Земфира Байбулдина: «Наҙҙан, һөйөү нурынан ҡойолған донъям»

Әгәр ҙә элгәре 30 йәште уҙғас ҡына әсә булыу бәхетенә өлгәшкәндәрҙе “һуң тапҡандар” рәтенә индерһәләр, бөгөн был бер ҙә ғәжәп түгел. Һуңғы ун йылда Рәсәйҙә һәр дүртенсе ҡатын-ҡыҙ, һөнәри уңышҡа өлгәшеп, үҙ нигеҙен ҡороп, яратҡан кешеһендә таяныс табырына, үҙ-ара хистәрҙең ышаныслылығына инанғас ҡына, әсәлек бәхетен татый. Был күренеш йәштәрҙең тормошҡа етди ҡарауына ла, йәшәйештең йылдан-йыл ауырлаша барыуына ла бәйлелер, бәлки. Әммә күптәр, балаға ғүмер биреү, уны сәләмәт, көслө һәм лайыҡлы шәхес итеп тәрбиәләү өсөн хис-тойғо донъяң һәм матди хәлең тотороҡло булырға тейеш, тигән заманса ҡараш менән йәшәй. 

Билдәле тележурналист, программалар һәм тапшырыу­ҙар алып барыусы Земфира Байбулдина һуңғы ваҡыт зәңгәр экрандарҙа ниңә күренмәй икән, тип ғәжәпләнәлер күптәр. Ул беҙҙең журнал уҡыусыларына сер итеп кенә яңы­лыҡтары менән бүлеште. Утыҙ өс йәшендә тәүге тапҡыр бәпес һөйөү бәхетен кисергән эшлекле ханымдың кү­ңеленә хужабикә, әсә булыу хуш кил­де, ахырыһы. Былтыр тормош ип­тәше, йырсы Рәдиф Зарипов менән өсөнсө сабыйҙарына ғүмер бүләк итеп, әле Земфира бала менән өйҙә ултыра. “Әсә булыу ниндәй оло бәхет икән!!! Һәр сабый үҙ өлөшө менән тыуа, тигәндәренә лә ышанам. Ғаилә­беҙҙе һәр береһе үҙ нуры менән йылыта, байыта, йәшәү көсө менән һуға­ра барҙы”, – ти бәхетле әсә.

Зариповтар ғаиләһенең Өфө эргә­һендә үҙҙәре һалып сыҡҡан шәхси йорто йәмле, тыныс ерҙә урынлашҡан. Ошо ҙур, иркен өйҙөң ишеген асып инеү менән, сабыйҙарҙың шаян тауыш­тарын ишетеп, үҙең дә күңелле бала саҡ иленә ҡайтҡандай һәм саф, таҙа бәхет ипкененә сорналғандай булаһың. Стенаға эленеп ҡуйылған, бала ҡулдары менән төшөрөлгән сағыу һүрәт­тәр аша ғаиләләге ижади мө­хитте, эс­ке йылылыҡты һәм ихласлыҡты төҫ­мөрләргә мөмкин. Өлкән ҡыҙҙары Камила алтынсы йәше менән бара, улдары Нурсолтанға – ике, ә кескәй­ҙәре Софияға ни бары бер генә йәш. Бер-бер артлы тыуған кескәйҙәрҙең атай-әсәй иркәләүенә, йөрәк йылы­һына, мәрхәмәтле хәстәренә иң мохтаж саҡтары шул. Күп балалы әсәнең ял итеп ултырырҙай бер иркен минуты ла юҡ. Таң менән уянып, өс балаға өс төрлө аш хәстәрләргә, кер әйләндерергә ҡуйырға, үтекләргә, иҙәндәрҙе һөрткөләп алып, өйҙө йыйыштырып өлгөрөргә тура килә. Ә яҙ менән йәй айҙарында баҡса мәшәҡәте лә өҫтәлә. 

Көн дә тиерлек бейек үксәле туфлиҙа һәм зауыҡлы кейемдә сәхнә тү­рендә йәки тура эфирҙан тапшырыу йә тамаша алып барырға күнеккән һылыу затҡа ауыл йортонда хужабикә һәм күмәк бала әсәһе йөкләмәһен үтәү ялҡытмаймы, тип ҡыҙыҡһынам. “Ул тынғыһыҙ мәлдәремде иҫләһәм, әле лә тәнем эҫеле-һыуыҡлы булып китә: көндөҙ – телевидениела, кистә­рен мәҙәниәт һарайында концерттар алып барам. Шул арала тапшырыуҙарға, тамашаларға сценарий яҙам, “Гәлсәр һандуғас”тың артистары менән гаст­ролгә сығып әйләнәм. Тыныс ҡына өй­ҙә ултырғанымды хәтерләмәйем дә. Дөрөҫөн әйткәндә, оҙаҡ ҡына йылдар иркенләп ял итерҙәй үҙ мөйөшөм дә бул­маны бит. Ошо ғәйәт ҡатмарлы һәм ҡатын-ҡыҙ өсөн бөтөнләй хас булмаған тормош рәүеше менән сағыштырғанда, бөгөнгө йәшәйешемде Ерҙәге ожмах тип атар инем, – тип һөйөнә Земфира Зәки ҡыҙы. – Йортобоҙ шаулы ҡаланан ситтә, ағаслы, саф һауалы урында. Күр­шеләребеҙҙән дә уңдыҡ – бик ярҙамсыл, изге күңелле кешеләр. Камила уларҙың балалары менән уйнарға ярата.

Бәләкәй саҡта икебеҙ ҙә мөһабәт, иркен йорт һәм ҙур, татыу ғаилә хаҡын­да хыялланғанбыҙ икән. Бына бит яҙ­мыш тигәнең – теләгәнебеҙ ғәмәлгә ашты. Рәдифтең олатаһы данлыҡлы балта оҫтаһы булған, тыуған яғы – Салауат районы Нәсибаш ауылында һәр икенсе ғаилә ул һалған йортта йәшәй, хәҙер ул мәрхүм инде. Рәдиф, уға оҡшап, төҙөлөш, балта эшенә маһир. Һәр эш­те Рәдиф яйлап үҙе башҡара: Нурсол­тан менән София тыуғас, төкәтмә һа­лып ултыртты, иҙән түшәне, түбәне күтәртеп, икенсе ҡат ҡо­роуға көйләне, мунса төҙөттө. Беҙгә уңайлы, тыныс, иркен, рәхәт булһын өсөн тырыша атайыбыҙ. Көнөнә биш тапҡыр намаҙ уҡырға ла өлгөрә. Өйөбөҙҙә хатта оло табындарҙа ла иҫерткес эсемлек­тәргә урын юҡ хәҙер. Айыҡ тормош ҡына ысын бәхеттең бар сағылышын үҙ матурлығында, үҙ тәрәнлегендә тойорға ярҙам итә. Балаларыбыҙҙы ла ошо сәләмәт рухта тәрбиәләйбеҙ.

Ғаиләне төрлө яҡлап хәстәрләү, бала бағыу еңел түгел: берәүһе ауырып туҡтаһа, икенсеһенең йә тамағы ше­шә, йә эсе ауырта, тигәндәй. Төрлө ваҡ-төйәк көтөлмәгәнлектәр сығып ҡына тора. Тормоштоң әсеһен-сөсө­һөн татып, бәләкәстән ауырлыҡтарҙы еңеп, сынығып үҫкәнгәме, ундай ғына ҡыйынлыҡтарға иҫебеҙ китмәй: бөтә мәсьәләне лә бергәләшеп тыныс ҡына хәл итергә тырышабыҙ. Иң мөһиме – бәпәйҙәребеҙ үҙҙәрен бәхетле той­һон: йөҙҙәрендә – йылмайыу, йөрәк­тәрендә – яратыу, күңелдәрендә өмөт, ышаныс сатҡыһы бер ҡасан да һүрел­мәһен. Түңәрәктәргә йөрөтөп, бәлә­кәстән ижади һәләттәрен дә үҫтереү ине хыялым. Камила ҡыҙыбыҙ “Тамыр” балалар телеканалының йыр-бейеү түңәрәгенә йөрөй. Холҡо һәм тышҡы ҡиәфәте менән дә атаһына тартҡан. Бер эш менән ылығып китһә, шуға башкөллө сума. Йырларға, һүрәт төшөрөргә әүәҫ. Ә Нурсолтан минең атайыма оҡшаған. Тотошо, етдилеге, үҙенә талапсанлығы ла – олатаһынандыр, тип уйлайым. Берәй әйберҙе ала икән, кире урынына ҡуя белә. Үҙ һүҙен һүҙ итеүсән. Софияны тыуғас та, ҡәй­нәмә сырамытҡайным. Шул хәтлем сабыр йәнле, һөйкөмлө, изгелекле һәм илгәҙәк сабыйҙың донъяға килеүе ғаиләбеҙҙе яңы, саф йәшәү һуты ме­нән һуғарҙы. Мөғжизә тиерһең, уның тыуыуы ошоғаса хәл ителмәй торған күп кенә ғәмәлдәргә юл асты. 

Гүзәл заттың ҡасан һәм нисә йәштә әсәй булыуы мөһим түгел, уның сабыйҙарын бәхетле, маҡсатлы кешеләр итеп тәрбиәләрҙәй ихтыяр көсө, йәшәүгә дәрте һәм күңел тыныслығына өлгәшкән булыуы ҙурыраҡ әһәмиәткә эйәлер, минеңсә”. 

Сабыйҙарҙы тәрбиәләшеүҙә изге кәңәшсе, таяныс булғандары өсөн Ға­фури районы Сәйетбаба ауылында йәшәүсе ата-әсәһе Зәки Закир улы менән Зилә Сәйетбаба ҡыҙына, Салауат районы Малаяҙ ауылында ғүмер итеүсе ҡәйнәһе Сәриә Мињлехан ҡы­ҙына ла сикһеҙ рәхмәтле ул. “Үҙебеҙ ауылда эшкә өйрәнеп, бер-беребеҙҙе ҡурсалап, өләсәйҙәр тәрбиәһендә йә­шәүгә аҡыл, маһирлыҡ туплап үҫтек. Ошо изге миҫалда һәм ғөрөф-ғәҙәттә Рәдиф менән балаларыбыҙҙы ла тәү­фиҡлы, талантлы, йәшәүгә әҙерлекле, көслө шәхестәр итеп тәрбиәләп, оло тормош һуҡмағына сығарырға яҙһын! Хәҙер ғүмеремдең һәр минуты мөхәб­бәтебеҙҙән яралған изге кешекәйҙәребеҙгә бәхет, һаулыҡ, изгелек юрауға бағышланған”, – тип ихлас йылмая әсә. 

Ҡасан ғына әле ижад, сәнғәт әһел­дәре, үҙҙәрен тулыһынса һөнәри үҫешкә бағышлап, ғаилә ҡороуға, бала бағыуға әллә ни әһәмиәт биреп еткер­мәгән булһа, хәҙер хатта донъя кимә­лендә танылған йондоҙло парҙар ҙа ғаилә уңышын тәүге урынға ҡуя. Ғаи­ләлә мөхәббәтте ҡурсалауҙың һәм бала бағыу бәхетенең нәҫел ҡотон көсәйтеүсе, асылыбыҙҙы нығытыусы илаһи ҡөҙрәт икәнен аңлауға еттек, Аллаға шөкөр. Ә Земфира менән Рә­диф Зариповтарҙың татыу ғаилә­һенә бәхет, оҙон ғүмер насип булыуын, бәпестәренең һәр асышына, яңы шө­ғөл үҙләштереүенә ҡыуанып, ҡанатланып, тик изге, яҡты тәьҫораттарҙа ғына йәшәүҙәрен теләйбеҙ!

Альбина ҒӨБӘЙҘУЛЛИНА.

Иглин районы.



Теги:




Яңы һан



Журнал архивы



Һеҙҙең мөнәсәбәт

Сайттың яңы дизайны оҡшаймы?



Тауыш бирергә Һөҙөмтәләр



Мы в Одноклассниках
Мы на Facebook