Яҡшы тауар үҙен-үҙе маҡтай
Ҡаҙ үрсетеүсе Хәйруллиндар быға үҙ тәжрибәһендә инанған
Күмәк хужалыҡтар бөтөрөлгәс, ҡулынан эше тартып алынған халыҡтың шаңҡып ҡалыуы, билсән баҫҡан баҫыуҙар, бушап ҡалған фермалар йылдар дауамында әсе ысынбарлыҡҡа әүерелде. Шулай ҙа шаңҡыу үтә, ауыл хужалығы яйлап терелә, яңыса һулыш ала бара кеүек. Был өлкәлә йәштәрҙең ҡыйыу аҙымдарына шаһит булыу бигерәк күңелле.
Иглин районына килеүемдең маҡсатын аңлатҡас, хакимиәттә йәнләнеп киттеләр. “Күп беҙҙә йәш эшҡыуарҙар, фермерҙар. Бына Хәбибрахмановтарҙың ғаилә фермаһы бар, Нафиҡовтарҙың, Ғәлимовтарҙың... Иң юғары сифатлы һөт ризыҡтары әҙерләүселәребеҙ ҙә бар. Ә бына Хәйруллиндар ҡош-ҡорт үрсетә...” Кәңәшләшеп, “Алтын ҡош” ойошмаһына юлландыҡ.
Бер нисә көн бик мәшәҡәтле булып тора әле, – тип ҡаршы алды беҙҙе Илшат Хәйруллин.
– Бына, себештәрҙе һанар мәл етте. Хәҙер ҡайһыһын баҙарға оҙатырға,
ҡайһыһын ҡышҡылыҡҡа, тоҡом үрсетер өсөн ҡалдырырға, шуларҙы айырып, бүлеп йөрөйбөҙ. Эйе, бында эш ҡайнай. Ана, бер көтөү ҡаҙ, ҡыйғаҡлай-ҡыйғаҡлай,
быуаға ыңғайланы.
– Ҡаҙҙар һыуһыҙ тора алмай инде ул. Сәғәттәр буйына йөҙөргә әҙерҙәр, – ти Илшаттың әсәһе Заһира Ишмөхәмәт ҡыҙы.
– Ҡоштарҙы йәшел үләндә туйғансы йөрөтөү, быуала ҡойондороу – мотлаҡ үтәлә торған көндәлек эш. Көнөнә ике килограмм үлән ашарға тейештәр бит, – тип ҡушыла уға килене Эльвира.
Ошо әңгәмәнән генә лә ҡош-ҡорт үрсетеүҙең ғаиләнең һәр ағзаһы ҡыҙыҡһынған, үҙ өлөшөн индергән дөйөм шөғөл икәнлеген аңлайһың.
Даръяларҙы иңләп ағыр һәр ҙур йылға кескәй генә инештән юл алған кеүек, был ғаиләнең эше лә ябай ғына алыпһатарлыҡтан башлана. Яҙын инкубаторҙағы бәпкәләрҙе ауылдарға йөрөтөп һатып ҡарайҙар. Һораусы күп, хатта ҡошсоҡтарҙы барыһына ла еткереп булмай. Шул саҡ урынлы
фекер тыуа: бәпкәләр етмәй икән, ниңә был “тауар”ҙы үҙебеҙгә етештермәҫкә? “Алтын ҡош” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте шулай барлыҡҡа килә.
Күмәк хужалыҡтар бөтөрөлгәс, ҡулынан эше тартып алынған халыҡтың шаңҡып ҡалыуы, билсән баҫҡан баҫыуҙар, бушап ҡалған фермалар йылдар дауамында әсе ысынбарлыҡҡа әүерелде. "Инкубаторҙы ҡайҙа табабыҙ – шунда ҡуртымға алдыҡ, ғаилә менән бар эште күмәкләшеп башҡарҙыҡ. Тир түкмәй, бил бөкмәй булмай инде – йыш ҡына эш урынында йоҡлап ҡалырға ла тура килде”, – тип хәтерләй ғаилә хужаһы.
500 баш ҡаҙҙан башлайҙар. Шишмә районында уларҙы үҫтерер өсөн бина арендалайҙар. Эш бешә, беренcе ҡоймаҡ төйөрһөҙ генә килеп сыға, ҡаҙҙары йөҙ көндә бик яҡшы үҫеп етә. Тәүге сирҡаныс алғас, ҡанаттары нығынғандай була, сәм дә арта. Икенсе йылда Марий-Элдан өс мең баш “Линда” тоҡомло ҡаҙ бәпкәһе алып ҡайталар. Үҫеп еткәс, яртыһын һаталар, ҡалған мең ярым ҡошто артабан үрсетергә ҡарар итәләр. Йомортҡаларҙан йәнә һары йомро йомғаҡтар баш ҡалҡыта... Шулай ҡошсолоҡ тигән тармаҡҡа ныҡлап ылығып киткәндәрен һиҙмәй ҙә ҡалалар. Тик әлегә ҡош-ҡортто үрсетеү өсөн үҙҙәренең фермаһы булмай. Йыш ҡына шулай тура килә: ҡаҙҙары – республиканың бер районында, ә инкубатор – башҡа төбәктә урынлашҡан. Бер нисә йыл шулай тейәнеп йөрөйҙәр әле.
– Бына быйыл да бәпкә-себештәребеҙ Ҡырғыҙ-Миәкәлә донъяға килде, шунан уларҙы бында алып ҡайттыҡ, – тип һөйләй Илшат. Иглин районында төпләнеүебеҙгә дүрт йыл инде. Тәүҙә бына ошо Буденновский ауылында урынлашҡан буш торған фермаларҙы ҡуртымға алдыҡ. Колхоздар бөткәс, фермаларҙың ниндәй хәлдә булыуын, беҙҙе нисегерәк “көтөп” тороуын күҙ алдына килтерәһегеҙҙер инде. Шуныһын да билдәләп үтеү кәрәк: ҡуртым хаҡы ҡиммәт түгел ине. Заманында бик яҡшы итеп төҙөгәндәр был биналарҙы. Һыу үткәргестәр, электр сымдары артыҡ сығым талап итмәне. Ҡоштар – нескә заттар, уларҙы һалҡында тотоп булмай. Биналарҙы төҙөкләндерергә, тәҙрәишектәрен алмаштырырға, байтаҡ ямап-ҡоршарға тура килде, баштарын профнастил менән яҡшылап яптырҙыҡ. “Кешеләр өй башын да шифер менән яба, ә һеҙ ферманы ҡалай менән көпләйһегеҙ”, – тип шаяртып төрттөрөүселәр ҙә булды. Район хакимиәте беҙҙең хеҙмәтте күрҙе, баһаланы, тора-бара был биналарҙы һатып та алдыҡ.
Быйылғы һандар шундай: йөҙ мең бәпкә һәм себеш һатылған, туғыҙ мең ҡаҙ, ике мең ярым күркә үҫтерелгән. Хакимиәт тағы ярҙам ҡулы һуҙырға әҙер – бына Балтика ауылындағы ферманы ышаныстағы идаралыҡҡа бирергә йыйына. Алла бойорһа, уларҙы инкубаторҙар менән йыһазландырмаҡсы Хәйруллиндар.
Пятигорск ҡалаһына ике ҡоролма алыуға һорау ебәргәндәр ҙә инде. Эште бер тирәлә алып барыу хәлде күпкә еңеләйтәсәк. Ниәттәре хәтәр хәҙер – бер миҙгелдә 160 мең бәпкә-себеш сығарыу.
Ҡош-ҡортто ашатыр өсөн емен дә үҙҙәре үҫтерә Хәйруллиндар. 300 гектар ергә люцерна, башҡа күп йыллыҡ үләндәр, ашлыҡ сәсәләр. Эшкәртергә эргәләге фермерҙар ярҙам итә, сәсеү-урыу өсөн техника ла биреп торалар. Бөртөклө үҫемлектәр туҡландырыу өсөн китһә, һаламы ҡош-ҡорттоң аҫтын ҡоро, таҙа тотоу өсөн тотонола.
Ҡоштарҙы әле башлыса тере килеш һаталар “Алтын ҡош”та. Яҡшы тауар үҙен-үҙе маҡтай, тиҙәр бит, тирә-яҡ ауылдарҙан ғына түгел, күрше өлкәләрҙән дә килеп алалар. Һуйып-таҙартып һатҡанда, килеме бер нисә тапҡырға артығыраҡ булыр ине лә, бының өсөн бар талаптарға яуап биргән махсус урын кәрәк. Булыр уныһы ла, күңел етһә, ҡеүәт етә ул, йәш эшҡыуарҙың киләсәккә теләк-ниәттәре етерлек. Район, республика кимәлендә үткәрелгән ауыл хужалығы йәрминкәләрендә теләп ҡатнашалар, алып барған тауарҙары кире ҡайтҡаны юҡ әле. Киләсәктә үҙҙәре етештергән аҙыҡты фирма магазинында һатһалар, ниндәй яҡшы буласаҡ бит! Ҡоштоң ҡауырһыны, мамығы ла бик кәрәкле. Күпмелер кешегә эш урыны барлыҡҡа киләсәк...
“Алтын ҡош”та бөгөн биш кеше даими эшләй. Ҡош-ҡортто ашатыу, көтөү, аҫтарын таҙартыу һәм башҡа мәшәҡәттәр улар ҡулында. Бынан тыш, яҙын, себештәр сыҡҡан ҡыҙыу осорҙа, иллешәр кешене ярҙамға саҡыралар. Эш хаҡын ваҡытында түләү – Илшат Ғәлимйән улының үҙенә ҡуйған төп талаптарҙың береһе. Донъя булғас, төрлө хәлгә тарый кеше, йөрөп эшләгәндәргә ғаиләһе янына ҡайтып килергә кәрәк, йә уйламағанда ғына башҡа төрлө мәшәҡәте сыға. Ауыр хәлгә ҡалғанда, кешелекле, кеселекле етәкселәре ярҙам ҡулы һуҙырға әҙер икәнлеген белә егеттәр.
Эйе, эргәңдәге кешеләрҙең иңен тойоу күңелде үҫтерә, ышанысты арттыра шул. Илшаттың тормош иптәше Эльвира, әсәһе Заһира Ишмөхәмәт ҡыҙы, уның тормош иптәше Радик Һибәт улы, ҡустыһы Радмир – татыу бер ғаилә булып, кәңәшләшеп алып бара эште. Заһира апай үҙе сирек быуат ҡошсолоҡ фабрикаһында эшләгән. Йылдар дауамында төрлө вазифаларҙа йыйған тәжрибәһе, эште төптән белеүе бөгөнгө эшмәкәрлекте алып барыуҙа айырыуса ҙур әһәмиәткә эйә. Ни тиклем күп белгәндәй булһаң да, көн һайын ниндәйҙер яңылыҡ асыла. Республикала ошо тармаҡта эшләгән белгестәр менән аралашалар, ветеринарҙар менән кәңәшләшәләр, ҡулдарына эләккән барлыҡ мәғлүмәтте ҡыҙыҡһынып уҡыйҙар. Ставрополгә, Мәскәү өлкәһенә барып та эштең нескәлектәрен өйрәнеп ҡайталар.
“Ашҡа тоҙ һалмаһаң, уның тәме булмай. Быны бөтәбеҙ ҙә беләбеҙ. Әммә берәү, әйтәйек, Айҙан килеп төшкән дә быны белмәй икән, ти. Уға аш бешерергә өйрәтәбеҙ, әммә тоҙ һалыу тураһында әйтеп тороуҙы кәрәк һанамайбыҙ. Һөҙөмтәлә ул аш бешерә, тик, тоҙһоҙ булғас, ашын ашап булмай. Бына һәр эштең дә шулай тәү ҡарауға күренеп тормаған, әммә бик әһәмиәтле нескәлектәре була бит – шуларҙы өйрәнәһе лә өйрәнәһе әле”, – ти Илшат Ғәлимйән улы.
Янында үҙен аңлаған яҡындары булыуы ла ҙур таяныс уға. Көн һайын 72 саҡрым ерҙән (ферма уларҙың йортонан шундай алыҫлыҡта урынлашҡан) ҡайтып инеү менән, ике йәше менән барған улы Искәндәр йүгереп килә һала, көндән-көн арта барған һөнәрҙәрен күрһәтергә ашыға. Икенсе синыфта уҡыған ҡыҙы Динә тәүге сиректе тик бишлегә генә тамамлаған. Кәләше – Әбйәлил районы ҡыҙы Эльвира тәмле ашын әҙерләп көтә. Ул – теш табибы, әле өйҙә бәпес ҡарай. “Киленебеҙ ҙә уңған ғаиләнән, – ти Заһира апай. –Ҡоҙабыҙ Таңатар, ана, 80 йәшендә лә йүгереп йөрөй. Эштең тәмен, донъяның йәмен табып йәшәгәс, ауырыуҙың ни икәнен дә белмәй. Эшләгән, гел хәрәкәттә булған кеше сәләмәт тә, рухлы ла була ул”.
Геройыма әле утыҙ ике йәш. БДУның тарих факультетында белем алған ул. Тарихты ярата, әле лә китаптар уҡый, ҡыҙыҡһына. Ике йыл Өфө районының Чесноковка балалар йортонда уҡытҡан.
– Мәктәптән, аҡсаһы аҙ, тип киттеңме? – тип һорайым, шулай булыуында тамсы ла шикләнмәйенсә.
– Юҡ, тарих та, балалар менән эшләү ҙә оҡшай миңә, – ти Илшат.
Тик... үҙемде ирекле ҡош итеп тойғом килде. Ике яҡҡа ла өлгөрөп булмай бит. Ҡаҙҙарҙың Римды нисек ҡотҡарғанын белмәйенсә лә үҫтереп булалыр инде ул ҡоштарҙы, шулай ҙа юғары белемгә эйә булыу был донъяла үҙ урыныңды табыу өсөн бик кәрәктер, тип уйлайым.
Уңышҡа өлгәшкән йәш эшҡыуар бөгөн үҙ эшен асып ебәрергә торған тиңдәштәренә ниндәй кәңәш-теләктәр еткерә, тиерһегеҙ. Илшат ышаныслы итеп былай ти:
– Тәүәккәллә лә бил бәйлә, тиҙәрме әле? Оҙаҡ уйлап торма, көн талабын аңлап, үҙ йөрәгеңде тыңлаһаң, яңылышмаҫһың. Орсоҡ кеүек әйләнергә лә әҙер бул. Ҡатмарлыҡтар осрар, юғалып ҡалма. Күңел һалып эшләгәндә, кеше йырып сыға алмаҫтай эш юҡ ул.
Гөлшат ҠУНАФИНА
Иглин районы.
Теги: