

Мәскәүҙе яуламаҡсыБашҡортостан тамашасыларының һөйөүен “Гәлсәр һандуғас“ телевизион йыр-моң тапшырыуы аша ла, башҡа концерт-сараларҙа ла яулап өлгөр­гән йәш йырсы Зилиә Бәхтиева ижад менән ең һыҙ­ғанып шө­ғөлләнә. Шуға килә­сәктә лә тамашасыларын матур йырҙары менән һөйөндөрөр әле.
Журнал уҡыусыларын уның тормош юлы ла ҡыҙыҡһындыралыр. Буласаҡ йырсы Салауат ҡала­һында донъяға килһә лә, ата-әсәһе унан кү­сеп ҡайтҡас, бала сағы Баймаҡта үтә. Ундағы мәктәпте тамамлағас, сәнғәт­кә, йыр-моңға ғашиҡ ҡыҙ, ҡайҙа уҡырға барыр­ға, тигән һорау өҫтөндә оҙаҡ баш ватмай. Туп-тура Өфө сән­ғәт училищеһына килә ул.
– Быйыл ошо уҡыу йортон ҡыҙыл дипломға тамамланым. Уҡыған йылдарымда төрлө конкурс-бәйгеләрҙә ҡатнаштым. Ә “Гәлсәр һандуғас“ фестиваленә эләгеп, унда сығыш яһауым миңә тәжрибә өҫтәне, үҙ көсөмә ышанысты арттырҙы, – ти йырсы.
Бөгөн ул Роберт Юлдашев етәкселегендәге “Ҡурайсы“ төр­көмөндә эшләп йөрөй. Был ижади берлек яҡын киләсәктә Германия, Төркиә кеүек сит илдәргә барып, башҡорт мәҙәниәтен күр­һәтмәк­се, туған моң­дарыбыҙҙы төрлө тарафта яңғыратмаҡсы. Ә киләһе йылға Зилиә Мәс­кәүҙе лә яуламаҡсы, ул бөтә донъяға бил­дәле Рәсәй театр сәнғәте университетына – ГИТИС-ҡа уҡырға ин­мәксе.
Әйткәндәй, Зилиәнең йөрә­ге ирекле әлегә...



Теги:




Яңы һан



Журнал архивы



Һеҙҙең мөнәсәбәт

Сайттың яңы дизайны оҡшаймы?



Тауыш бирергә Һөҙөмтәләр



Мы в Одноклассниках
Мы на Facebook